Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Асылына ҡайтҡан Силәбе башҡорто
Асылына ҡайтҡан Силәбе башҡорто Миңлеғәле Шайморатовҡа Силәбе өлкәһендә һәйкәл ҡуйыу теләге менән янған Йосоп Ҡунаҡбаев хаҡында күптән хәбәрҙар инем. Ара йыраҡ булыу сәбәпле, уның менән күрешеп һөйләшергә оҙаҡ ҡына форсат сыҡманы. Ниһайәт, яңыраҡ рухлы ир-азаматтарҙың береһе Йосоп Тимерхан улы менән яҡындан аралашырға насип булды.

Тәүҙә Арғаяшса хәбәр һөйләгән ағайҙың күп һүҙҙәрен аңламай аҙапландым. Белмәгәндәрен үҙенән һорап, мәғәнәһенә төшөнгәс, рәхәтләнеп көлгән мәлдәр булды. Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең үҙ халҡының тарихына, теленә, мәҙәниәтенә шул тиклем иғтибарлы булыуы һоҡландырҙы, рухлы һәм дәртле булыуы хайран итте. Үҙ теләге менән Силәбе өлкәһенең башҡорттар күпләп йәшәгән ауылдары буйлап йөрөп, мәктәптәрҙә һәм клубтарҙа халҡыбыҙҙың тарихы буйынса лекция уҡып, архив мәғлүмәттәре буйынса, геройҙарыбыҙҙы асыҡлап йәш быуында ватансылыҡ тәрбиәләргә тырыша Йосоп Ҡунаҡбаев.
— Арғаяш районының Аяҙғол ауылында донъяға килгәнмен, — тип таныштырҙы Силәбе ҡунағы. — Ун ике йәштән алып Силәбелә йәшәйем, мәктәптә башҡортса уҡыманым. Үҫмер сағымда милләтемде хатта бер ҡаршылыҡ кеүек ҡабул итә инем: класта бер үҙем башҡорт булдым, хатта исемем дә боронғо, Йософ пәйғәмбәрҙән алынған. Утыҙ йәштәр тирәһендә милли асыл, булмышым хаҡында уйлана башланым. Башҡорт телен өйрәнергә тотондом, ғаиләлә туған телдә аралашыу ярҙам итте. Ҡаланың Шәйехзада Бабич исемендәге Милли китапханаһында ҡулыма Көньяҡ Урал тарихын һүрәтләгән китап килеп эләкте. Уны бер тынала уҡып сыҡтым, артабан халҡыбыҙҙың тарихы, үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге хаҡында баҫмалар ала башланым.
Халҡыбыҙҙың батырҙары хаҡында дуҫтарыма, үҙем менән аралашҡан кешеләргә һөйләһәм, улар бер нәмә лә белмәй булып сыҡты. Шуға күрә арҙаҡлы шәхестәребеҙ хаҡында балаларға еткереү теләге менән мәктәптәрҙә лекция уҡый башланым. Төрлөсә ҡабул иттеләр: кемдер рәхмәт белдерһә, ваҡыт уҙғарып йөрөйһөң, тип тә ҡабул итеүселәр булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер милләттәштәрем күбеһе үҙ сығышын, йәғни башҡорт булыуын йәшерә. Иң ғәжәпләндергәне – сит милләт вәкиленең һине аңларға тырышыуы һәм ярҙам ҡулы һуҙыуы. Бер ваҡыт Арғаяш районының Үләнде (Ишалино) ауылы мәктәбенә лекция уҡырға барҙым. Унда урыҫ балалары ла бар ине. Башҡортса һөйләйәсәгемде әйткәс, улар ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Шунда мине Вероника Юрьевна тигән уҡытыусының һүҙҙәре һоҡландырҙы. Ул тыныс ҡына итеп: “Балалар, беҙ ҡайҙа йәшәйбеҙ?” — тип һораны. “Арғаяш районында”, — тип яуапланы уҡыусылар. “Район исеме башҡортса. Тимәк, был ер башҡорттарҙыҡы. Ә беҙ ҡунаҡ ҡына”, — тип дауам итте ул. Ошо һүҙҙәрҙән һуң шаҡ ҡаттым. Лекцияны тамамлағас, һоҡланғыс ханым янына барып: “Күркәм холҡоғоҙ өсөн рәхмәт! Һеҙ ҙә беҙҙең кеүек ошо ерҙең ысын хужалары”, — тип рәхмәтемде белдерҙем.
Йосоп Тимерхан улын бигерәк тә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан 78 хәрбиҙең Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуы һоҡландыра. Ҡырмыҫҡалы районында Шайморатовҡа һәйкәл асылмаҫ элек ул Силәбелә буласаҡ мемориалдың проектын әҙерләй. Артабан ул һәйкәл ҡуйыу теләге менән яна башлай, бер нисә кешегә эскиз яһау өсөн заказ бирә, ахырҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған скульпторы Өлфәт Ҡобағошовтың эшенә туҡтала. Легендар генералдың һынына урын бүленә. Ер участкаһы 2014 йылда уҡ теркәү үткән, әммә ошоға тиклем матди ярҙам булмау сәбәпле, идея ҡағыҙҙа ғына ҡалып килгән. Хәйер, эш яйлап көйләнә. Әлеге лә баяғы бүтән милләт вәкилдәре ярҙамында Йосоп Ҡунаҡбаев буласаҡ һәйкәл өсөн таш, хатта мәрмәр плитә лә тапҡан. Әйткәндәй, объекттың дөйөм майҙаны — 1200 квадрат метр, бейеклеге ете метр тәшкил итәсәк. Геройымдың әйтеүе буйынса, батыр һыны яуҙа һәләк булған ата-бабабыҙҙың рухына, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһөнә мәңгелек тере хәтер буласаҡ.
Бына шундай изге хыялдар менән яна Силәбе башҡорто. Тик уның ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙән дә ярҙам кәрәк, хөрмәтле милләттәштәребеҙ. Ил төкөрһә – күл булыр, ти халыҡ әйтеме. Изге башланғысты хуплап, Силәбе өлкәһендә батырыбыҙға һәйкәл асыуға ҡулдан килгәнсә булышлыҡ итһәк ине.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр 08.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 23

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола 08.08.2025 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һөт ризыҡтары фестивале 2011 йылдан үткәрелә....

Тотош уҡырға 23

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә 08.08.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Цюрупа һәм Коммунистик урамдары төҙөкләндерелә....

Тотош уҡырға 26

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты 08.08.2025 // Йәмғиәт

Осрашыуҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, муниципалитеттың...

Тотош уҡырға 23

Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана
8 августа көслө магнит дауылы көтөлә

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә 07.08.2025 // Йәмғиәт

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә...

Тотош уҡырға 27

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты...

Тотош уҡырға 29

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла...

Тотош уҡырға 30

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә 06.08.2025 // Йәмғиәт

Көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында...

Тотош уҡырға 34

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды 05.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Гранттарының икенсе конкурсына 346 ғариза тапшырылған, коммерцияға ҡарамаған...

Тотош уҡырға 63