Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Дөйәләр, дөйәғоштар… Ғафуриҙа
Дөйәләр, дөйәғоштар… Ғафуриҙа Дөйәғош, дөйә, тауис… Беҙҙең яҡ өсөн хас булмаған йән эйәләренең үҙенсәлекле ҡыланышын оҙаҡ тамаша ҡылдыҡ. Юҡ, ҡайҙалыр йылы яҡта түгел, ә Ғафури районында.

Игенйылға ауылының бер яҡ осонда кәртәләп алынған ҙур ғына хужалыҡ. Ҡойма аша дөйәғоштарҙың байтаҡ икәнлеген әллә ҡайҙан шәйләргә була. Йылы яҡ ҡунаҡтарына ҡышҡы селлә лә бер ни түгел: үҙҙәрен иркен тоталар, ирәүәнләп аҙыҡ ашайҙар. Ә инде ферма етәксеһе Виталий менән яҡындан танышҡас, бер аҙ аптырап та ҡуйҙыҡ, сөнки беҙҙең яҡ өсөн ят тойолған, тәүәккәллек талап иткән кәсеп менән ярайһы донъя күргән кеше шөғөлләнәлер тип уйлағайныҡ.
Дөйәләр, дөйәғоштар… Ғафуриҙа– Дөйәғоштар – ҡыҙыҡһыныусан ҡоштар, сәғәттәрегеҙҙе яҡын килтермәгеҙ, тартып алып йотоуҙары бар, – тип етәксе беҙҙе улар янына алып сыҡты.
Әлфиә менән Виталий Смирновтар ҡалала тыуып үҫә. Улар бала саҡта ауылға өләсәйҙәре янына йыш ҡайтып йөрөй. Унан юғары белем алып, ҡырыҫ Себер яҡтарында эшләйҙәр. Бер мәл улар Төмәндә дөйәғош фермаһын күреп, ғәжәп итә. Үҙ эшен асырға хыялланған йәштәрҙә сәм, дәрт уяна. Улар ҙа бит ошо эш менән шөғөлләнә ала. Смирновтар был ҡоштарҙы өйрәнеп, етди ҡарарға килә: 2012 йылда фатирҙарын, машиналарын һатып, Игенйылға ауылына ҡайтып төшәләр. Атай-әсәйҙәре лә йәштәрҙең изге ниәтен хуплай. Йөрьәт иткәнгә эш ҡарышамы ни! 2,5 гектар майҙан ер алып, уны тейешлесә йыһаз­ландыралар, ҡуралар төҙөйҙәр. Хатта өләсәйҙәренең иҫке йортон ошонда күсереп килтереп ҡоралар. Хәҙер ул буш ваҡыттарҙа ял итеү, тамаҡ ялғау өсөн бик ҡулайлы булып ҡалған. Ана шулай барлыҡҡа килә “Күркәм дөйәғоштар” крәҫтиән (фермер) хужалығы.
Әлбиттә, шундай сығымдар һалынған кәсептең файҙаһын күрге килә. Дәрт һалып эшләгәндә, дөйәғош үрсетеү үҙенең табышлы тармаҡ булыуын дәлилләй. Мәҫәлән, бер йәшкә улар 100 – 120 килограмлыҡ була, тимәк, һуйырға ваҡыт етә. Бынан дүрт йыл самаһы элек эште бер нисә дөйәғоштан башлаһалар, былтыр ике йөҙ башҡа еткергәндәр. Шуның иллеһен һуйып һатҡандар.
– Тауарҙы ҡайҙа, нисек һатайым икән тип борсолаһы юҡ, – тип һүҙен дауам итә эш­ҡыуар. – Ҡош нәҫеленән булһа ла, ите майһыҙ һыйыр итенә оҡшаш, холестерины юҡ, диетик аҙыҡ булараҡ отошло. Шуға ла итте алырға теләүселәр күп. Ҡауырһындары, мәҫәлән, төрлө байрам, театр костюмдарын биҙәү өсөн ҡулланыла. Тиреһе лә – бик ҡыйбатлы сеймал, унан сумка, аяҡ кейемдәре, курткалар тегәләр.
Дөйәғош 70 йәшкә тиклем йәшәй. Йәше арта барған һайын йомортҡаны ла күберәк һалалар. Мәҫәлән, һәр инә яҙҙан көҙгә ҡәҙәр 40 – 60 йомортҡа һала: себештәрҙе махсус инкубаторҙа сығаралар, 42-43 көндә бәләкәй генә бәпкәләр моронлай башлай. Бер дөйәғош йомортҡаһы 1500 һум тора, унан 20 кешегә етерлек омлет әҙерләргә мөмкин.
Хужалыҡ менән танышыуҙы дауам итәбеҙ.
– Аҡтау исемле был дөйәне Әстрхандан ҡайтарҙыҡ, – тине Виталий. – Ғәжәп йомарт, кешеләр менән “аралашырға” ярата.
Агротуризм йүнәлеше буйынса махсус­лашҡан хужалыҡта тиҫтәгә яҡын тауыҡ тоҡомо, тағы бихисап экзотик ҡоштар аҫрала. Йәнә ҡазаға осрап йәрәхәтләнгән өкө, ябалаҡ та бында үҙенә урын тапҡан. Экскурсияға килеүселәр уларҙы хайран ҡалып күҙәтә. Яҡында ғына “Красноусол” шифаханаһы, балаларҙыҡы ла шунда. Унда йылына меңәрләгән кеше ял итә.
Дәртле йәштәр ҙур хыялдар менән йәшәй. Киләсәктә дөйәғоштарҙы 500 башҡа еткерергә ниәтләй улар. Әле бында эш гөрләй. Тәүәккәл егет хужалыҡ янында семәрләп, зауыҡ менән буралып, башы ябылған күркәм бинаны күрһәтә:
– Алла бирһә, ошонда ресторан асырға уйлайым, тегендәрәк туристар өсөн ҡунаҡхана буласаҡ.
Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов та уларҙың эшмәкәрлеге менән танышып: “Был – бик дөрөҫ йүнәлеш, һеҙ заманса эшләйһегеҙ”, – тип хуплаған.
Йәш эшҡыуарҙар махсус программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Былтыр 1,5 миллион һумлыҡ грант отоп, шул аҡсаға “Беларусь” тракторы һатып алғандар. Эшләһәң, эш ҡарышмай шул.

.


Автор: Венер ИСХАҠОВ Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә