Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр хат — иғтибар үҙәгендә
Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында (артабан — Аппарат) граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү “Рәсәй Федерацияһы граждандарының мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибе тураһында”ғы Федераль законға, “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законына, Башҡортостан Хөкүмәте Регламентына, Аппаратта эш башҡарыу инструкцияһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Граждандарҙан мөрәжәғәттәр туранан-тура почта һәм факс элемтәһе, электрон почта, шул иҫәптән “Башҡортостан Респуб­ликаһы власы органдарының электрон ҡабул итеү бүлмәһе” web-сервисы аша килә. Улар өс көн эсендә теркәлгәндән һуң төбәк Баш­лығы, Премьер-министр, уның урынба­ҫарҙары тарафынан ҡарала һәм тейешле күрһәтмә менән республиканың башҡарма власть органдары, район, ҡала хакимиәттәре, ойошмалар етәкселәренә ебәрелә.
2015 йылда йәмғеһе 14313 мөрәжәғәт булған, шуларҙың 1476-һы — республика Башлығы хакимиәтенән, 6442-һе — Рәсәй Президенты хакимиәтенән, 131-е — Дәүләт Думаһынан, 486-һы — Рәсәй Хөкүмәте Аппаратынан, 5778-е башҡа сығанаҡтарҙан компетенция буйынса ебәрелгән. 2024 мөрәжәғәт Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында контролгә алынған. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре буйынса юғары ойошмаларҙан 632 мәғлүмәт һорап алынған. Күтәрелгән төп темалар, нигеҙҙә, торлаҡ-коммуналь өлкәгә (5713 һорау — 38,9 %), иҡтисадҡа (3272 — 22,3 %), социаль өлкәгә (3171 — 21,6 %), дәүләт, йәмғиәт һәм сәйәсәткә (2240 — 15,2 %), оборона, хәүефһеҙлек һәм законлылыҡ (296 — 2 %) мәсьәләләренә ҡағыла.
Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү, авария хәлендәге һәм иҫке йорттарҙан күсереү (934 мөрәжәғәт — 6,4 %) өлкәһенә ҡарай. Күптәренең авторы — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм инвалидтары, күп балалы ғаиләләр, пенсио­нерҙар, ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр, запас­тағы офицерҙар, иҫке торлаҡ хужалары. Бынан тыш, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү, ошоға субсидия бүлеү, һатып алыуға кредит биреү проблемалары йыш күтәрелә. Алданған өлөшсөләрҙән төҙөүселәр тарафынан яңы һалынған йорттарҙан фатир биреү тураһындағы килешеү шарттарын үтәмәүгә бәйле хаттар күп килгән.
Тикшереү һөҙөмтәләренә ҡарағанда, әүәлге осорҙағы кеүек үк Өфө (3188 — 22 %), Стәрлетамаҡ (985 — 7 %), Октябрьский (473 —3 %), Салауат (325 — 2,3 %), Нефтекама (294 — 2 %) ҡалаларынан, Өфө (330 — 2,3 %), Стәрлетамаҡ (181 — 1,3 %), Иглин (168 — 1,2 %), Туймазы (140 — 1 %) райондарынан мөрәжәғәттәр күп булған.
Граждандар өсөн тейешле мәғлүмәттәр республика Хөкүмәтенең Интернет селтә­рендәге http:/www.pravitelstvorb.ru рәсми порталында урынлаштырылған. Бында Баш­ҡортостан Республикаһы дәүләт органдары етәкселәренең күсмә ҡабул итеү саралары, Хөкүмәт Регламенты, килгән мөрәжәғәттәргә анализ, бәйләнеш реквизиттары, шулай уҡ Интернет аша Хөкүмәткә мөрәжәғәт итеү алымы менән танышырға мөмкин.
Хөкүмәт Аппаратында граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе бүлек ойоштора. Халыҡты Премьер-министр урынбаҫарҙары Республика йортонда (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46) ҡабул итә. Отчет биреү осоронда Хөкүмәт Премьер-министр урынбаҫарҙары 33 ҡабул итеү сараһында 250 кешенең мөрәжәғәтен тикшергән. Бынан тыш, 30 күсмә сара барышында 216 кеше ҡабул ителгән. 2015 йылда республика дәүләт органдары етәкселәре тарафынан 226 күсмә сара барышында 1526 кешенең үтенесе ҡаралған.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә