Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мул һалынған хеҙмәт бирә уңыштың мулын
Мул һалынған хеҙмәт бирә уңыштың мулын Үткән йылға йомғаҡ яһағанда хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү йолаһы районда электән һаҡлана. Күркәм байрам, ғәҙәттәгесә, ҡыш уртаһына тура килде.

Район мәҙәниәт һарайы фойе­һында бай күргәҙмә ойошторолдо, халыҡ бигерәк тә “Башҡорт ҡаҙы”, “Нива”, “Азат”, “Гавриловка” яуаплылығы сик­ләнгән йәм­ғиәттәре, “Ветров” крәҫтиән (фермер) хужалығы, Фрунзе исе­мен­дәге ауыл хужалығы етештереү пред­приятиеһы, “Регионсервис” һәм башҡа предприятиелар янында күп күренде. Кем әйт­мешләй, унда күгәрсен һөтө генә юҡ ине: ҡабарып бешкән икмәк, төрлө-төрлө колбаса, ҡаҙ ите, һөт ризыҡтары, бал, ҡымыҙ, йәшелсә, еләк-емеш – хәйер, барыһын да һанап бөтөү мөмкин түгел.
Тирбәлеп ятҡан иген баҫыуы, туҡ башаҡтар, ашлыҡ урып йөрөгән комбайндар, һөрөнтө майҙандар... Ғөмүмән, ерҙе эшкәртеп иген сәсеүҙән алып ураҡҡа тиклемге бөтөн эште сағылдырған театрлаштырылған тамаша менән башланды байрам.
Мул һалынған хеҙмәт бирә уңыштың мулынБашҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин уҙған йылдың ябай булмауын, шуның менән бәйле агросәнәғәт комплексына дәүләттән ҙур ярҙам күрһәте­леүен билдәләне, шул уҡ ваҡытта аграрийҙарҙың тырыш хеҙмәтен бик юғары баһаланы, йөкләмә­ләрҙең үтәлеше менән таныш­тырҙы.
– Һеҙ – республикабыҙҙағы райондарҙың күбеһенә өлгө, – тине Илдар Сәғит улы. – Мал­сылыҡ булһынмы, үҫемлек­се­лекме, һәр тәңгәлдә эш яҡшы ойошторолған.
Илдар Тимерғәлин хеҙмәт ал­дынғыларының бер төркөмөнә Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, ауыл хужалығы предприятиелары 1 миллиард 480 мил­лион һумлыҡ, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары 250 миллион һумдан ашыу хаҡҡа тауар етеш­тергән, 22 хужалыҡ йылды табышлы тамамлаған. Дотация менән компенсацияларҙы ла иҫәпләгәндә, бөтә хужалыҡ­тар­ҙың да рентабеллелеге 10 процент тәшкил иткән. 2015 йыл шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән шөғөлләнгән хужалыҡтар өсөн бигерәк тә уңайлы булған, гектар ҡеүәте уртаса 288 центнер тәшкил иткән. Ә иң мул уңышҡа өлгәшкән Фрунзе исемендәге хужалыҡ һәм “Федоровка” ғилми-етештереү предприятиеһы бары­һына ла үрнәк тип һанала.
– Малсылыҡ тармағына ла ҙур иғтибар бүленә, – тип дауам итте һүҙен Радик Ғилметдин улы. – Һыйыр малын һаҡлап ҡалыуға өлгәштек, һөт етештереүҙә “Гавриловка”, “Нива”, “Дашкин” хужа­лыҡтары алдынғылыҡты бирмәй. Әле райондың иҡтисади үҫешен фермерҙарҙан һәм шәхси ярҙам­сы хужалыҡтарҙан тыш ҡарау мөмкин түгел. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары йылдан-йыл тауар етештереүҙе арттыра, һыйыр малын ишәйтеү һәм техника алыу өсөн кредит юллай.
Радик Ишмөхәмәтовтың “Баш­ҡорт ҡаҙы” йәмғиәтенә айырым туҡталыуы юҡтан түгел, сөнки иң килемле эшләгән хужалыҡтарҙан һанала ул. Бөгөн йәмғиәттә 38 мең ҡаҙ иҫәпләнә. Етәксеһе Рөстәм Сәйетбатталовтың “Йыл эшҡыуары-2015” республика конкурсында еңеү яулауы күпте һөйләй.
Башҡортостан Башлығы Хаки­миәтенең муниципаль берә­мектәр менән эшләү идаралығы начальнигы Григорий Букреев республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.
Байрам урындағы һәүәҫкәр артистарҙың моңло йыры, дәртле бейеүе менән үрелеп барҙы.





Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә