Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эшһеҙ ҡалмайым тиһәң...
Эшһеҙ ҡалмайым тиһәң... Ҡарбуз күтәреп килгән малай тураһындағы хикмәтле хикәйәтте ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын. Ул ҡулындағы әйберҙең ауырлығын тоймай, күңелле атлауын белә. Көтмәгәндә, аяғы тайып, ҡулынан ҡарбузы төшөп китә. Малай үкһеп иларға тотона... Ҡыҫҡаһы, кәрәкле йөктән бөгөлөп төшмәй әҙәм балаһы, йөкһөҙлөк һындыра уны. Эш мәсьәләһе менән дә нәҡ ана шул ҡарбуз күтәргән малай һымағыраҡ килеп сыға.


Бушлай сыр
ҡапҡанда ғынамы?


Илебеҙҙә хөкөм һөргән иҡти­са­ди көрсөк осоронда күп кешене борсоған төп проблемаларҙың береһе – эшһеҙ ҡалыу. Айлыҡ ки­лемең бар икән, тимәк, ғаиләң­дең тамағы туҡ, өҫтө бөтөн. Ә бы­на эшен юғалтҡан кеше өсөн ул ҡот осҡос фажиғәгә әйләнеүе ихтимал.
Шулай ҙа, эксперттар әйте­үен­сә, рәсәйҙәрҙең ҡотон алған гло­баль ҡыҫҡартыуҙар көтөлмәй быйыл. Хатта былтыр көҙҙән алып яңы эш урындары бар­лыҡ­ҡа килгән. Бынан тыш, ҡайһы бер өлкәләрҙә һөнәр эйәләренә ҡытлыҡ кисереү хаҡында ла белдерәләр.
Былтырҙан башлап Рәсәй сит илдән килтерелгән тауарҙарҙы үҙебеҙҙекенә алмаштырыу йү­нә­лешен алды. Етештереү­селәр та­уар күләмен арттырҙы, ләкин төрлө проблемалар менән бергә, кадрҙар мәсьәләһенә барып төртөлдөләр. Быйыл иһә был “упҡын” тағы ла тәрәнәйәсәк, ти улар. Әлбиттә, реаль секторҙа элек тә эшсе ҡулдар етешмәне. Ә хәҙер шундай осор килде: инже­нерҙарҙы көндөҙ сыра яндырып табырлыҡ түгел. Ошо юҫыҡтағы юғары уҡыу йорттарында конкурс юҡ тиерлек – уларға йәштәр бармай. Урта һөнәри белем биреү системаһы беҙҙә ишелеп төштө тиһәң дә була. Техникумдарға һәм ПТУ-ларға алмашҡа килгән колледждар етешмәй, булған­дарында белем биреү кимәле түбән. Бөгөнгө белгестәр ҡат­марлы техниканы үҙләштерергә, йәшен тиҙлеге менән барған үҙгәреш­тәрҙе ҡабул итеп өлгөрөргә тейеш.
2015 йылда, мәҫәлән, сыр етеш­тереү буйынса технолог һөнәренә белгестәр етмәне. Билдәле сәбәптәр арҡаһында үҙебеҙҙең сырға һорау байтаҡҡа артты. Предприятиелар етеш­те­реү ҡеүәтен күтә­рергә тырыша. Ләкин сырҙың теге йәки был тө­рөн эшләү тех­нологияһын үҙләш­тергән белгес­тәр аҙ. Өҫтәүенә, Италия, Франция кеүек “сыр”лы илдәрҙә тәжрибә туплаған бел­гес­тәргә предприятиелар тарафынан ҡыҙыу “һунар” бара. Улар­ға эш хаҡын да мул түләйҙәр.
Шулай итеп, бушлай сырҙың ҡапҡанда ғына булмауына төшөнөргә ваҡыт беҙгә.

Яһалма аталандырыусылар, һеҙ ҡайҙа?

Аграр секторҙа ла шул уҡ хәлдәр. Башҡа һыйырлыҡ түгел, улар хәҙер яһалма аталан­ды­рыусыларға ла ҡытлыҡ кисерә. Шулай уҡ хужалыҡты етәкләрлек директорҙар етешмәй. Булған­дарының белеме йә тәжрибәһе юҡ. Һауынсылар һәм меха­ни­за­торҙар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ҡиммәт хаҡҡа алынған заманса һауым аппараттарын бер белеме булмаған кеше ҡу­лы­на ышанып тапшыраһыңмы ни?! Ә инде ҙур процентлы кре­дит­ҡа алынған ҡатмарлы техниканы “йүгәнләр” белгестәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Уҡырға һәм заман технологияларын үҙ­ләш­терергә теләге булған, эш ха­ҡы алыу менән эскелеккә би­релмәгән ауыл хеҙмәтсәндәренә предприятиелар ҙур аҡса түләргә әҙер. Ҡайһы бер предприя­тие­лар­ҙа һауынсының, ҡошсоноң эш хаҡы 40 – 50 мең һумға барып етә.

Программалаусыларҙы “ҡырау һуҡҡан”

Власть органдарының заказы­на бәйле булған дәүләт структуралары, шәхси секторҙарға ҡара­ғанда, көрсөктән ҙур юғалтыу ки­сермәгән. Улар элеккесә бел­гес­тәрҙе йәлеп итеү менән мәш­ғүл. Һүҙ, әлбиттә, нигеҙҙә техник про­филдәге белгестәр хаҡында бара. Әйтәйек, үҙебеҙҙең программа ҡо­ролмаларын эшләү буйынса бел­гестәр һирәк. Әммә дәүләт струк­тураларында эшләр­гә теләү­се­ләр бихисап. Дәүләт секторы­ның тотороҡло булыуына бәйле был.

Менеджерҙар –
заман талабы


Иҡтисади көрсөк башланғанда “һатыу­сылар”ҙы әүҙем рәүештә ҡыҫҡартһалар, әле хәл үҙгәрә баш­ланы. Вакансияларҙың күп өлөшөн сауҙа менеджерҙары тәш­кил итә. Сөнки, ҡайһы бер компанияларҙың күҙаллауынса, әлеге мәлдә “көрсөк төбө”нән айы­рылыу бара. Тимәк, кон­ку­ренттарҙы үтеп китеү өсөн иң ҡу­лайлы осор был. Шуға ла һатыу бүлектәрен нығытып ҡалырға тырыша улар. Миҙалдың икенсе яғы ла бар: предприятиелар элекке “ҡыйбатлы” менеджерҙарҙан арынып, хәҙер “осһоҙҙарын” йыйырға теләй.

Ҙур предприятиелар ышаныслы

Һуңғы ваҡытта автомобиль сә­нәғәтенең “ашы шыйыҡланды”. Ләкин, белгестәр әйтеүенсә, эш­һеҙҙәр урамда ҡалмаясаҡ. Был өлкә үҫешкән саҡта квалификациялы белгестәр етешмәне. Әле лә коллективты һаҡлап ҡалырға тырышалар.
Банк өлкәһендә хәлдәр төр­лөсә. Ҡайҙалыр хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡартыла, ҡайҙалыр эшкә алалар. Бәләкәй һәм уртаса банк­тарҙың хәле мөшкөлөрәк.
Көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, дарыухана селтәрҙәре үҙҙәрен насар тоймай, ләкин уларҙа ла фармацевтар етешмәй. Был хәл тейешле кимәлдә белгестәр әҙерләнмәүе менән аңлатыла.

Һүҙ осо

Совет осоронда ҙур пред­прия­тиеларға ҡараған профессиональ белем биреү учреждениелары булды, заводтар үҙ­ҙәренә белгес­тәр әҙерләне. Уҡыу осоро пред­приятиеларҙа практика үтеү ме­нән аралашып барыу һөҙөмтә­һен­дә улар училищены та­мам­ла­ғас та станок янына баҫты. Бөгөн предприятиелар колледж тотоу өсөн аҡса сарыф итергә теләмәй. Шуға күрә, әйтәйек, сит ил кейем-һалымын ил­гә инде­реүҙе сикләү мөһи­мерәк. Ул саҡта сифатһыҙ етештерелгән тауарың­ды ла барыбер аласаҡтар.
Был осраҡта, әлбиттә, дәү­ләт­тең махсус программаһын булды­рыу фарыз. Ул үҙебеҙҙең етеш­тереү предприятиеларын квали­фи­кациялы кадрҙар менән тәь­мин итергә тейеш. Юғиһә сит илдекен үҙебеҙҙең сифатһыҙ тауар­ҙар алыштырасаҡ. Үкенескә ҡар­шы, беҙ әле мәғариф өлкә­һенә сығымдарҙың кәме­телеүен генә күрәбеҙ.
Донъя күҙ асып йомған арала үҙгәреп тора. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән мәҡәлде иҫендә тотҡан кеше тормошта, һис шикһеҙ, үҙ урынын табыр.



Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә