Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аһ-зар белмәй Аҡназар
Аһ-зар белмәй Аҡназар Тәбиғәттең аҡлыҡҡа сумған илаһи мәле. Ауыл халҡы, ошо матурлыҡтың эсендә йәшәгәнгәлер, бер-беребеҙҙе уҙышып, ҡарҙа эҙ ҡалдырырға тырышыуыбыҙға ла, көрт йырып алға ынтылыуыбыҙға ла сәйерһенеп ҡарағандай тойолдо. Төпкөлдөң ҡөҙрәте ҙур шул: унда тыуған ерҙең күңелгә ни тиклем яҡын булыуына ныҡлы инанаһың. Бала саҡ, үҫмерлек йылдары хәтергә төшөп һағышҡа һала, йөрәкте семетеп ала... Тап төпкөлдә күкрәгеңде тултырып тын алыу, эшсән, уңған халыҡҡа ысын күңелдән һоҡланыу, ябайлыҡта бөйөклөк икәнлегенә инандырған кешеләр менән танышыу мөмкинлеге бар. Ихласлыҡ, дәрт, сәм, ихтыяр көсө, рух йәшәй бында!

Йүнселдәргә
өмөт бағлана


Шундай изге төйәктәрҙең береһе – Аҡназар ауылы. Ул Хәйбуллала, Йылайыр районы һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш ята. Ауылдағы 39 йортта 150-нән ашыу кеше йәшәй. Мәктәп йәшендәге алты бала күрше Ғәлиәхмәткә йөрөп уҡый. Ошонда тыуып үҫеп, төбәктә билдәлелек яулаған кешеләр араһында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәйхислам Айсыуаҡов, запас­тағы подполковник Харис Сәғитов бар.
Әле ауылдың тотҡаһы, килә­сәге, өмөтө булған алты эшҡыуар бар. Шуға күрә төбәк менән та­нышыуҙы тап уларҙан башланыҡ.

Урмансынан – эшҡыуарлыҡҡа

Аһ-зар белмәй АҡназарҠунаҡ көткәндәй, йортоноң ҡапҡаһын шар асып, эргә-тирәһен ҡарҙан таҙартып ҡуйғайны Муса Ишҡыуатов. Беҙ машинала килеп туҡтау менән хужа үҙе лә күренде. Уның ағас эше менән шөғөл­ләнеүе хаҡында алдан хәбәрҙар инек. Әммә йүнсел әлегә был кәсебен туҡтатып торған икән.
Муса ишле ғаиләлә төпсөк бала булып донъяға килә. Тыуған ауылынан ситкә китеү уйына ла инеп сыҡмай уның. Кинйә малай атай нигеҙен һаҡларға тейеш бит. Изге йолаға тоғро ҡала Муса: Йылайыр районы ҡыҙы Нурзиләгә өйләнеп, тыуған йортонда дәрт­ләнеп донъя көтә башлай. Бер-бер артлы ҡыҙҙары Илгизә менән Айгизә тыуа.
Ғаилә башлығы оҙаҡ йылдар урман­сылыҡ­та эшләй. Бихисап маҡтау ҡағыҙы – намыҫлы хеҙ­мәтенә аныҡ дәлил. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, яңы быуат башында урман хужалығы үҙгә­реш­тәргә дусар булып, күп хеҙмәт­кәрҙәр шөғөлһөҙ ҡала. Байтаҡ ир-ат ситкә китергә мәжбүр булһа, Муса үҙе кеүек мохтажлыҡта ҡалған егеттәрҙе туплап, ағас эшкәртә башларға тәүәккәлләй. Теләгенә ҡатыны ла ҡаршы кил­мәй. Ире эште белә, башлан­ғысты тор­мошҡа ашырыу ауыр булмаҫ, тип ышана ул.
Бизнес-планы район хаки­миә­тендә хуплау тапҡас, Муса Уйылдан улының ҡыуанысының сиге булмай. Бүленгән 300 мең һум субсидияға таҡта ярыу цехы, кунлы трактор һатып ала. Һө­ҙөмтәлә йүнсел төрлө ауыл хаки­миәттәре менән килешеү төҙөп, материал­да­ры менән төрлө социаль объ­ект­тарҙы тәьмин итеүгә тотона.
Аһ-зар белмәй Аҡназар– Ауылдан ике кешене эшкә алдым, – ти Муса Уйылдан улы. – Заказ күбәйгән мәлдә хеҙ­мәткәрҙәр ҙә арта. Шәхси эшен башлағандарҙы район етәкселеге хәстәрлектән айырмай. Ниндәй генә һорау менән барһаң да, бороп сығармайҙар. Шулай ҙа бә­ләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың үҫешенә аяҡ салған проблемалар ҙа осрамай тормай. Ил, республика етәкселәре был тармаҡты күтәреү мөһимлеге хаҡында гел әйтеп килһә лә, урындағы ҡайһы бер хужаларҙың кер эҙләүҙән бушамауы кәйефте ҡыра.
Эшҡыуарҙың ҡатыны Нур­зиләне хаҡлы рәүештә “ауылдың тормошона йән өрөүсе” тип атарға була. Буш торған, ремонт талап ителгән мәктәп бинаһында мәҙәни саралар, байрамдар ойош­тора ул. Ире Муса, башҡа йүнселдәр бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә.
Үрҙә әйтелгәнсә, ауылда бо­рон­ғо иман йорто бар. Ул 1816 йыл­ғы иҫәп алыу мәғлүмәт­тә­рен­дә лә билдәләнгән. Йылылыҡ сис­темаһы булмағанлыҡтан, әле мәсет бикле тора. Йылдағыса, көн­дәр йылыныу менән халыҡ ғибәҙәтханаға күпләп йөрөй баш­лаясаҡ, тиҙәр. Муса Уйылдан улы иһә киләсәктә иман йортон ремонтлауға тотонмаҡсы. “Мәсе­тебеҙ тирә-йүнгә йәм биреп, ха­лыҡты үҙенә йәлеп итеп торорға тейеш”, – ти ул.
– Ауылда эш юҡ тигәндәргә аптырайым, – тип һүҙгә ҡушылды йорт хужабикәһе. – Бына мин йыл әйләнәһенә һыйыр һөтөн эшкәртеп, көндәлек аҡса табам. Һаҡмар буйына Орск, Гай ҡала­ларынан ял итергә килгәндәр һөт-ҡатыҡты, эремсек-ҡоротто “һә” ти­гәнсә алып бөтә. Заказ да би­рәләр. Йәй-көҙ емеш-еләк, бәш­мәк йыйып һатабыҙ. Беҙҙә һәр ғаилә тиерлек кәмендә биш баш һыйыр аҫрап, етеш йәшәй, балаларын уҡыта.
Әйткәндәй, уңған хужабикә шәх­си эшен асыу теләге менән яна. Ишҡыуатовтарҙың өлкән ҡыҙы ла, йәш булыуына ҡара­маҫтан, Аҡъярҙа үҙ кәсебен булдырған.

Күркә килем килтерәме?

Биш бала тәрбиәләп үҫтергән Тайра менән Йәнғәле Байғу­жиндар колхоз-совхоз тарҡалғас, эшһеҙ тороп ҡала. Тәүҙә хужа фермерлыҡҡа тотоноп ҡарай. Ләкин, ауырлыҡтарға осрап, эшен туҡтатырға мәжбүр була. Артабан ғаилә картуф үҫтереп һата, күпләп мал-тыуар аҫрай. Бер-бер артлы мәктәпте тамамлаған балалары юғары уҡыу йорттарына инә. Уларҙы уҡытыу, өйләндереү өсөн күп тир түгергә тура килә Байғужиндарға.
Тора-бара улар, үҙ эшен асып, күркә үрсетеү менән шөғөлләнә башлай. Әле был ҡоштар – ғаиләнең төп килем сығанағы.
– Күркә йылыны ныҡ ярата, шуға себештәре сыҡҡас та аласыҡта тотабыҙ, – ти Йәнғәле Вәли улы. – Йылытыу өсөн лампочкалар ҡуябыҙ, аҫтын даими таҙартабыҙ. Тәүге ике айҙа бәпкәләргә ҡайнатылған һыу ғына эсерергә, аҙыҡҡа мотлаҡ минераль ашлама ҡушырға кәрәк. Иң мөһиме – тәпәйҙәренә һыуыҡ теймәһен. Бәләкәй сағында һаҡ­лап ҡалһаң, артабан биреш­мәйәсәктәр. Ямғыр яуыуы – улар өсөн ҙур бәлә. Ашатыуға килгәндә, айырыуса ярылған көнбағышты яраталар.
Аһ-зар белмәй АҡназарМәғлүм булыуынса, күркә үрсетеү – табышлы шөғөлдәрҙең береһе. Ите диетик аҙыҡ иҫәпләнә. Белгестәр әйтеүенсә, ул тауыҡтыҡына ҡарағанда ла йомшаҡ, шунлыҡтан еңел эшкәр­телә. Был аҙыҡты ашҡаҙан-эсәк сире менән яфаланғандарға даими ҡулланыу тәҡдим ителә. Баш­ҡа ҡоштарҙыҡы менән са­ғыш­тырғанда, иң күп калий ҙа – унда.
Баҙарҙа күркә итенең бер килограмы 300 – 350 һум тора. Ә инә ҡош – өс-дүрт, атаһы ете килограмм самаһы тарта. Тимәк, бер күркәнән генә лә күпме табыш алырға мөмкин!
“Байғужин” крәҫтиән (фермер) хужалығында наҙлы, күркәм йорт ҡошон артабан да күпләп үрсе­тергә хыялланалар. Киләсәктә инкубатор алып, бәпкәләрҙе иртәрәк сығарыу уйы менән яна Йәнғәле Вәли улы.
Йорт хужабикәһенең уңған­лығына айырым туҡталып үт­мәһәк, яҙыҡ булыр. Ул һөт ризыҡтары ғына һатып ҡалмай, кәзә лә үрсетә. Ҡымыҙын һо­раусылар күп, ти. Яңыраҡ унға яҡын тана һатып алғандар. Малсылыҡ буйынса үҙ эшен асырға ҡарар иткән Тайра Байғужинаға район хакимиәтенән субсидия бүленгән. Төрлө күҙәтеү инстанцияларының малдарҙы туҡтауһыҙ тикшереүен генә аңлап етмәй йүнсел ҡатын.
Үрҙә әйтелеүенсә, ауылда алты кеше үҙ эшен асҡан. Был сафты тулыландырырға телә­гәндәр ҙә юҡ түгел. Ауылдың ҡотон һаҡлау, уның киләсәге мәнфәғәтендә эшҡыуарлыҡҡа тотонорға ниәтләгәндәр ваҡы­тында ярҙам күрһен, дәрттәре һүнмәһен ине.

Ҡар өҫтөндә
ҡаҙан ҡайнатырҙар!


Ауылда төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре бер-береһе ме­нән кәңәшләшеп, ярҙамлашып йәшәй. Социаль объекттар бул­мағанлыҡтан, ниндәйҙер сара үт­кәрер алдынан берәй өйгә йыйылалар. Кис ултырыуҙан айырмалы, ҡул эштәре менән булыш­майҙар, ә ауылдағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барлайҙар. Кәрәк икән, ярҙам һо­рап, ауыл биләмәһе башлы­ғына, район етәкселегенә мөрә­жәғәт итәләр.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ҡа­тын-ҡыҙҙар берләшмәһе вә­кил­дәренең барыһы ла – өлгөлө ху­жабикәләр. Һәр береһе гөр­лә­теп донъя көтә, йорт усағын һаҡ­лай, балаларын баға. Аҡна­зарҙа эскелек бөтөнләй юҡ, тиһәң дә була. Бында элек-электән аҫаба халыҡ йәшәй. Тәртип бо­ҙоп, ҡаң­ғырып, аҙып-туҙып йө­рөгән кешене осратырмын тимә. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашһа, һис шикһеҙ, еңмәй ҡалмаҫ ине аҡназарҙар. Әйтеүҙә­ренсә, килә­сәктә бәйгелә үҙ көсөн һынап ҡарарға ниәттәре бар.
Аһ-зар белмәй АҡназарҠатын-ҡыҙҙар берләшмәһенә Зөлфиә Шәрипова етәкселек итә. Ойошманың иң әүҙем вәкилдәре – Әлиә менән Фәниә Килдебаевалар, Гөлсимә менән Рәсимә Ишкилдиналар, Нурзилә Ишҡы­уатова, Рәсилә Азаматова, Рә­милә Байсурина һәм башҡалар. Уларҙың барыһы ла ҙур хөрмәткә лайыҡ. Һәммәһе лә тыуған төйәге, ауылдаштары өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә, тормош сифатын яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә.
Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе иһә – Фирҙәүес Сурина. Улар сафында – Роза Юламанова, Флүрә Сәғитова, Зөһрә Килдебаева, Зилә Тауылбаева, Миңһылыу Саптаръяпова һәм башҡалар. Ағинәйҙәр күберәк өлкән быуын вәкилдәре менән эш алып бара, онотолған йолаларҙы тергеҙеү, йәш быуынға күрһәтеү йәһәтенән аныҡ бурыс атҡара. Былтыр ра­йон­дың Ағинәйҙәр ҡоро баш­лан­ғысы менән ойошторолған “Алтын тирмә” кисәһендә уңышлы сығыш яһағандар. Дини бай­рамдарҙы үткәреүгә лә күп көс һала инәйҙәр.
Әйткәндәй, райондағы һәр ауылдың үҙ брендына әйләнгән сараһы бар. Уны йыл һайын үткәрәләр. Аҡназарҙа “Ашҡабаҡ байрамы” ойошторола. Алдан һәр йорттоң баҡсаһында ошо йәшелсә ултыртыла, көҙгө кисәлә уға дан йырланыла, төрлө ризыҡ әҙерләнә, иң ҙур ашҡабаҡ үҫ­тер­гән кеше тәбрикләнә. Был эш­тәрҙең барыһын да ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ойоштора. Ҙур хөрмәткә лайыҡ ағинәйҙәребеҙ, сая ҡатын­дар, халыҡ әйтмешләй, ҡар өҫтөндә лә ҡаҙан ҡайнатыр!

“Ҡәйнәмә уҡыу эләкһәме?..”

Аһ-зар белмәй АҡназарБында өлкән йәштәгеләр бай­таҡ. Шуныһы айырыуса ҡыуа­ныслы: уларҙың күбеһе үҙ пары менән бәхетле ҡартлыҡ кисерә.
Араларында иң ололарҙың береһе – Рәйес Ишҡыуатов. Ул ҡатыны Саҙиҡа инәй менән күп йәштәргә өлгө күрһәтеп донъя көтә. Олатай бәхетен ситтән эҙ­ләмәгән, тыуған ауылында төплә­неп ҡалған. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда тракторсы булып эшлә­гән ул. Бөгөн дә тик ултырырға яратмай: баҡса тулты­рып йәшел­сә, картуф сәсә. 58 йыл бергә йәшәгән матур был парға һоҡ­ланып туймаҫлыҡ!
Ә бына Әбеш ауылы ҡыҙы Гөлсирә буласаҡ ирен бер тапҡыр ҙа күрмәйенсә кейәүгә сыға. Бындағы Уйылдан исемле егеткә димләп бирәләр уны.
– Ул шул ҡәҙәр яҡшы кеше булды, – тип хәтер ебен һүтте Гөлсирә инәй Ишҡыуатова. – Һигеҙ бала үҫтерҙек. Ирем ғүмер буйы ферма мөдире булып эш­ләне. Мин иһә колхоздың төрлө эштәрен башҡарҙым. Шөкөр, ул-ҡыҙҙарыбыҙ тәртипле, аҡыллы булып үҫте, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бала ҡайғыһын да кисерҙек. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы ла шундай хәсрәттәрҙән аралаһын, иншаллаһ.
Аһ-зар белмәй АҡназарАғинәй улы Муса һәм килене Нурзилә менән бергә йәшәй. Ун өс йәшендә тәүге тапҡыр уҡырға барған, әммә бер нисә айҙан тулыһынса эшкә егелгән инәй бөтөнләй хәреф танымай. Шулай ҙа зиһене салт, фекерҙәре тәрән уның. Радио һәм телевидение аша һәр яңылыҡты күҙәтеп бара. “Ҡәйнәмә уҡыу эләкһәме? Ул, һис шикһеҙ, ҙур дәрәжәләргә өлгәшер ине”, – ти килене лә.

Өсләтә шатлыҡ көтә

Хәл ителергә тейешле мәсьә­ләләргә килгәндә, ауыл халҡын тәү сиратта медпункттың булмауы борсой. “Ауырығанда, исма­һам, укол ҡаҙатырлыҡ кеше юҡ”, – ти өлкәндәр. Әйткәндәй, был проблема хаҡында район хаки­миәтенә еткерелде. Унда әйтеү­ҙәренсә, Аҡназарҙа тиҙҙән фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла­саҡ, эшкә урындағы медицина белгесе йәлеп ителәсәк.
Сираттағы проблема ла кө­нүҙәк. Ауылдағы һыу үткәргес иҫкергәнлектән, һуңғы йылдарҙа баҫым насарайып, насос сафтан сыҡҡан. Ремонт өсөн ауыл хал­ҡынан аҡса йыйылған. Һөҙөмтәлә һыу селтәре яңыртылған. Ләкин яңы скважинанан һыу сыҡмай. Шуға ла ауылдағы һәр ихатала көйәнтә, феләк, сана күҙгә ташлана.
Был мәсьәлә буйынса ла тейешле органдарға мөрәжәғәт итеп, яуап алдыҡ. Әйтеүҙәренсә, көндәр йылыныу менән һыу проблемаһы хәл ителәсәк, яңы скважинаны сафҡа индереү планлаштырыла. Клубты төҙөп бөтө­рөү йәки буш торған мәктәп бинаһын реконструкциялап, мә­ҙәни усаҡҡа әйләндереү мәсьә­ләһенең дә иғтибар үҙәгенә алынасағын белдерҙеләр. Тимәк, аҡназар­ҙарҙы өсләтә шатлыҡ көтә.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873