Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Урман ситендәге йорт сере
Урман ситендәге йорт сере Өфө – Асҡар юлында йыш йөрөгәндәр Рысҡужа ауылына етмәҫ элек бер яҡ ситтәрәк урманға һыйынып ҡына ултырған йортҡа иғтибар итәлер, моғайын. Тәүҙәрәк, унда кем йәшәй икән, тип уйлай торғайным. Нисектер, ғәҙәти донъя­нан айырылып, үҙе бер утрауҙа ҡалған кешегә оҡшаттым уның хужаһын. Яҙмышына үпкәләпме, кемдәндер ҡасыпмы айырымланған кеүек тә тойолдо ул. Әммә Әсҡәт Ҡаһарманов менән яҡындан танышып, ни өсөн тап шунда ғүмер кисереүен белгәс, бер аҙ аптырып та, һоҡланып та ҡуйҙым.

Районда ғына түгел, тотош илдә танылған саңғысы, СССР-ҙың спорт мастеры Әсҡәт Ҡаһарманов, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яғына ҡайтып, балаларҙы спортҡа ылыҡтырырға, бигерәк тә саңғыға ҡарата һөйөү тәрбиәләргә хыяллана. Районда саңғы базаһын булдырыу буйынса әҙерлек эштәре алып бара, ер ала, үҙ аҡсаһына йорт төҙөй. Иң мөһиме – ул урынды алдан әҙерләй, географик үҙенсәлектәрен өйрәнә. Тирә-яҡ бының өсөн бик ҡулай: тауы ла, тигеҙ урындары ла бар. Саңғы юлы тап шундай булырға тейеш тә, ти Әсҡәт ағай.
Тәүҙә барыһы ла ыңғай барған кеүек тойола. Уҙаман үҙенең проекты буйынса саңғысылар өсөн йорт һала, уның ҡыйығында дүрт яҡлап тәҙрә ҡалдыра, уныһы жюри өсөн ярышты күҙәтеү урыны булыр, тип фаразлай. Йорт янында спортсылар өсөн мунса, душ бүлмәләре, саңғыларҙы һаҡлай торған махсус келәт урын ала. Барыһы ла алдан уйланылып, талаптарға яуап бирерлек итеп эшләнә. Төҙөлөш кәрәк-ярағы һатып алыуға, уларҙы эшкәртеүгә хужаның кеҫәһенән байтаҡ ҡына аҡса сыға. Баштараҡ район хакимиәте ярҙам ҡулы һуҙырға вәғәҙәләй, әммә етәкселәр үҙгәреп китеп, әйтелгән һүҙ “һауала эленеп тороп ҡала”. Шуға күрә бар нәмәне Әсҡәт Кирам улы үҙе башҡара. Ярай әле, ҡулы ағас эшенә оҫта. Йорттағы һәр йыһазды үҙе яһай.
Бер-ике йылда районда, хатта республиканың көньяҡ-көнсығыш төбәгендә тәүге саңғы базаһын сафҡа индерәм тип хыялланып, ярышҡа төрлө ҡалаларҙан иптәштәрен саҡырырға ла өлгөргән спорт мастерының уйҙары әлегә тиклем тормошҡа ашмай ҡала, сөнки эште аҙағына еткереү өсөн байтаҡ сығым талап ителә, әлегә бер пенсия аҡсаһына көн күргән кешенең матди хәле маҡтанырлыҡ түгел. Шулай ҙа төшөнкөлөккә бирелмәй ул: тәүге ҡар ятыу менән саңғы трассаһын һала, теләгәндәргә белгәндәрен өйрәтә, ҡасандыр белем алған Ҡаҙмаш мәктәбендә йыл һайын үҙ призына саңғы ярыштары үткәрә. Яҙҙан алып көҙгә тиклем урмандан ҡайтмай, иртән-кисен йүгерә, гимнастика менән шөғөлләнә.
— Саңғы — күп сығым талап итмәй торған спорт төрө. Әлбиттә, хәҙер ҡиммәтерәктер, әммә һаулыҡ өсөн иң файҙалыларҙың береһе. Беҙ бәләкәйҙән саңғыны быймаға бәйләп, тауҙа шыуып үҫкән ауыл малайҙары. Мин — Рысҡужа ауылынан, уҡырға күрше Ҡаҙмашҡа барырға кәрәк. Ҡыш дәрескә саңғыла йөрөнөк, шул саҡтарҙа уҡ беренселекте бирмәй торғайным. Артабан Асҡарға уҡырға барҙым, унан да ял көндәрендә ауылға саңғы менән ҡайта инем.
Байкал Мәүлит улы Ғәбитовтың саңғы секцияһына йөрөнөм, тәүге еңеүҙәрем өсөн уға ҙур рәхмәтлемен. Артабан Юлай Әғзәмов төрлө ярыштарға алып барҙы: район, Урал аръяғы, республика күләмендә гелән беренселекте яуланым. Һуңынан Магнитогорск ҡалаһына уҡырға индем, әммә уны тамамларға насип итмәне – үҙем теләп әрме сафына киттем.
Һалдат булған саҡта ла ағас саңғы менән берәүгә лә беренселекте бирмәнем. 1969 йылда хәрби хеҙмәтте тамамлап, тыуған яғыма ҡайтып төштөм. Өйҙә оҙаҡ ятырға тура килмәне, шунда уҡ ҡалаға эшкә урынлаштым. Элек эшселәр араһында төрлө спорт ярыштары йыш үтә торғайны, унда ла саңғы спортын ташламаным, өҫтәүенә йүгереү буйынса алдынғылыҡты бирмәнем. Төрлө ярышҡа йөрөтә башланылар, бер-бер артлы еңеүҙәр менән ҡайттым.
“Советский спорт” журналына йыл һайын яҙыла, уны яратып уҡый торғайным. Бер һанында тышлығында хеҙмәттәшемдең фоторәсемен күреп ҡалдым, уның тураһында матур ғына һүрәтләмә лә баҫылғайны. Пермь ҡалаһында спорт менән шөғөлләнеүе, Рәсәй буйынса төрлө ярыштарға әҙерләнеүе хаҡында бәйән иткән, телефоны ла күрһәтелгән. Йөрәк дөпөлдәй башланы, тын ҡыҫылды, ҡулдар үҙенән-үҙе уның номерын йыйҙы... Танышым мине янына саҡырҙы, спортҡа етди ҡарауымды теләне. Тәүҙә ҡаушаным, аҙаҡ ҡыуандым. Артабан, ҡулыма бер сумаҙан тотоп, Пермь ҡалаһына юл алдым, — тип хәтирәләр ебен тағатты Әсҡәт Кирам улы.
Уйлап ҡараһаң, ул ваҡытта ла спортҡа ҙур иғтибар бүленгән. Йәш егетте заводҡа эшкә урынлаштырғандар, йәшәргә урын бирелгән, эш хаҡы түләнгән, әммә, ул “Звезда” исемле спорт клубында шөғөлләнеп, предприятие исеменән ярышып ҡына йөрөгән. Смоленск, Свердловск, Силәбе, Мәскәү ҡалаларында ярыштарҙа ҡатнашҡан, союздаш илдәрҙә лә сығыш яһаған. Ситтән тороп Силәбе физик тәрбиә институтын тамамлаған, үҙе кеүек саңғысы ҡыҙға өйләнгән, улдары Дмитрий донъяға килгән. Пермдә тренер булараҡ бер аҙ эшләгәс, тыуған яғына ҡайтырға булған.
Ҡасандыр бар донъяны шаулатҡан спорт мастерының Әбйәлилдә йәшәп ятыуын күптәр белмәйҙер ҙә әле. Ә уның спорт базаһын булдырыу хыялын тормошҡа ашырыуы өсөн, кем белә, бәлки, ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа табылыр әле. Ул сағында саңғысылар ярышы Әсҡәт Ҡаһарманов һалған трасса буйлап, Ҡырҡты тауҙары аша ла үтмәҫ, тимә.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр 08.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәүефле тәбиғәт күренештәре хаҡында иҫкәртәләр...

Тотош уҡырға 23

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола

Йәйҙең һуңғы ял көндәрендә Өфөлә «Һөт иле» фестивале ойошторола 08.08.2025 // Йәмғиәт

Республикабыҙҙың баш ҡалаһында һөт ризыҡтары фестивале 2011 йылдан үткәрелә....

Тотош уҡырға 23

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә

Өфө үҙәгендә 15 сентябргә тиклем хәрәкәт сикләнә 08.08.2025 // Йәмғиәт

Баш ҡалала Цюрупа һәм Коммунистик урамдары төҙөкләндерелә....

Тотош уҡырға 26

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты

Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы башлығы Марат Заһиҙуллин менән осрашты 08.08.2025 // Йәмғиәт

Осрашыуҙа МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, муниципалитеттың...

Тотош уҡырға 23

Башҡортостанда ҡойма ямғыр һәм боҙ-борсаҡ яуыуы фаразлана
8 августа көслө магнит дауылы көтөлә

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә 07.08.2025 // Йәмғиәт

8 августа көслө магнит дауылы көтөлә...

Тотош уҡырға 27

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров республикалағы «Беренселәр хәрәкәте» активистары менән осрашты...

Тотош уҡырға 29

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Үзбәкстанға рейстар арттырыла...

Тотош уҡырға 30

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде 06.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә балыҡсыны ҡотҡарған чиновник бүләкләнде...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә

Башҡортостанда инвалидтар өсөн реабилитация мөмкинлектәре киңәйә 06.08.2025 // Йәмғиәт

Көҙгө сессияла Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһында...

Тотош уҡырға 34

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты 06.08.2025 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ Якубовичтың 80 йәше уңайынан «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашты...

Тотош уҡырға 26

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда сираттағы республика Башлығы гранттары конкурсына йомғаҡ яһалды 05.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Гранттарының икенсе конкурсына 346 ғариза тапшырылған, коммерцияға ҡарамаған...

Тотош уҡырға 63