Беҙҙең заман кешеһе юҡ-барға зарланырға, тиктән генә балауыҙ һығырға аптырап тормай. Уларға ҡар яуыу, буран ғына түгел, фәнни китаптарҙа быға тиклем булмаған “кәйеф төшөргөстәр” ҙә тәьҫир итеүе ихтимал. Хәйер, зарланам тигән кешегә сәбәп аҙмы ни? Ә бына Благовар ауылында йәшәгән Алик Ғәниевтең донъяға ҡарашы бөтөнләй башҡа. Быға 1997 йылдағы фажиғә йоғонто яһаған тип әйтеп булмай. Ул үҙе шундай кеше: тырышып донъя көтә, бәләкәйҙән эшләргә ярата, хатта бер минут та тик ултыра белмәй. Ә бит юл фажиғәһенең йәш егеттең тормошона кире тәьҫир итеүе бик ихтимал ине. Күҙ асып йомған арала бер ҡулһыҙ, аяҡһыҙ тигәндәй тороп ҡал әле!.. Алла һаҡлағандыр унда рух ныҡлығын! Ҡайғы күргән, тәне һыҙлаған минуттарҙа ла донъянан ваз кисергә уйламай ул.
Һиҙеп тораһығыҙҙыр, хөрмәтле уҡыусым, был хаҡта геройым менән һөйләшеүе, нимәлер һорауы ла еңел түгел, әммә ул үҙе шундай теремек, тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡараған әңгәмәсе булып сыҡты. Һис аптырап торманы, уңайһыҙланып ҡына һорау биреүемә ҡарамаҫтан, тотто ла үҙенең йәшәү рәүеше хаҡында һөйләй башланы. “Ни яҙған – шул күрелгән инде. Аҡырып илап ултырып булмай бит. Тормош ҡуйған шарттарҙа матур итеп йәшәй белергә кәрәк. Һәр хәлдә, ҡулымдан килгән тиклем шулай эшләргә тырышам. Ана, шағир Муса Йәлил концлагерҙа ҡаны менән шиғыр яҙған. Ә мин бит – иректә: ни теләйем, шуны эшләй алам. Йәнә лә, Аллаға шөкөр, күҙҙәрем күрә. Иң ауыры тома һуҡырҙарға. Күҙең күргәс, теләһә ниндәй эште тотоп эшләргә ынтылырға була!..”
Был – Аликтың һүҙҙәре. Матур йәшәргә тырышҡан кешенең донъя гүзәллеген тоймауы мөмкин түгел: ә уны күңеле нескәләр генә күрә. Йөрәгендәге тәрән кисерештәренең ни тиклем икәнлеген бары үҙе генә белә торғандыр Алик. Бәлки, ҡатыны Эльзаға ла яҡшы таныштыр ул тойғолар: 2005 йылда никахлашҡан был пар – бер-береһенә ныҡлы терәк.
Алик Валерий улы – районда органик ер эшкәртеү ысулы менән тәүгеләрҙән булып баҡсасылыҡ эшенә тотонған эшҡыуар. Тәүлек әйләнәһенә баҫыуҙан ҡайтып килмәй, тырышып-тырмашып үҙенең дә, ерҙең дә ырыҫын арттыра уҙаман.
Шәхси эшҡыуар кәсебен 2002 йылда күңел ынтылышына таянып башлап ебәрә. Дөрөҫөн әйткәндә, тәүге осор уның түҙемлеген генә түгел, бөтә ниәттәрен ныҡлыҡҡа һынай. Әммә ерҙә үҫкән малай был эшкә бер көнгә генә түгел, ә ғүмерлеккә килгәнен яҡшы аңлай. Фрунзе исемендәге ауыл хужалығы кооперативынан арендаға алған 2 гектар ерҙән йәшелсә ултыртҡан көндән алып ҡайтып килмәй. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Алик килем артынан йән-фарман ҡыумай. Холҡо шулайҙыр егеттең: ул яйлап, йәшелсә культураларын өйрәнеп, тәбиғәт шарттарына ярашлы булыуын да иҫәпкә алып, күҙәтеү эштәре алып бара. 2006 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған белгес крәҫтиән (фермер) хужалығы асырға ҡарар итә һәм шул уҡ йылда эшен башлап та ебәрә. Бөгөн Алик Ғәниевтең 52 гектар ере, биш тракторы һәм йәшелсәләрҙе ташыу өсөн тағылма инвентары бар.
Ерҙе органик эшкәртеү технологияһына нигеҙләнгән шөғөл экологик яҡтан таҙа продукция етештереүгә булышлыҡ итә. Юҡҡа ғына Ғәниевтең йәшелсәләре тыуған районында ғына түгел, күршеләрҙә лә ҙур ихтыяж тыуҙырмайҙыр. Бәрәңге (7 гектар), кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, помидор (1,5 гектар), шулай уҡ әнис, сельдерей һәм башҡа тәмләткес үләндәр үҫтерә ул баҫыуҙарында. Хатта ҡарбуз да ултыртып ҡараған. 1,5 гектарлыҡ быуа ла – шәхси эшҡыуарҙың ҡарамағында.
Тауарҙы етештереүҙә голландия технологияһын ҡуллана эшҡыуар, йәғни йәшелсәне ултыртҡандан алып һыу һибеүгә, утауға, уңышты сифатлы итеп һаҡлауға тиклем барлыҡ эш механик циклда башҡарыла. Алдынғы Европа фирмаларының техникаһы ярҙамында атҡара был эште йүнсел һәм уның хеҙмәткәрҙәре. Алик орлоҡтоң иң яҡшыларын һайлап һатып ала, сөнки эшең менән етди шөғөлләнергә, уңышҡа ирешергә теләһәң, уның һәр этабында ла профессионал булып ҡала белеү мөһим. Шәхси эшҡыуарҙың баҫыуҙарында йыл һайын ике тоннанан ашыу йәшелсә етештерелә. Улар муниципаль сауҙа, төрлө ауыл хужалығы йәрминкәләре аша барып етә ҡулланыусыға.
Беҙ барғанда Алик IV класта уҡыған улы Нияз менән тракторына ултырып ҡайтып килә ине. Йортона ингәс, тағы ла хайран ҡалдым эшлекле ирҙең йәшәү рәүешенә. Әзмәүерҙәй буй-һын еткереп, урам буйлап эсеп йөрөгәндәрҙе алып килеп күрһәтергә кәрәк ине! Ир хәстәрле булғас, ҡатын таҫтарлы, тип юҡҡа ғына әйтмәгән халҡыбыҙ. Эльзаның уңған хужабикә икәнлеге бөхтәлектән үк күҙгә салынып тора. Ауыл ерендә лә кешеләр ҡалалағы һымаҡ, бөтә шарттарҙы үҙҙәре булдырып, бына тигән итеп көн күрә! 5 йәшлек ҡыҙҙары Камилә лә, ана, ҡул араһына инеп бара.
Бөгөн ниндәй пландар менән йәшәй тип уйлайһығыҙ Аликты? Ул ҙур баҡса булдырып, унда алмағастар ултыртҡан. Улар ҙа үҙенә айырым тәрбиә талап итә. “Әле үҫентеләр генә. Әммә емеш баҡсаһы, бер күтәрелеп китһә, алмаларын бирә башлар!” – ти хужа.
Аликка ҡарап, һис икеләнмәйенсә, күктән көтөп ята торғандарҙан түгел, тип әйтеп була. Ул өҫтәлендә хәләл ризыҡ булһын өсөн йылдың 365 көнөндә көс түгә. Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме уның баҡсаһындағы йәшелсәләрҙең, емештәрҙең тәмен? Райондаштары, төбәк эшҡыуарҙары маҡтаған Алик Ғәниевтең уңыштарын ауыҙ итергә яҙһын. Һәр хәлдә көслө рухлы был ир-егеттең намыҫлы хеҙмәтен юғары баһалап, Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы юҡҡа ғына 2012 йылда Маҡтау ҡағыҙы бирмәгәндер. Ә 2013 йылда ул “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе менән бүләкләнгән. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ! Бик зарланғығыҙ килһә, Благовар егете Алик Ғәниев менән барып танышығыҙ!