Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Урман башына етә бер шырпы
Урман башына етә бер шырпы “Кескәй осҡондан ҙур ялҡын ҡабына”, “Уттан тимер ҙә ҡурҡа”, “Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай”, ти халыҡ. Күптән түгел Ғафури районының Ерекле ауылында булған ваҡиға күңелде һиҫкәндереп, йөрәккә һөрөм булып ятты. Ҡот осҡос хәл: мәктәпкәсә тиклем йәштәге өс бала, өйҙә ҡарауһыҙ ҡалып, янғында һәләк булған.

Ауыл хакимиәте башлығы Валерий Локаленко әйте­үенсә, фажиғә көнөндә ғаилә башлығы Федор район үҙәгендә эшләп йөрөй. Ҡатыны Нина, балаларын өйҙә ҡалдырып, 250 метр самаһы алыҫлыҡтағы ятҡан йылғаға һыуға китә. Ҡатын әйләнеп ҡай­тыу­ға йортта янғын сығып өлгө­рә. Нинаның ярҙам һорап ҡыс­ҡыр­ғанын ишетеп, күршеләре килеп етә, ләкин сабыйҙарҙы ҡотҡарыу мөмкинлеге булмай...
Федор менән Нинаның малайы шырпы менән уйнарға яратҡанын күршеләре бер тапҡыр ғына күр­мәй, был яҡшыға алып бармаҫ, тип иҫкәртеү ҙә яһайҙар. Янғын сығыуҙың сәбәбен дә баланың шырпы менән булышыуына бәйләйҙәр.
Балаларҙың, шулай уҡ өлкән­дәрҙең янғында вафат булыуы ту­ра­һында йыш ишетәбеҙ. “Ҡы­ҙыл әтәс” иле­беҙ­ҙең төрлө төбәк­тәрендә ҡанаттарын ҡағып ҡына то­ра. Рәсәйҙә йыл һайын янғын­дан меңәрләгән кеше һәләк була. Былтыр, мәҫәлән, 72 779 янғын сы­ғып, 5 042 үлем осрағы теркәл­гән, 5 940 кеше төрлө йәрәхәт алған, 23 772 ҡаралты көлгә әйләнгән.
Башҡортостанда ошо уҡ осорҙа 271 кеше һәләк булған, шуларҙың 13-ө – балалар, 230 кеше йәрәхәтләнгән. Бы­йыл иһә бер ай эсендә генә республикабыҙҙа 111 янғын сығып, 23 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү, “ҡыҙыл әтәс”тән һаҡланыу өсөн халыҡты иҫкәртеү саралары үткәрелеп торһа ла, янғындар һаны кәмемәй. Әйтәйек, ғинуарҙа ғына Белорет районында 17 янғын сыҡҡан. Унда алты кеше һәләк булып, дүртәүһе төрлө йәрәхәт алған. Кешеләрҙең ғәмһеҙлеге, йылытыу приборҙары менән һаҡһыҙ ҡыланыуы, спиртлы эсемлек менән артыҡ мауығыуы арҡаһында, ғәҙәттә, күбеһенсә шәхси йорттар яна. Белорет ҡалаһының Октябрьский биҫтәһендәге шәхси йортта сыҡҡан янғында 59 йәшлек ир менән ҡатыны һәм күршеләре һәләк була. Янғын төҙөк булмаған газ баллонынан сыҡҡан, тиҙәр.
...Миәкә районының Оло Кәркәле ауылында ла өс кешенең ғүмерен янғын фажиғәһе өҙә. Уларҙың кәүҙәләрен утты һүндергәс кенә табалар. Бәләнең сәбәбе – электр приборының төҙөк булмауы.
...Төнгө сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Стәрлетамаҡ ҡала­һындағы шәхси йортта ут сығыуын күреп, күршеләре янғын һүндереү хеҙмәтенә хәбәр итә. Улар килеп, бер сәғәт эсендә дөрләп янған ағас йортто һүндерә. Ләкин йорт хужаһы һәләк була. Әйтеүҙәренсә, ир эсергә яратҡан, янғындың тап һаҡһыҙлыҡ арҡаһында сығыуы ихтимал.
...Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы йортта “ҡыҙыл әтәс” төн уртаһында ҡанаттарын ҡаға. “Өс балам менән йоҡлай инек, – ти хужа. – Тәҙрә шаҡы­ғанға уянып китһәк, йортҡа ут ҡапҡан. Балаларҙы тәҙрәнән урамға саҡ сығарып өлгөрҙөк”.
Әлбиттә, был миҫалдар һөт өҫтөндәге күбек кенә. Янғын фажиғәләрен һанай башлаһаң, сәсең үрә торорлоҡ! Шуны ла әйтергә кәрәк: үҙ-ара шәхси мөнәсәбәттәрҙе үрт һалыу юлы менән хәл итеүселәрҙең күбәйеүе лә аяныслы. Иҫләйһегеҙҙер, үткән йыл аҙағында Белоретта, бөтә Рәсәйҙе шаулатып, ошондай сәбәптәрҙән ике баланың ғүмерен ҡыйғайнылар. Күптән түгел генә мираҫҡа ҡалған йортто бүлешә алмай, туғаны йәшәгән ѳөйгә ут төрткән бәндәнең енәйәт эше ҡаралды. Күрәләтә кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырып, зыян килтергән әҙәм аҡтығы бер йыл да алты айға иркенән мәхрүм ителеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатылды.
Янғын сығыуҙың төп сәбәбе битарафлыҡҡа бәйле: көнкүрештә ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу; урманда усаҡты һүндермәй ҡалдырыу; электр приборҙарын дөрөҫ файҙаланмау; үҙаллы тоҡанып китеүе ихтимал мат­дә­ләрҙе йортта тотоу; балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәм башҡалар. Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар, тиҙәр. Янғын сығыу ҡурҡынысын иҫкәртеү, уны булдырмау һәр беребеҙгә бәйле.
“Ҡыҙыл әтәс” йорт тирәһендә урала икән, нимә эшләргә һуң? Төтөн еҫен тойоу менән йорттағы кешеләрҙе урамға сығарыу яғын хәстәрләргә кәрәк. Тиҙ арала янғындан һаҡлау хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Мөмкинлек булғанда, кран һыуын йәки ут һүндергес файҙаланып, уны өлөшләтә “ауыҙлыҡларға” тырышығыҙ. Әгәр янғындың сығанағы электр приборы булһа, ток һуҡмаһын өсөн, щиттан электр энергияһын һүндерергә кәрәк. Электр проводы янғанда, махсус порошоклы ут һүндергес ҡулланығыҙ. Үҙаллы тоҡаныусы матдәләрҙе һыу ярҙамында һүндереп булмай. Бының өсөн янғын һүндергес кәрәк, ул булмағанда еүеш туҡыма менән утты ҡапларға мөмкин. Янғын сыҡҡанда тәҙрәләрҙе һәм ишекте асырға ярамай, был утты көсәйтә генә. Әгәр янғын сығанағы ҙур түгел икән, үҙегеҙ һүндерергә тырышығыҙ. Янғын көслө булып, күп ҡатлы йортта фатирҙан сыға алмағанда, шыуышып балконға йүнәлегеҙ һәм ярҙам саҡырығыҙ. Янғын мәлендә лифттан файҙаланмаҫҡа тырышығыҙ.
Ғөмүмән, янғын сыҡҡанда үҙеңде ҡулға алып, унан ҡотолоу юлын эҙләргә кәрәк. Әле килтерелгән кәңәштәр ҙә был йәһәттән ыңғай һөҙөмтә бирер. Иң мөһиме – вайымһыҙ һәм ғәмһеҙ булмайыҡ, сөнки балаларыбыҙҙың, яҡындарыбыҙҙың ғүмере беҙҙең яуаплылыҡҡа бәйле.



Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә