Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәмле ерҙә сәм дөрләй
Ғәмле ерҙә сәм дөрләй Көслө ауыл ул Урман-Бишҡаҙаҡ. Тамырының ныҡлығы, билдәле шәхестәре, һүнергә иҫәп тотмаған бөгөнгө йәшәйеше, халҡындағы ихтыяр көсө менән.

Таянырлыҡ
ҡустылары бар


– Һаумыһығыҙ. Александр Герасимов булам, – тип башҡортса өндәшеүсегә ни тип әйтергә лә белмәй, аптырап ҡалдым. Эштең айышына тиҙ төшөнгән мыҡты кәүҙәле абзый:
Ғәмле ерҙә сәм дөрләй– Сыуаш егетемен. Башҡорт ауылында йәшәгәс, таҙа һөйләшәм, – тип хәлгә аныҡлыҡ индерҙе. Баҡтиһәң, Совет власы осоронда Стәрлетамаҡ районындағы сыуаштарҙы Урман-Бишҡаҙаҡҡа күсер­гәндәр. Ул саҡта бер генә урам булып теҙелгән был милләт вәкилдәре тора-бара урындағы халыҡ менән тығыҙ бәйләнешкә ингән. Хәҙер тәүге ҡарашҡа кемдең кем икәнлеген дә айырып булмай. Сыуаштар урамында – башҡорттоң, башҡорттоҡонда сыуаштың нигеҙ ҡороуы ғәҙәти күренеш һымаҡ. Милләт-ара татыулыҡ көслө бында. Берҙәмлектә, тырышып донъя көтәләр.
Уңған фермер Александр Николаевичты бар халыҡ хөрмәт итә. Булдыҡлы ир-уҙаман ауылдаштарын, социаль объекттарҙы ярҙамынан өҙмәй.
…Себерҙә эшләп йөрөгән егеттәр араһында төрлөһө бар. Кемдер, оҙон аҡса алып ҡайтыуынан ҡәнәғәтлек кисереп, ялын буш ятып ҡына үткәрһә, икенселәр, ваҡытын әрәм итмәҫкә тырышып, бында ла эшкә яллана. Александр Герасимов иһә вахта араһында фермерлыҡ менән шөғөлләнә. Ике ай ауыр хеҙмәткә егелеп ҡайт та, ял итмәйенсә, йәнә йөк тартыуға егел әле һин! Ә бит ер эше баҫыуҙа тир түгеү менән генә тамамланмай. Алынған уңышты һатырға ла кәрәк. Өҫтәүенә – документ мәшәҡәттәре.
Александр Николаевич ауылда беренсе булып пай ерҙәренә аныҡлыҡ индерә. Урынын билдәләй, ҡағыҙ эшен тәртипкә һала. Иң мөһиме – ерҙе маҡсатҡа ярашлы файҙалана башлай.
– Тәүҙә – биш, унан 10-15-шәр баш үгеҙ алып, һимертеп һаттыҡ. Был табышҡа Себерҙә туплаған аҡсаны ла ҡушып, трактор, бесән әҙерләү агрегаты алынды, – ти Александр Николаевич, эшҡыуарлыҡҡа тотонған йылдарын хәтерләп.
Хәҙер иһә ул – уңышлы хеҙмәт күрһәткән фермерҙарҙың береһе. 200 гектар пай ерендә иген сәсә, тракторҙары, машиналары, комбайны, ер эшкәртеү агрегаты бар. Бынан тыш, таҡта ярыу цехын көйләп алған. Заказдар булып тора.
Әлбиттә, уға бер-береһенә бәйле булмаған ике шөғөлдө алып барыуы еңел түгелдер. Уның ҡарауы, таянырлыҡ, Себергә киткәндә эште ышанып тапшырырлыҡ бер туған ҡустылары Вячеслав менән Владимир бар. Егеттәр, кәрәк икән, тракторҙы “ауыҙлыҡлай”, иретеп йәбештереү эштәрен башҡара, таҡта ла яра. Ағаһынан һис ҡалышмай улар: халыҡҡа төрлө хеҙмәт күрһәтәләр, һоҡланғыс йорт һалып сыҡҡандар.
Себерҙә эшләп йөрөгән байтаҡ кешене беләм. Әммә Александр Николаевич кеүек бер тиндән икене яһайым тип, табышын икенсе шөғөлгә һалғандарҙы осратҡаным юҡ ине әле. Эйе, бөгөнгөһө менән генә йәшәмәй ир-уҙаман. Алдағыһын хәстәрләй.

Бер юлы – өс бүләк

Ғәмле ерҙә сәм дөрләйАуылда ике-өс йыл эсендә тиҫтәләгән игеҙ бала тыуған. Бындай бәхетле ғаиләләрҙең араһында Дилә менән Данияр Мөхәмәтйәновтар бер юлы өс сабыйлы булған!
Киҙеү ваҡытында борсоп йөрөүемә ныҡ уңайһыҙланһам да, игеҙәктәрҙе күреү теләге барыбер еңеп сыҡты. Йылы, яҡты бүлмәлә сабыйҙар иҙрәп йоҡлай. Әсәйҙәре төшкө аш хәстәрләй, атайҙары йорт мәшәҡәттәре менән була.
– Был эштәрҙе төп шөғөлөбөҙ араһында ғына башҡарабыҙ, – тип йылмайып ҡаршы алды йәштәр.
Ысынлап та, игеҙәктәрҙе түгел, бер сабыйҙы ҡарап өлгөрөү ҙә еңел түгел бит. Көндәлек ауыр хеҙмәт. Ә Мөхәмәт­йәновтарға был мәшәҡәттәр өс тапҡырға күберәк тура килә. Ҡатын кешенең, бала бағыуҙан тыш, башҡа эше лә бихисап бит. Ярай әле Данияр, юҡ ваҡытын бар итеп, сабыйҙарҙы ҡараша, олатай-өләсәй ҙә яҡында йәшәй. Ғөмүмән, ваҡытлыса ауырлыҡтар ҡурҡытмай ата-әсәне. Өс балалы булыу бәхетенә һынауҙар аша өлгәшкән бит улар.
…Әсә ҡарынында өс сабый яралғаны билдәле булғас, Мөхәмәтйәновтарҙың түбәһе күккә тейә. Ләкин күп тә үтмәй, табиптар ҡайғыға һала: өс йөрәктең берәүһе генә тибә икән. Ни эшләргә? Аҡ халатлыларҙың тере сабыйҙы ғына ҡалдырырға ҡушыуына ҡарамаҫтан, Дилә оҙаҡ ҡына дауаханаға бармай йөрөй. Һиҙгәндер әсә күңеле. Бер аҙҙан йәнә тикшерелһә, ни мөғжизә: өс йөрәк тә тибә! Һөҙөмтәлә өс йәшлек Дилбәргә ата-әсәһе Гөлдәр, Сыңғыҙ һәм Йософ исемле һеңле-ҡустылар алып ҡайта. Игеҙәктәргә хәҙер инде – биш ай.

“Элекке кинолар һағындыра…”

Ғәмле ерҙә сәм дөрләйАуыл халҡы клубты шығырым тултырып киноға йөрөгән ваҡыт тарих төпкөлөндә ҡалды тиергә мөмкин. Заманында был эште башҡарғандарҙы иһә күп урында һаман “беҙҙең киномеханик” тип йөрөтәләр. Бындай хөрмәткә эйә кеше Урман-Бишҡаҙаҡта ла бар.
Фәниә Зөфәр ҡыҙы, мәктәптән һуң Бәләбәй ҡалаһында кино күрһәтеүсе һөнәрен үҙләштереп ҡайтып, 17 генә йәшендә эш башлаған. Был урында ике тиҫтә йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт иткән. Кем белә, бәлки, телевидение менән Интернет килеп ҡыҫылмаһа, әле лә киномеханик булып йөрөр ине. Шулай ҙа был һөнәрҙе һайлағанына һис тә үкенмәй.
– Эш көнө күрһәтеләсәк фильм тураһында иғлан яҙып элеүҙән башлана торғайны, – тип хәтирәләргә бирелде Фәниә Рәшитова. – Шунан күрше ауылдан кинотаҫманы алырға китәһең. Юлда иһә төрлө хәл була. Ҡайһы саҡта күпмелер арауыҡты техникала үтеү бәхете тейә, бәғзе мәлдә, кинотаҫма тултырылған һауыттарҙы күтәреп, йәйәү ҡайтаһың… Унан пленканы әҙерләргә кәрәк. Әгәр ул иҫкергән икән, күрһәткән саҡта өҙөлөп, теңкәңде ҡорота. Нисек кенә булмаһын, ауыл кешеһе өсөн киноның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булды. Был мәлде хәҙер күптәр күңелендә матур йәшлек хәтирәһе итеп һаҡлай. Күпме кешене осраштырып ҡауыштырған бит ул кино!
Йыраҡ китәһе түгел: Фәниә апайҙың үҙенең дә шәхси тормошо хеҙмәт урыны менән тығыҙ бәйле. Һуң тамамланған эш көнөнән һуң киномеханик ҡыҙҙы Рәфис исемле ауылдашы оҙатып йөрөй башлай. Егет хәрби бурысын үтәп ҡайтҡас иһә, йәштәр йәнә кино барған мәлдә аңлашып, бер аҙҙан өйләнешеп ҡуя.
Был ваҡиға Рәфисте лә клубҡа нығыраҡ яҡынайта. Ул көндөҙ колхозда механизатор булып эшләһә, кис киноға билет һата башлай. Йыш ҡына тракторында күрше ауылға барып, кинотаҫмаларҙы ла алып ҡайта. Ғаилә балалар менән тулылана башлағас иһә, ауырлыҡ арта. Мәҫәлән, кис сабыйҙарҙы күпмелер ваҡытҡа ҡалдырып торорға кәрәк. Был йәһәттән Фәниә апайҙың әсәһе ярҙамға килә.
Заманында клубта күрһәтелгән ҡайһы бер киноларҙы халыҡ бөгөнгөләй яҡшы хәтерләй. Бигерәк тә һинд фильмдарын билдәләйҙәр.
– “Господин 420”, “Танцуй, танцуй” һымаҡ кинолар килһә, билет һатыу буйынса ике айлыҡ планды үтәй торғайным, – тип хәтерләй Фәниә апай. – Шул уҡ ваҡытта халыҡ совет киноларын да үҙ итте. Матур тормошто сағылдырған, илһөйәрлек рухы менән һуғарылған ябай ғына сюжетлы фильмдар һәр кемдең күңелен арбай торғайны. Минеңсә, хәҙер шундай киноларға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Элеккеләр һағындыра…
Билет һатҡан, күрше ауылдан кино­таҫмаларҙы ташыған Рәфис ағай күптән инде гүр эйәһе. Балалар ҙа тамаша­сы­ларҙай таралышҡан. Шулай ҙа бирешмәй Фәниә апай. Ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәй. Уның башланғысы менән бихисап сара үткәрелә. Мәҫәлән, бындағы ағинәйҙәр “Байыҡ” телевизион конкур­сының үткән миҙгелендә фольклор буйынса III урынды яулап ҡайтҡан. Ауылда, йәштәр күңелендә халҡыбыҙҙың рухи ҡиммәттәренә һөйөү тәрбиәләү маҡса­тында, һалдат ҡаршылау, бәпес туйы, шәл байрамы һымаҡ йола өлгөләре йыш күрһәтелә. Бынан тыш, Фәниә Зөфәр ҡыҙының йәнә бер үҙенсәлеге бар: шиғырҙар яҙа ул. Ижад емештәре араһында тормош мәғәнәһенә арнап яҙылғандар өҫтөнлөк итә. Мәҫәлән,
Хоҙай яралтҡан икән,
Ҡыҙҙар кеүек бул тыйнаҡ.
Мәңгелеккә килмәгәнбеҙ,
Был донъяла беҙ – ҡунаҡ.
Ауылға йәм таратып йәшәй Фәниә апай. Элек матурлыҡты күрһәткән кинолары аша өләшһә, хәҙер милли йолалар, ижад емештәре ярҙамында еткерә.

Ябайлыҡта – бөйөклөк

Ғәмле ерҙә сәм дөрләйУрман-Бишҡаҙаҡ ауылы халҡына һоҡ­ланаһың да, бер аҙ көнләшеп тә ҡуяһың. Улар бит көн дә халҡыбыҙҙың изге тауына бағыу бәхетенә эйә. Тәбиғәттең матур­лығынан, тормоштан йәм табып, гөрләтеп йәшәй ҙә беләләр. Ихлас, алсаҡ үҙҙәре. Йорттары ла береһенән-береһе күркәм. Шул уҡ ваҡытта бындағы халыҡтың тарихына, йолаларына һаҡсыл ҡарашы күренеп тора. Мәҫәлән, Фәйрүзә Аслан­ғәлинаның ғаиләһе – тап шундайҙарҙан. Борондан килгән тәрбиәгә таянғандарҙың тормошо ырыҫлы була шул.
– Аллаға шөкөр, иҫән-һау йәшәп ятабыҙ, – ти хужабикә. – Балаларыбыҙ йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Үҙаллы тормош башлап, матур итеп донъя көтәләр. Ирем менән бер-беребеҙҙе аңлап ғүмер итәбеҙ.
Изге күңелле ҡатынды ауылдаштары хөрмәт итә. Бер генә ҡыҙыҡ миҫал: элек мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән сағында ҡайһы берҙә уҡытыусыларҙы ла алмаштырған. Балалар уны үҙ күргән. Мәктәп етәкселеген: “Беҙҙе Фәйрүзә апай ҙа уҡытһын ине”, – тип аптыратып бөткәндәр. Хәйер, килешле итеп һөйләүенә ҡарағанда, был ханым ҙур сәхнәләрҙә лә танылыу яулар ине, минеңсә. Хоҙайҙан бирелгән һәләттер, күрәһең.
Балаларҙың хыялы яртылаш булһа ла тормошҡа аша: Фәйрүзә Әбүталип ҡыҙы педагогик юғары уҡыу йортон тамамлай. Ләкин ҡулайлаштырыу еле уҡытыусылыҡ юлына кәртә ҡуя. Уның ҡарауы, мәктәптә пионервожатый, социаль педагог булып эшләү бәхетенә өлгәшә. Әле иһә ауылдың китапханасыһы бурысын намыҫлы башҡара. Фәйрүзә Әбүталип ҡыҙының янына йәше лә, ҡарты ла күпләп килә. Бының сере бер китапта ғынамы икән? Әллә халыҡты изге күңеллелек, ихласлыҡ арбаймы?

Беренселек кемдә?

Ауыл ерендә – бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәт. Бер ҡараһаң, бындағы тормош фәҡәт спорттан ғибәрәт кеүек. Иртә таңдан кискә тиклем туҡтауһыҙ сабауыллап ҡара әле һин! Шулай ҙа тәнде яҙҙырып алыу мотлаҡ. Урман-Бишҡаҙаҡ халҡы был хәҡиҡәтте яҡшы аңлай. Ҡышҡы кистәрҙе – спорт залында, йәйгеләрен футбол, волейбол яланында үткәрәләр. Һөҙөмтәлә ауылдан район, республика кимәлендә билдәле спортсылар сыҡҡан.
– Волейбол буйынса уңыштарыбыҙ байтаҡ, – тине ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәре Юлай Төхвәтуллин. – Мәктәп уҡытыусылары, йыйылма команда булып, район беренселегендә көсөн йыш һынай. Уҡыусылар ҙа остаздарынан ҡалышмай: саңғы, гер күтәреү буйынса еңеү яулайҙар. Йәштәр ҙә спорт тормошонан ситтә түгел.
Милли көрәшкә айырым туҡталып үтәйек. Был спорт төрө буйынса Урман-Бишҡаҙаҡ спортсылары беренселекте бирмәй икән. Һүҙ буш кеүек яңғырамаһын өсөн бер нисә исемде атап үтәйек: спорт мастеры, республика чемпионы Эмиль Ғималетдинов, разрядлылар Элмир Рәшитов, Азат Шәйәхмәтов, Ринат Хәкимов, Әмир Вәлиев. Ауылдың ғына түгел, райондың ғорурлығы улар. Мәктәптең уңышлы эшмәкәрлеге өсөн бөтөн шарттар ҙа бар, тимәк, исемлектең дауам итеренә шик юҡ.

Үҙҙәре биргән һабаҡ ышаныслы

Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе элек-электән күрше-тирә ауылдарҙы берләштереүсе үҙәк булып торған. Был бурысын ул бөгөн дә дауам итә. Белем усағында, бер нисә ауылдан йыйылып, 100 уҡыусы һабаҡ ала. Өҫтәүенә ауылдағы социаль приютҡа ваҡытлыса килтерелгән балалар ҙа ошонда килеп уҡый.
– Беҙҙә төрлө милләт балалары белем ала. Ошоға бәйле бер нисә туған тел уҡытыла, – ти директор Илшат Сәфәрғолов.
Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбенең уңыштары һоҡланырлыҡ. Һуңғы йылдарға ғына күҙ һалғанда ла, сығарылыш класын­дағыларҙың яртыһы тиерлек уҡыуын миҙалға тамамлаған. Былтыр туғыҙ уҡыусының дүртәүһе шундай ҡаҙанышҡа өлгәшкән. Өҫтәүенә йәштәрҙең байтағы техник юғары уҡыу йорттарын һайлап, уны ҡыҙыл дипломға тамамлай, артабан аспирантурала ҡала. Ауыл мәктәбендә ҙур уңышҡа өлгәшеү өсөн мөмкинлек, шарттар юҡ тип әйтерлекме?
Мәғлүм булыуынса, ауыл уҡытыусы­ларының күбеһе, ғәҙәттә, үҙ балаларын ҡала гимназияларына ебәрергә тырыша. Ә Урман-Бишҡаҙаҡ мәктәбе педагогтары, киреһенсә, урындағы белем усағына өҫтөнлөк бирә. Тимәк, үҙҙәре биргән һабаҡ ышаныслы. Бер кем дә балаһының наҙан булыуын теләмәй бит.
Ғөмүмән, өлгө алырҙай эшһөйәр, илһөйәр, тырыш кешеләре, ата-баба юлын лайыҡлы дауам итер йәш быуын вәкилдәре менән бай Урман-Бишҡаҙаҡ. Матур йәшәүҙәренең төп нигеҙе иһә – тыуған төйәккә хөрмәттә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 771

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873