Күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс — берҙән-бер көн эшһеҙ тороп ҡалдығыҙ йәки эш урынығыҙҙа хеҙмәт хаҡығыҙҙы ҡыҫтылар, ти... Ә алда — түләнмәгән кредиттар... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр бөгөн нәҡ ошондай проблемалар менән йәшәргә мәжбүр. Хәйер, бындай тормошто йәшәү тип атап буламы икән? Бурыстар... Коллекторҙар... Бер туҡтауһыҙ янауҙар... Ни ҡылырға һуң был осраҡта? Кемдән ярҙам һорарға? Бөгөнгө яҙмабыҙ – ошо хаҡта.Банктан ҡасып йөрөү — мәғәнәһеҙлекТәү ҡарамаҡҡа заемсы эшһеҙ тороп ҡалһа, был банк өсөн ҡулай ғына кеүек — ни тиһәң дә, түләнмәгән бурыс өсөн пенялар, штрафтар банк хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә килем генә килтерәсәк. Әммә ысынбарлыҡта был улай түгел. Кредиторға тәү сиратта заемсыһының финанс яғынан тотороҡлолоғо мөһим, уға нисек тә түләүҙәрҙең өҙлөкһөҙлөгөн тәьмин итергә кәрәк. Шуға ла һеҙгә, эш урынығыҙҙы юғалтҡан осраҡта ла, банк алдында тәртиплелек күрһәтергә, үҙегеҙгә үк барып хәлегеҙҙе һөйләп бирергә, түләүҙән баш тартмауығыҙҙы, әммә әлеге ваҡытта финанс мөмкинлегегеҙ булмауын аңлатып бирергә кәңәш итәбеҙ. Ҡурҡмағыҙ. Бурыстарығыҙға ҡул һелтәп, кредиторҙарығыҙҙан ҡасып йөрөмәүегеҙ, ә, киреһенсә, проблемаларығыҙҙы хәл итергә тырышыуығыҙ был осраҡта һеҙҙең файҙаға ғына буласаҡ. Сөнки банк хеҙмәткәрҙәре һеҙҙең йөҙөгөҙҙә бурысын ҡайтарырға теләмәүсене түгел, ә яуаплы заемсыны күрәсәк. Ә был – икеһе ике нәмә...
– Ваҡытында түләмәгән кредиттар өсөн пеня йыйылғанын көтөп ятырға ярамай. Тормошта төрлө хәлдәр була. Эшегеҙҙе юғалттығыҙ, йә хеҙмәт хаҡығыҙҙы кәметтеләр, йә ҡаты сирләп киттегеҙ, ти... Түләй алмайһығыҙ икән, сәбәптәрен күрһәтеп, банк етәкселеге исеменә кредитығыҙҙы реструктуризациялауҙы – түләү шарттарын үҙгәртеүҙе – һорап ғариза яҙығыҙ. Ғаризағыҙға ҡушып әлеге сәбәптәрҙе раҫлаусы документтарҙы беркетергә лә онотмағыҙ. Әйтәйек, эштән бушатылһағыҙ – хеҙмәт кенәгәгеҙҙең күсермәһен, килемегеҙ кәмеһә – һуңғы эш урынығыҙҙан белешмә һ.б. Заемсының финанс хәленә һәм сәбәптәргә ҡарап, банк реструктуризациялауҙың төрлө варианттарын тәҡдим итәсәк — айлыҡ иғәнәләрҙе түләүҙе кисектереп тороу, айлыҡ түләүҙәрҙең суммаһын кәметеү, кредиттың түләү ваҡытын оҙайтыу һ.б. – ти “Промсвязьбанк”тың кредитлау идаралығы белгесе Алиса Ноғоманова.
Алиса Фирҙәт ҡыҙы әйтеүенсә, хәлегеҙ үтә мөшкөл булғанда ла, банктан ҡасып йөрөү – мәғәнәһеҙлек. Эшһеҙ тороп ҡалһағыҙ, кисекмәҫтән кредиторға мөрәжәғәт итергә һәм мәсьәләне хәл итеү юлдарын да бергәләп эҙләргә кәрәк.
Кредитты түләү шарттарын үҙгәртеүБурыстарҙы реструктуризациялау механизмы – тәү сиратта пеня һәм штрафтарҙан ҡотолоуҙың ышаныслы юлы. Был осраҡта клиентҡа процент ставкаһы түбәнерәк булған башҡа кредит тәҡдим итергә йәки штраф һәм пеня һалыуҙы туҡтатырға мөмкиндәр. Ай һайын түләнәсәк сумманы ла мөмкинлектәрегеҙҙән сығып ҡына билдәләгеҙ. Ғәҙәттә, һеҙгә яраҡлы программа нәҡ ошо сумманан сығып һайлана. Әйткәндәй, ҡайһы бер банктарҙың килешеүҙәрендә ҡайтанан кредитлау тураһындағы пункт алдан уҡ ҡаралған була. Быға ла иғтибар итегеҙ. Ҡыҫҡаһы, әгәр заемсы банк менән “хеҙмәттәшлек” итергә теләй һәм ваҡытында банкка мөрәжәғәт итә икән, уға ҡарата штраф санкциялары ҡулланылмаясаҡ. Һөҙөмтәлә заемсы ваҡытлыса ауырлыҡтарҙан ҡотола һәм шул уҡ ваҡытта үҙенең кредит тарихын “бысраныуҙан” һаҡлап алып ҡала.
Билдәле, ҡайһы бер осраҡта банк клиентҡа кредитты реструктуризациялауға ризалыҡ бирмәүе лә мөмкин. Әйтәйек, һеҙ ипотекаға фатир һатып алдығыҙ һәм тейешле сумманы ваҡытында түләй алманығыҙ икән, банк, һис шикһеҙ, кредитты милкегеҙ менән ҡаплауҙы һораясаҡ. Әгәр торлаҡ суд ҡарары менән тартып алынһа, билдәле, ул түбәнерәк хаҡҡа, баҙарҙағынан 20-30 процентҡа осһоҙораҡҡа һатыласаҡ. Шуға күрә был осраҡта фатирығыҙҙы үҙегеҙгә һатырға рөхсәт алыу файҙалыраҡ буласаҡ. Ул саҡта фатир һатҡан аҡсаның бер өлөшөн кредитығыҙҙы ҡапларға, ә ҡалғанын ыҡсымыраҡ торлаҡ һатып алыуға тотонорға мөмкин буласаҡ.
Түләүҙәрҙе кисектереп тороуБыл алымды “кредит каникулы” тип тә йөрөтәләр. Йәғни айлыҡ түләүҙәрҙе уртаса бер айҙан бер йылғаса кисектереп тороу мөмкинлеге. Әммә был бурысты бөтөнләй түләргә кәрәкмәй тигәнде аңлатмай. Әйтәйек, бер йылға кисектереү бирелә икән, һеҙ кредитығыҙҙың проценттарын ғына түләп барасаҡһығыҙ, ә төп сумма үҙгәрешһеҙ ҡала. Әммә кисектереү ваҡыты тамамланыу менән, айлыҡ түләүҙәр ҡырҡа артасаҡ.
Ғөмүмән, бындай программа финанс ауырлыҡтарының ваҡытлыса булыуына ныҡлы инанғандарға ғына бара. Мәҫәлән, әгәр һеҙ бер нисә ай эсендә яҡшы эшкә урынлашып, кредитығыҙҙы ауырлыҡһыҙ түләрлек хеҙмәт хаҡы ала башлауығыҙға ышанаһығыҙ икән – рәхим итегеҙ. Ә кире осраҡта – бындай “каникул” былай ҙа ауыр хәлегеҙҙе тағы ла ҡатмарлаштырыуы ихтимал.
Әгәр һеҙҙең ипотека икән...Эшһеҙ ҡалған заемсы, фатирын ҡуртымға биреп, ипотека иғәнәһен аренда иҫәбенә ҡаплап бара ала. Икенсе вариант: кредитҡа алынған торлаҡты майҙаны буйынса бәләкәйерәккә алыштырып, айырмалыҡты кредит буйынса бурысты ҡаплауға тотонорға. Әгәр бындай варианттар һеҙҙе ҡәнәғәтләндермәй икән, үрҙә телгә алынған программалар буйынса (бурысты кисектереп тороу, торлаҡ кредитын реструктуризациялау) дәүләт ярҙамына дәғүә итә алаһығыҙ.
Әйткәндәй, заемсы Ипотека торлаҡ кредиты биреү буйынса агентлыҡҡа йәки кредит алған банкка түбәндәге осраҡтарҙа мөрәжәғәт итә ала:
– эшһеҙ ҡалғанда йәки айлыҡ килемдең күпмелер өлөшөн юғалтҡанда;
– әгәр ипотека кредитын түләүгә йыйылған аҡса булмағанда;
– әгәр торлаҡ ипотека буйынса һатып алынһа, унда теркәлеү шарты менән;
– әгәр килем кредит буйынса айлыҡ түләү һәм ғаиләнең йәшәү минимумы күләменән аҙыраҡ булһа.
Тик был осраҡта ауыр матди хәлегеҙҙе тейешле документтар менән раҫларға тура киләсәк:
* күсемһеҙ милкегеҙ барлығы тураһында өҙөмтә;
* эшһеҙ ҡалһағыҙ, хеҙмәт кенәгәгеҙҙең күсермәһе;
* мәшғүллек үҙәгенә иҫәпкә алыныуығыҙ тураһында белешмә;
* хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү арҡаһында ҡыҫҡартыуға эләкһәгеҙ, эш урынынан белешмә;
* килемегеҙ түбән икән, 2-НДФЛ формаһындағы белешмә, хеҙмәт хаҡығыҙҙың кәмеүе тураһындағы бойороҡтоң өҙөмтәһе һ.б.
Әйткәндәй, кредиторҙар даими йәшәү урыны булған заемсыларға ғына ярҙам итә. Программаға ярашлы, заемсы бурысын йыл дауамында, килеменән сығып, льготалы шарттарҙа түләй ала, һуңынан инде банк нисек хәл итә... Әлбиттә, түләүҙәр ауыр хәлдә ҡалған кешенең мөмкинлектәренә ҡарап билдәләнәсәк. Әгәр йыл дауамында заемсының финанс хәле үҙгәрешһеҙ ҡала икән, бүлеп түләү ваҡытын оҙайтыу хәстәрен күрергә тура киләсәк. Был осраҡта заемсыға фатиры ҡуртым шарттарында ғына бирелеүе лә ихтимал. Түләй алмағанда фатирҙы юғалтыу хәүефе бар.
Ғөмүмән, банкирҙарға, бурысты суд аша түләттереүгә ҡарағанда, проблеманы урында хәл итеү күпкә отошлораҡ. Ни тиһәң дә, судҡа мөрәжәғәт итеү өҫтәмә сығым талап итә, унан һуң, суд ҡарары менән генә бурысты тулы дәүмәлдә ҡайтарып алып буласаҡ, тип берәү ҙә гарантия бирмәй. Әгәр инде банк бер нисек тә хәлегеҙгә инергә теләмәһә, ул ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, судҡа әҙерләнергә тура килер. Әйткәндәй, был осраҡта банктан бурысығыҙҙы реструктуризациялауҙан баш тартыуҙары тураһында яҙма документ һорап алығыҙ. Был судта һеҙҙең мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышыуығыҙҙы дәлилләйәсәк. Шулай уҡ хеҙмәт кенәгәгеҙҙәге эшһеҙ ҡалыуығыҙ тураһындағы яҙма ла кәрәк буласаҡ. Әлбиттә, суд бурысығыҙҙы ғәмәлдән сығармаясаҡ, ә бына эшһеҙ ҡалғандан һуң һалынған штрафтарығыҙҙан һәм пеняларҙан азат итеүе мөмкин.
Бурысығыҙ
миллиондан ашҡан? Тимәк, һеҙ – банкротИшеткәнһегеҙҙер, 1 октябрҙән физик берәмектәрҙең банкротлығы тураһында закон үҙ көсөнә инде. Бөлгөнлөк тураһындағы эште заемсы ла, кредитор ҙа башлай ала. Төп шарт – 500 мең һумдан ашыу бурыс һәм кредитты ваҡытында түләмәү срогының кәмендә 3 ай булыуы. Суд, бурыслының ғаризаһын ҡабул итһен өсөн, уның йөкләмәһе активтарынан күберәк булыуы шарт. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: фатирығыҙҙа телевизор һәм карауаттан башҡа бер ни ҙә юҡ, ти, ә бурысығыҙ – миллиондан ашҡан. Тимәк, һеҙ – потенциаль банкрот. Ә инде шәхси милкегеҙҙә бер нисә фатир, машина иҫәпләнһә, өҫтәүенә килемегеҙ ҙә арыу булһа, һеҙ был категорияға эләкмәйһегеҙ.
Әгәр бурысын ысынлап та ҡайтара алмаясағын аңлаһа, заемсы Арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә тейеш. Әлбиттә, үҙең менән әллә күпме белешмә алып барыу шарт (ғаилә хәле, банк иҫәбенең күсермәһе, шәхси эшҡыуар булыу-булмау тураһында документ, бурыс күләме һ.б.). Был ҡағыҙҙарҙы юрист та йыя ала, әммә бушлай түгел. Өҫтәүенә ғариза яҙған өсөн дәүләт пошлинаһы түләүҙе, финанс идарасыһының хеҙмәте өсөн хаҡты ла күҙ уңында тотоу зарур. Ҡыҫҡаһы, барлыҡ документтар ҙа әҙер булғас, ғариза ҡабул ителә һәм ҡарар сығарыла. Әгәр заемсының даими килеме бар икән, банк алдындағы бурысы реструктуризациялана. Йәғни уның хеҙмәт хаҡының күпмелер өлөшө ай һайын банк иҫәбенә тотоп ҡалына. Күпме ваҡытҡа, ниндәй сумма – уныһын инде, заемсының түләү мөмкинлегенән сығып, суд хәл итә. Ә инде кеше банкрот тип танылһа, бурыстары “ҡаплана”, әммә шәхси мөлкәте электрон һатыуға ҡуйыла. Ҡурҡмағыҙ, яланғас ҡалмаясаҡһығыҙ. Закон буйынса берҙән-бер фатирҙы, инвалид өсөн алынған машинаны, өҫ, аяҡ кейемдәрен, приздарҙы, наградаларҙы һатыу тыйыла. Әгәр инде тағы бер фатирығыҙ, затлы биҙәүес әйберҙәрегеҙ, көнкүреш техникағыҙ бар икән – хушлашырға тура киләсәк. Һатыуҙан килгән дөйөм сумма иһә минималь хеҙмәт хаҡының дөйөм күләменән йөҙ тапҡырҙан да артыҡ булырға тейеш түгел. Был аҡса бурысты тулыһынса ҡапламай икән, заемсы барыбер ҙә “ҡалдығын” түләргә тейеш булмаясаҡ. Әммә был алдау-йолдау юлы менән милкеңде икенсе берәү исеменә күсереп, үҙеңде бер нәмәһеҙ итеп күрһәтеп буласаҡ тигәнде аңлатмай. Һәр осраҡ буйынса финанс идарасылары эшләйәсәк, тип иҫкәртә белгестәр.
Әйткәндәй, кредит юллағанда уҡ клиент даими эш урынын страховкалау программаһынан файҙалана ала. Килешеүгә ярашлы, заемсы эшһеҙ ҡалған осраҡта тейешле документтар менән (эштән ебәреү тураһындағы бойороҡтан өҙөмтә, хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе һ.б.) страховкалау компанияһына мөрәжәғәт итә һәм артабан түләүҙәрҙе улар башҡара. Страховкалау срогы кредиттың срогына тиң. Әлбиттә, ҡайһы бер компаниялар түләүҙәрҙең күләмен, ҡайҙалыр срогын кәметеп маташа, шуға ла уяу булығыҙ. Ҡағиҙә булараҡ, страховка суммаһы айлыҡ түләүҙе ҡапларға тейеш. Ул арала тыныс ҡына үҙегеҙгә яңы эш урыны эҙләй алаһығыҙ. Иң мөһиме: штраф, пеня һалынмай, кредитығыҙҙы түләгеҙ, тип шылтыратыусы юҡ.
Ғөмүмән, бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымау хәйерле. Һәр мәсьәләлә сама белеү шарт. Аҡса менән эш иткәндә айырыуса. Кредит алып байып киткән кешене белмәйбеҙ әле...
Теманы дауам итеп... Һуңғы ваҡытта коллекторҙарҙың эшмәкәрлегенә ҡарата дәғүәләр артты. Дәүләт Думаһында уларҙың эшен көйләү буйынса закон проекттары ла әҙерләнә. Ул арала Ҡырмыҫҡалы район-ара суды 26 йәшлек Ә. Шәрифуллинға ҡарата хөкөм ҡарарын раҫланы. Быға тиклем мировой судья, уны башбаштаҡлыҡта (РФ Енәйәт кодексының 330-сы статьяһындағы 1-се бүлек) ғәйепләп, йыл ярымға хоҡуҡ төҙәтеү колонияһына ебәрергә һәм хеҙмәт хаҡының 5 процентын дәүләт файҙаһына тотоп ҡалырға тигән хөкөм ҡарары сығарғайны. Шәрифуллин был ҡарар менән килешмәй, апелляция судына ғариза яҙған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр августа ул, “Бурыстар йыйыу буйынса агентлыҡ” йәмғиәте хеҙмәткәре булараҡ, Шайморатов ауылынан 56 йәшлек ҡатынға кесе улының “Русский стандарт” йәмғиәте банкына 27 мең һум бурысы булыуы тураһында белдергән. Бурыслы егеттең оҙаҡ ваҡыт ауылда йәшәмәүен белеп, ул әсәһенән законһыҙ рәүештә улының кредитын түләүен талап иткән һәм һыйырын уға үҙ теләге менән тапшырыуы тураһында ҡағыҙ яҙырға ҡушҡан. Һөҙөмтәлә 40 мең һум торған малды йөк машинаһына тейәп, билдәһеҙ яҡҡа алып киткән. Апелляция ялыуында Ә. Шәрифуллин үҙен аҡлауҙарын һораған, йәнәһе, ул бер ниндәй ҙә енәйәт ҡылмаған. Ләкин суд уның дәлилдәрен кире ҡаҡты һәм хөкөм ҡарарын үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы. Хәҙер суд ҡарары буйынса уға ҡаза күреүсегә матди зыян өсөн компенсация һәм адвокат хеҙмәте өсөн 44 мең һум түләргә тура киләсәк.