Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Нисек һаҡланырға?
Грипп вирустарының А, В һәм С тигән өс төрө билдәле. Кешегә тәүге икәүһе проб­лема тыуҙыра, сөнки уларҙың генетик материалдары үҙгәреп тороусан. Яңы барлыҡҡа килгән штамдарға иммунитет булмау сәбәпле, киҙеү менән йыл һайын яфаланабыҙ. Хәҙерге көндә яңы юғары патогенлы сусҡа киҙеүенең вирустары (А/H1N1) ҡурҡыныс тыуҙыра – улар, кешенән кешегә күсеп, тиҙ тарала.

Заман прививкалары, эпидемия башланырҙан күпкә алда яһатып өлгөрһәң, киҙеүҙән яҡшы һаҡлай. А һәм В вирус­тарының вакциналарын үрҙә әйтелгән мутация сәбәпле йыл һайын яңырталар. Күптән түгел Санкт-Петербург ғалимда­ры­ның грипп ауырыуынан универсаль вакцина уйлап табыуын хәбәр иттеләр. Уны организмға бер генә тапҡыр ҡаҙатыу ҙа кешене киҙеү йоҡтороуҙан йылдар буйы һаҡлай, тиҙәр.
Әлбиттә, киҙеүгә ҡаршы дарыуҙар аптекала бик күп. Араларында вирус йоҡтороуҙы иҫкәртеүсе, иммунитетты күтәреү­се препараттар һәм төрлө витаминдар бар. Уларҙы эсер алдынан табиптар менән кәңәшлә­шегеҙ. Хәйер, һуңғы ваҡытта ғалимдар күп кенә дарыуҙарҙың грипп вирусына тәьҫире әҙ йә бөтөнләй юҡ тигән фекергә килә.
Вирустың сығанағы – кеше үҙе. Сир һауа аша ла, тән ағза­лары буйлап та күсә. Шуның өсөн эпидемия ваҡытында халыҡ күп йыйылған урындарға бармай тороу хәйерле. Карантин иғлан итеү – киҙеү эпидемияһына ҡаршы бик кәрәкле ысул. Ауырыйһығыҙ икән, битлек кейеүҙе, уны ике сәғәт һайын алмаштырыуҙы онотмаҫҡа тырышығыҙ. Был һау кешеләр менән аралашҡанда бигерәк тә мөһим.
Кешенең ҡулдары ла сирҙең йоғоуына булышлыҡ итә. Грипп менән ауырыған кеше битен ыуғылай, кеҫәһендә ҡулъяулығы булмаһа, усына сөскөрә, аҙаҡ вируслы ҡулы менән әйберҙәр тота, күрешә... Бит-ҡулыңды йыш йыуып тороу мотлаҡ, тышта иһә үҙең менән дезинфекциялаусы салфеткалар, спрейҙар йөрөтөү һәйбәт.
Грипп вирустары йылы, ҡоро, тын урынды ярата, ә һыуыҡ, дымлы, күсеп йөрөүсе саф һауала әүҙемлеген юғалта, юҡҡа сыға. Шуның өсөн бүлмәләрҙе даими елләтергә, иҙәнде йышыраҡ йыуырға кәрәк. Тышта ял итеп йөрөгәндә лә кешегә вирустар янамай. Ҡыш өй эсендәге йылылыҡ – 20-22°С, һауаның дымлылығы 45 – 60% тирәһе булыуы яҡшы. Әгәр фатирҙа һауа ҡоро икән, дымлатҡыс аппарат алып ҡуйырға мөмкин.
Ҡоро һауа танау ҡыуыш­лығындағы лайлалы тиресәне киптерә, һөҙөмтәлә иммунитет боҙола һәм вирустарға организм­ға үтеп инеү еңелләшә. Бындай хәлгә юл ҡуймау өсөн лайлалы тиресәне еүешләргә кәрәк. Препараттар дарыуханала күп: физиологик иретмәләр ҙә, һиптергес флаконға ҡойолған әҙер тоҙло һыуҙар ҙа. Һис юғында үҙегеҙ 1 литр һыуға 1 балғалаҡ тоҙ һалып болғатығыҙ ҙа шуның менән танау эсен сайҡатып тороғоҙ.

Роза МОРАТОВА,
БДМУ ассистенты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә