Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иҫәпленең ҡуйы теүәл
Быйыл йәй Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу үткәреләсәге тураһында беҙҙең гәзит хәбәр иткәйне инде. Ошо көндәрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты был мөһим сара уңайынан урындағы үҙидараға ниндәй вәкәләттәр биреләсәген асыҡланы.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыу бик күп кешегә – аграр өлкәлә эшләүселәргә, фермер­ҙарға, шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу­сыларға, баҡса­сыларға – ҡағы­ласаҡ. Мөһим сара ун йылға бер тапҡыр үткәрелә, бынан алдағыһы 2006 йылда уҙғарылды һәм “2008 – 2012 йылдарға аграр секторҙы үҫтереүҙең дәүләт программаһы”н эшләгәндә нигеҙ итеп ҡулланылды. Стратегик тикшереү үткәреүҙең маҡсаты – ауыл хужалығы тармағы тураһында тулы һәм дөрөҫ мәғлүмәт туплау, артабан илдең аҙыҡ-түлек хәүеф­һеҙлеген анализлау. Был эш беҙҙе ашатып-эсереп тороусы ошо тармаҡтың бөгөнгө ысын хәлен, структураһын, хәҙерге һәм киләсәк ресурстарын, муниципаль берә­мектәр буйынса сағыштырма мәғлүмәттәрҙе һәм башҡа кәрәкле дәлилдәрҙе асыҡларға тейеш.
Комитет ултырышында ҡа­рал­ған “Башҡортостан Респуб­ликаһындағы муниципаль ра­йондарҙың һәм ҡала окру­гтарының урындағы үҙидара органдарына 2016 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы әҙерләүҙә һәм үткә­реү­ҙә дәүләт вәкәләттәрен би­реү тураһында”ғы закон проекты төп иғтибарҙы һәм көстө ошо кампания үткәрелгән урын­ға – ауыл еренә – йүнәлтеүҙе күҙ уңында тота.
Урындағы үҙидара өсөн был саралағы дәүләт вәкәләттәре федераль дәүләт органы һорауы буйынса иҫәп алыуҙағы яуаплы кешене билдәләүгә, тейешле объекттар буйынса мәғлүмәт тапшырыуға, телефон элемтәһе һәм мебель менән йыһазлан­дырылған бүл­мә биреүгә, транспорт менән тәьмин итеүгә, ошо хакимиәт биләмәһендә йәшәүсе халыҡ араһынан иҫәпселәр яллауға булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡала.
“Росстат” федераль хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Константин Лайкам әйтеүенсә, ауыл хужалығы иҫәбен алыуға 13 миллиард һум кәрәк буласаҡ. Шуның 11 миллиардын федераль кимәлдә тотонорға, ҡалған өлөшөн ил субъекттарына матди ярҙам итеп бирергә ниәтләйҙәр. Ошо уҡ хеҙмәттең етәксеһе Александр Суринов ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, ауыл хужалығы иҫәбен алыу һөҙөмтәһендә, йәнәһе, файҙа­ланылмай ятҡан шәхси ерҙәрҙе дәүләткә кире ҡайтарасаҡтар, тип хәбәр таратыуҙарын уйҙырма тип атаны.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә