Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кемгә – киҙеү, кемгә – килем
Кемгә – киҙеү, кемгә – килем Ниһайәт, сираттағы эпидемия бөтөүгә табан китте шикелле. Ике-өс аҙнаға һуҙылыуы ихтимал, тигәйнеләр былай. Беҙҙең өсөн был ваҡыт оло бер һынау булһа, ҡайһыларыбыҙға хатта дәүерҙәй тойолһа, бәғзеләргә барыбер көндәр етмәй ҡаласаҡ. Аҡса эшләргә. Кешеләрҙең үҙ һаулығы, ғүмере, шулай уҡ яҡындарының именлеге өсөн хафаланыуынан файҙаланып...

“Барыһы ла контролгә алынған”. “Ауырыуҙар һаны йылдағынан артмай”. “Дауаханалар ярҙамға әҙер”. Һаулыҡ һаҡлау органдары, урындағы хакимиәттәр шундай рәсми белдереүҙәр яһап халыҡты тынысландырырға тырышҡан арала, Интернет селтәре киҙеү, унан бигерәк сусҡа киҙеүе тураһында ҡот осмалы мәғлүмәттәр менән тула. Йәнәһе, быйылғы эпидемия шундай аяуһыҙ, күп осраҡта дарыуҙар ярҙам итә алмай, кешеләр хатта тиҫтәләп үлә икән... Өфөлә лә ете кеше сусҡа киҙеүе йоҡторған булған, береһе генә иҫән ҡалған, имеш... Ышанмаҫ инең, шул уҡ хәбәр бер аҙҙан ҡолағыңа килеп ишетелә. “Бик яҡшы танышым дауаханала эшләй, сер итеп кенә һөйләне”, – тиҙәр.
Ундай саҡта икеләнеп тороп буламы ни инде! Һаҡланырға, ғаиләңде, туғандарыңды ла бәләнән араларға кәрәк бит. Һәммәбеҙ сыуалыша, сир йоҡтороу-йоҡтормауына ҡарамаҫтан, дарыу артынан йүгерә. Һис юғында битлек, оксолин алып өлгөрөргә... Эстән генә сит илдәрҙе һүгәбеҙ, “юрый беҙгә вирус ебәргәндәр” тип бөтөн ғәйепте улар яғына ташлайбыҙ...
Дарыуханаға инеү менән шундай яҙыу ҡаршылай: “Оксолин да, битлек тә бөттө!” Байтаҡ урында һораштырып сыҡҡас, табыла эҙләгәнебеҙ, тик бер нисә тапҡырға ҡиммәтерәк хаҡҡа. Ябай ғына битлектең 25 һум тороуын әйт әле! Ә уны табиптар 2 сәғәт һайын алмаштырып торорға ҡуша... Ни хәл итәһең, алаһың инде. Бер юлы температура төшөрә торған дарыуҙарҙы ла эләктерәһең. Әле ауырымаған балаңа, үҙеңә, йәмәғәтеңә арбидол, кагоцел йә цитовирҙы ла ҡушып. Терапевт шулай кәңәш иткәс, иҫкәртеү өсөн тип. Антибиотиктар, уларҙан һуң организмды ипкә килтерергә йәнә бер нисә препарат хәстәрләйһе бар әле...
Оксолиндың ыңғай һөҙөмтә биреүе әлегәсә иҫбатланмаған, ауыҙҙы сепрәк менән ҡаплауға сирле кеше генә мохтаж икәнлеге лә мәғлүм. Барыһын да аңлайһың. “Киҙеү арҡаһында үлеүең ихтимал” тиһәләр ҙә, иҫән ҡалыу мөмкинлеге бер нисә тиҫтә тапҡырға күберәк булыуын беләһең. Антибиотиктарҙы ҡулланыуҙан ҡулланмау яҡшы­раҡ – уныһына ла инанғанһың... Тик барыбер эске ҡурҡыу үҙенекен итә. Ҡурҡыумы икән? Әллә йыл да шулай итеп өйрәндек инде... Башҡаларға эйәреп. “Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тигән ышаныс та бар... Аҡса меңәр һумлап туҙҙырыла шулай.
Ә фармацевтар килем һанай. Ығы-зығы мәлендә иң кәрәкле дарыуҙарға хаҡты күтәрергә лә, оҙаҡ үтмәй ятҡандарын һатып ебәрергә лә форсат табыла. “Сусҡа киҙеүе һуҡырайта икән” тип йөрәккә шом һалып, күҙ дарыуын алырға мәжбүр итеүҙәре лә мөмкин. Кеше ни, уйлап тормай, “тиҙҙән бөтә” тиһәләр, шул уҡ оксолинды бишәрләп, унарлап тотоп сығып китә. Ҡайһы бер ойошма етәкселәре эпидемия арҡаһында эшселәре “больничный”ға китеп, бизнесы туҡталып тормаһын өсөн һаҡла­ныу сараларын йәшникләп һорай икән. Бәғзе бер биналарға, шул иҫәптән мәктәптәргә ауыҙыңды ҡапламай инеүҙе тыялар эпидемия осоронда... Ҡыҫҡаһы, ошо ике-өс аҙна – фармацевтар өсөн үҙенә күрә “ураҡ өҫтө”.
Ирекһеҙҙән “алтын биҙгәге” тигән төшөнсә тел осона килеп ҡунаҡлай. Йәмғиәтебеҙгә киҙеүҙән бигерәк шул сир янамаймы? Бөтөн ысулдарҙы файҙаланып, бер ниҙән дә тартынып тормай, хатта кеше ҡайғыһында ла аҡса эшләү сире.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә