Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ираҡ принцын башҡорт ҡыҙы әсир иткән
Ираҡ принцын башҡорт ҡыҙы әсир иткәнӨфө дәүләт нефть техник университетында аспирантурала уҡыусы, нефть компанияһында һәм Башҡортостан Республикаһының Нефть-химия эшкәртеү институтында эшләүсе Ираҡ принцы Харес Шаалян Мошреф менән әңгәмәбеҙ, ил етәксеһен һайлау булып үткәнгә һәм алда Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө көтөлгәнгә күрә, берсә башҡорт ҡатын-ҡыҙының гүзәллеге, берсә йорт-илдәге хәлдәр һәм сәйәсәт хаҡында барҙы. Принцтың ҡатын-ҡыҙға ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуын, үҙен ысын джентльмендарса тотоуын башҡалар ҙа баһалар, моғайын.

Принц булыуы еңелме?

Тыуған төйәгем — Ираҡтың Әл Анбар төбәгенең Хит ҡалаһы. Беҙ Әл Әмири ырыуына ҡарайбыҙ. Ырыу башлығы — минең атайым, шуға күрә уның алты улын да "принц" тип йөрөтәләр. Ғаиләбеҙ ишле беҙҙең — 17 балабыҙ. Оло апайым 1959 йылғы, иң бәләкәй һеңлем быйыл донъяға килде. Атайыма — 75 йәш. Уның ике ҡатыны бар, йәш кәләше үҙенән 30 йәшкә кесе. Ҡөрьәндә ҡушылғанса, икеһен дә тигеҙ ҡарай, айырым йорттар һалып бирҙе.
Ырыуыбыҙҙа 10 мең ир-егет бар. Көслө зат тыуған еренең һаҡсыһы булғас, халыҡ иҫәбен алғанда уларҙы ғына һанайҙар. 15 йәштән алып һәр ир-ат ай һайын атайыма 5 доллар тапшыра. Ырыу башлығы аҡсаны ҙур һандыҡта һаҡлай. Бухгалтер иҫәп-хисап алып бара, һәр тиндең нимәгә тотонолоуын әйтеп тора. Ул һандыҡ үҙенә күрә фонд хеҙмәтен үтәй. Берәйһе ныҡ ауырып китһә, эш буйынса сәфәргә сыҡһа, ҡазаға тарыһа, ғаиләһе бурысҡа батһа, ас-яланғас йәшәһә, эшһеҙ ҡалһа йә икенсе ырыуҙан ҡунаҡтар ҡабул итһә, уға шунан матди ярҙам бирелә. Барыһы ла айлыҡ түләүҙең әһәмиәтен яҡшы аңлай, шуға күрә ризаһыҙлыҡ белдереүсе юҡ.
Принц булыу — оло яуаплылыҡ. Барлыҡ бала-саға тышта уйнағанда беҙ атайым яллаған уҡытыусылар менән өйҙә Ҡөрьән нигеҙҙәрен өйрәндек. Белемебеҙҙе атай үҙе тикшерҙе. Мәктәпкә һәммәбеҙ ҙә яҡшы әҙерлек менән барҙыҡ. Принц белеме һәм үҙен тотошо менән башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейеш, тип үҫтерҙеләр. Ырыу башлығының балалары тағы ла һәр һүҙен төплө уйлап әйтергә, дәрәжәһен белергә һәм ярлы булып күренмәҫкә, ололар әйткәнде тыңларға, кешеләр менән итәғәтле һөйләшергә тейеш. Беҙҙең нисек ашауыбыҙға, уйнауыбыҙға, урамдан ҡайһылайтып атлап уҙыуыбыҙға тиклем ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр. Ундайҙарға бәйләнерлек сәбәп бирергә ярамай.
Принцтар бәләкәйҙән диванда ҡатнаша. Ырыу халҡының һәр кис 20 метрға 5 метр ҙурлыҡтағы майҙан тирәләй йыйылып кәңәшләшеүен шулай атайҙар. Тәүге йылдарҙа тыңлап ҡына ултырабыҙ, 18 йәшкә еткәс, атай беҙҙең дә теге йәки был мәсьәлә буйынса фекеребеҙҙе һораша башлай.
Элек ырыуымдың исеменә, абруйына зыян килтермәҫкә тырышһам, хәҙер бындай яуаплылыҡ тойғоһо тағы ла арта төштө, сөнки миңә ҡарап илем, халҡым тураһында фекер йөрөтәсәктәрен аңлайым.

Ләлә-Тюльпанда бәхетемде таптым

Бағдад университетында инженер һөнәрен алып, илдәге иң ҙур нефть эшкәртеү заводында эш башланым. 2006 йылда Рәсәй компанияһы менән Ираҡ араһындағы килешеү буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетының магистратураһына уҡырға килдем. Башҡортостандың нефть сәнәғәте совет осорондағы ҡаҙаныштарға нигеҙләнгән һәм заман менән бергә үҫешкән, шуға күрә үҙебеҙҙең илдә файҙаланырҙай алымдарҙы үҙләштерергә мөмкин. Өфөлә исемдәре киң билдәле ғалимдарҙан, тәжрибәле белгестәрҙән күп нәмәгә өйрәнеүемә һөйөнөп бөтә алмайым. Белемемде ғәмәлдә ҡуллана ла башланым: Өфөләге бер ҙур компанияның хеҙмәткәре булараҡ, Ғәрәп илдәренең нефть эшкәртеү заводтарын яңыртыу һәм үҫтереү мәсьәләләре менән шөғөлләнәм.
Ғилем артынан килеп, Башҡортостанда икеләтә уңырмын — ғүмерлек йәремде табырмын тип бөтөнләй уйламаным. Эльмираны 2007 йылдың ғинуарында Ләлә-Тюльпан мәсетендә осраттым. Ул ата-әсәһе менән килгәйне. Уны башҡаса күрә алмай ҡуйһам тип хафаландым. Тәүҙә буласаҡ ҡайны-ҡәйнәмдең эргәһенә барып: "Ҡыҙығыҙ менән танышырға мөмкинме?" — тип рөхсәт һораным. Бер аҙнанан никах уҡыттыҡ.
Эльмира дини ҡарашлы Сибай ҡыҙы булып сыҡты, мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡуйылған бурыстарҙы теүәл үтәй, шартына тура килтереп кейенә. Уның ата-әсәһен бик хөрмәт итәм. Әлеге көндә ҡатыным Сибайҙа йәшәй. Әсәһе менән икеһенең бәләкәй бизнесы бар: мосолман гүзәлдәре өсөн кейем етештереп, Интернет селтәре аша һатыуға сығаралар. Һәр аҙна такси яллап, Сибайға ҡатыным эргәһенә ҡайтып йөрөйөм.
Магистратураны тамамлағас, кәләшемде Ираҡҡа алып ҡайттым. Өйҙә беҙҙе өс йөҙҙән ашыу кеше көтә ине. Был тиклем халыҡты күреп, Эльмира ҡурҡып китте. "Таныш бул, барлыҡ туғандарыбыҙ беҙҙең туйға йыйылған", — тигәс кенә тынысланды. Хәләл ефетем ике йыл Хитта атай-әсәйем эргәһендә йәшәне, мин өйөбөҙҙән 300 километр алыҫлыҡта эшләнем. Ираҡта саҡта ҡатыным менән тағы ла нығыраҡ һоҡлана һәм ғорурлана башланым: ул ғәрәп телен өйрәнде, туғандарым менән тиҙ уртаҡ тел тапты.
Аспирантураға ингәс, кире Башҡортостанға күстек. "Киләсәктә Ираҡта йәшәргә ризаһыңмы?" — тип һораһам, Эльмира "эйе" тип яуаплай. Ләкин ысынында риза түгеллеген уның күҙҙәренән уҡыйым. Ираҡта торорға теләмәүен яҡшы аңлайым: мин Урал тауҙарындағы зәһәр ҡышты яратмағандай, ул беҙҙәге 60 градуслыҡ эҫе йәйҙе ауыр кисерә.
"Олатайың һәм атайың кеүек, һин дә күп ҡатын аласаҡһыңмы?" — тип һорарығыҙҙы алдан белдем, сөнки был мәсьәлә күп таныштарымды ҡыҙыҡһындыра. Ҡөрьән буйынса ир кешегә дүрт ҡатын рөхсәт ителһә лә, миңә Эльмиранан башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Баҫалҡы, тыйнаҡ булһа ла, унда ғорурлыҡ та көслө.

Хоҡуҡи илдең киләсәге бар

Борон бер ил етәксеһе, үҙенең дәүләтен уратып, емерелмәҫ ҡәлғә төҙөткән, ти. Төҙөлөш тамамланғас: "Ә хәҙер тышынан тағы ла бер ҡәлғә төҙөргә кәрәк. Унһыҙ илебеҙ көслө булмаясаҡ", — тигән. Халыҡ аптырауға ҡалған. Баҡтиһәң, ул ҡануниәтте күҙ уңында тотҡан икән. Башҡортостанда, ғөмүмән, Рәсәйҙә ҡануниәттең көслө булыуы, халыҡтың закон буйынса йәшәүе һоҡландыра. Бындай илдә тотороҡлолоҡ бар.
Ираҡта хәл башҡасараҡ. Илдең дөйөм ҡануниәте булһа ла, һәр ырыу нигеҙҙә үҙ ҡанундары буйынса йәшәй. Мәҫәлән, пациент операция өҫтәлендә йән бирһә, дәүләт законы буйынса хирург ғәйепле һаналмай, сөнки хәл өҫтөндәге кеше менән нимә генә булмаҫҡа мөмкин. Шул уҡ ваҡытта ырыу законы хирургты үлем язаһына тарттыра йәки мәрхүмдең туғандарына ҙур күләмдә аҡса түләргә ҡуша. Шул арҡала хәҙер беҙҙә хирургтар бөтөнләй тиерлек операция яһамай. Ырыу башлыҡтары ошо мәсьәлә буйынса ҡорға йыйылып та ҡараны, тик хәл үҙгәрмәне. "Ырыу законын үҙгәртһәк, халыҡ быны ҡабул итмәйәсәк", — ти улар.
Йәнә бер миҫал. Әгәр кеше уғрылыҡта ғәйепләнһә, ырыуына һыйына, сөнки уның ҡанундары буйынса ул төрмәгә ябылмай, ә урлаған нәмәһен хужаһына кире ҡайтара йәки уның хаҡын түләй. Ошондай ҡапма-ҡаршылыҡ илдәге тәртипте боҙа.

Ираҡ кисергәнде күрергә яҙмаһын

Үткән һайлауҙа Рәсәй халҡының тотороҡлолоҡҡа, артабанғы үҫешкә юл алыуы һөйөнөслө. Донъяның күп илендә тыныслыҡ боҙолған мәлдә төплө фекерле, халыҡ-ара кимәлдә абруйлы Президенттың булыуы мөһим. Һуғыштың нимә икәнлеген белгәс, был һүҙҙәрҙе ихлас күңелдән әйтәм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙҙең Ираҡ "ҡара алтын"ыбыҙға ҡыҙығыусы Американың йоғонтоһона ваҡытында ҡаршы тора алманы. Улар килеп донъябыҙҙы ҡыйратты, хәҙер уны кире тергеҙергә кәрәк. Өҫтәүенә ил үҙ проблемалары менән япа-яңғыҙ тороп ҡалды, үҙҙәрендә һуғыш барған саҡта беҙҙең ярҙамды күргән ғәрәп илдәре лә ситләште.
1988 йылда Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре шәйехе Зәйет Ираҡтың башлығы Саддам Хөсәйенгә: "Ҡасандыр Ираҡта ла тыныслыҡ урынлашырына, Бағдадтың Дубай кеүек үҫеренә ышанам", — тигән. Халҡыбыҙ, ысынлап та, бирешмәй. "Ираҡтар өсөн башҡара алмаҫлыҡ эш юҡ", — тиергә яраталар. Электр энергияһы көнөнә ике генә сәғәт бирелеүгә ҡарамаҫтан (линиялар һуғыш барышында өҙөлөп бөттө), ватандаштарым ҡул көсө менән булһа ла туҡтауһыҙ эшләй, тиҙерәк көрсөктән сығырға ынтыла. Еребеҙ ҡара тупраҡҡа, һыуға бай булмаһа ла, егәрле халыҡ унда финик, мандарин, алма, дөгө үҫтереп һата. Министрҙарыбыҙ ҙа илдең ҡеүәтен тергеҙер өсөн күп көс һала.
Ираҡтың тарихы бөйөк. Тәүге хәреф, тәүге закон унда барлыҡҡа килгән. Илебеҙҙә күп пәйғәмбәрҙәр булып киткән. Заманында баш ҡалабыҙ Бағдад донъяның белем үҙәге һаналған. Фәнгә ынтылыш әле лә көслө. Ватанымдың барыһын да һоҡландырып, тергеҙелеп китеүенә ышанам. Башҡа илдәр уның аяныслы тәжрибәһенән һабаҡ алһын ине.
Нурзиә ХӘСӘНОВА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872