Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тыныс йоҡлай бында айыуҙар
Тыныс йоҡлай бында айыуҙар ...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә өсөн яуаплы иргә күп осраҡта көнө-төнө тирә-йүнде ҡыҙырырға тура килә. Яурында – мылтыҡ, төйөнсөктә – бер нисә телем икмәк. Ашарға бөтөп китһә, урмандың үҙ һыйы мул. Кордонда яңғыҙ ҡалдым, тип ҡатын да йәш түгеп ултырмай. Уның өсөн дә урман икенсе йорто хәҙер. Төнөн өйҙө бүреләр уратып алып олоғанда ла тыныс йоҡлай. Ҡурҡытырға түгел, һаҡларға килгән бит улар...

Был осорға утыҙ йыллап ваҡыт үткән хәҙер. Урман йәнле Вәсилә менән Мансур Яныбаевтар, һайлаған юлына тоғро ҡалып, Башҡортостан дәүләт ҡурсаулығында намыҫлы хеҙмәтен дауам итә. Иллене аша атлап уҙғандар, сәстәренә сал ҡунған. Ә дәрт-дармандары ҡалалағы йөҙ­ҙәрсә кешенекен алмаштырырлыҡ! Хәрәкәттәр – йүгерек йылғаларҙан, үткер ҡараштар бөркөттөкөләй. Тауҙарҙан, ҡарағайҙарҙан күскән юғарылыҡ, ғорурлыҡ уларға заман мәшәҡәттәренән өҫтөн ҡалып, үҙ ерендә үҙе булып йәшәүгә ҡеүәт бирә.
Тыныс йоҡлай бында айыуҙарКордонда көн итеү урмансы­ларҙың төшөнә генә инәлер хәҙер. Егерь Мансур ағай, ул йылдарҙы һағышланып иҫкә алһа ла, бөгөнгө шарттар менән бик тә ҡәнәғәт. Әле лә ҡурсаулыҡты күрһәтеү маҡса­тында ҡаргиҙәрен “егә” һалып алды. Бындағы тау-яландарҙы ғына түгел, һәр ағасты, ҡыуаҡты, йәнлекте танып белгән, боролоштарҙы күҙен йомоп үтерлек ир-уҙаман юл ыңғайы беҙҙе үҙенең балалыҡ, йәшлек йылдарына алып ҡайтты.
Бөрйәнгә күрше ятҡан Әбйәлил районының Хәмит ауылында тыуған ул. Ғаиләлә туғыҙ бала үҫкәндәр. Малайҙарҙың алтауһы ла урмансы һөнәрен үҙ иткән.
– Ни өсөн тигәндә, атайыбыҙ ғүмер буйы ошо ҡурсаулыҡта эшләне, – тип бәйән итте Мансур ағай. – Туранан сыҡҡанда, ике араның алыҫлығы – 33 саҡрым. Атай ошо юлды һәр саҡ йәйәү үтер, беҙҙе лә эйәртеп алып йөрөр ине. Урман донъяһының үҙенсәлектәре менән танышабыҙ, хикмәттәренә төшөнөргә тырышабыҙ, легендалар тыңлайбыҙ...
Мәктәптән һуң артабан белем алырға яҙмай Мансур ағайға. Әммә атаһының аҡылы, уның балалары күңелендә урманға ҙур һөйөү тәрбиәләүе егетте эшһеҙ ҡалдырмай. Улай ғына ла түгел, ошо ерҙә иң кәрәкле, һис кемгә алыштырғыһыҙ кешеләрҙең береһенә әүерелдерә. Яныбаевтарҙың улдары ла урмансы юлын һайлай. БДУ-ның Сибай институтын тамамлап ҡайтып, ҡурсау­лыҡта ғилми хеҙмәткәр булып эшләй улар.
– Тормошта тәғәйен урынымды тапҡаным өсөн атай-әсәйем менән бер рәттән остаздарыма рәхмәт­лемен, – ти егерь. – Мәҫәлән, беҙҙә элек-электән Николай Гордеюк тигән кеше булды. Профессор ул. Әле лә, 78 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Белорет районындағы Ҡағынан йөрөп эшләй. Остазымдан күп нәмәгә өйрәндем. Ул, әйтәйек, сәләмәтлегенә шул ҡәҙәр иғти­барлы. Шәкәрле, майлы ризыҡты ашамай, беҙҙән дә шуны талап итә. Үҙе, арып китһә, урмандың ҡайһы урынында булһа ла ятып йоҡлап ала, асыҡҡанда мүкте сәйнәп китеүе ихтимал. Ысын урман кешеһе! “Санитарҙар” тип, бүреләрҙе һис ҡасан аттырманы. Уларҙың эҙен, нимә менән туҡланыуын тикшереп, әллә ҡайҙа ятҡан Ырымбур яғынан йәйәүләп әйләнеп ҡайтыр ине. Әле лә беҙҙең менән бергә рейдтарға сығып, Ҡыраҡа тауҙары башынан 20 саҡрымдан ашыу араны саңғыла үтә. Йыл һайын сентябрҙә Себер яҡтарына барып, мүк еләге йыйып алып ҡайта. Дөрөҫ туҡлана ла, емертеп эшләй ҙә!
Ҡурсаулыҡтағы йәнлектәр тура­һында ла сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер Мансур ағай. Әйтеүенсә, айыуҙар элек-электән ошонда килеп ҡышларға күнеккән. Хәүефһеҙ, тыныс икәнен беләләр. Яҙ етһә, күбеһе тарала.
– Кордонда йәшәгәндә бер ҙур айыу­ҙы биш йыл буйы күҙәттем, – тип ҡәнәғәтлек менән иҫкә ала егерь. – Артҡы аяғының табаны бынау хәт­лем – ике ҡарыштан ашыуыраҡ – ине! Көҙ беҙгә килеп ята ла яҙғыһын башҡа яҡҡа юллана. Сик буйынан сыҡҡанда белореттарҙың ферма­һынан мотлаҡ бер һыйырҙы һуғып ала...
Болан-мышылар ҙа ҡурсаулыҡтың ни икәнен белә. Элегерәк быға браконьерҙар ҙа зарлана торғайны. Баҡһаң, аҡыллы йәнлектәр, хәүефтән ҡасып, гелән ҡурсаулыҡҡа табан саба икән. Биләмәгә инәләр ҙә, тынысланып, мылтыҡлы кешегә тәкәббер генә ҡарап торалар...
...Мансур ағайҙың хикәйәттәре киске усаҡ алдында ла дауам итте. Маралдарҙың үҙенсәлекле сифаттары, бер рейд ваҡытында бөжәктәр менән туҡланырға мәжбүр булғаны, үҙенә һөжүм иткән бүрегә ҡаршы күҫәк тотоп һуғышҡаны, экскурсияға килгән кешеләр ҡатнашлығында ҡыҙыҡлы хәлдәргә тарығаны, тәбиғәттең ҡөҙрәтенә, төрлө осраҡта ла үҙең булып ҡалыуҙың көсөнә ҡабат-ҡабат инанғаны... Урмансының уйлана-уйлана бәйән иткән мауыҡтырғыс мажараларында – йылъяҙмаға йыйнарлыҡ фәһем. Бындай аҡылды йәнтөйәгенән йән ҡөҙрәте алып йәшәгән кеше генә бирә алалыр.




Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә