Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Гөл араһы, гөл араһы, гөлдә – кәкүк балаһы...”
“Гөл араһы, гөл араһы,  гөлдә – кәкүк балаһы...” 1937 йылда тыуғанмын. Йәш ярым ғына сағымда әсәйем үлеп ҡалған, уның ҡәберен дә белмәйем. Шунан атайым яңынан өйләнгән. Ул һуғыштың беренсе көндәрендә үк яуға киткәс, үгәй әсәй менән тороп ҡалғанмын. Ул саҡтар төштә күргән һымаҡ ҡына хәтерҙә.

Урамда машинаны балалар, әсәй­ҙәр, өләсәйҙәр һырып алған, илаш-һыҡ­таш, һаубуллашыу... Атайымдың тәҙрә төбөнә баҫтырып: “Ҡыҙым, Ҡоръятмаҫ тауын күрәһеңме? Шул тауҙан машинаға ултырып өйгә ҡайтырмын! Көт! — тип арҡамдан тупылдатып һөйгәне хәтеремдә. — Һиңә матур күлдәк, ботинка алып ҡай­тырмын, тағы ла матурыраҡ бейерһең”.
Әллә нисә йылдар буйы тауҙа машина күрһәм, атайым ҡайтмаҫмы тип, урамға сыҡтым. Берәй һалдат күренһә, “Һин минең атайым түгелме?” тип тубыҡтарынан ҡосаҡлап, күҙҙәренә мөлдөрәп ҡараным. Тик атайым һуғыштан ҡайтманы. 1943 йылда разведкаға киткән, шунан кире әйләнмәгән... Ә мин өләсәйгә: “Ниңә атайым һаман ҡайтмай?” — тип теңкәһенә тейәм. “Көтәйек, ҡыҙым, көтәйек, ҡайтыр атайың”, — тип ул яулыҡ осо менән күҙ йәшен һөртөр ине. Өмөт иткәндер инде.
Күптәр бит үлем хәбәре килеп тә иҫән-һау ҡайтҡан. Атайымдың “ҡара ҡағыҙ”ын минән йәшереүҙәрен йылдар үткәс кенә аңланым. Өләсәйем дүрт улын һуғышҡа оҙатҡан, тик бер Фәтхуллаһы ғына 1946 йылда ҡайтып төшкән. Был һуғыш күпме баланы, әсәй-өләсәйҙәрҙе етем итте.
Мине үгәй әсәй 1946 йылда балалар йортона алып барҙы. Ул саҡта минең һымаҡ етемдәр күп ине унда. Аяҡ-ҡулдары ептәй нәҙек, ас, кейемһеҙ балалар. Малайҙарҙың да, ҡыҙҙарҙың да сәстәрен алалар, сөнки бет яфалай. Ҡара мунсаға барһаҡ, тәрбиәсе апай өҫтәге күлдәгебеҙҙе мейес ташына уңлы-һуллы һуғып, беттәрҙе үлтерә.
Ризыҡ ул йылдарҙа бик наҡыҫ булды. Яҙ еткәс, мал менән бергә беҙ ҙә урманға, яландарға сығабыҙ. Күренер-күренмәҫ йыуа, ҡуҙғалаҡ ашап, үҙебеҙ менән дә йыйып алып ҡайта инек, шул үләндәрҙән беҙгә аш бешерәләр, араһына берәй ус борсаҡ та өҫтәйҙәр. Йыл әйләнәһенә бер кейемдә йөрөнөк.
Әсәй-атай ҡосағында наҙланып, иркәләнеп үҫергә яҙманы беҙгә. Әммә балалар йортонда, арҡабыҙҙан һөйөп тормаһалар ҙа, бер кем дә йәбер­ләмәне. Ятаҡтар һыуыҡ, койка урынына ағастан урындыҡтар эшләгәндәр, һалам матрас, һалам яҫтыҡ. Бер заман ҡайҙандыр тикшереү менән апай-ағайҙар килгәйне. Беҙҙең өтәләнеп бөткән ҡиәфәтте күреп: “Был бахыр­ҡайҙарҙы тауыҡ тиһәң — йөнө юҡ, әҙәм тиһәң — һыны юҡ”, – тип аптырап ҡарап тороуҙарын хәтерләйем.
Беҙҙе 1949 йылда Асҡарға күсер­ҙеләр, шунан әҙерәк ризыҡҡа туйып ҡалдыҡ, өҫтөбөҙгә лә арыуыраҡ кейем бирҙеләр. Башҡорт, урыҫ, татар балалары күп ине. Шау-гөр килеп йәшә­нек. Асҡарҙа аҡ ҡайындар араһында ҡайын һутын эсеп, аунап-тәгәрәп үҫтек.
Күп итеп сәскә үҫтерә инек. Ҙур ятаҡтағы бүлмәлә 15-20 ҡыҙ бергә йәшәнек. Өҫтәлдә ике шәм, уның яҡтыһында дәрес әҙерләйбеҙ. Бөтә ауыл халҡын йыйып, бәләкәй генә клубта концерт ҡуя инек.
“Гөл араһы, гөл араһы,
Гөлдә – кәкүк балаһы.
Үҫкән ерем гөл араһы,
Үҙем детдом балаһы”, —
тип йыр ҙа сығарғайныҡ. Дирек­торыбыҙ Сөләймән ағай Кейекбаев һәр балаға иғтибарлы ине, беҙҙе йәберләгәнен хәтерләмәйем.
Заман ауырлыҡтарына ҡарамай, тырышып-тырмашып үҫеп еттек. Аллаға шөкөр, ғаилә ҡороп, балалар үҫтерҙек. Имен, мул тормошта йә­шәнек. Әле лә көнкүрешебеҙ зар­ланырлыҡ түгел, шөкөр.







Автор: Дилә БИЛАЛОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә