Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иң ҡәҙерле байлыҡ
Иң ҡәҙерле байлыҡ Һыу – беҙгә тәбиғәт тарафынан бирелгән иң ҙур байлыҡ. Әммә шишмә һыуы ер тәрәнлектәренән йорттарҙағы крандарға килеп еткәнсе ни ҡәҙәр тырышлыҡ талап ителеүе хаҡында йыш уйланабыҙмы һуң? Ә бына “Водоканал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшсәндәре быны яҡшы белә. Улар, үҙҙәре әйткәнсә, һыуҙы ете ҡат ер аҫтынан сығарып, үткәргестәр аша ҡулланыусыға илтеп тапшыра.

Предприятие ун биш скважинаны, алтмыш километрға яҡын һыу үткәргес селтәрен хеҙмәтләндерә. Нигеҙҙә, Федоровка, Бала Сытырман, Гончаровка ауылдары халҡын эсәр һыу менән тәьмин итәләр. Шул уҡ ваҡытта өҫтәмә һыу үткәргестәр һуҙалар, яңырталар һәм ремонтлайҙар. Йыуынты һыуҙарҙы таҙартыу шулай уҡ предприятие яуаплылығына тапшырылған. Халыҡҡа транспорт хеҙмәте лә күрһәтәләр.
Әйткәндәй, хәҙер ауыл йорттарында ла ҡала уңайлыҡтары булды­рылған. Һыу үткәргестәрҙе, канализация торбаларын ремонтлау һәм яңыртыу йәһәтенән халыҡтан заказ күп. Предприятие хеҙмәткәрҙәре һәр эште еренә еткереп башҡара.
Һыу – йәшәү сығанағы һәм уны һаҡсыл файҙаланыу һәр кемдең бурысы. Предприятие үҙ эшмәкәрлеген шул маҡсаттан сығып ойоштора. Һуңғы осорҙа һыу үлсәү приборҙарын урынлаштырыуға етди иғтибар йүнәлтәләр. Хәҙер халыҡ үҙе лә уға ҙур әһәмиәт бирә. Ә инде үҙ-ара аңлашып эшләү һәр яҡлап отошло.
Һыу менән тәьмин итеүҙә скважинанан башлап ҡулланыусыға илтеп еткергәнсе юғалтыуҙарға юл ҡуйыл­маҫҡа тейеш тигән маҡсаттан сығып эшләй коллектив. Шуға күрә йыһаз­дарҙы яңыртыуға, һыу үткәргестәрҙе реконструкциялауға ҙур тырышлыҡ һалалар. Мәҫәлән, Бала Сытырман һәм Гончаровка ауылдарында иҫкер­гән һыу үткәргестәрҙе яңыртҡандар. Мәғлүм булыуынса, республикала “Һыу үткәргес селтәр йыһаздарын техник яңыртыу” программаһы ғәмәлгә ашырыла. Әлеге программа сиктә­рендә Федоровка ауылындағы сква­жиналарҙа өс насосты яңыһына алмаштырғандар. Бала Сытыр­ман­дағы һәм Гончаровкалағы скважина­ларҙа ла бер нисә яңы насосты эшкә ҡушҡандар. Һуңғыһында ярты километрға яҡын һыу үткәргесте яңыртҡандар.
Федоровка ауылындағы һыу селтәрҙәрен яңыртыу айырыуса әүҙем бара. Сөнки район үҙәге үҫә, һыуға ихтыяж арта. Шуны күҙ уңында тотоп, Садовый биҫтәһендә яңы скважина төҙөп файҙаланыуға тапшырылған, республика бюджеты иҫәбенә бер километр һыу үткәргесте реконструкциялағандар. Үткән йылда бында предприятие үҙ аҡсаһына дүрт насос һәм бер километрҙан ашыу һыу үткәргесте яңыртҡан.
Ғөмүмән, предприятие коллективы селтәрҙәрҙе һәм йыһаздарҙы яңыртыу өсөн бөтөн мөмкинлекте файҙалана. Бюджеттан бүленгән аҡсаға үҙ аҡсаларын да өҫтәп, техник һәм технологик яңылыҡҡа ынтылалар. Булдыҡлының ҡулы буш булмаҫ тигәндәй, предприятиеның финанс хәлен ҡеүәтләү өсөн үҙҙәренең тегеү цехы һәм бөҙрәхана асҡандар. Икеһе лә өҫтәмә табыш бирә.
Коллективта 23 кеше эшләй. Һыу хужалығы тармағында дүрт тиҫтә йылға яҡын тир түккән тәжрибәле Рәфҡәт Ниғмәтуллин, предприятие ойошторолған көндән башлап баш хисапсы вазифаһындағы Мәҙинә Кәримова, алтын ҡуллы иретеп-йәбештереүсе Вячеслав Улядаров, водителдәр Григорий Барышников, Леонтий Митрофанов, мастер Алмаз Вахитов, баш инженер Павел Русаков үҙҙәренең тырыш хеҙмәте менән башҡаларға өлгө күрһәтә. Предприятие менән, йәш булыуына ҡарамаҫтан, оҫта ойоштороусы, производство һәм етәкселек эшмәкәрлегендә бай тәжрибә туплаған Рөстәм Сабитов идара итә.
Рөстәм Наил улы етәкселегендә коллектив сираттағы хеҙмәт йылын ышаныслы башлаған. Киләсәккә бурыс итеп, Бала Сытырмандағы йыуынты һыуҙарҙы таҙартыу ҡоролмаһын реконструкциялау билдәләнгән. “Водоканал” йәмғиәтенең эшмәкәрлеге халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүгә, һыу байлығын дөрөҫ файҙаланыуға һәм әйләнә-тирә мөхиттең именлеген һаҡлауға йүнәлтелгән.





Автор: Р. ҒАЙСИН. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә