Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кешене эшенә ҡарап баһалайҙар
Кешене  эшенә ҡарап  баһалайҙар Яңы йылдың тәүге көндәренән башланған буран тәүлектәр буйы дауам итте. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренә үҙе бер һынауға әүерелде ул. Өфө районының Дмитриевка ауылына сәфәребеҙ шундай ваҡытҡа тура килде. Әммә, юл үтерлекме икән, тип хафаланыуыбыҙ урынһыҙ булып сыҡты.

Ауылға кереү-сығыу урындары, урамдар, йорт алдары иртән үк таҙартып ҡуйылған, һәр ерҙә тәртип. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт­кәрҙәренең эшенә яуаплы ҡарағаны күренеп тора. “СтройРесурсы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективы хаҡында был һүҙҙәр.
Предприятие 2008 йылда ойошторола. Тәүге осорҙа Дмитриевка ауыл Советы биләмәһендә йәшәгәндәрҙе хеҙмәтлән­дер­һәләр, артабан Ҡармасан ауыл Советы билә­мәһендәге ауылдарҙы ла улар ҡара­мағына тапшыралар. Был ауылдарҙа барлығы ун меңгә яҡын кеше йәшәй, йәғни коллектив көн һайын шул ҡәҙәр халыҡ алдында хеҙмәт имтиханы тота, тип әйтергә була.
Предприятие халыҡты йылылыҡ энер­гияһы, һыу менән тәьмин итә, һыу үткәрә, ҡаты һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын сығара, торлаҡ фондын ремонтлай. Шул рәүешле уңайлы йәшәү шарттары тыуҙы­ралар.
Йәнә шуны билдәләп үтеү урынлы булыр. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүҙе бөгөнгө талаптарҙан сығып ойоштороу һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыу маҡсатында йәмғиәт ресурстар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ә инде идарасы компания вазифаһын йәмғиәт менән ҡулға-ҡул тотоноп эшләгән “Сервис” торлаҡ-коммуналь хужа­лығы предприятиеһы башҡара. Көс – берҙәмлектә тигәндәй, бергәләп уртаҡ маҡсатҡа хеҙмәт итәләр.
Әлбиттә, һәр ауылдың үҙенсәлеге, үҙ проблемалары бар. Әйтәйек, биш меңгә яҡын кеше йәшәгән Дмитриевка ауылы баш ҡалаға терәлеп тигәндәй тора. Бындағы халыҡтың талаптары ла ҡалалағыса. Сөнки беләләр: “СтройРесурсы” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре теләһә ниндәй ҡатмарлы бурысты ла юғары кимәлдә башҡарып сығырға һәләтле. Хатта ауыл ерендәге эш шарттары шаҡтай ҡатмарлы булһа ла. Мәҫәлән, шул Дмитриевка ауылындағы етмешкә яҡын күп фатирлы йорт үткән быуаттың 60-сы йылдарында уҡ төҙөлгән. Уларҙағы коммуника­цияларҙы төҙөкләндереү һәм файҙаланыу өсөн ҙур сығым һәм тырышлыҡ кәрәк.
Ҡышҡы осор тармаҡ өсөн айырыуса яуаплы. Торлаҡ фондын, социаль-көнкүреш биналарын, учреждениеларҙы йылылыҡ менән Дмитриевка, Ягодная Поляна, Подымалово ауылдарындағы ҡеүәтле өс һәм ике бәләкәй ҡаҙанлыҡ тәьмин итә. Ә эсәр һыу өсөн утыҙға яҡын скважина файҙаланыла. Улар һәр саҡ тотороҡло һәм көйлө эшләй.
Предприятие һыу һәм йылылыҡ селтәр­ҙәрен яңыртыу бурысын ҡуйған. Был маҡсатта ҙур эш башҡарыла. Әйтәйек, Ягодная Поляна ауылында бәләкәй ҡаҙанлыҡ урынлаштырғандар. Волков ауылындағы һәм Чернолес ҡасабаһындағы ҡаҙанлыҡ­тарҙы реконструкциялағандар. Һуңғыһында төп трассанан балалар баҡсаһына ҡәҙәр булған йылылыҡ селтәрен яңыртҡандар. Подымаловола бер километр оҙонлоҡта һыу селтәренә ремонт үткәрелгән.
Предприятиела энергия һаҡсыллығы, бигерәк тә бөгөнгө шарттарҙа иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Быға алдынғы технологияларҙы әүҙем файҙаланыу һөҙөмтәһендә ирешелә. Миҫалға, Волков һәм Ягодная Поляна ауылдарындағы ҡаҙанлыҡтарҙа заманса яңы насостар урынлаштырыу экономияны өс тапҡырға арттырырға мөмкинлек биргән. Йылытыу селтәре торбаларын заманса төрҙәргә алмаштыралар. Шул рәүешле Волков ауылында күләмле эштәр башҡарылған.
Иң мөһиме – предприятиела яңыртыу һәм реконструкция эштәренә бюджеттан йә иһә Төбәк фондынан аҡса бүленгәнен генә көтөп тормайҙар. Үҙҙәре йүнселлек күрһәтеп, финанс мөмкинлектәрен барлай­ҙар, эште үҙ көстәре менән башҡаралар. Был инде предприятие директоры Хаммат Мөстә­ҡимов­тың тәжрибәле етәксе һәм оҫта ойоштороусы булыуынан килә. Әйткәндәй, Хаммат Динислам улы Башҡорт ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң агросәнәғәт тармағында эшләй. Әлеге предприятиены ойошторғанса ике тиҫтә йыл дауамында “Дмитриевский” совхоз-заводында иҡтисад буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ.
Хаммат Мөстәҡимов “СтройРесурсы” йәмғиәтен ойоштороуға һәм уның матди-техник ҡеүәтен үҫтереүгә ҙур көс һала. Һуңғы осорҙа ғына техника паркы лизингка алған экскаватор, сүп йыйыу машинаһы, ике трактор, кран-манипулятор иҫәбенә тулыланған. Һөнәре буйынса иҡтисадсы булараҡ, ул һәр эште теүәл иҫәп-хисапҡа ҡора. Етәксе үҙ эшендә баш инженер Азат Мәхмүтов, ремонт-төҙөлөш участогы начальнигы Марат Мәғәсүмов кеүек тәжрибәле белгестәргә таяна.
“СтройРесурсы” йәмғиәте киләсәккә ҡарап эшләй. Күп фатирлы ун йортто йылылыҡ менән тәьмин итеү селтәрен яңыртыу, Подымалово ауылында яңы һыу ҡыуҙырыу башняһы урынлаштырыу һәм ундағы һыу үткәргескә капиталь ремонт үткәреү һәм башҡа бурыстар ҡуйылған.
– Һәр эшкә коллективтың көс-һәләтенә һәм уңышлы башҡарып сығырыбыҙға ышанып тотонабыҙ, – ти Хаммат Динислам улы.





Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Өфө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар 16.06.2026 // Йәмғиәт

Салауат районында милли батырыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәштәр символына исем һайлайҙар
Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе 16.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы журналистарға эштәре өсөн рәхмәт белдерҙе...

Тотош уҡырға 1

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 1

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә

Комментарий өҫтәргә