Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ашыҡҡан – ашҡа бешкән
Ашыҡҡан – ашҡа бешкән Башҡортостан парламентарийҙары тәүге уҡыуҙа ҡабул иткән, 14 йәш­тән никахҡа инергә рөхсәт биргән закон тураһында бәхәстәр йәмәғәтселек араһында тынмаған әле. Ҡануниәттең яҙмышы, әлбиттә, хәл ителмәй ҡалмаҫ. Әммә был йәмғиәттә ярылып ятҡан башҡа мәсьәләләрҙе урап үтерме һуң?

Бер хәл иҫкә төштө. Мәктәптә уҡыған осорҙа беҙҙең ауылдағы өләсәһенә ҡала ҡыҙы ҡайта торғайны. 14 йәшлек сибәр­кәй­­ҙең килмәгән ере юҡ – төҫкә матур, буй-һыны һомғол, үҙе шаян, көләкәс... Клуб­ҡа дискотекаға килһә, уға эйәреп күршеһе, шулай уҡ өләсәһенә ҡайтҡан 16 йәшлек егет йөрөй торғайны. Әйтәһе түгел – күрмәлекле, матур пар ине лә бит... Күңелле йәй үтеп, сираттағы уҡыу йылы башланғас, ауылда йәмһеҙ хәбәр таралды. Туғыҙынсы класҡа барған ҡыҙ ауырлы икән, ҙур срокка еткәнсе үҙе лә белмәгән, әсәһе лә һиҙмәгән, имеш. Шуныһы ғәжәп: бәпәй табырға йыйынған балаларҙың ата-әсәләре төшөп ҡалғандарҙан түгел. Нисек килешкәндәрҙер, әммә тиҙ арала туй үткәреп, йәштәрҙең киләсәген билдәләп ҡуйғандары мәғлүм. Бына ошонда тарихҡа нөктә ҡуйырға булыр ине лә бит. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, күпселек осраҡта бала­лыҡтан да сығып бөтмәйенсә ғаилә ҡороп маташҡан, ата-әсә булырға өлгөргән үҫмерҙәр, «мөхәббәт» уйнап туйғас, тор­моштоң көндәлек ығы-зығыһы менән күҙгә-күҙ осраша, һәм артабан һәр ҡайһыһы үҙ юлы менән китергә мәжбүр. Өҫтә телгә алынған ҡыҙ менән егеттең дә яҙмыштары – аймылыш, әлеге көндә һәр ҡайһыһы үҙ тормошо менән йәшәй. Ә ҡасандыр осраҡлы тыуған сабыйҙы ҡыҙҙың ата-әсәһе үҙ улылай ҡарап үҫтергән, тәрбиә, белем биргән.
Үрҙә телгә алынған законға килгәндә, 14 йәштәгеләргә никахҡа инергә рөхсәт ителә һымаҡ тойолһа ла, уның байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Төп шарт – законға үҫмер ауырлы булһа йәки бала табып өлгөрһә таянырға мөмкин. Прокуратура органдары, һәр айырым хәл буйынса тикшереү үткәреләсәк һәм никах теркәргә рөхсәт махсус комиссия тарафынан биреләсәк, тип инандыра.
Балыҡтың башы ҡайҙа? Был законды яҡлаусылар һәм уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға алып барып еткереүселәр төбәктә үҫмерҙәр араһында никахтар һирәк күренеш түгеллеген иҫбатларға тырыша. Рәсми сығанаҡтар буйынса, йыл һайын Башҡорт­останда, ысынлап та, бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында тиҫтәнән ашыу никах теркәлә. Үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы никахтар һаны уртаса 1 процент самаһы! Һәм шул бер процент өсөн махсус закон булдырыу мотлаҡмы? Был иртә никахтарға “йәшел ут” тоҡандырыу түгелме (ғәҙәттә, юридик нескәлектәргә бик төшөнөргө яратмаған халыҡ “барыбер өйләнешергә рөхсәт итәләр бит” тип уйламаҫмы)? Педофилия кеүек яман сиргә дусар кешеләр законды үҙ мәнфәғәтендә ҡулланырға маташмаҫмы? Ҡыҫҡаһы, һорауҙар күп.
“Айырым осраҡ” тигәндең төбөнә төшә башлаһаң, был закон тап тиҙ өлгөргән ҡыҙ балалар өсөн ҡабул ителгән булып сыға, сөнки 14 йәшлек малайҙарҙың атай булған осрағы бик һирәк. Ғәҙәттә, был ролде ир ҡорондағы, бәлиғ булмаған менән енси бәйләнешкә ингән өсөн яза аласағын яҡшы аңларға тейеш йәштәге уҙамандар башҡара. Миҫал артынан йыраҡ йөрөйһө түгел. Авдон ҡасабаһында 11 (!) йәшлек бала менән енси бәйләнештә торған, уны ауырға ҡалдырған әҙәм бул­һынмы, йәки “ғәҙеллек эҙләп” Ишембайҙан Мәскәүгә, Андрей Малаховҡа барып еткән, 15 йәшлек ҡыҙға ике бала «эшләп», аҙаҡ уларҙың үҙенеке икәнлеген шик аҫтына ҡуйған ир йоратын алайыҡмы – был осраҡтарҙың береһендә лә өйләнешеү, ғаилә ҡороп донъя көтөү, уртаҡ балалар үҫтереү тураһында һүҙ бармай. Иманым камил, ғөмүмән, 13-14 йәштән енси бәйлә­нешкә ингән хәлдә лә (ә был, үҙ сиратында, тәрбиә, мөхит, ғаилә ҡиммәт­тәренә бәйле), ҡыҙҙар ниндәйҙер етди пландар ҡормай, ”кейәүгә сығам”, “бала табам”, “матур итеп йәшәйем” кеүек төшөнсәләр алыҫтағы хыял нәүбәтендә йә иһә бөтөнләй юҡ кимәлендә була. Тимәк, үрҙәге закон күҙаллаған айырым осраҡ – ул уйланмай яһалған аҙым, яуапһыҙлыҡ һөҙөмтәһе. Шулай итеп, был закон бәлиғ булмаған бала менән енси бәйләнешкә ингәнде язаға тарттырылыуҙан ҡотҡарасаҡ, ә әхлаҡи-физик, психологик йәһәттән өлгөрөп бөтмәгән, бәйһеҙлеге йә аңһыҙлығы арҡаһында бәләгә тарыған үҫмерҙе ғаилә ептәре менән бәйләп ҡуясаҡ килеп сығамы? Рәсми сығанаҡтар буйынса, иртә никахтарҙың 82 проценты тарҡала. Йәштәр ғаилә ҡороу мәсьәләһенә ифрат еңел ҡарай. Ул ғына түгел, күптәр был төшөнсәне тәүге сиратта аҡ туй күлдәге кейеп, шаулап-гөрләп торған табын артында күңел асыу менән генә бәйләй. Йә иһә бергә йәшәп ҡарайҙар, ялҡһалар – айырылышалар. Үҙең, яҡындарың, башҡалар өсөн яуаплылыҡ тигән тойғо бөтөнләй юҡ. Хәйер, йәмғиәттә күптән инде икенсе әхлаҡи ҡиммәттәр баһалана, шул иҫәптән енси мәсьәләләрҙә лә. Технологик прогресс та мәғлүмәти йәһәттән яңы офоҡтар аса, шуға ла үҫеп килгән быуынды “кәбеҫтә араһынан табылған бала” тураһындағы әкиәт менән тәрбиәләү мөмкин түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, һәр кем үҙе өсөн яуаплы, бөгөнгө ҡылығыңа барыбер иртәгә яуап бирергә тура киләсәк. Шуға күрә был закон иманһыҙлыҡ тирмәненә ҡойолған һыу булып ҡуймағайы – уйланаһы урын бар.




Р.S. Барлыҡ һорауҙар мәсьәләне төбөнә төшөп өйрәнмәүҙән тыуа. 14 йәшкә тиклем­геләр элек тә өйләнә алды, хатта унан бәләкәйерәктәргә лә никахлашыуҙы закон тыйманы. Яңы ҡануниәт иһә өйләнеү йәшенең иң түбән сиген генә билдәләй.


Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Алим
    Алим от 18.02.2016, 00:38
    Әгәрҙә ун дүрт йәштән өйләнешергә рөхсәт итәләр икән,был йәштәрҙе совершеннолетний,тип таныу.Был иһә порно-бизнесҡа,проституция менән шөғәлләнгән мафияға үҙ ҡулың менән майлы ҡалъя тоттороу.Мин ошо законды сығарырға уйлаусылар араһында, шуларҙың ҡулы уйнай икәненә ышанам.Был закон,ахмаҡлыҡ.Урамда халыҡтан һорағыҙ,100%ҡаршы буласаҡ.Был киләсәктең тамырына тағы бер тапҡыр,балта менән сабыу.Америкаға эйәреп,хөкүмәт тулы бер быуын енси бәйһеҙлеккә табынған йәшләрҙе үҫтерҙе.Бының шаңдауы әйләнеп ҡайтыр көндәр әле алда.Хәҙер законнлы рәүештә шундай балалар тәрбиәләргә уйлайҙар.Бәлки башҡа халыҡҡа килешер,ә яҙмышы ҡыл өҫтөнә эленеп торған башҡорт халҡына,юҡ.

Комментарий өҫтәргә