Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Китегеҙ. Ял бирегеҙ...”
“Китегеҙ. Ял бирегеҙ...” Аҙна элек Мәскәүҙә промоутер ҡыҙҙы атып үлтерҙеләр. Урамда тауыш көсәйткес аша үткенселәрҙе яҡындағы тун кейемдәр магазинына саҡырған өсөн. Баҡтиһәң, эргәләге йортта йәшәгән иргә ял итергә ҡамасаулаған ул.

Уйлап ҡараһаң, ябай енәйәт. Кеше үлтереүсе был кешелекһеҙ ҡылығы өсөн яуап бирер, холоҡ төҙәтеү урынына юлланыр. Ҡыҙҙың туғандарының йән яраһы оҙаҡ төҙәлмәй ыҙалатыр. Йәмәғәтселек иһә шаулар ҙа онотор, артабан һәр кем көндәлек мәшәҡәттәргә сумыр... Онотормо икән? Ә бит хәҙерге заманда бындай фажиғә барыбыҙға ла янай. Һәр кемебеҙ шул ҡыҙ йә ир урынында ҡалырға мөмкин. Уларҙың икеһе лә – ҡорбан. Ҙур сауҙа сәйәсәтенең бәләкәй ҡорбаны.
...“Люблино” метроһы янында төрлө-төрлө магазиндар урынлашҡан. Халыҡ күп йөрөй – уңайлы. Ләкин финанс көрсөгө сауҙа етәкселеген яңы ысулдар ҡулланырға мәжбүр итә. Баҙар иҡтисады закондары шундай: тик ятһаң, берәү ҙә төргәкләп аҡса тоттороп китмәй. Был тун кейемдәр магазины хужалары ла яҡшы алым уйлап таба: махсус хеҙмәткәр яллап, урамда мегафон аша ҡысҡыртып тауарын маҡтатырға тотоналар.
25 йәшлек Анна Носова 26 ғинуарҙа тап ошоноң менән шөғөлләнә лә инде. Эш сәғәте бөтөргә лә күп ҡалмаған – киске 7-се ярты. Тик ҡаршылағы йортта йәшәгән бер иргә был һис тә оҡшамай. Ул әллә нисә тапҡыр балконға сығып, көслө тауыштың ялға ҡамасау итеүенә зарлана, ҡыҙҙан рекламаны туҡтатыуҙы талап итә, хатта һүгенеү һүҙҙәре яуҙыра. Анна уға иғтибар итмәй, эшен баш­ҡарыуын дауам итә. Үҙ ихтыяры менән тормай бит урамда, хеҙмәт бурысын башҡара. Әммә эш көнөн тамамлап өлгөрмәй – ғүмерен пуля өҙә...
Полиция башта өсөнсө ҡатта йәшәгән ирҙән һорау ала. Бер көн элек кенә ул көслө тауышҡа зарланып хоҡуҡ һаҡлау органдарына шылтыратҡан була. Тағы бер нисә кешене тикшерәләр. Ләкин үлтереүсе дүртенсе ҡаттағы ир булып сыға. Тик ул да бындай реклама менән оҙаҡ көрәшкән икән! Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза ла яҙа, магазинға аңлашырға ла йөрөй, мегафонды тыйыр өсөн фатир һайын йөрөп имза ла йыя. Файҙаһы ғына булмай. Ә инде эш уҙғас, теге тун кейемдәр салоны хужалары төн эсендә бинаны бушатып, билдәһеҙ тарафҡа ҡаса. Бурҙың бүрке яна, тиҙәр бит. Тимәк, ялыуҙар тиккә булмаған...
Ысынлап та, цивилизациялы баҙар шарттарына күстек, тиһәк тә, ҡырағай баҙар алымдары юҡҡа сыҡманы әле. Бынан да, тегенән дә күҙеңә инә яҙырҙай булып тауар тәҡдим итәләр, хеҙмәт күрһәтеүҙе көсләп тағалар. Берәй магазинда иркенләп әйбер һайлармын тимә. Безелдәк серәкәйҙәй менеджер: “Һеҙгә ниндәй ярҙамым тейергә мөмкин?” – тип артыңдан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөй. Итәғәтле генә итеп: “Ҡарайым әле”, – тиһәң дә, эстән “ҡамасаула­маһағыҙ ине” тип һуҡранаһың. Урамдан китеп барһаң да, шул уҡ промоутерҙар реклама листовкаларын тоттороп ебәрергә тырыша. Хатта ике ҡулың да буш булмаһа ла, ҡағыҙҙарын оятһыҙ рәүештә битеңә һоналар.
Ә телефондан теңкәңә тейеүҙәре тураһында әйтәһе лә түгел! Тәүҙә банк шылтырата: “Фәлән-фәлән, һеҙгә шунсама процентҡа шунса суммаға кредит бирәбеҙ...” Кемдер бурысҡа ала алмай, ә һиңә, кәрәкмәһә лә, ал, тиҙәр. Унан төрлө матурлыҡ салондары косметика, спа-процедуралар тәҡдим итә. Беренсе сеанс бушлай, тип ҡыҙыҡтыралар. Буштың атаһы үлгән тигәнде ишеткәндәре юҡмы икән?.. Йәнә пластик тәҙрә ҡуй­ҙыртырға ныҡыша башлайҙар, йортоңда улары торһа инде, артабанғы хеҙмәт­ләндереүҙе көсләп тағып маташалар. Тағы ла фатирыңда эсәр һыуға фильтр ҡуйырға, иҙәнеңдә ятҡан балаҫты таҙартырға, кеҫә телефоны операторын алмаштырырға, сит илгә ял итергә ебәрергә ынтылалар... Ипле генә итеп баш тартҡанда ла, көн дә яуып торған ошондай ваҡытһыҙ мөрәжәғәттәр асыуыңды килтерергә, күңелеңде ярһытырға мөмкин.
Бөгөн кешенең “шәхси биләмәһе” ҡал­маны тиерлек. Ә барыһының да һиллек эҙләп ауылға йә ҡала ситенә күсеп китергә мөмкинлеге юҡ. Элекке замандарҙа һинең хаҡта бөтә серҙе именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре генә белһә, хәҙер эте лә, бете лә тотош тормошоң тураһында хәбәрҙар. Улай ғына түгел, бая әйткәнсә, китеп барғаныңда туҡтатып, көн-төн телефоныңа шылтыратып, ишегеңде шаҡып, электрон һәм ишек төбөндәге почта йәшнигеңде кәрәкмәгән листовкалар менән тултырып йән тыныслығыңды алалар. Ул арала селтәрле маркетинг менән шөғөлләнгән берәй әхирәтең үҙ тауарын һатып алыуыңды үтенә. Юҡ, талап итә. Баш тартһаң, ара боҙола...
Был эреле-ваҡлы “бизнес акулалары” ҡасан ғына “кә-рәк-мәй!” тигәнде аңларҙар икән? Мәскәүҙәге һымаҡ фажиғә булғасмы? Тик ундай фажиғәләр бик күп кәрәк булыр шул...



Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә