Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һалдат итеген кейеп өлгөрмәйһең, сисергә ваҡыт етә...
Һалдат итеген кейеп өлгөрмәйһең,  сисергә ваҡыт етә... Өлкәндәрҙән ишеткән риүәйәткә тартым бер нәмә хәтергә уйылған. Әрме хеҙмәтен тултырып, тыуған төйәгенә ашҡынып ҡайтып төшкән, ти, ҡарт һалдат. Һөйгәнен бер ҡосоп һөйөр, балаһын күрер өсөн әллә нимәләр бирергә әҙер. Артҡы ҡапҡанан боҫоп ҡына ишек алдына килеп инә, өйөнә яҡынлаша. Тик нисек ҡаршы алырҙар, көтәләрме уны? Ошондай икеле-микеле уйҙар башында сыуалған һалдат сәйер күренеш менән осраша. Тәҙрәнән кәләшенең ниндәйҙер таныш түгел егет менән ҡара-ҡаршы ултырып, көлөшә-көлөшә сәй эскәнен күрә. “Көтмәгән мине, кейәүгә сыҡҡан...” — тигән уй йәшен тиҙлегендә мейеһен ярып үтә. Ишекте асып инеп, билдәһеҙ ҡунаҡтың яғаһынан бөрөп тотоп алмаҡсы итә. “Улыңды үлтерәһең бит...” – тип әсәй кеше аралап өлгөрә, юғиһә эш ҙурға китер ине...

1762 йылда император Петр III тәхет тажын кейгәс, армияла хеҙмәт итеү ва­ҡы­тын 25 йыл тип билдә­ләгән. Йәшләй генә батша ғәскәренә алынған егеттәр һаҡал-мыйыҡ етке­реп, сәс үҫтереп, ҡыҫ­ҡаһы, таны­маҫ­лыҡ булып ауылына ҡайт­ҡан. 40-ты уҙған ирҙе күҙ алдына кил­те­рәһегеҙме? Әлеге осраҡта ла ата­һы ғәзизен танымаған, ни тиһәң дә, сирек быуат ваҡыт үткән бит. Ә инде Николай I дилбегәне үҙ ҡулына алғас, барыһы ла урыҫ батшаһының иркендә тигәндәй, хеҙмәт итеүҙе 12 йылға ҡалдырған. Әйт­кәндәй, бө­гөн уны саманан тыш ҡыҫҡарт­ты­лар, хәҙерге хеҙмәтте борон 12 йыл буйы ил алдындағы бурысты үтәү менән бер нисек тә сағышты­рыр­мын тимә. Кем әйтмешләй, һал­дат итеген кейеп тә өлгөр­мәй­һең, шунда уҡ уны сисергә ваҡыт етә.
Кемгә нисектер, миңә ҡалһа, йылдар үткән һайын әрме тормошо йы­шыраҡ иҫкә төшә, ундағы ваҡиғалар ҡуйыраҡ төҫ ала бара. ...Мәктәптә уҡытып йөрөгәндә, ә ул йәмле май айы ине, ҡулыма повестка тотторҙо почтальон апай. Ҡотларға ла онотманы. Яратҡан эшемде, бер туғанға әйләнгән уҡытыусыларҙы, илгәҙәк ҡыҙ-малайҙарҙы ташлап китке кил­мәһә лә, “мин армияға барам!” тигән ғорурлыҡ хисе иңгә ҡанат ҡуйҙы. Ике ай самаһы мажа­раларға бай йәш һалдат курсын лайыҡлы үтеү, генерал һынлы генералдар менән бергә ҡайнаған, уларҙан дәрес алған дүрт айлыҡ сержант мәктәбендә уҡыу, унан инде йыл ярымға һу­ҙылған ғәскәри частағы онотолмаҫ көндәр – һәммәһе лә хәтерҙә. Йәһәт кенә уҙҙы ла китте тиһәм, ҡайһы берәүҙәр ғәжәпкә ҡала. Әллә күпме яҡын дуҫ таптым, бөгөн дә улар менән аралашам. Илебеҙҙең төньяҡ баш ҡалаһы Санкт-Петербург урамдарынан (ул саҡта Ленинград ине) ҡасан атлар инем әле, ике ятып бер төшкә инмәгән үҙенсәлекле тәбиғәтле Архангельск өлкәһен арҡы­рыға-буйға киҫеү, “аҡ төн”дәрҙе күреү бәхете тейер инеме?! Ә инде яурында ысын мылтыҡ йөрөтөү ниндәй ғорурлыҡ!
Тиҙҙән яҙғы саҡырылыш башла­насаҡ. Кемдәрҙер янып-көйөп тыу­ған илен һаҡлайым тип талпынғанда (йөрәктәрендә илһөйәрлек рухын юғалтмағандарға — афарин!) унан баш тартыусыларҙың осрауы һис кенә лә аңлашылмай. Әйткәндәй, бер әрмегә барырға теләмәүсегә ҡарата ҡуҙғатылған енәйәт эшен ошо көндәрҙә тикшергәндән һуң, ул дәүләткә 10 мең һум күләмендә штраф түләргә тейеш тигән ҡарар сығарылған. 22 йәшлек Белорет районы егете, ҡулына повестка алыуға ҡарамаҫтан, ваҡытында военко­матҡа килмәгән. Әлбиттә, бындай яза уны армиянан азат итмәй.
Петр III заманында ундай әтрә­гәләмдәр булдымы икән, әйтеүе ауыр. Хәйер, ул ваҡытта ла дворяндар, купецтар, почетлы граждандар, руханиҙар хеҙмәттән азат ителгән, тик крәҫтиән менән эшсе генә ил алдындағы бурысын үтәгән. Әле ун­дайҙар исемлегендә һаулығы насар булғандар (ауырлығы 45 килограмдан түбән, яҫы табанлы булыу, бүтән төрлө сирҙәр), шулай уҡ ике бала тәрбиәләгәндәр (бе­рәүҙе үҫтергәндәргә өс йәште көтөргә кәрәк), өлкән йәштәге яңғыҙ атаһын йә әсәһен ҡарағандар, юғары уҡыу йорто студенттары һәм башҡалар бар.
Билдәле булыуынса, илебеҙҙә 18–27 йәшлектәргә армияға барыу мотлаҡ һанала. Былтыр, мәҫәлән, көҙгө саҡыры­лышта республика­быҙҙан 6 300 яҡта­шыбыҙ хеҙмәткә алынған. Төрлө мәғ­лүмәттәр буйынса, йылдар үткән һайын әрменән ҡасыусылар бер ҙә кәмемәгән, киреһенсә, артмаһа әле!
Йәшерен-батырын түгел, 18 йәше тула­раҡ күп кенә рәсәйҙәрҙе “ар­мияға ба­рырғамы-юҡмы?” тигән һорау борсой. Психологтар билдә­ләүенсә, үҫмерлек осоронда уҡ ун кешенең бишәүһе “миңә унда нимә ҡалған?”, “бүтәндәрҙең балалары хеҙмәт итмәгәндә, ниңә мин барырға тейеш?” тигән фекерҙе күңелендә нығыта, яйлап үҫтерә. Шуға өҫтәп эргә-тирәләгеләр ҙә уны ҡеүәтләп торһа, ваҡиғаның нимә менән тамамланырын төҫмөрләү ҡыйын түгел. “Үтә лә хәстәрлекле ата-әсә­ләр” мәктәпкә уҡырға барғас уҡ малайының медицина кенәгәһен хәстәрләй башлай. Бер нисә тапҡыр дауаханаға һалып та алһа, был баланың биленә ҡайыш таҡмаҫы көн кеүек асыҡ. Бынан тыш бүтән хәйләле юлдар ҙа бар. Әлбиттә, байҙар аҡса менән оҫта эш итә, үҙ сиратында ришүәтселек тамыр йәйә.
Мыҡты кәүҙәле бер егет менән эш буйынса танышмын. Нисектер фекерҙәр уртаҡҡа әйләнде, әңгә­мәләшеүгә лә әүәҫ, ә бына армиянан табан ялтыратырға йөрөүен үҙе асыҡтан-асыҡ һөйләгәс, уға ҡарата хөрмәтем кәмене лә ҡуйҙы. Оялыуҙың “о” хәрефен дә һиҙмәнем. Дауаханала йылына бер нисә тапҡыр ятып та сыҡты. Имеш, башы ауырта, һыҙланыуҙарға түҙә алмай. Хәҙер ни, хәрби билетты ҡулына төшөргәс, башына ла, бүтән ағзаһы ауыртыуына ла зарланмай... Ниндәй быуын үҫеп килә!
Ә бына күршемдең ике улы ла 18-е тулыу менән ил һаҡларға китте. Атайҙарының ауыҙынан бер ҡасан да “балаларҙы әрменән алып ҡалырға кәрәк ине” тигәнен ишет­мәнем. “Үҙем дә ундағы һурпаны татыным, малайҙарымдың да һалдат бутҡаһын ашауын теләйем”, — ти торғайны. Бөгөн уларҙың икеһе лә ғаиләле, бынамын тигән итеп донъя көтә.
Рәсәй армияһының хәле шулай уҡ хөртмө ни? Юҡтыр, улай түгел­дер. Киреһенсә, абруйы йылдан-йыл үҫә, ундағы көнкүреш шарттары ла яҡшыра. Хәҙер хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында уҡ һәр үҫмергә ғәскәри часты һайлау мөмкинлеге бирелгән. Казармалағы уңайлыҡтар, күркәм һәм килешле һалдат кейеме, яҡшы туҡланыу, бер һүҙ менән әйт­кәндә, армияла ыңғай яҡҡа үҙгә­рештәр күҙәтелә. Етмәһә, һалдат кеҫә телефоны аша иркен аралаша ала, аҡсалата тәьминәт күләмен дә өҫтәһәң... Шулай булыуға ҡара­маҫтан, ҡайһы бер егеттәр беҙҙең тыныс йоҡоно һаҡларға ашҡынып тормай.
Армиянан уттан ҡурҡҡан шикелле шөрләгән ҡуян йөрәклеләрҙе нисек аңларға? Тикшереүҙәр күрһә­теүенсә, күптәрҙе “бабайлыҡ” күренеше өркөтә. Ә ул беҙҙең осорҙа булманымы ни? Әлбиттә, булды. Уның ҡарауы, берәү яҡҡан әҙер усаҡтың йылыһында ҡыҙы­ныуға ҡарағанда, үҙеңдекен тоҡан­дырыу отошло ла баһа! Әрме һине ысын ир-ат итеп тәрбиәләй, физик һәм рухи ныҡлыҡты үҫтерә.
Сержанттарҙың һалдаттарға “партия сәйәсәтен” төшөндөрөү ваҡиғаһы кисәгеләй күҙ алдымда. Күптән түгел хәрби ант ҡабул иткәй­нек. Төшкө аш алдынан плацҡа теҙелергә тигән бойороҡ яңғыраны. Һалдаттың уяулығын тикшерәләр икән, шул иҫәптән өҫ-баштың ыҫпайлығын да. Саф алдынан йөрөп, үткер ҡарашлы ике сержант пилотканың дөрөҫ кейелеше, погондарҙың устав буйынса тегелеше һәм башҡалар буйынса иҫкәрмәләрен әйтә, теләктәрен еткерә, кәрәк тип тапһа, төҙәтеп тә ҡуя. Баҡтиһәң, ҡаш менән пилотка араһы ике бармаҡ яҫылығы булырға тейеш, кәм дә, артыҡ та түгел. Берәүһе нәҡ китель төймәһенә тура килтереп, тос йоҙроғо менән һәр бер һалдаттың күкрәгенә һуға. Әгәр ысын ир булһаң, ҡымшаныу түгел, өнөңдө лә сығармайһың.
Күп тапҡыр ир-атҡа һалдатта булыуҙың ниндәй һабаҡ биреүе тураһында уйланғаным булды. Ҡайһы берәүҙәр әсәһенең йылы ҡуйынынан айырылыуҙы рингка тәү тапҡыр сыҡҡан боксер менән сағыштыра. Һин яңғыҙың, яҡлаусы ла, ҡурсалаусы ла юҡ, тик үҙеңә генә ышанырға кәрәк. Күмәк кеше араһында ошо тойғо үҙеңде тоторға өйрәтә, һәр йәһәттән дә сыныҡтыра. Юҡҡа ғына армияла булыуҙы тормош мәктәбе менән сағыштыр­майҙар. Әрме хеҙмәтенең тәртипкә-теүәллеккә өйрәтеүен әйтеүе лә артыҡ. Тәғәйен ваҡытта йоҡонан уянаһың, шунса сәғәттә ашайһың һәм бүтәндәр. Буш сәғәттәреңде оҫта файҙаланырға, ғөмүмән, ваҡытыңды изге ғәмәлдәргә дөрөҫ бүлә белеүгә лә күндерә ул.
Үҫмер армияға теләп барһын өсөн нимә эшләргә? Хәҙер нисектер, элек Ватанын һаҡлап ҡайтҡан һалдат хәрби кейемдә мотлаҡ мәктәпкә килеп күренеп китә ине. 23 февраль яҡынлашыу менән төрлө фәһемле саралар уҙғарылды, малайҙар армияға бәйле төрлө һүрәттәр төшөрҙө, стена гәзиттәре сығарҙы. Мауыҡтырғыс НВП дә­рестәрен, мажаралы “Зарница” уйындарын онотормон тимә, физкультура дәрестәре лә әрмегә әҙер­ләүҙә ҙур роль уйнаны. Ә 9 Май байрамын ҡаршыларға нисек етди әҙерләндек, һуғыш ветерандары менән осра­шыу­ҙар ҡайһылай йөкмәткеле үтә торғайны! Былар – балаларҙа ил һаҡсылары тәрбиә­ләүҙең, илһө­йәрлек тойғоһо уятыу­ҙың, Ҡораллы Көстәр сафына ылыҡтырыуҙың бер остоғо ғына.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873