Руфина Бадеа юғары уҡыу йортонда белем алып йөрөгәндә, немец телен яҡшыраҡ өйрәнеү маҡсатында, сит илгә юллана. Һөҙөмтәлә уның яҙмышы ҡырҡа үҙгәрә.“Һәр кемде ризыҡ йөрөтә” тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Татыр ризығың, эсәр һыуың булһа, әллә ҡайҙарға алып китә яҙмыш тигәнең. Алты балалы ғаиләлә тыуып үҫкән, араларында иң бәләкәстәре булған Руфина ла үҙенең яҙмышын Мюнхенда осратырмын тип уйламағандыр ҙа.
Ҡыҙ IX класҡа тиклем Этҡол ауылы мәктәбендә белем ала, шул осорҙа немец телен өйрәнә. X класҡа башҡорт гимназия-интернатына килгәс, инглиз телен уҡырға тура килә. Немец теленә ҡыҙыҡһыныу уны артабан Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалына немец-башҡорт бүлегенә алып килә. Германияға юлланыуы ла телдең бөтә нескәлектәренә төшөнөү маҡсатында була. IV курстан һуң “Au pair” программаһы буйынса алыҫ сәфәргә сығырға ҡарар итә ул.
Ул ваҡытта немецса яҡшы аралашһа ла, Германияға килеп төшкәс, Руфинаға ҡапыл ғына яңы шарттарға күнеп китеүе еңелдән булмай. Мюльдорф ҡалаһында күп балалы ғаиләгә урынлашып, немецтарҙың телен генә түгел, мәҙәниәтен, тормош-көнкүрешен дә өйрәнә. Ғәҙәти булмаған күренештәргә лә тап була.
– Унда беҙҙәге кеүек мул итеп ризыҡ бешереү юҡ. Шунда уҡ уларҙың аҙлап ҡына ашауына иғтибар иттем, – тип һөйләй Руфина. Әлбиттә, сит тарафтарҙа үҙебеҙҙең милли аш-һыуҙы һағына ҡыҙ. Йыш ҡына немец ғаиләһен башҡорт ризыҡтары менән дә һыйлай.
Магазиндарҙа һатыусыларҙың шул тиклем итәғәтле, ихлас булыуҙары ла хайран итә уны. “Тупаҫ һүҙ, теләр-теләмәҫ һөйләшеүҙе унда бөтөнләй ишетмәҫһең”, – ти ул.
Бала тәрбиәләгәндә лә айырмалыҡтар бар икән. “Немецтар баланы бәләкәйҙән үҙаллылыҡҡа өйрәтә. Мәҫәлән, бәләкәй саҡта кейендергәндә саҡ ҡына ярҙам итеп ебәрәләр, артабан бала үҙе көс һалырға тейеш. 18 йәше тулған егет һәм ҡыҙҙар тормоштарын үҙаллы хәстәрләргә тырыша. Уҡыған осраҡта ла атай-әсәйҙәре уларға бер аҙ ғына ярҙам итә. Беҙҙәге һымаҡ үҫкән балаларын үҙ елкәләрендә йәшәтмәйҙәр”, – ти Руфина.
Байрамдарҙы биҙәр өсөн ғаиләлә балалар менән бергәләп ҡулдан әйберҙәр эшләргә яраталар. Был да – берҙәмлек, татыулыҡ тәрбиәләү ысулы. Ғәҙәти булмаған бүләк тапшырыу күренешенә лә иғтибар итә ҡыҙ. Мәҫәлән, беҙҙә тыуған көн, юбилейҙарға, ғәҙәттә, рауза сәскәләре бирһәләр, унда бер байрамда көнбағыш сәскәһен бүләк итеүҙәренә тап була. “Ә беҙ нисектер көнбағышты сәскәгә лә һанамаған кеүекбеҙ”, – ти ул.
Сит илгә килгәс, тағы ла бер яңы тәртипкә өйрәнеп китергә тура килә уға. Беҙҙә, ғәҙәттә, сүп, аҙыҡ ҡалдыҡтарын бер урынға һалһалар, Германияла улар төрлө урынға туплана. Пластик һауыттар айырым йыйыла, аҙаҡ махсус урындарға алып барып тапшырыла. Биосүптәрҙе, йәғни әфлисун, башҡа емеш-еләк ҡалдыҡтарын – бер, бешерелгән, ҡыҙҙырылған ризыҡ ҡалдыҡтарын – икенсе , ҡағыҙҙы өсөнсө урынға йыйып, төрлө контейнерҙарға һалалар.
Немец телен өйрәнәм, Германияла йәшәгән халыҡтың йәшәү рәүешен күрәм, тип барған ҡыҙ унда үҙенең яҙмышын тап итермен тип башына ла килтермәй. Ә яҙмыш уға көтөлмәгән осрашыу әҙерләй.
– Бер мәл “Au pair” программаһы буйынса төрлө илдәрҙән килеүселәр өсөн Фрайзинг ҡалаһында танышыу байрамы ойошторолдо. Шунан ҡайтып килгән саҡта, Мюльдорфҡа поезд киткәнсе ваҡыт бар әле тип, Мюнхенды ҡарап килергә булдым. Вокзал тирәһендә фотоға төшөп йөрөгәндә, бер егет (Руфинаның буласаҡ ире. – Авт.) дуҫы менән үҙҙәрен фотоға төшөрөүемде үтенде. Был егеттең исеме Лауренцию-Йонуц булып сыҡты. Румын егете, үҙе Мюнхенда йәшәй. “Һин Ҡытайҙанмы?”– тип һораны ул минән. “Юҡ, Рәсәйҙән”, – тигәс, аптырап ҡалды, сөнки улар беҙҙең ил кешеләрен аҡһыл йөҙлө, һары сәсле итеп күҙ алдына килтерә. Ә Рәсәйҙә башҡорттар йәшәүе тураһында Лауренцию-Йонуцтың бөтөнләй ишеткәне булмаған. Шулай итеп, телефондарҙы алмашып аралаша башланыҡ, – тине Руфина, ире менән танышҡан көндө хәтерләп.
Лауренцию-Йонуцтың башҡорттарға оҡшап тороуы, ябай булыуы ҡыҙҙы йәлеп итә. Ә егет Руфинала үҙенең әсәһенең күркәм сифаттарын күрә. Йәштәрҙең шулай бер-береһенә күңеле тартыла. Бер нисә ай дуҫлашып йөрөгәндән һуң егет, Руфинаға румындарҙың йолаларын күрһәтәм тип, класташ ҡыҙының туйына барырға тәҡдим яһай. Руфина ризалаша, һәм улар Румынияға юллана. Ләкин егеттең тағы ла бер маҡсаты була – Руфинаны үҙенең ата-әсәһе менән таныштырыу. Ҡыҙға буласаҡ ҡәйнә-ҡайныһы менән аралашыу ҡатмарлыраҡҡа тура килә. Улар немецса ла, русса ла белмәй, бары тик румынса һөйләшә. Руфина иһә румынса белмәй. Лауренцию-Йонуц улар араһында тәржемәсе ролен үтәй. Этҡол ҡыҙы аҙаҡҡа табан румынса ла бер аҙ аңлай төшә. “Хәҙер үҙемә румын телен ныҡлап өйрәнергә тура килер инде”, – ти Руфина.
Йәштәр тиҙҙән бергә булырға, ғаилә ҡорорға ҡарар итә. Руфинаның Этҡолдағы яҡындары өсөн был көтөлмәгән яңылыҡ булһа ла, улар ҡаршы килмәй. Руфина менән Лауренцию-Йонуц тәүҙә рәсми никахлаша. Һуңынан балалары тыуғас, туғандарын йыйып, туй сараһын үткәрәләр. Йәш ғаиләнең Юлиә исемле ҡыҙҙары үҫеп килә. Өләсәһе хөрмәтенә бәләкәскә Елена тигән икенсе исем дә ҡушҡандар.
– Германияға китеп, тормошҡа сығырмын тип уйламағайным да. Ирем дә башҡа милләттән кәләш алырын күҙ алдына килтермәгән, – ти Руфина, үткәндәргә байҡау яһап.
Туй румын халҡы йолалары буйынса уҙғарыла. Улар беҙҙекенә оҡшаш булыуын да һөйләне Этҡол ҡыҙы. Мәҫәлән, һыу юлы күрһәтеү. Йәштәр, шишмәгә барып, биҙрә менән өйгә һыу алып ҡайта. Башҡа ҡыҙыҡлы йолаларға ла тап була Руфина. Ғаилә ҡорасаҡ йәштәргә алдан икенсе әсәй, атай һайлайҙар. Улар менән йылы бәйләнеш аҙаҡ та юғалмай. Ололар ҡунаҡҡа саҡырып тора, йәштәр ҡайтҡанда күстәнәстәр менән уларҙың хәлен белешергә инә. Туй ваҡытында, ир ҡорона инеүен аңлатып, икенсе атаһы егеттең битендә һаҡал-мыйығын ҡыра, ҡыҙға фата, таж кейҙерәләр, гөлләмә бүләк итәләр.
Руфина – башҡорт, Лауренцию-Йонуц румын булһа ла, ғаиләлә аралашыу немец телендә. Ә кескәй Юлиәгә бер нисә телде белеп үҫергә кәрәк буласаҡ. Сабыйҙың теле немецса асылып килә, шул уҡ ваҡытта балаға русса ла, румынса ла өйрәтәләр.
Әлеге көндә йәштәр Кемтен ҡалаһында йәшәй. Ул Швейцарияға яҡын урынлашҡан. Тәбиғәтенең дә Башҡортостандыҡына оҡшаш булыуын билдәләне Руфина. Өйҙә төрлө милләт аштары әҙерләнә. Оҡшаш булған ризыҡтар ҙа бар. Мәҫәлән, румындарҙың кәбеҫтәгә тәмләткестәр менән төрөлгән ит ризығы голубцыға тартым. Руфина беҙ яратып ашаған ризыҡтарҙан билмәнде, ит бәлешен, бөйөрөктәрҙе лә йыш бешерә. Улар иренә лә бик оҡшай.
Практикаға немец телен өйрәнергә тип киткән Руфина, дүрт йыл үткәс, былтыр көҙ тыуған яҡтарын күрергә ҡыҙы Юлиә менән ҡайта. Тыуған ауыл, әсәй, туғандар, яҡындар менән осрашыу мәлендәге хис-тойғоно күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Ни тиһәң дә, ғәзиз төйәк, әсәй һәр кемдең күңел түрендә йәшәй.
Ҡайтҡанда күберәк немецса һөйләгән кескәй Юлиә лә хәҙер башҡорт һүҙҙәрен байтаҡ белә.
– Тәүҙә бесәйҙе күрһә, немецса “катце” ти ине, хәҙер “бесәй”гә әйләнде, – ти Руфина.
Лауренцию-Йонуц тынғыһыҙ эше арҡаһында Башҡортостанға килә алмаған. Шулай ҙа киләсәктә уға ла Ишембайҙа, ғөмүмән, беҙҙең төбәктә йәшәгән халыҡ менән танышырға насип булыр әле.
– Ситтә йәшәүе ҡыйын түгелме, һағындырамы? – тигән һорауҙы Руфинаға бирмәй булдыра алманым.
– Әлбиттә. Туғандарҙы, тыуған яҡты күрге килә. Әсәй менән бергәләшеп сәй эскән мәлдәр, Яңы йыл байрамдары иҫкә төшә. Ләкин яйлап сит мөхиткә өйрәнәһең, – ти ул.
Әле Руфина ҡыҙын тәрбиәләп өйҙә ултырһа, киләсәктә өҫтәмә һөнәр алып, эшкә сығыу дәрте менән йәшәй. Шулай уҡ уның Сибайҙағы юғары уҡыу йортон тамамлап ҡуйыу маҡсаты ла бар.
Бына шулай яҙмыш тигәнең…Кемдер үҙ яртыһын күрше генә йортта таба. Ә кемдер бәхете артынан ете диңгеҙ аръяғына юллана.