Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙҙең “ромео” бер урында тапанмай
Беҙҙең “ромео”  бер урында тапанмай Бөгөнгө әңгәмәсем – яҡташым, Ейәнсура районының Абҙан ауылы егете Роберт Йылҡыбаев. Башҡорт театр сәнғәтен һөйөүселәргә уның исеме яҡшы таныш. Башҡортостандың халыҡ артисы, профессор Таңсулпан Бабичеваның курсын тамамлаған бер төркөм йәштәр – Шәһит Хамматов, Илгиз Таһиров, Салауат Юлдашбаев, Лилиә Исҡужина – менән үҙен сәнғәт академияһында ла, Милли йәштәр театрында ла сағыу ролдәрҙә, ҡыҙыҡлы проекттарҙа күрһәтеп, тиҙ арала билдәлелек яуланы. Ошо рухлы, дарманлы егеттәр менән бергәләп “Нефт­се” мәҙәниәт һарайында ҙур ғына резонанс тыуҙырған “Реалити-шоу. Дүрт йөрәк”, “Дүшәмбе” ижадханаһында “Дүшәмбе шатмандары” исемле мәҙәк-шоу проекттарын сығарҙыҡ. Йәштәр театрында ҡуйылған “Ромео һәм Джульетта” спектаклендә лә был йәштәр бик матур сығыш яһаны. Роберт уйнаған Ромеоға, әлбиттә, дублер булманы, сөнки ул бар романтик булмышы, шаянлығы һәм хатта төҫ-ҡиәфәте менән – торғаны Ромео. Спектаклгә халыҡ ағылып килде, әммә... Егетебеҙ, ҡапыл ғына яҙмышын ҡырҡа үҙгәртеп, Мәскәү яғына йүнәлде...
Хәҙер инде Роберттың Мәскәү кешеһе икәне күренә. Эшлекле йөҙ, аныҡ яуаптар, наҡыҫ ваҡыт. Абҙандан ул Өфөгә бер генә көнгә килеп, ғаиләһен ҡалдырырға ла артабан Санкт-Петербургка “Сәхнә хәрәкәттәре нигеҙҙәре” тип аталған конференцияға барырға тейеш ине. Шунан иһә, тағы бер нисә көнгә ҡайтып, Милли йәштәр театрында “Ромео һәм Джульетта”ла сәхнәгә сығыу бурысы торҙо. Артабан Робертты тағы Мәскәү көтә...



Беҙҙең “ромео”  бер урында тапанмай– Роберт, социаль селтәр­ҙәр аша ижади тормошоңдоң ҡайнап торғанын беләбеҙ. Мәскәүгә китергә нисек баҙнат иттең?
– Йәштәр театрында эшләгән осорҙа күптән инде Мәскәүҙә йәшәгән, ҙур кинопроекттарҙа эшләгән, ВГИК һәм ГИТИС-та сәхнә хәрәкәттәренән уҡытҡан билдәле каскадер Айҙар Закиров менән таныштым. “Робин Гуд” спектаклен ҡуйырға килгәнендә уның шул тиклем күп эште башҡарып өлгөрөүенә, ниндәйҙер киң һәм тулы тормош менән йәшәүенә ҡыҙыҡтым. Үҙемдең дә ошолай йәнле итеп йәшәгем килде! Шуға янына барып, сәхнә хәрәкәте буйынса белемемде арттырырға уйлауым хаҡында әйттем. Айҙар Заһит улы: “Улайһа, йәй еткәс, реферат әҙерләп килтер, ҡарарбыҙ”, – тине. Сәхнә хәрәкәте буйынса фекерҙәремде теркәп, йәй көнө Мәскәүгә юлландым. Баҡтиһәң, имтихандар көҙ генә була икән. Ә Айҙар Заһит улы мине һынап ҡарарға булған – ышаныслы, маҡсатлы егетме икән, тип. Сөнки күптәр ниәтләй, ә ысынында тәүәккәлләй алмай. Шунан иһә көҙ тағы килеп, имтихандарҙы бирҙем дә сәхнә хәрәкәте буйынса аспирантураға индем.
– Әлеге көндә Мәскәүҙә һин...
– Рәсәй театр сәнғәте акаде­мия­һында, С. Герасимов исе­мен­дәге Бөтә Рәсәй кинематография институтында һәм цирк колледжында сәхнә хәрәкәттәре буйынса педагогмын. Бөгөн минең ҡа­рамаҡта барыһы 160 студент.
– Һәм һин барыһын да исемләп беләһеңме?
– Әлбиттә, беләм (көлә). Улар бит – минең уҡыусыларым.
Беҙҙең “ромео”  бер урында тапанмай– Остаздары менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә лә тура киләлер инде. Бар илгә һәм донъяға билдәле шәхестәр менән аралашҡанда тулҡын­ланаһыңмы?
– Хәҙер инде юҡ. Әлбиттә, үҙемде иркен тотмайым, әммә эш буйынса һөйләшкәндә бар фекерҙәремде еткерәм. Беҙ бит бергәләп студенттарҙың актер­лыҡ оҫталығы кимәлен күтәрәбеҙ. Актер Михаил Борисов, режиссер Сергей Женовач, кинорежиссер һәм актер Владимир Меньшов, Малая Бронная театрының художество етәксеһе, режиссер Сергей Толомазов, Петр Фоменко театрын етәкләгән Евгений Каменькович...
– Мәскәүҙәге сәнғәт мөхи­тен­дә башҡорттар бик аҙ. Ғө­мү­мән, милли мәсьәлә ни­ге­ҙендә ниндәйҙер аңла­шыл­маусанлыҡ килеп сығамы?
– Юҡ, әлбиттә. Мин үҙемдең фекеремде эш менән иҫбат­лайым, абруйым да яйлап нығы­на бара. Беҙҙең кафедрала өс кеше – Башҡортостандан. Кафедра етәксеһе Айҙар Заһит улы сығышы менән Өфөнән, минән башҡа тағы башҡорт егете Рөстәм Зөфәр улы Миңлебаев бар. Рөстәм дә беҙҙең академияла Салауат театры студияһында актерлыҡҡа уҡыны ла баш ҡалаға йүнәлде.
– Һин Милли йәштәр театрында йондоҙ булып балҡы­ның да көтмәгәндә киттең дә барҙың шул. Нисә миҙгел эшләп өлгөрҙөң әле?
– Ике йыл ярым. Театрҙы, коллективты бик яратһам да, үкенмәйем. Өфөлә ғаилә ҡороп өлгөрһәм, сығып китеүе ауыр булыр ине, әлбиттә...
– Ә хәҙер һин яҙмышыңды Мәскәүҙә таптың. Бар йәштә­ребеҙгә өлгө итеп, баш ҡалала башҡорт ҡыҙына өйләндең! Афарин! Әйткәндәй, тормош иптәшең Лилиәнең дә башҡорт кино сәнғәтенә ҡағылышы бар. Ул уҡыусы ғына сағында “Башҡортостан” кино­студия­һының “Ауыл өҫтөндә йәйғор” исемле тәүге тулы метражлы фильмында төп ролде уйнаны (Лилиә Йылҡыбаева – билдә­ле журналист Ришат Миндияров менән “Тамыр” студияһы мөхәррире Резеда Миндияро­ваның ҡыҙы. Фортепиано буйынса музыка мәктәбендә уҡығанда уҡ абруйлы конкурстар лауреаты булды, Мәскәү консерваторияһына уҡырға инде. – З.Б. ).
– Ҡатыным Лилиә менән студент саҡтан уҡ таныш инек. Ә Мәскәү беҙҙе яҡынайтты. Хәҙер өйләнешкәнгә ике йыл тулды. Нәргизә исемле ҡыҙыбыҙ үҫеп килә. Әле туғыҙ айлыҡ ҡына, шулай ҙа ике тапҡыр самолетта сәйәхәт итеп өлгөрҙө. Күрәһең, уға ла беҙҙең кеүек ҡайнап торған тормошҡа өйрәнә башларға ваҡыттыр (көлә).
– Мәскәү театрҙары менән хеҙмәттәшлек итәһеңме?
– Оперетта театрында “Фанфан-Тюльпан” спектаклендә Ҡала кешеһе ролен башҡарам, трюк артисы булараҡ та эшләйем. “Драматик сәнғәт мәктәбе” театрын­дағы “Роза һәм арҡысаҡ” спектаклендә, “Кураж” театрының “Дон Кихот”ында сәхнә хәрәкәт­тәрен ҡуйыусы булдым.
– Рәсәй киноһы йылында ошо сәнғәт тураһында ла һөйләшәйек. Ни тиһәң дә, хәҙер һин Мәскәүҙә кино индустрия­һының уртаһында ҡай­най­һың...
– Әле мин каскадер булараҡ ҡатнашҡан кино проекттары ҡырҡтан ашты. Һуғыш күренеш­тәре, һыбай сабыуҙар һәм башҡа трюктар... Ҡайһы саҡ, актерлыҡҡа уҡығанымды белгәс, кескәй генә роль дә тотторалар. Төрлө сериалдарҙа күп ҡатнашам.
Беҙҙең “ромео”  бер урында тапанмай– Рәсәй каскадерҙар ассо­циацияһы ағзаһы ла икәнһең. Иҫеңдә ҡалған иң ҙур проект ниндәйе?
– Әлегә – “Викинг” фильмы. Режиссер Андрей Кравчуктың был эшендә төп ролдәрҙе Данила Козловский менән Светлана Ходченкова башҡара. Ике ай дауамында Ҡырымда төшөрөлгән проект бик яҡты хәтирәләр ҡал­дырҙы. Унда беҙ ҡаҙаҡ каска­дерҙары менән ныҡ дуҫлашып киттек. Әйткәндәй, ундай төркөм Ҡаҙағстанда тарихи фильмдар төшөрөлә башлағас барлыҡҡа килгән. Хәҙер бына бик ҙур проекттарҙа ҡатнашалар.
– Башҡорт егеттәренең каска­дерҙар донъяһында үҙ кешеләргә әйләнеүе, әлбиттә, бик ҡыуандыра. Берәй ҡасан каскадер дуҫтарың менән баш­ҡорт киноһында ла эшләрһең, тип хыялланайыҡ...
– Эйе, төрлө фильмдарҙа ҡат­нашҡанда, их, башҡорт киноһы ҡасан төшөрөлөр, тип йән әрней. Берәй тарихи картина ижад ителә ҡалһа, әлбиттә, шатланып эшлә­йәсәкмен!..
– Беҙ ҙә әлегә өмөт менән генә йәшәйбеҙ... Кино өлкә­һендә ҙур ролдәр тураһында хыялланаһыңмы?
– Әлбиттә. Хәҙер инде кино­индустрияның системаһын бе­ләм. Етди, драматик ролдәр тураһында хыялланам.
– Ҡиәфәтең төрлө милләт кешеләрен уйнарға мөмкинлек бирә. Ҙур экрандарҙа һине ҡарарға килербеҙ, тип өмөт­ләнәм... Мәскәүҙә үҙ кеше булып китеү ҡыйынмы?..
– Эйе, илдең баш ҡалаһы тәүҙә шаңҡытты. Хәҙер инде өйрәнелде. Эш бик күп, әммә арып-талып ҡайтҡанда кескәй ҡыҙымды һөйөп алһам, Лилиәнең тәмле ризыҡтарын ашаһам, барыһы ла үтә лә ҡуя. Ҡәҙерле кешеләрем янда булғанға, миңә Мәскәү ят түгел. Дуҫтарҙан да ныҡ уңдым. Башҡорт ғаиләләре менән үҙ-ара бик тығыҙ ара­лашабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ошондай милли мөхит булыуына шатмын. Ғөмүмән ал­ған­да, Мәскәү мине ныҡ сыныҡ­тырҙы...
– Әммә хәҙерге заманда ҡыйыулыҡ айырыуса кәрәк. Йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инең?
– Ауырлыҡтар гел буласаҡ. Ә иң ҡыйыны – күнегелгән урындан айырылыу. Бында эш ҡурҡыуҙа ла түгел. Һәр кем үҙгәрештән шөрләй – уныһы ғәҙәти күренеш. Әммә икеләнеүҙе еңеп, үҙеңде һынап ҡарарға кәрәк. Иң мөһиме – бер урында тапанмаҫҡа. Тормошта ниндәйҙер ҡәнәғәтһеҙлек кисерә башлайһың икән, тимәк, нимәнелер үҙгәртергә ваҡыт. Һәм тап ошо мәлдә ҡурҡмай, эшкә тотонорға кәрәк.

Зөһрә БУРАҠАЕВА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873