Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Зыянлы икән, акциз һалырға!
Теләһә ниндәй дәүләттең үҫеш нигеҙендә иммиграция һәм эмиграция сәйәсәте ята. Нисә кешенең сит илгә күсеп китеүе, нисәүһенең, киреһенсә, Рәсәйҙе төбәк итеүе тураһындағы статистика мәғлүмәттәре асылда илдең иҡтисади хәле тураһында һөйләй. Мәҫәлән, һуңғы 15 йыл эсендә Рәсәй Федерацияһына башлыса Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән күп күсеп килгәндәр, ә рәсәйҙәр үҙҙәре иһә, айырыуса сит илдә киң һорау менән файҙаланған һөнәрҙәргә эйә булғандар Германияла, Израилдә, Финляндияла һәм АҠШ-та йәшәүҙе хуп күргән. Шулай ҙа һуңғы ваҡытта белгестәр рәсәйҙәрҙең “үҙ илебеҙҙә тыныс” позицияһын һаҡлауын билдәләй. Бигерәк тә Америкала йәшәргә теләгәндәр һаны бермә-бер кәмегән. Күптәр тыуған төйәктәренән ситтә көн итһә лә, киләсәктә үҙҙәрен бары Рәсәйҙә генә күрә. Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил артыҡ тигәндәй, тыуған ерҙе бер ни ҙә алмаштыра алмай шул.
Рәсәй Хөкүмәте зыянлы аҙыҡ-түлеккә акциз билдәләргә уйлай. Һүҙ тәү сиратта пальма майы һәм газлы эсемлектәр хаҡында бара. Был исемлектә чипсы менән электрон тәмәкене күрергә теләүселәр ҙә юҡ түгел. Һәр хәлдә әлегә тәҡдимдәр өйрәнелә, фекер алышыу бара.


Башланғысты ил ҡаҙнаһын байытыу маҡсатында ғына ғәмәлгә ашырылған алым тип ҡабул итергә ярамай. Хәйер, бәлки, уныһы ла барҙыр. Әммә белгестәр тәү сиратта бөтөнләйгә тыйып булмаған аҙыҡтарҙы ошондай юл менән булһа ла сикләргә теләй. Сөнки барыбыҙға ла билдәле ярым фабрикаттарҙың, картуф чипсыла­рының, соя соусы менән майының, газлы эсемлектәрҙең зарары ха­ҡында бер бөгөн генә саң ҡаҡ­майҙар.
“Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы составында шәкәр һәм химик ҡатнашмалар булған эсем­лектәргә лә өҫтәмә һалым инде­рергә тәҡдим итә. Был тәү сиратта шәкәрҙе саманан тыш ҡулланыуға һәм ошоға бәйле сирҙәргә ҡаршы көрәш сараһын әүҙемләштереү маҡсатында эшләнә”, – тип аңлат­ма бирә белгестәр. Ҡыҫҡаһы, йә сос­тавында май һәм шәкәр миҡ­дары күп булған тауарҙар исемлеге төҙөләсәк, йә иһә шәкәр менән пальма майына ғына акциз һа­лынасаҡ. Һуңғы осраҡта зыянлы аҙыҡ-түлеккә хаҡ артасаҡ һәм ихтыяж да кәмейәсәк.
Әлегә иһә алда пальма майын акцизлаштырыу бурысы тора. “Был продуктҡа акциз һис шикһеҙ һалынасаҡ”, – ти белгестәр. Бәлки, 1 июлдән үк тоннаһына яҡынса 200 доллар ставкаһы билдәләнер. Тағы бер тәҡдим — тауар хаҡының 30 проценты күләмендә акциз һалыу. Әйтәйек, бөгөн бер тонна пальма майы яҡынса 600 доллар тора, тимәк, ставка 200 доллар тәшкил итәсәк. 30 процент – бик түбән ставка, тиеүселәр ҙә бар. Миҫал өсөн, бер ҡап тәмәкелә акциз өлөшө – 40 процент, ә ваҡ сауҙа селтәрендә һатылған араҡы хаҡында 50 проценттан да күберәк. Әгәр акциз былтыр уҡ ғәмәлгә индерелгән булһа, ҡаҙнаға яҡынса 160 миллион доллар (12,2 миллиард һум) аҡса керер ине.
Әммә таяҡтың икенсе башы әлеге лә баяғы һатып алыусының елкәһенә төшмәҫме икән? Сөнки бөгөн маргарин һәм май етеш­тереүҙә пальма майын алмаштыр­ған продукт юҡ. Магазин кәштә­лә­рендә тулып ятҡан ябай марга­риндың 60 проценты пальма майы ҡулланып етештерелгән. Әгәр май­ҙың хаҡы, әйтәйек, 33 процентҡа арта икән, маргарин да 20 про­центҡа ҡиммәтләнәсәк. Был шулай уҡ ондан бешерелгән тәм-том ризыҡтарына ла, икмәк-ҡалас ашамлыҡтарына ла ҡағыласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә