Офицерҙар иңенә хәрби оҫталыҡҡа эйә булыу, һалдаттар ғүмере өсөн яуаплылыҡ бурысы һалынған. Уларҙың үҙ-үҙен тотошо, һөйләшеүе, ҡиәфәте лә башҡа яугирҙәргә үрнәк булып торорға тейеш. Бөйөк Ватан һуғышы офицерҙары Рәфҡәт Камалов һәм Надежда Стоянюк ғүмеренең ахырынаса башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп йәшәй белде. Көньяҡ Урал егете Рәфҡәт Камалов 1919 йылда Арғаяш кантонының Мөхәмәт-Ҡолой улысы Мамай ауылында (хәҙерге Силәбе өлкәһенең Сосновка районы) тыуған. Граждандар һуғышын, 1922-1923 йылғы аслыҡты ла кисерергә тура килә уға. Көндәлегендә Рәфҡәт олатайыбыҙ: “Аслыҡ 1938 йылға тиклем дауам итте. Ә 1933 йылдарҙа бер ғәйепһеҙ кешеләрҙе ҡулға ала башланылар. Был шарттарҙа совет хөкүмәтенә дошманға ҡаршы көрәшкә әҙерләнергә мөмкинлек булманы”, – тип яҙа. Һуғыш башланғас, уның иҫтәлектәрендә: “Ҡыҙыл Армия офицерҙарының күбеһе репрессияға дусар булды. Беҙҙең ҡоралдарыбыҙ аҙ. Дошмандыҡы менән сағыштырырлыҡ түгел. Шулай ҙа рух көслөрәк”, – тигән яҙмалар күренә.
Ил алдына яңы быуын офицерҙарын тәрбиәләү бурысы килеп баҫа. Уларҙың барыһы ла тиерлек ябай һалдат “һурпаһын” эскән, яу ғазаптарын үҙ иңендә татып ҡараған ир-уҙамандар һәм ҡыҙҙар була. Олатайыбыҙ менән өләсәйебеҙгә лә офицер дәрәжәһенә күтәрелер алдынан тап ошо юлды үтергә тура килә.
Рәфҡәт олатайыбыҙ 1939 йылда Арғаяш училищеһынан һуң хеҙмәткә алына. 1941 йылға тиклем 4-се кавалерия полкында хеҙмәт итә, аҙаҡ Ульяновск ҡалаһындағы пехота училищеһына ебәрелә. Йәш лейтенант Свердловск ҡалаһында төҙөлгән 438-се уҡсылар дивизияһына алына һәм полк мәктәбендә взвод, аҙаҡ рота командиры була.
Тиҙҙән уларҙың ғәскәре 167-се уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелеп, 1942 йылда Воронеж фронтына ебәрелә. “300 километр юл үттек. Көндәр бик эҫе торҙо. Төрлө милләт һалдаттары бар. Кеше башына 650 грамм икмәк бирелә, өс тапҡыр ашаталар. Һәр кемдең иңендә – 32 килограмлыҡ йөк”, – тип хәтерләй ине олатайыбыҙ был ваҡиғаны.
Ошо уҡ йылдың июлендә ул ҡаты яралана һәм госпиталгә ебәрелә. Аҙаҡ Брянск фронтында 654-се уҡсылар батальон командиры урынбаҫары вазифаһында хәрби юлын дауам итә.
Дон йылғаһы янында совет һалдаттары 1943 йылдың 1 ғинуарына тиклем фашистар һөжүменә ҡаршы торорға мәжбүр була. Был ваҡытта дошман армияһы Сталинград эргәһендә ҡамауға эләгә. Мишкино тигән ауылды алғанда, олатайыбыҙ бер офицерҙы һәм өс һалдатты дөмөктөрә. Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.
Күп тә үтмәй, Рәфҡәт олатай йәнә яралана. Госпиталдә ятып сыға һәм, Мичуринск исемле ҡалала курс үтеп, дивизияһына ҡайтарыла. Днепр йылғаһын уңышлы кисеп, Чернигов ҡалаһын алыуҙа ҡатнашҡаны өсөн уға икенсе тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены тапшырыла.
Брянск урманы янындағы һуғыш аяуһыҙ була. Тотош батальондан тик 17 генә кеше иҫән ҡала. Уның командиры ҡаты яраланыу сәбәпле, олатайыбыҙ идаралыҡты үҙ өҫтөнә ала. Һөҙөмтәлә һалдаттар тирә-яҡты уратып алған һаҙлыҡтан уңышлы сыға. Бер тәүлек буйына һыуһыҙ, ризыҡһыҙ йөрөгән һалдаттар таңға ғына Киров исемендәге партизан отрядына юлыға.
Тиҙҙән партизандарға һәм уларға килеп ҡушылған яңы хәрбиҙәргә Сож йылғаһы аша һалынған күперҙе юҡ итергә тигән бойороҡ бирелә. 30 саҡрым юлды партизандар һуҡмағынан үтеп, бысҡы, балта менән генә һалдаттар күперҙе сафтан сығара. Шартлау, шау-шыу булмағас, дошман бер ни һиҙмәй. Беҙҙең яугирҙәр фашистарҙың бер нисә йөк машинаһын, 30-ға яҡын һалдатын юҡ итә.
Ошо ваҡиғанан һуң бер нисә көн үткәс, 1943 йылдың октябрендә дивизиялары сафында Украина фронтына оҙатылалар. Олатайыбыҙ уҡсылар батальонын етәкләй башлай. 1944 йылда Фрунзе академияһында өс айлыҡ курс үткәс, капитан дәрәжәһенә күтәрелә.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тиҙәр. 1944 йылдың майында ғүмерлек мөхәббәтен осрата. Олатайым сираттағы яңы хәрби форма алырға килгәндә кесе лейтенант Надежда Стоянюкка ғашиҡ була. Өләсәйебеҙ һалдаттарҙы кейем-һалым, аш-һыу менән тәьмин итеп торған. Ҡыҙҙың йөрәгенә асҡыс табыу уйы менән янған егет бер нисә тапҡыр яңы форма талап итеп килә. Әммә үҙ эшенә намыҫлы ҡараған ғәҙел ҡыҙ форма биреүҙән ҡәтғи рәүештә баш тарта.
Өләсәйебеҙ 1925 йылдың 25 мартында Кемерово өлкәһендә тыуған. Һуғыш башланғанда уға 16 йәш кенә була. Уҡытыусы булырға хыяллана, әммә һуғыштың үҙ пландары. Өләсәйем Топкинский тимер юл училищеһына уҡырға инә һәм Томск ҡалаһындағы подшипниктар етештереүсе заводҡа эшкә ебәрелә.
“Ун икешәр сәғәт эшләй инек. Өҫтөбөҙ бысранып, көскә ятаҡҡа ҡайтып йығылабыҙ. Һыуыҡ, туңған кәбеҫтәнән аш, 600 грамм икмәк, балыҡ майы бирелә торғайны. Ризығыбыҙҙы Запорожьенан эвакуацияланған ҡыҙҙар менән дә уртаҡлаша инек”, – тип хәтирәләргә сума өләсәйем.
Бер ваҡыт уға Ярославль медицина училищеһына уҡырға инергә тәҡдим итәләр. Өләсәйебеҙ ҙур теләк менән риза була. Әммә ваҡытында барып өлгөрә алмай һәм документтарын интенданттар әҙерләүсе училищеға бирә. Уҡыу йортонда ҡыҙҙар ҡорал төҙөлөшөн, уларҙы нисек ҡулланырға өйрәнә, противогаз кейеп йүгереүҙә төрлө күнекмә үтә.
Уҡыу тамамланғас, вокзалдан оркестр менән 2-се Украина фронтына оҙаталар. Бессарабияға поезд Мәскәү аша үткән була. Поезд тәнәфескә туҡтаған арала йәш ҡыҙҙар, баш ҡаланы күреп ҡалыу теләге менән Ҡыҙыл майҙанға юллана. Әммә урындағы патрулгә эләгеп, гауптвахтала төн үткәрә.
Бессарабияға килгәс, өләсәйемде 4-се Богдан Хмельницкий һәм Суворов исемендәге һауа-десант дивизияһына билдәләйҙәр. Уҡсылар полкында хужалыҡ эштәре өсөн яуаплы итеп тәғәйенләйҙәр. Карпат янында өләсәйем алғы һыҙыҡта була. “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.
1944 йылдың декабрендә, аҙ ғына яу тынып торғанда, Надежда Стоянюк менән Рәфҡәт Камалов землянкала туй үткәрә. Йәштәрҙең байрамында барлыҡ батальон ҡатнаша. Артабан йәш ғаилә Венгрия, Чехословакия яуҙарында ҡатнаша, еңеүҙе Прагала ҡаршылай. Һуғыш Камаловтар өсөн Австрияла тамамлана.
Йәш офицерҙар олатайыбыҙҙың тыуған ауылына ҡайтып төшә. Өләсәйебеҙ башҡортса барлығы өс кенә һүҙ белә: “Мин һине яратам”. Әммә улар олатайыбыҙ өсөн иң ҡәҙерлеләре, иң ҡиммәттәре була.
Камаловтар ғаиләһе Силәбелә лә йәшәп ала. Олатайыбыҙ ҡала идаралығының өлкән инспекторы вазифаһын башҡара. Ике тапҡыр уны үлтермәксе булалар. Өләсәйем: “Һуғыштан тере ҡайттың, инде хәҙер юғалтайыммы?” – тип ялбарғас, кире ауылға ҡайталар һәм ғүмерҙәренең ахырынаса ошонда көн итәләр.
Бына шулай фронтташтар 45 йыл бергә татыу һәм шатлыҡлы ғүмер кисерә. Дошман пуляларының теләһә ниндәй ваҡытта килеп табыу ҡурҡынысы янағанда ла, тыныс ҡояш нурҙарына ҡойоноп таңдар аттырғанда ла олатайыбыҙ менән өләсәйебеҙ бер-береһенә оло таяныс була. Тоғро мөхәббәт емештәре – ун бер баланы тупылдатып һөйөп үҫтерәләр.
1990 йылдың октябрендә олатайыбыҙ яҡты донъянан китеп барҙы. Өләсәйебеҙ, тормош иптәшенең вафатынан һуң балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хәстәрен тойоп, 22 йыл йәшәне. Ғүмеренең һуңғы көндәренәсә күгебеҙҙең аяҙ тороуын теләне.