Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙебеҙҙең арбала барайыҡ
Педагогикала “тоҙло ҡыяр алымы” тигән төшөнсә бар. “Ә нимә була ул?” тип һорарһығыҙ. Бына, күптәр ҡыяр тоҙлай белә, тик берәү ҙә унан “тоҙланаһың киләме, юҡмы?” тип һорап тормай, тоталар ҙа тоҙло һыулы һауыттарға тултыралар. Баҡтиһәң, педагогикала ла кешене тәрбиәләгәндә ошо алымды ҡулланырға була икән. Йәғни беҙ ниндәй мөхиткә барып эләгәбеҙ, шунда “тоҙланабыҙ”. Халҡыбыҙ иһә быны үҙенсә әйткән: “Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың”. Был арбаны халыҡсанлыҡ яғына тәгәрәтмәксемен. Сөнки милләт булып һаҡланып ҡалыр өсөн беҙ үҙебеҙҙең арбала барырға, тыуған мөхитте “тоҙларға” бурыслыбыҙ.

Ер хәтерендә нисәмә халыҡ барҙыр, кем һанап ҡараған икән?.. Әммә берәү­ҙәрен инде тарих һаҡлай, икенселәре – тарихты. Һуңғылары араһында башҡорт халҡы ла ҡабатланмаҫ ғүмер юлы үтеп, бөгөнгәсә килеп еткән. Күпме милләттәр менән бергә йәшәп, ниндәй ҡырылыуҙар аша үтеп юғалмаған, юйылмаған ул. Ислам динен ҡабул иткәндә лә үҙ асылын һаҡлап ҡалған, көсләп тәре таҡҡандарында ла иманын юғалтмаған. Юҡ, янмаған уның рухы, меңдән ашыу ауыл көлгә әйләнһә лә. Киҫелһә лә теле, телһеҙ ҡалмаған. Бары ата-бабаһының быуындан быуынға күсә килгән яҡшылыҡ, батырлыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, ихласлыҡ кеүек изге хыялдарын көйләй биргән. Ағылған моң менән йәнәш мәҡәл, әйтемдәр халыҡсанлыҡ рухында йәнә әллә күпме быуынды тәрбиәләгән. Һәм сәңгелдәктә ятып бишек йырын тыңлаған балала башҡорт холҡо кәүҙәләнә башлаған. Үҫә килә ул атаһына ҡарап уҡ юнған, һыбай йөрөгән. Ҡулындағы ҡурай менән күңелен моңға сорнаған... Һикәлтәле тарих юлын үтеп тә, әҙәби мираҫы менән үҙ асылын һаҡлап ҡала алған башҡорт халҡы!
Бөгөн килеп халыҡсанлыҡ тәрбиәһе быуылғандай. Беҙ бер төрлө һөйләһәк тә, тормош үҙенекен тылҡый. Шул уҡ бо­ҙоҡлоҡ һәм “текә” әтрәгәләмдәр тураһында кинолар, реалити-шоуҙар туҡтауһыҙ әйләнеп тора, әҙәпһеҙлек урам “тетә”, виртуаль донъяны гиҙә. Йәмғиәт әҙерме быларҙы ҡабул итергә? Ҡуш ҡуллап. “Кәрәкле фекерҙәр” кешенең аңына тағыла. Ә беҙ уйлап, сағыштырып, анализлап тормайбыҙ, тәмләмәйенсә барын йотабыҙ.
Ошо уйҙар менән социаль институт­тарҙы күҙ алдына баҫтыраһың. Элегерәк, балалар баҡсаһы юҡ саҡта, тәрбиә нисегерәк булған икән? Йәштәр йомош менән сыҡҡанда, сабыйҙар күберәге өләсәйҙәре менән ҡалған. Халыҡсанлыҡ менән һуғарылған мәҡәл, әйтем һәм халыҡ йырҙарын тыңлап тәрбиә алған өлкән быуын ата-бабаларҙың изге хыялдарын, матурлыҡҡа ынтылыштарын балаға һөй­ләй-көйләй тапшырғандыр шул арала. Ата-әсәһе өлгөһөндә милли асылды ҡанына һеңдереп үҫкән сабый. Шул рәүешле быуындарға быуын бәйләнгән.
Ә бөгөн балалар баҡсаһынан ҡайтҡан сабый башҡорт ауылында ла башҡаса һайрай. Ярай әле ата-әсә өйҙә тәрбиә эше алып барһа, үҙҙәре милли мөхит булдырһа. Әммә күптәр тәрбиәсе һәм уҡытыусыларға һылтана.
Мәктәп, университеттарҙа ла эш ары китмәгән. Ә башҡа сығанаҡтар иһә үҙ мәғлүмәтен тылҡый бирә. Интернет заманында, эйе, файҙалы белемде лә байтаҡ алырға мөмкин. Тик экрандарҙан агрессия ташып-урғылып, берәү – яуыз, имеш, икенсеһе беҙҙең ғүмергә янай тигән уйҙар һалына... Ошо рәүешле кешегә кемделер күрә алмаҫҡа тейешһең тигән фекер тағыла түгелме? Ә күрә алмаусанлыҡтың нимәгә килтерере билдәле... Шул арала нисек үҙеңдең йөҙөңдө, намыҫыңды, йәнеңде һаҡлап ҡалырғалыр, төҫмөрләүе ҡыйын. Төрлө ауырлыҡтар, һынылышлы мәлдәр тыуғанда, халыҡҡа ошо агрессия күрһәтелгән, тик ваҡытына ҡарап ул төрлөсә булған. Ана, Рәми Ғариповтың “Табыныу”ы ла быға бер миҫал. Ҡасандыр Высоцкий йырлағанса, кешеләргә “Нисек аҡырып, ҡысҡырып еткерергә” тип уйла­наһың. Бары күңел, бары йөрәк аша ғына... Ә бар бит ижади мираҫы моң булып йәнде һуғарған милләттәштәребеҙ. Ниңә шул өлгөгә ынтылмаҫҡа?!
Йәмғиәттә әленән-әле “көнкүреш шарттарына яраҡлашыу”, “милләт-ара мөнә­сәбәт­тәрҙе яҡшыртыу юлдары”, “мәк­тәп­кәсә тиклемге йәштәге балаларҙа баш­ҡаларға ҡарата ихтирам тәрбиәләү” кеүек мәсьәләләр күтәрелеп тора. Һуңғыһы хаҡында һәр ғаилә уйланырға тейеш. Ошо тәрбиәүи сараларҙы ғәмәлгә ашырғанда бик ҙур һөҙөмтәгә өлгәшергә була. Сөнки, күренеүенсә, сабый донъяны өйрәнгәндә үҙ әйләнәһенә, туған теленә ҡуша яҡ­шыһын да, яманын да “йота”. Әммә беҙҙең балаларҙы кем һәм нисек тәрбиәләр? Инде ғәҙәткә ингән “ватансылыҡ” темаһы күтәрелер ҙә “халыҡсанлыҡ”ҡа ҡағылырмы, билдәһеҙ. Йә иһә башҡа идеология һалы­ныр тәрбиә нигеҙенә. Педагог К. Ушин­ский билдәләүенсә, “Халыҡсанлығы булмаған халыҡ – тере мәйет, ул үҙенең асылын һаҡлап ҡалғандар араһында бары юғалып серейәсәк. Йәшәү нигеҙе булып идея үҙенсәлеге тора. Барыһына уртаҡ идеяһы булған фән, йәшәү түгел, ә тормош ҡанундарының бер яғы ғына. Халыҡ йәшәүҙән туҡтағас ҡына, тулыһынса фән­дең ҡарамағына инәсәк. Ғәм үҙенсәлеген билдәләгән йәшәү тәғлимәте дөйөм кешелеккә аманат булып ҡала, ә тәне – ҡәбилә, үҙенең һуңғы идеяһын әйтә алмайынса, башҡа тәндәр менән буталып, үҙенсәлеген юғалта”. Ошо һүҙҙәрҙән генә лә нимәбеҙҙе һаҡларға һәм яңы быуынды нимә менән тәрбиәләргә икәнен тойом­ларға мөмкин. Бары халыҡсанлыҡтың бөйөк әһәмиәтен аңларға кәрәктер, сөнки Аллаһы Тәғәлә уны милләттең ҡанына шундай итеп һеңдергән, хатта Ватаныңдың исемен онотҡанда ла, уның холҡон үҙеңдә йөрөтөргә була.
Интернет йә башҡа тарафтарҙан иҫкән әсе елдәр халыҡсанлыҡ юлын киҫһә лә, хәҙерге заманда булған мөмкинлекте файҙаланып, үҙ эшебеҙҙе атҡара алабыҙ бит. Мәктәптә, урамда булһынмы, йәки башҡа ерҙә осрашыуҙар уҙғарып, гәзит-журналдарҙа әйтер һүҙеңде мәҡәләләрҙә лә еткереп торорға мөмкин. Радио, телевидениела сығыш яһамайбыҙмы ни?
Һәр үҙгәреште, һәр түңкәрелеште үҙеңдән башларға кәрәк. Шуға ла һәр-беребеҙ бөйөк бер бөтөндөң бер өлөшө, бөйөк өлөштөң бер бөтөнө булыуыбыҙҙы онотмаһаҡ ине. Бала ата-әсәһенең ҡаны менән холҡон үҙендә һаҡлап ҡалған кеүек, һәр ғаилә лә тарихи тәбиғәтебеҙҙе быуындан быуынға тапшырырҙай “тоҙлаһын” үҙ мөхитен.



Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә