Айырым шәхестәр, бигерәк тә бар яҡтан уңған, алдынғы ҡарашлы, тарихҡа ла битараф ҡалмаған ғаиләләр республика йөҙөн күркәмләй. Айгөл менән Илфат Таҡаловтарҙың ғаиләһе лә – күптәр өсөн матур өлгө. Унда һәр балала эшкә, ижадҡа, тыуған ергә ҡарата һөйөү тәрбиәләнә, ололарға ихтирам да күҙ уңынан сығарылмай. Балаларға дөрөҫ тәрбиә биреү, татыу һәм бәхетле ғаилә ҡороу серҙәре тураһында “Әсә” фильмында ҡатнашҡан игеҙәктәр Айгиз менән Нургиз, оҫта бейеүсе һәм спортсы Алмас, бәләкәс Рушананың әсәһе Айгөл Таҡалова менән серләштек. – Ғаиләгеҙ, шөғөлдәрегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле.
– Тормош иптәшем Илфат Ильяс улы – Йылайырҙағы Һаҡлыҡ банкы бүлексәһе етәксеһе, мин район ЗАГС-ында белгес булып эшләйем. Икебеҙ ҙә спортты, мәҙәниәт донъяһын үҙ итәбеҙ. Дүрт бала тәрбиәләйбеҙ. Өлкәнебеҙ Алмас – Башҡорт дәүләт аграр университетында, игеҙәктәребеҙ Йылайырҙағы Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында белем ала. Ҡыҙыбыҙ Рушанаға биш йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.
– Әүҙем дә, ижади яҡтан үҫешкән дә ғаилә булараҡ ниндәй бәйгеләрҙә ҡатнаштығыҙ? Еңеү яуламайынса ҡайтыу һеҙҙең маҡсат түгел, буғай.
– Һәр конкурста тиерлек көсөбөҙҙө һынап ҡарарға тырышабыҙ. Республика кимәлендә ойошторолған “Йәш ғаилә”, ”Байыҡ” бәйгеләрендә, “Атай, әсәй һәм мин — спортсы ғаилә” ярышында күп тапҡыр ҡатнаштыҡ. 2007 йылда “Йәш ғаилә” конкурсында – Гран-при, 2014 йылғы ”Байыҡ”та II урынды яуланыҡ, 2009 йылда Алмас “Байыҡ” республика балалар конкурсында I урынға лайыҡ булды. Был ижади бәйгеләргә район кимәлен үткәс барҙыҡ.
– “Йәш ғаилә” конкурсында Гран-при яулауығыҙ – бик ҡыуаныслы ваҡиға.
– Был конкурста ике тапҡыр ҡатнаштыҡ. 2000 йылда Алмасҡа өс кенә йәш ине, иптәшем интервью биргәндә: “Алла бирһә, ҡыҙыбыҙ тыуһа, тағы ла килеп, еңеп ҡайтасаҡбыҙ”, – тигәйне. Ҡыҙ тигәнебеҙ ике игеҙәк малай булды ла ҡуйҙы. 2007 йылда иһә Гран-при алып ҡайттыҡ. Һүҙебеҙҙә торҙоҡ. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, “Байыҡ”ҡа барырға булдыҡ.
– Тормошоғоҙҙа бейеү ниндәй урын биләй?
– Бейеү – күмәгебеҙ өсөн хобби. Малайҙарҙың бөтәһе лә бейеү буйынса музыка мәктәбен тамамланы, өс йәштән шөғөлләнәләр.
– Ғаиләгеҙҙең ижад сығанағы ҡайҙан юл ала?
– Атайым Фәрит Яманғолов оҫта бейеүсе ине. Әсәйем Сәлимә лә – сәнғәт кешеһе. Балаларҙа спортҡа ынтылыш атайҙарынан күсте. Ул — көслө спортсы, кикбоксинг буйынса чемпион.
– Игеҙәк улдарығыҙ Айгиз менән Нургиз, Айнур Асҡаров төшөргән “Әсә” фильмында ҡатнашып, тамашасы күңелен яуланы. Хәҙер улар республикала ғына түгел, ә илебеҙҙең башҡа төбәктәрендә лә танылды. Ә кастингка барыу ниәтен кем күтәреп сыҡты?
– “Әсә” фильмына кастинг хаҡында ишеткәс: “Әйҙә барып ҡарайыҡ, бөтә яҡтан да тап килеп тораһығыҙ”, — тинем. Талап буйынса башҡорт телен белергә, 7 – 12 йәш тирәһендә, көнсығыш йөҙлө булырға кәрәк ине. Сибайға алып барҙыҡ. Игеҙәктәр бик күп килгән, Әбйәлилдән генә лә ете пар ине. 1 июлдән һуң шылтыратып, беҙҙең игеҙәктәрҙең үтеүен хәбәр иттеләр. Шулай ҙа әллә ни барғылары килмәне, әммә коллектив менән танышҡас, уларға оҡшап ҡалды. Барыһы менән дә дуҫлашып киттеләр.
– Малайҙарҙа киноға төшөү ниндәй тәьҫораттар ҡалдырған? Ниндәй ауырлыҡтар менән осрашырға тура килгән?
– Фильмға төшөү оҡшаны. “Әсәй, актерлыҡ бик ауыр профессия икән”, – тиҙәр. Төндә лә, таңда ла уятып төшөрөүҙәре, 40-45 градус эҫелә лә эшләү еңелдән бирелмәне уларға. Айнур ағайҙарының спорт менән дуҫ булыуы, түҙемлелеге һоҡландырған улдарымды.
– Нургиз менән Айгиз абруйҙы, билдәлелекте нисек ҡабул итте? Малайҙарға һәр ваҡыт низағлашып йөрөп фильмға төшөүе ҡыйын булғандыр? Ғөмүмән, улар бер-береһенә ниндәй мөнәсәбәттә?
– Билдәлелекте тыныс ҡабул иттеләр, был бала саҡтан сәхнәлә сығыш яһап өйрәнеү һөҙөмтәһелер. Бер-береһе менән бик дуҫтар. Мәктәптән ҡайтҡас, шаярышып, аунашып алалар. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торалар.
– Малайҙарҙы ғаиләгеҙҙә, мәктәптә бутамайҙармы? Мәҙәк хәлдәр ҙә булалыр?
– Ҡыҙыҡ хәлдәр булып тора инде ул. Тауыштарынан айырмайбыҙ, шылтыратһаҡ, “Һин кем әле?” – тип һорап алабыҙ. Арҡалары менән торһалар ҙа айырып булмай, “әйлән әле” тибеҙ. Мәктәптә күп уҡытыусылар бутай, береһе яуап бирһә, икенсеһе көндәлеген алып сығып биргән осраҡтар ҙа була. Күрше-күлән, ғөмүмән, айырмай уларҙы.
– Киләсәктә кем булырға хыялланалар?
– Бала саҡтан бейеү, спорт, ғөмүмән, хобби тормошта бик кәрәк, тип өйрәтә килдек. Айгиз менән Нургиз уйлай әле. Алмас шәп бейей, көслө спортсы ла үҙе. Имен-аман уҡып сығырға яҙһын.
– Айгөл апай, һеҙҙең ғаилә өлгөлөләрҙән һанала. Усаҡты йылы итеп тотоу серҙәре менән уртаҡлашһағыҙсы…
– Алма ағасынан алыҫ төшмәй, ти халыҡ. Татыулыҡ серҙәре һәр кемдең затынан киләлер, тип уйлайым. Илфат бик матур ғаиләлә тәрбиә алған. Ҡайным да, бейемем дә – ипле, юғары белемле кешеләр. Ҡатын-ҡыҙға ихтирамлы булырға өйрәткәндәр. Илфат та ғаиләһен ҡарай, ҡурсалай, балаларҙы эшкә өйрәтә. Тайфур Сәғитов әйтмешләй, “Ғаилә гөл һауытына оҡшаш, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә”… Шуның өсөн ғаиләне һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк. Барына шөкөр итеп, риза булып йәшәү мөһим.
– Хәҙерге компьютер технологиялары, Интернет заманында балаларҙа нисек итеп сәнғәткә, спортҡа һөйөү тәрбиәләргә? Был мәсьәлә нисек хәл ителә?
– Ауылда эш күп бит, компьютерҙа ултырырға ваҡыттары ла ҡалмай. Утын әҙерләү, баҡса ултыртыу, картуф сәсеү... Ҡош-ҡорт алабыҙ, уларҙы ла балалар ҡарай. Беҙ көнө буйы тиерлек эштәбеҙ. Спорт залына йөрөү улар өсөн ғәҙәткә кергән, шулай булырға тейеш кеүек ҡабул итәләр. Атайҙары шулай өйрәтте.
– Ғаиләгеҙҙә атай һәм әсәйҙең тәрбиәһе бер-береһенән айырыламы?
– Мин шелтәләгәндә, атайҙары ҡыҫылмай, яҡламай һәм киреһенсә. Ни өсөн ярамағанын аңлатабыҙ. Малайҙарға: “Атайығыҙ нимә тип әйтер, унан һорағыҙ”, – тип кәңәш итәм. Ҡыҙыбыҙ иркә генә. Күркәм тәрбиә бирергә тырышабыҙ. Ҡыҙға өлгө ул – әсәй.
– Балаларҙы нисек рухлы итеп үҫтерергә?
– Башҡорт гимназияларында уҡытыу, туған телдә һөйләшеү, милләтең менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү мөһим, әлбиттә. Малайҙарға ҡартаталары шәжәрәләрен өйрәтә, ете быуынын да беләләр хәҙер. Рингка сыҡҡанда ла Айгиз менән Нургиз башҡорт кәпәсен кейә. “Байыҡ” конкурсында ҡатнашыу ҙа рух тәрбиәләй, тип уйлайым. Балаларыбыҙҙың йәштән йыр-моңға маһир, рухи һәм физик яҡтан сәләмәт булып үҫеүен теләйбеҙ.
– “Рингка сыҡҡанда”, тинегеҙ. Улдарығыҙҙың ошо шөғөлө хаҡында ла белге килә.
– Игеҙәктәр I кластан бирле кикбоксинг менән шөғөлләнә. Айгиз — өс, Нургиз — дүрт тапҡыр Рәсәй, икеһе лә өсәр тапҡыр Башҡортостан чемпионы исемен яуланы. Икеһе лә Анапала Донъя кубогының призерҙары булды. Башҡортостан, Рәсәй ҡалалары буйлап күп йөрөйҙәр.
– Һеҙ бергәләп тауыҡ, әтәстәр, ә бәләкәс ҡыҙығыҙ себеш булып бейегән тамаша нисек килеп сыҡты, авторы кем? Бик үҙенсәлекле, матур бейеү бит.
– Ул “Бәхет ҡошсоҡтары” тип атала. Идеяһы ла, режиссеры ла — әсәйем. Бейеүсе Динислам Исҡужин ҡуйышты. Холоҡ-фиғелебеҙгә тура килеп торған бик уңышлы сценарий килеп сыҡты. 2014 йылдың аҙағында “Байыҡ”ҡа финалға барғанда һәм йылайырҙарҙың осрашыуында бейенек.
– Йәш ғаиләләргә теләктәрегеҙ?
– Тырыш, әрһеҙерәк булыуҙарын теләйбеҙ. Ялҡауланмаһаң, өлгөр ҡыланһаң, тормош алға бара. “Алма беш, ауыҙыма төш” тигән заман үтте. Киләсәктә тормошҡа яраҡлашып түгел, ә заманды үҙҙәренә яраҡлаштырып, лидер булып йәшәһендәр!
Фаягөл ЮНЫСОВА
әңгәмәләште.