…Инде йылдан ашыу ҡулына йүнләп эш бармаған Ғиҙҙиниса бер көн өйөнөң бер ярыҡ-тишеген ҡалдырмай тигәндәй ҡырып-һепереп, таҙарта башлай. Ҡәҙерле ҡунаҡ көтәме ни! Шул саҡ аҡылға самалыраҡ күрше Әмир исемле малай килеп инә лә:
– Инәй, Абдулхаҡ ағай ҡайтҡан, Абдулхаҡ ағай ҡайтҡан! – тип һөрәнләй.
– Эй, улым, ағайың күптән гүр эйәһе бит инде, ана, пособиеһын алғанға ла ун ай булды, – ти ҙә малайҙың арҡаһынан тупылдатып ярата. – Зиһенең үлемде ҡабул итмәй шул, күңелемде йыуатҡаның өсөн рәхмәт, балаҡайым.
– Ысын әйтәм, ысын, Абдулхаҡ ағай ҡайтҡан!Әмирҙең күңелен китмәйем тип, Ғиҙҙиниса малайҙың артынан ауыл Советы бинаһына йүнәлә. “Бөткәнме ни Абдулхаҡтар ауылда, берәй фронтовик ҡайтҡандыр, барып күрәйем, үҙ улымды осратҡандай булырмын”, – тип уйлай ул атлағанда.
Ҡатын ауыл Советына етәрәк теге яугир ҡаршыһына тап була. Башы бәйләнгән, ҡултыҡ таяғына таянған, сатанлап, бөршәйеп ҡалған һалдат килә. Ирекһеҙҙән бәһлеүәндәй кәүҙәле улы күҙ алдына баҫа шул саҡ. “Кем балаһы икән был?” – тип уйлап торғанда, Ғиҙҙинисаның аңын таныш тауыш телеп үтә:
– Әсә-ә-ә-ә-й!
Өнмө был, төшмө? Ҡатын ҡурҡып китә, ә яугир килеп ҡосаҡлағас, тамам һуштан яҙа. Бына шулай, инде “теге донъянан” сәләм ебәргәндән һуң ҡайтып инә Абдулхаҡ Ниғмәтуллин тыуған Ишембай районының Түбәнге Әрмет ауылына. Нисәмә тапҡыр әжәлдең күҙенә ҡарарға тура килә, әммә бирешмәй яугир, дошманын тар-мар итеп, ғәзиз тупрағына аяҡ баҫа!
…Һуғыш башланғас та, Ҡыҙыл Армия сафына баҫырға ашҡынған йәш-елкенсәк араһында 17-һе саҡ тулған Абдулхаҡ та була. Металлургия техникумында белем алған һәм “Аэроклуб” түңәрәгендә шөғөлләнгән егет Мәскәү ҡалаһының Тушино аэродромына уҡырға, дошман тылында эшләргә өйрәнергә ебәрелгән 650 десантсы сафына баҫа. Күнекмәләр мәлендә Абдулхаҡ утыҙ тапҡыр парашют менән ырғый, хәрби осоусыларҙы һөжүмгә әҙерләгәндә ярҙамлаша. Нәҡ ошо ваҡытта дошман баш ҡала янына уҡмаша…
Көҙөн гитлерсылар Сталинградты ҡулға төшөрөргә уйлай. Европа һәм Кавказдан тиҙ арала күсерелгән армия менән генерал Паулюс планын тиҙ генә тормошҡа ашырам тип хыяллана. Әммә һуңғы тамсы ҡанына тиклем ҡаршы торған яугирҙәрҙе күреп, немец армияһы баҙап ҡала. Төп көс Чуйков етәкселегендәге 62-се армияға төшә. Дошман өс меңгә яҡын авиабомба яуҙыра, бер юлы йөҙләгән кеше үлгән саҡ була, әммә беҙҙекеләр ныҡ тора. Абдулхаҡ нәҡ ошо ҡан ҡойошта ҡатнаша ла инде.
– Башта тиҙ арала тылды хәстәрләнек, кешеләрҙе, мал-тыуарҙы төпкәрәк күсерҙек, – тип хәтергә ала ул аҙаҡтан был яуҙы. – Һуңынан дошман менән күҙгә-күҙ осрашып алыша башланыҡ.
Был яуҙа Әрмет егетен Чуйков үҙ ҡулдары менән “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләй. Ҡаһарманлығы ла үҙенсәлекле килеп сыға…
Бер саҡ шулай командир “тел” алып ҡайтырға тигән задание бирә. Егеттәр дошман тылына йүнәлә. Барып етһәләр, немецтар байрам ҡылып ята: музыка уйнай, шау-шыу. Шул саҡ, Мостай Кәрим әйтмешләй, “һунарға килеүселәр” дошман ҡунаҡлаған өй ситендә көтөп кенә тора ла, ишектән береһе килеп сығыу менән уны эләктереп тә алалар. Артыҡ тауыш сығармаһын өсөн немецтың башына берҙе ҡундыралар. Тик, инде ҡайтайыҡ ҡына тиһәләр, наряд осрай.
– Ҡайҙа китеп бараһығыҙ?
– Медсанчасҡа алып киттек.
Хас кинолағыса йәки әҙәби әҫәрҙәгесә килеп сыға был осраҡ. Иң ҡыҙығы шул: Абдулхаҡ “һунарҙан” бик ҙур табыш алып ҡайта – үтә лә мөһим документтар тотҡан фриц офицерын эләктерә ул.
Әммә гел генә уңайлы һәм уңышлы килеп сығып тормай шул фронтта. Хәлдән тайғансы, иртә таңдан кискә тиклем “Максим” пулеметынан атырға ла, дошман менән дөмбәҫләшеп һуғышырға ла тура килә, яуҙаштарҙы юғалтыу тураһында әйтәһе лә түгел. Ә бер мәл Абдулхаҡ яраланып ҡуя. Дошман танкын шартлатҡанда мина ярсыҡтары егеттең тәненә ҡаҙала. Береһе – аяғына, икенсеһе күкрәгенә тейә.
Өс ай дауаланғандан һуң Абдулхаҡ йәнә фронт һыҙығына баҫа һәм… йәнә яралана. Был юлы иһә егетте дошман пуляһы аяҡтан йыға.
– Күп ҡан ағыуҙан аңымды юғалтҡанмын. Бер саҡ уянып киткәндә, ер өйҙә (землянкала) арҡыры бысҡы менән аяҡты киҫәләр ине. Бер медсестра: “Тегәйек – йәбешер”, – ти. Икенсеһе: “Йәбешмәҫ”, – бәхәсләшә. Ҡабаттан инде госпиталдә уяндым. Тәү сиратта аяғымды һәрмәп ҡараным, – тип хәтерләй был ваҡиғаны, күп йылдар үткәс, яугир кистәрен ҡатыны һәм балалары менән йыйылып ултырғанда.
Шул госпиталдә ятҡан мәлдә “йүнәлмәҫ” тип тыуған ауылына “ҡара ҡағыҙ” ебәрәләр ҙә инде.
Батырлығы өсөн Абдулхаҡ Ниғмәтуллин Дан, тағы ике орден, 14 миҙал менән бүләкләнә. Тик миҙалдың икенсе яғы ла бар шул: дүрт ҡабырғаһын ҡалдыра ул яуҙа, дошман пуляһы йөрәгенән ике сантиметр ситтәрәк кенә үтеп китә, икенсе пуля үпкәһен тишә, аяғы алты сантиметрға ҡыҫҡарып ҡала. Ә йөрәккә уйылған ғазаптар күпме?!
Фронттан ҡайтып, бер аҙ йүнәлгәс, Абдулхаҡ башта мәктәптә балаларға хәрби оҫталыҡ өйрәтә, һуңынан милицияға эшкә күсә. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ әле ҡабырғаһыҙ сатан милиционерҙы. Хәйер, ни ҡылаһың, заманы шулай, бер ул ғына яралы түгел.
Физик яҡтан мөмкинлеге сикләнһә лә, бик шәп милиционер булараҡ белә уны халыҡ. Етдилеге, талапсанлығы, ныҡышмаллығы менән алдыра. Шулай булмаһа, 50 саҡрымға һуҙылған майҙанда урынлашҡан ауылдарҙы нисек урап сығыр ине участка милиционеры?
Районында бер нисә йыл эшләгәндән һуң, Абдулхаҡты Мәсетлегә, унан һуң Балаҡатайға күсерәләр. Һуңғы районды ул тәненән йәне айырылғансы төйәк итә, хәле насарайғансы сафта ҡала.
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдар. Ашарына – ризыҡ, кейеренә кейем булмаған халыҡты тәртиптә тотоуы, ай-һай, еңелдән түгел. Урлашыуҙар, үлтерештәр, хатта килеп сыҡҡан милләт-ара низағтарҙы ла хәл итергә тура килә Ниғмәтуллинға. Тик ул бер ҡасан да ике төшөнсәне иҫенән сығармай: ғәҙеллек һәм яуаплылыҡ.
Мәҫәлән, бер саҡ колхоздан иген урлаған ирҙе тота. Бурға:
– Ниңә һорамай алдың? (ул кешегә бер ҡасан да ниңә урланың, тип өндәшмәй. – Авт.) – тигәс, тегеһе:
– Балаларыма кейем алырға аҡсам юҡ, – тип яуаплай. Бур төрмәгә эләкмәй, әммә милиционерҙың да башынан һыйпамайҙар. Бына шулай үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып булһа ла, намыҫ тигән төшөнсәгә тап төшөрмәй яугир.
Балаҡатай районында уны нисек хөрмәт иткәндәрен бер генә күренеш менән дә сағылдырып булалыр. Бер саҡ шулай йыраҡтан ҡунаҡҡа килгән туғанын үҙенең мотоциклында аэродромға оҙатырға килә ул. Ҡараһалар, “кукурузник” инде һауаға күтәрелгән, бер сама бейеклек тә йыйған. Шул саҡ Абдулхаҡтың саҡырыуҙы ишаралаған бер генә ҡул һелтәүе була, һауалағы самолет кире ергә төшөп ултыра.
Эйе, Абдулхаҡ Абдрахман улын Балаҡатайҙа әле лә яҡшы беләләр, үҙе күптән гүр эйәһе булһа ла, рухын хөрмәт итәләр. Тик бына тыуған төйәгендә генә уны иҫләгән кеше һирәк. Һәр хәлдә балалары уның исем-шәрифен Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары исемлегендә тапмаған. Хәйер, үҙем дә яҡташым хаҡында инде туҡһанды уҙған тол ҡатыны Мәмдүҙә Шәйхислам ҡыҙы һөйләгәндәренән генә белдем. Нисек кенә булмаһын, илебеҙгә Еңеү алып килгән быуын, ҡайҙа һәм нисек йәшәүенә ҡарамаҫтан, һис шикһеҙ хөрмәткә һәм данға лайыҡ!