Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡыңдың да ҡыҙы бул
Халҡыңдың да ҡыҙы бул Бала саҡтан гүзәл ер-һыу ҡосағында йәшәгән Эльвина Хужәхмәтова, сикһеҙ матурлыҡҡа һоҡланып, олпат тауҙарҙың хозурлығын күңеленә һыйҙырырға теләй. Инйәр ҡасабаһында – Ямантау итәгендә донъяға килгән ҡыҙ үҙенә “Тауҙар кешене нимәгә өйрәтә?” тигән һорау биреп ҡарай. Яуап табыу иһә оҙаҡ көттөрмәй: ул бейек-бейек тауҙарҙың тәү сиратта ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға, үрҙәрҙән ҡурҡмаҫҡа, матурлыҡҡа ынтылырға әйҙәүенә төшөнә! Тәбиғәт күҙҙе ҡамаштырырлыҡ һылыулығы менән һоҡланыу мөмкинлеген бирһә лә, мәңгелек ҡиммәттәр, әхлаҡи төшөнсәләр әсә һөтө аша еткерелә һәм ғаиләлә генә тәрбиәләнә, тигән фекергә килә Эльвина.

– Тыуғандан уҡ бәхет билә­үендә бәүелеүем өсөн сикһеҙ шатмын һәм рәхмәтлемен. Атайым да, әсәйем дә – ихлас, ғәҙел, мөләйем кешеләр. Атайым Фәрит Ғәлимйән улы ғүмер буйы балта эшендә булды, “алтын ҡуллы” тиҙәр ундайҙар хаҡында. Ул мине бер ҡасан да ҡаушап ҡалмаҫҡа, эшкә ҡурҡмай тотонорға өйрәтте, ауыр хеҙмәт кешегә яңы ғилем, фәһем бирә, тип өндәшер ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғәзиз кешем 50-һен дә тултыра алмай, яман сирҙән вафат булды, – тип бәйән итә ҡыҙ. – Әсәйем Флүрә Исмәғил ҡыҙы – педиатр, ҡасабала оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанған. Халыҡтың ихлас мөнәсәбәтен фиҙакәр хеҙмәте, изге күңел­лелеге, шәфҡәтлелеге менән яуланы ул. Мине иһә әсәйем глобаль хыялланырға, үҫеште, камиллашыуҙы бер ҡасан да сикләмәҫкә, теләк-ниәттәреңдән ҡурҡмаҫҡа өйрәтте. Ҡәҙерлем әле булһа ла: “Ҡулыңдан барыһы ла килә. Эштәрең уңыр!” – тип дәртләндереп, көс-ышаныс өҫтәп тора.
Эльвинаның ҡустыһы Эдуард Санкт-Петербург дәүләт университетында агроклиматолог йүнәлешендә магистратурала белем ала. Ҡыҙ үҙе VIII класты тамамлағансы тик “бишле” билдә­ләренә өлгәшә, мәктәптәге барлыҡ түңәрәктәргә, секция­лар­ға йөрөй. Республика кимәлендә үткәрелгән крайҙы өйрәнеү буйынса бәйгеләрҙә уңышлы сығыш яһай, алдынғы урындар яулай.
Әммә Эльвинаға һаман һауа етмәгән төҫлө тойола, күңелһе­ҙерәк тә була башлай. Әсәһе, ҡыҙының ғилемгә, яңы мәғлү­мәт­кә сарсауын һиҙеп, уны ҡасандар үҙе тамамлаған Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына ебәрергә ҡарар итә. Имти­хандарҙы уңышлы тапшырғас, Эльвина Өфөләге гимназияла уҡый башлай. Ғилем эстәүҙе, бар яҡлап та камиллашыуҙы маҡсат итеп алған аҡ юл да ошо мәлдә һалына, сөнки мәктәпте көмөш миҙалға тамамлаған ҡыҙ артабан уҡыуын Санкт-Петербург дәүләт университетында дауам итә, “сәнғәт белгесе” йүнәлешен һайлай.
– Тотош ил өсөн әсбаптар яҙған профессорҙарҙан ғилем алыу, теләһәң дә, теләмәһәң дә, донъяға ҡарашыңда мотлаҡ ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Шәхси сикләүҙәрҙе алып ташлай, фекерләү даирәһен киңәйтә. Материктар рәүешендә генә өйрәнелгән донъя сикһеҙ ғаләм булараҡ тойола башлай. 2009 йылда тарих факультетында уҡыған ваҡытта уҡ Рәсәй кимәлендә ойошторолған йәштәр проекттары буйынса бәйгелә еңеп сыҡҡайным. Эшем Башҡорт­останда туризмды үҫтереү темаһына арналғайны. Артабан халыҡ-ара хоҡуҡ буйынса белем алыу теләгем уянды, сөнки был өлкәгә ҡағылышлы мәғлүмәт етешмәй кеүек ине. Шуға күрә университетыбыҙҙағы халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетына магистратураға инергә ҡарар иттем. Беренсе курста саҡта Германияла белем эстәү мөмкин­леген биргән бәйгелә еңдем һәм Гамбург ҡалаһындағы Хельмут Шмидт исемендәге Ҡораллы көстәр университетын һайланым, – ти тырыш ҡыҙ.
Уның әйтеүенсә, беҙҙәге һәм немец хәрби уҡыу йорттары араһында айырма байтаҡ. Беҙ, ғәҙәттә, етешәр курсант йәшәгән казарманы күҙ алдына килтерһәк, Германиялағы шарттар башҡаса: барлыҡ уңайлыҡтары булған бинала курсантҡа айырым бер бүлмә бирелә. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар казармаларына бүленеш юҡ, бүлмәләр ҡатнаш урынлаш­тырылған. Бығаса Эльвина Германияға дуҫтарына телде өйрәнеү маҡсатында сәфәр ҡылғас, сит илгә күнегеү әллә ни ҡыйын бирелмәгән. Немецса таҙа һөйләшә, урындағы халыҡтың йолалары, менталитеты менән дә яҡшы таныш.
– Немецтарҙың үҙҙәренекеләр менән генә берләшеп, ситтәрҙе яҡынлатмай торған ғәҙәте бар, рәсәйҙәргә иһә ватандаштары йә башҡа илдән килгәндәр менән дуҫлашыу әмәле генә ҡала. Миңә ҡалһа, телде ныҡлы өйрәнеп, тап немец курсанты тормошо менән йәшәү маҡсаты ҡыҙыҡтырҙы, – тип бәйән итә Эльвина.
Әлеге Ҡораллы көстәр универ­ситеты Германияла элиталы, абруйлыларҙан һанала. Унда башлыса миллионерҙарҙың, чиновниктарҙың, генералдарҙың балалары уҡый. Ошондай егет һәм ҡыҙҙар менән Эльвина уртаҡ телде тиҙ тапҡан, дуҫлашҡан. Белорет һылыуын немец халҡы­ның, студенттарҙың байлыҡ­тары, аталарының, мәҫәлән, ҙур вазифа биләүе менән күкрәк киреп, маҡтанып йөрөмәүе, үҙ көсө менән аҡса эшләргә, белем алырға тырышыуы һоҡландыра.
– Германия кешеһе өсөн һәр минут ҡәҙерле: иртәнге сәғәт 7-лә торалар ҙа тотош көндәрен йә уҡыуға, йә спорт менән шөғөлләнеүгә бағышлайҙар. Мин дә унда саҡта теннис уйнарға ла, ат спортына ла, ғөмүмән, һәммәһенә лә ваҡыт таптым. Немецтар һәр яңы көндө ысын мәғәнәһендә йәшәүгә, камилла­шыуға арнап, ошо күркәм маҡсат­ҡа тоғро ҡала, – тип хәтирәләре менән уртаҡлаша Эльвина.
Сит тарафта уҡыһа ла, ҡыҙ тыуған яғының, республикаһының йөҙөнә тап төшөрмәй, киреһенсә, Ватанын данлап, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырып, әүҙем тормош алып бара. Дуҫтарына йыш ҡына милли аш-һыу әҙерләй, Өфө, гүзәл тәбиғәтебеҙ тура­һын­да һөйләй, төрлө фото, слайдтар ҙа күрһәтә. Бер йыл үткәс, Эльвина Санкт-Петербург ҡалаһында булғанда, уға ҡунаҡҡа немец таныштары Мартин менән Юлия килеп төшә. Һәм улар күмәкләп Өфөгә оса.
Бына ниҙәр һөйләй Эльвина был хаҡта:
– Ихлас, йылы аралашҡан дуҫтарым булараҡ, улар минең тыуып үҫкән яҡтарымды бик күрергә теләне. Баш ҡаланы күрһәттем, уҡып сыҡҡан гимназияма ла сәфәр ҡылдыҡ, бала­ларға инглиз телендә асыҡ дәрес тә үткәрҙек. Һуңынан Әбйәлил, Белорет райондарына юлландыҡ. Мартин менән Юлия башҡорт халҡының алсаҡлығына, тәбиғәт­тең хозурлығына хайран ҡалды. Әбйәлилдән класташым Фәнгиз Фәйзуллинға барған инек. Иртән уянһаҡ, тышта 29 градус­лыҡ сатлама һыуыҡ. Бер заман класташымдың атаһына ауылдаштары: “Ниндәй ҡунаҡтар килгән ул һеҙгә?! Таңғы һигеҙҙә ауыл буйлап йүгерәләр”, – тип шылтырата башланы. Йорт хужаһы иһә: “Немецтар килеп төштө беҙгә”, – тип кенә яуап ҡайтарҙы. Ғөмүмән, Германия халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү – алтын ҡағиҙә, һәм улар һауа торошона ла, ҡайһы географик мөйөштә булыуҙарына ла ҡарамай.
Был илдә уҡыу осоронда Эльвина тотош донъя буйлап дуҫтар таба, ҡайһы берҙәренә ҡунаҡҡа ла барып сыға. 2014 йылда иһә магистратураһын тамамлап, Белорет ҡыҙы Мәскәүгә йәшәргә күсә, сөнки тормошта уның өсөн иң мөһиме – алға барыу, үҫеү, ынтылыш. Сираттағы ҙур аҙымы тип уның биш әңгәмәләшеүҙе уңышлы үтеп, илдең баш ҡалаһында Германия илселегенә, атап әйткәндә, ундағы мәҙәниәт бүлегенә эшкә урынлашыуын билдәләү зарур. Әлегә Эльвина ошонда хеҙмәт итә, әммә күптән түгел яңы, ҡыҙыҡлы тәҡдим алыуын да йәшермәй.
– Иң мөһиме – бер урында тапанмау, файҙалы ғилем туплау, камиллашыу, – ти бит ул үҙе лә. Был һүҙҙәрҙе иҫбатлау өсөн алыҫ китәһе түгел: былтыр Эльвина Холокост һәләкәте тураһында яҙған тарихсы-журналистар ара­һында Дортмунд тарихты өйрәнеү үҙәге ойошторған бәйгелә еңеп сыға. Рәсәйҙән 600 кеше ара­һынан унауһы ғына һайлап алына. Германиянан, Украинанан, Беларусь Респуб­лика­һынан, Рәсәйҙән йәмғеһе 40 финалсы туплана. Ошо төркөм өсөн Холокост урындары буйлап махсус өйрәнеү сәфәре ойошторола.
Тыуған яҡ үҙенә тартмаймы? Унда ҡайтҡанда кисергән хис-тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатып бөтөп булмайҙыр?.. Эльвинаның яуабы төплө һәм етди:
– Өйҙә булмағаныма теүәл бер йыл тулды. Әлбиттә, ғәзиз йорт һағындыра, әммә бойоғоп, ҡул ҡаушырып ултырырға ваҡыт юҡ. Иң мөһиме – йөрәгеңдә Ватаныңа ҡарата һөйөү һаҡлау. Күп сәйәхәт итәм, ер-һыуҙар гиҙәм, бәйгеләрҙә ҡатнашам. Һәм урындағы халыҡ һәр саҡ ниндәй милләттән булыуым менән ҡыҙыҡһына. Мин иһә уларға тыуған илебеҙ, республикабыҙ хаҡында ихласлап һөйләйем, төрлө мәғлүмәт бәйән итәм. Ошо рәүешле Башҡортостаныбыҙҙың данын арттырырға, бай тарихын, күркәм мәҙәниәтен, телен бар донъяға танытырға тырышам. Бер улы йә ҡыҙы миҫалында ғына ла тотош милләт хаҡында тәьҫоратҡа эйә була бит баш­ҡалар. Шуға күрә беҙгә, Башҡорт­остан йәштәренә, аҡыллы, тырыш, сабыр һәм ғилемле булырға, гелән камиллашырға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872