Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡараңғылыҡҡа сорналған көн
Ҡараңғылыҡҡа сорналған көн Көн дә район, республиканы береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ юл фажиғәләре тетрәндерә. Ауыр хәлдә ҡалған кешеләрҙе, уларҙың яҡындарын йәлләп йән өҙөлә, бәндәләргә барыһын да кисереү өсөн сикһеҙ сабырлыҡ теләргә генә ҡала. Ерҙә ҡалғандарға, йәшәгәндәргә һәм йәшәйәсәктәргә бындай ҡазаны бер ҡасан да күреү түгел, ишетергә лә яҙмаһын ине...

“Тыуған ауылға!”

Сыуаҡ көндәрҙең береһендә машинаға тейәлеп күңел асырға сығып киткән егеттәр ҙә үҙҙәрен алда ниҙәр көткәнен һиҙмәй ҙә, тойомламай ҙа. Ҡайһы саҡта күңелде болоҡһотоп иҫкәрткән, ярты юлда туҡтарға мәжбүр иткән көс тә өнһөҙ ҡала.
Егеттәр юлда осраған һәр магазинға туҡтап һыра ала. Тәүҙә күңелле генә башланған осрашыу барышында низағтар ҙа килеп тыуа. Кемеһелер үҙен ҡасандыр рәнйеткәндәрен иҫкә төшөрә, шуның өсөн үс алыу тойғоһо менән яныуын белдерә. Ҡыҙмаса булып алған егеттәр бер-береһен дөмбәҫләй башлай. Күрәһең, хәмер уларҙы тулыһынса арбап өлгөрмәгәндер: тынысланып, “мировой” өсөн “ҡатыраҡ” эсемлек алырға уйлайҙар. Шул ваҡыт береһе: “Әйҙәгеҙ, минең тыуған ауылға! Унда иң көслө көмөшкә әҙерләгән кеше бар”, – тип һөрәнләй.
Бер машина булып тейәлгән егеттәр, музыка аҡыртып, ҡала урамдарынан елдерә. Күп тә үтмәй улар оло юлға сығып, яҡындағы ауылға йүнәлә. Көмөшкә менән кәсеп итеүсенең өйөнә килеп туҡтайҙар. Ҡапҡаһы бикле, эстән ярһып эт өргән тауыш ишетелә. Эйе, кәсептең дә төрлөһө була. Хәләл көс менән аҡса тапҡан кеше ҡараңғы төшөр-төшмәҫтән улай бикләнеп ултырмаҫ ине, моғайын. Был көмөшкәсе лә йәлләүгә мохтаж. Ишеген бикләп ултырыуға дусар ителгәнгә генә түгел, ә ғаиләһен бер-бер артлы эҙәрлекләгән фажиғәләр өсөн дә.

Көмөшкәсенең дә
барҙыр ғәйебе...


Заманында был апай үҙе бик ныҡ эсә. Уның хатта ҡышҡыһын урамда туңып ҡала яҙған осраҡтары ла була. Ҡатынының алама ғәҙәтен туҡтата алмаған ир үҙе лә эскелеккә һабыша. Шулай ҙа күпмелер ваҡыт үткәс, ҡатын хәмерҙән баш тартырға көс таба, эшкә урынлаша. Бының менән ул балаларын оло һөйөнөскә сорнай.
Күпмелер ваҡыт үткәс, ул көмөшкә һатып аҡса эшләргә була. Был уй ҡайҙан башына килгәндер инде, әммә бер нисә килограмм шәкәр һәм бер ҡап әсеткенән башланған “бизнес”тан килем ала башлағас, ҡатын көн-төн көмөшкә ҡыуа башлай. Аҡсаһы булмағандарҙан картуф, ит, он, хатта яңы балалар кейемен алыу­ҙан да тартынмай. Ауыл ҡатындарының үҙенә илап килеүен, ирҙәренә көмөшкә бирмәүен ялбарыуҙарын да ҡабул итмәй. “Мин бер кемдең дә ауыҙына шаҡарып ҡоймайым, аҡсаһын талап алмайым. Үҙҙәре килә!” – тип ҡырт киҫә.
Әлбиттә, ошо ваҡыт эсендә хоҡуҡ һаҡсылары тарафынан тотолоп, штраф та түләй, кешеләрҙән алама һүҙҙәрҙе лә күп ишетә, тик яман кәсебен барыбер туҡтатмай. Хатта башына бер туҡтауһыҙ ҡарғыш яуып, ире фажиғәле һәләк булғас та, мәрхүмдең был донъянан китеүенә ҡырҡ көн дә тулмаҫ борон тағы көмөшкә һата башлай.
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Әрменән ҡайтҡан улы ла әсәһенә ярҙам итә. Унан йәш егет һирәк-һаяҡ үҙе лә эсә башлай, ә тиҙҙән ул да атаһы кеүек мәңге айыҡмаҫ, ҡурҡыныс ҡарасҡыға әүерелә.
Туй үткәреп, кейәү балаҡайҙың йортона оҙатылып киткән ҡыҙының да яҙмышы аяныслы булып сыға. Тәүҙә һәүетемсә генә йәшәп киткән пар йыш талаша башлай. Йәш ҡатын бер нисә мәртәбә иренән туҡмалып, дауаханаға ла эләгә. Ҡәйнәһенең зәһәр көмөшкәһен тиҙ арала үҙ иткән кейәү ҙә эскелеккә һабыша, эшһеҙ ҡала, уның хатта гонаһһыҙ сабыйының донъяға килеүе лә туҡтата алмай. Туҡмалыу, ыҙа сигеүҙәргә артабан түҙә алмаған йәш ҡатын әсә йортона ҡайтып төшә.
Ғаиләһенә бер-бер артлы килгән фажиғәләргә ҡарамаҫтан, үҙенең ҡаза­ларында бар донъяны ғәйепләп, ҡатын көмөшкә һатыуын дауам итә...


Тетрәндергес фажиғә

Егеттәрҙең машина ҡысҡыртыуына ҡапҡаның кескәй генә тишеге асыла. Күрәһең, ҡатын хоҡуҡ һаҡсыларынан, кешеләрҙән ҡурҡҡанға шундай ҡулайлама эшләтеп алғандыр. Үҙенән йыш көмөшкә һатып алған егетте күреп: “Нисәү кәрәк?” – тип кенә һорай. Тегеһе: “Әлегә икәү”, – тип яуаплай.
Унан машина эсендә мәжлесте дауам итәләр. Шул саҡ был ауылдан булған егеттең таныш ҡыҙы килеп сыға. Ул да ҙур теләк менән эскән төркөмгә ҡушыла. Көмөшкә әҙ булып ҡалған һымаҡ тойолғас, егеттәр тағы өс шешә һатып ала. Ҡыҙ ауылдан ситкә сығып ултырыуҙы һорай башлай. “Һеҙгә рәхәт, киттегеҙ ҙә барҙығыҙ, ә мине күргәндәр һуңынан теләһә нимә һөйләйәсәк. Унан тағы ла әсәйҙең нотоҡ уҡығанын тыңларға!” – тип үсегә ул.
Был ҡыҙҙың ауылдаштарының һуңынан үҙе тураһында нимә һөйләйәсәге тураһында борсолоуына ышаныуы бик ауыр. Ата-әсәһен дә күптән кешегә һанамай ул. Ҡыҙ мәктәпте тамамлап, төрлө училищеларға уҡырға инеп ҡарай. Тик һәр береһендә өс айҙан да артыҡ түҙә алмай, сөнки аҙғын тормошто үҙ иткән йәш кешене бүлмәләштәре лә, уҡытыусылары ла күрергә теләмәй. Шуға күрә ул ауылына ҡайтып, ата-әсәһенең мәңгелек хәсрәте булып типтереп йәшәй. Төшкә тиклем йоҡлаған ҡыҙ кис-төндәрен “күңелле” үткәреү өсөн кәйеф-сафа ҡороу урындарын эҙләй.
Шулай итеп, ул дүрт иҫерек егет менән ҡурҡмайынса машинаға ултырып сығып китә. Улар тәүҙә ауыл ситендә генә туҡтарға теләй. Тик ҡыҙ яҡындағы ауылға, әхирәттәренә барырға тәҡдим итә. Егеттәр ҡыуанып риза була. Тағы юлға сығалар, төрлө көләмәстәр һөйләйҙәр, мәжлесте дауам итеү өсөн туҡтап-туҡтап алалар. Шуға күрәлер инде көмөшкәләре етмәй ҡала. Кемеһелер, ауылға кире боролоп, тағы ла бер нисә шешә һатып алырға тәҡдим итә. Шулай итеп, яңынан теге йорт янына килеп туҡтайҙар.
Йәштәрҙең “шайтан туйы” дауам итә. Машина ҙур тиҙлектә ауылдан сығып китә. Тәбиғәт ҡосағында туҡтап алғандан һуң, рулгә ултырған егеттең хәле мөшкөлләнә. Уның ҡарауы, эскән һайын батырая һәм ҡыйыулана барғаны шунда уҡ барыһын да үҙ ҡулына ала. Ул машинаны үҙе йөрөтәсәген белдерә. Уға ҡаршы төшөүсе табылмай, хәйер, кемдер нимәлер аңларлыҡ хәлдә лә булмай.
...Тиҙлек шәбәйгәндән-шәбәйә бара. Артта ултырған ҡыҙ сырылдап ҡысҡырып ебәрә. Тик барыһы ла үтә һуң була шул: иҫерек егет шәп тиҙлек менән барған машинаға идара итә алмай, улар күҙ асып йомған арала юлдан ситкә оса. Әйләнеп-әйләнеп барып төшкән “тимер ат” эсенән улар көскә килеп сыға. Үҙҙәренең иҫән ҡалғанына ҡыуанып бөтә алмай, бер килке өндәшмәй торалар. Унан ҡыҙ алда ултырған егеттең машинанан сыҡмай ултырғанына иғтибар итә. Уны ҡысҡырып саҡырып ҡарайҙар, тик ул хәрәкәтһеҙ ҡала, өндәшмәй ҙә. Ишекте көс-хәл менән асҡас, егеттең лыс ҡан булыуын, көскә тын алыуын күрәләр. Бер мәлгә айнығып киткән йәштәр “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, медицина хеҙмәткәрҙәре әжәл алдында көсһөҙ булып сыға, йәш егет дауаханала мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Кемдер, был егеттәр һәр саҡ эсеп, иҫерек килеш мажара эҙләп йөрөй, тип уйлаһа, бик тә хаталана. Уларҙың барыһы ла эшләй, хәмер менән артыҡ мауыҡҡандары ла булмай. Тик бына ниндәйҙер бер хәйерһеҙ көндә барыһының да яҙмышы селпәрәмә килә. Иҫән ҡалған егеттәр дуҫтарының үлемендә үҙҙәрен мәңге ғәйепле тоясаҡ.
Хәмер йоғонтоһонда рулгә ултырған егет, суд залында уҡ ҡулға алынып, төрмәгә оҙатылды. Уның өнһөҙ илауы, һәләк булған иптәшенең әсәһенең яуҙырған ҡарғышы бар донъяны ҡараңғылыҡҡа сорнағандай тойолдо...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523