Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ир-аттың ҡеүәте – Ватандың ҡөҙрәте
Башҡорт­остан мо­сол­мандары­ның Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!

Әс-сәләмү-ғә­ләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Һеҙҙе яңы байрамдар алдынан ихлас сәләмләйем. Ял көндәрен файҙалы, фәһемле үткәрергә, атай-әсәй, туғандар менән аралашып, күңелдәге дәрт-дарманды арттырырға яҙһын, иншаллаһ.
Ватанды һаҡлаусылар көнө илһөйәрлек, ир-ат намыҫы, тыуған ер, халыҡ алдындағы бурыс кеүек изге төшөнсәләрҙе үҙ эсенә ала. Кешелек борон-борондан көслө зат вәкилдәренә таянған, уларҙың һаҡларына, яҡларына ышанған, күҙ төбәп йәшәгән. Тимәк, ир-ат иленең, халҡының яҙмышы өсөн үҙендә ҙур яуаплылыҡ тойорға, уларҙы яратырға тейеш. “Ватанды һөйөү – имандың бер өлөшө”, – тигән бит Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһи үә сәлләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Тыуған илеңде яратыу – уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн үҙ өлөшөңдө индереү ул. Әҙәм балаһы, айырыуса ир-ат, Ватанының алға барыуына булышлыҡ итергә бурыслы. Ата-бабабыҙ йәшәгән еребеҙҙе һаҡлаған, уға зарар килтермәгән, байлығын исраф итмәй ҡулланған. Мәҫәлән, тирмәне күсереп йөрөткәндә, ерҙе ҡаҙып, уның ҡара тупрағына зарар килтермәгәндәр, ипле генә ҡорғандар. Күсеп киткән саҡта ла арттарынан сүп-сар ҡалмаған. Ә хәҙер нисек? Битарафлыҡтың һөҙөмтәһе үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтасаҡ бит, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ер – йәшәйешебеҙҙең сығанағы. Ул саф икән, ашар ризығыбыҙ таҙа, сәләмәтлегебеҙ ныҡлы була.
Ир-егеткә еребеҙҙең именлеге, уны ситтәрҙән һаҡлау өсөн ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән.
“Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын”, –
тип әйтелә бит халыҡ йырында. Башҡортос­та­ныбыҙҙы, Рәсәй дәүләтен һаҡлау өсөн милләтебеҙ бихисап батырын яуға оҙатҡан. Бөгөн дә улдарыбыҙҙы аҡыллы, көслө итеп тәрбиәләп, илдең тыныслығына үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Ватаныбыҙҙың азатлығын, бойондороҡһоҙлоғон тәьмин итеү – имандың бер өлөшө. Был йәһәттән беҙгә ата-бабабыҙҙың ҡаһарманлығы ҙур өлгө булырға тейеш.
Көндәлек тормошта ла ир-атҡа таянып йәшәү өҫтөнлөктә ҡалһын ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Көслө зат вәкилдәре үҙҙәренә борондан хас сифаттарҙы юғалтмайынса, юлбашсы, йәмғиәттең терәге булырға тейеш. Әйтәйек, ғаиләнең иҡтисади нигеҙе өсөн кем яуаплы? Ир-ат. Ул ғаиләһенә йәшәү өсөн барлыҡ шарттарҙы тыуҙырырға тейеш. Тимәк, тырыш, ныҡышмал булыуы мөһим. “Аллаһ Тәғәлә иманлы һәм һөнәрле бәндәһен һөйә”, – тигән бит пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Йәнә бер хәҙисендә: “Раббыбыҙ һеҙгә ниндәйҙер айырым һөнәр буйынса ризыҡ бирә икән, шул юлды дауам итергә тырышығыҙ”, – тип белдергән. Ә Аллаһ Тәғәлә һәр бәндәһенә ниндәйҙер һәләт биргән, уны үҫтереү, камиллаштырыу юлдарын да күрһәтеп тора.
“Һөнәре бар һыуҙың үренә йөҙөр”, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” һәм башҡа халыҡ аҡылы өлгөләрен ир-уҙамандарыбыҙ тормош нигеҙе итеп алһын ине. Уларҙың ғәйрәте, көсө, дәрт-дарманы Ватаныбыҙҙың ҡеүәтен билдәләй.
Илдең именлеге өсөн ҡан ҡойған ҡаһарман­дарыбыҙҙы ҙур хөрмәт менән иҫкә алайыҡ, ихтирам итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Яу ҡырында ятып ҡалғандар мәңгелек рәхмәтен алһын, иҫәндәргә бәрәкәтле тормош насип итһен. Әле армия сафындағы егеттәребеҙгә лә ихтирам күрһәтәйек. Илдең именлеген һаҡлау, уның үҫешенә булышлыҡ итеү кеүек изге ғәмәлдәрҙе теүәл үтәһәк, иншаллаһ, еребеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә