Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Аҡ хыялдан – аҡ төлкөләр
Аҡ хыялдан – аҡ төлкөләр Төбәктәр буйлап йөрөгәндә ауылдарҙа үҙ эшеңде асыу өсөн мөмкинлектәр ҙур булыуын асыҡ аңлайһың. Хатта ҡалала тыуып үҫеп, йә ситкә киткәндәрҙең атай-олатайҙары төйәгенә әйләнеп ҡайтып, кәсепселеккә тотонғанын күреп, һоҡланып ҡуяһың.

Рөстәм Ғиззәтуллин менән Фаяз Ҡаҙаҡҡолов Үтәк ауылында үҫә, бер класта уҡыйҙар. Мәктәпте тамамла­ғас, икеһе лә яҡындағы Стәрлетамаҡ ҡалаһына юллана. Шулай ҙа үҙ эшеңде асыу тойғоһо егеттәргә тынғылыҡ бирмәй. Байтаҡ ҡына уйлашҡандан һуң улар тыуған ауылдарында аҡ төлкө үрсетеү хыялы менән яна башлай. Ошо эш менән шөғөллән­гәндәрҙең тәжрибәһен өйрәнәләр, махсус әҙәбиәт уҡыйҙар һәм уйлап тотонғанда уның табышлы булырына инаналар. Уй-ниәттәрен район хаки­миәте башлығы Рәмил Бохаровҡа еткергәс, етәксе хуплауын белдерә.
Егеттәр дәртләнеп эшкә тотона, ауылдан әллә ни алыҫ булмаған урын­да ҡуртымға ер ала. Уны ҡойма ме­нән уратып алып, йәнлек­тәрҙе аҫрау өсөн махсус япмалар, сит­лек­тәр тө­ҙөйҙәр, электр линияһы һуҙалар. Баҡ­тиһәң, төлкөләр өсөн әллә ниндәй сығым талап иткән йылы ҡуралар яһау кәрәкмәй икән.
Һәр эште башлағанда кемдеңдер булыш­лығы, кәңәше мөһим. Туғанда­рының, яҡында­ры­­ның ярҙамын ныҡ тоя йәштәр. Был йәһәттән Күгәрсен районындағы “Октябрьский” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәткәр­ҙә­ренә рәхмәт әйтеп бөтә алмайҙар. Уларҙан 120 баш йәнлек һатып алалар, тәрбиәләү нескәлектәрен өйрә­нәләр. Әйткәндәй, предприятие ҡим­мәтле тиреләр һатыу буйынса донъя аукционына сыҡҡан, унда үҙ урынын яулаған. Был эшкә тотонорға ниәтлә­гәндәргә йәнлектәр килтереү, аҫрау өсөн ҡаралтылар төҙөү, тәр­биә­ләү, сирҙәрҙе профилактикалау яғынан үҙҙәренең тәжрибәһе ме­нән уртаҡ­лашырға әҙерҙәр. Үҫтерел­гә­нен һуйыу, тиреһен эшкәртеү, һатыу йәһәтенән дә ярҙам итәләр.
Хужалыҡта йәнлектәрҙе ирле-ҡа­тынлы Гөлсинә менән Ринат Ғө­бәй­ҙуллиндар ҡарай. Улар әйтеүенсә, был – бик мәшәҡәтле, әммә мауыҡ­тырғыс эш. Йәнлектәрҙе көнөнә бер тапҡыр ваҡытында ашатырға кәрәк. Ә көсөкләр алдынан рацион бер ни ҡәҙәр үҙгәртелә, витаминлы аҙыҡтар талап ителә.
– Бер инә биш-алты һәм унан да кү­берәк бала килтерергә мөмкин. Уларҙы ете ай самаһы үҫтергәс, һуйырға ярай, – ти Ринат ағай. – Ит ме­нән туҡландырабыҙ. Тауыҡ, һы­йыр ите, балыҡ бирелә. Бер йән­лек кө­нө­нә 500 грамм самаһы аҙыҡ ашай.
Аҡ төлкө үрсетеү өсөн беҙҙең климат шарттары уңайлы. Уларҙың ти­реһе әүәл-әүәлдән ҡыйбат булған. Борон ата-бабаларыбыҙҙың яһаҡты ла уның менән түләгәне мәғлүм.
Егеттәр үҙ миҫалында теләк бул­ғанда үҙебеҙҙең төбәктә лә бына ти­гән шөғөл табырға мөмкин икәнен раҫлай. “Ә бының өсөн дәрт итергә лә тотонорға кәрәк”, – ти улар.




Автор: В. АЙҘАРОВ. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә