Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Майһыҙ күсәр тиҙ ашала
Майһыҙ күсәр тиҙ ашала Һәр нәмәнең үҙәге булған кеүек, тормош тәгәрмәсенең дә күсәрен социаль мәсьәләләр тәшкил итә. Күсәрҙе майлап тормағанда, ул ашала башлай һәм көтмәгәндә “шарт” итеп һынып төшөүе лә ихтимал.

Кешелекте борон-борондан төрлө социаль мәсьәләләр борсой, уларҙың күптәре, хәл ите­леүҙән бигерәк, тәрәнәйгәндән-тәрәнәйә бара. Үкенескә ҡаршы, ҡабул ителгән саралар тейешле һөҙөмтә биреп еткермәгән саҡтар ҙа йыш була. Быға, әлбиттә, иҡтисади көрсөктөң дә йоғонтоһо бар.
Социаль мәсьәләләр ха­ҡында һүҙ йөрөткәндә, йәм­ғиәт­тең ниндәйҙер арауыҡты үткән осорон күҙ уңында тоторға кәрәктер, сөнки проблемалар сылбыр кеүек бер-береһенә бәйләнеп килеүсән. Шуға күрә илебеҙҙә һуңғы ун йылда барған ваҡиғаларҙы әҙме-күпме барлап сыҡһаҡ, халыҡты борсоған йүнәлештәр ҙә асығыраҡ күренер, моғайын.
Әлбиттә, социаль мәсьәлә тигәндә, иң беренсе сиратта халыҡтың йәшәү кимәле күҙ алдына баҫа. Һандар теле менән әйтһәк, Рәсәйҙә халыҡтың 20 – 30 проценты – дүрттән өс өлөшө – хәйерселектә, фәҡирлектә йәшәй. Ғөмүмән, байҙар менән ярлылар араһындағы “упҡын” 15 – 20 тапҡырға тәрәнәйҙе. Әгәр илебеҙҙәге минималь хеҙмәт хаҡының кимәлен үҫешкән сит илдәрҙәге менән сағыштырғанда, айырма ун тапҡырға барып баҫа. Хеҙмәткә яраҡлы өлкән кешеләр ярлыларҙың – 30, ә балалары булған ғаиләләр 61 процентын тәшкил итә.
Ярлылыҡтың нигеҙендә нимә ята һуң? Әлбиттә, коррупцияның күкрәп сәскә атыуы һәм иҡтисади сәйәсәттәге ҡытыршылыҡтар. Шулай уҡ халыҡты һәләкәткә алып барған эскелек кеүек кире күренештәр ҙә – төп бәләләрҙең береһе. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йән башына йылына һигеҙ литр иҫерткес эсемлек ҡулланған милләттең киләсәге юҡ. Был күрһәткес илдә 18 – 20 литр булып киткән. Тимәк, халыҡтың 80 проценты алкоголь ҡуллана, тигән һүҙ. Уйлап ҡарағыҙ: өс миллион эскесе иҫәптә тора, йыл һайын 75 мең кеше иҫерткес эсем­лектәрҙән ағыу­ланып үлә, һәр бишенсе енәйәт эскелек арҡа­һында башҡарыла. Өҫтәүенә законһыҙ етештерелеп, йәшерен рәүештә һатылған суррогат хәлде ҡыр­ҡыулаштыра.
Халыҡтың 47 проценты эске­лектең төп сәбәбе тип ярлылыҡты һәм эшһеҙлекте атай. Ауылдарға ғына күҙ һалайыҡ: эшһеҙлекте һылтау итеп алған күпме ир-ат шешә төбөнә сумған! Ләкин, таяҡ ике башлы булғандай, үҙен ҡулға алып, тормош дилбегәһен ша­ҡарып тотҡан уҙамандар ҙа аҙ түгел. Ни генә тиһәк тә, алкоголгә ҡаршы оҙайлы һәм халыҡҡа аң­лайышлы көрәш алымы булырға тейеш.
Кешелек боғаҙына боғалаҡ булып ятҡан наркоманияға бәйле хәлдәр бигерәк тә аяныслы. Һуңғы ун йылда илдә наркотик ҡулланыу ун тапҡырға артҡан, шул уҡ ваҡытта АҠШ-та ике тапҡырға кәмегән. Социаль тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, илебеҙҙә биш миллион кеше наркотик ҡуллана, шуларҙың 7 проценты – 11 йәшлек үҫмерҙәрҙән алып 40 йәшкә тиклемгеләр. Был күрһәткес, Евросоюз илдәре менән сағыш­тырғанда, һигеҙ тапҡырға күберәк. Билдәле булыуынса, наркотик ҡулланыусылар араһында төрлө йоғошло сирҙәр таралыусан. Әйтәйек, ВИЧ йоҡторғандар – 18, С гепатиты эләктергәндәр – 80, В гепатиты менән сирләгәндәр 27 процент тәшкил итә.
Үкенескә ҡаршы, был юҫыҡта ла ең һыҙғанып көрәш алып барабыҙ, тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, “2005 – 2009 йылдарҙа наркотиктарҙың законһыҙ әйлә­нешенә һәм уларҙы ҡулланыуға ҡаршы комплекслы саралар” федераль маҡсатлы программаһын бойомға ашырыу өсөн 3,09 миллиард һум аҡса бүленгән, ә Америка Ҡушма Штаттары ошо уҡ маҡсатҡа йыл һайын 34 миллиард доллар тотона. Шулай итеп, ВИЧ инфекцияһы менән туберкулез сиренең таралыуы илдә эпидемия рәүешен ала бара. Мәҫәлән, 2009 йылда ВИЧ инфекцияһы эләк­тереү­селәрҙең һаны 13 процентҡа артты, туберкулездан йыл һайын 25 мең кеше вафат була. Ә инде алдағы йылдарға өмөт тағы ла томанлыраҡ.
1992 йылдан алып Рәсәйҙә үлем күрһәткесе тыуымды үтеп китте. Рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 2025 йылға илебеҙ халҡының 120 миллионға тиклем кәмеүе ихтимал, ҡайһы берәүҙәр хатта 85 миллион булып ҡаласаҡ, ти. Үлемдең төп сәбәптәре – төрлө сир, енәйәт ҡылыу, кешенең үҙ-үҙенә ҡул һалыуы, юл фа­жиғәһе, эскелек һәм башҡалар. Дәүләт был аяныслы хәлдән ҡотолоу юлын эҙләй, әлбиттә, тыуымды арттырыу өсөн етди саралар күрә. Әсәлек капиталы, күп балалы ғаиләләргә йорт һалыу өсөн ер майҙан­дары бүлеп биреү – әһәмиәтле саралар.
Ләкин миҙал ике яҡлы шул. Башҡа проблемалар барлыҡҡа килде: бала табыу йорттарында сабыйҙарынан баш тартҡан әсәләр һаны артты, сөнки ирҙәре эскелек һаҙлығына батҡан йәки баланы аҫрау мөмкинлеге юҡ. Шулай уҡ балаларҙың үҙ өйҙә­ренән ҡасыу осраҡтары йы­шайҙы. Берәҙәк үҫмерҙәрҙең һа­нын берәү ҙә белмәй. Һөҙөмтәлә улар тарафынан йыл һайын 330 мең енәйәт ҡылына, ике мең самаһы үҙ-үҙенә ҡул һала. Йәнә балалар йортонда тәрбиәләнеү­се­ләрҙең яртыһы тиерлек эс­келеккә бирелә, енәйәт юлына баҫа.
Демографик мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеүгә миграция ла йоғонто яһай алмай. “Ватан­даш­тарҙы илгә ҡайтарыу” програм­маһы буйынса Рәсәй 300 мең кешене ҡабул итергә теләгәйне, тик шуларҙың 10 меңе генә тыуған иленә ҡайтып төпләнде.
Бик күп социаль програм­маларҙы бойомға ашырыуға ришүәтселек аяҡ сала. Корруп­цияға ҡаршы көрәш комитеты хәбәр итеүенсә, уғрылыҡтан йыл һайын 9 – 10 триллион һум зыян кү­релә. Сер түгел, социаль мәсьә­ләләрҙе финанслау бюджет тарафынан конкурстар, тендерҙар аша башҡарыла һәм уның яртыһы ришүәтсе эшҡыуарҙар, чиновниктар ҡулына эләгә. Һөҙөмтәлә дәү­ләт бюджетының социаль өлөшө тәғәйен урындарға барып етмәй.
Рәсәйҙә аҙ тәьмин ителгәнлек күп осраҡта ауыл йә ҡаланың ҙурлығына, иҡтисади хә­ленә, хужалыҡ барышына бәйле. Демография иһә халыҡтың матди сығымын, хеҙмәт баҙа­рын бил­дәләй. Мәҫә­лән, кешенең насар һаулығы сығым­дар­ҙы ҡырҡа арттырып ебәрә, килемле эш табыуға кире йоғонто яһай. Бынан сығып шуны әйтергә була: һуңғы йыл­дарҙа сәлә­мәт кешеләргә матди проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеге еңел­ләште һәм, ки­реһенсә, һаулыҡтары насар булғандарҙың иҡ­тисади хәле лә хөр­тәйҙе. Сәлә­мәтлеге ҡаҡ­шаған халыҡтың 36 проценты фәҡирлек сигендә йәшәй.
Йәшерен-батырыны юҡ: ҡатын-ҡыҙға тормошта үҙ урынын табыуы тағы ла ауырыраҡҡа тура килә. Улар 55 йәштән хаҡлы ялға оҙатыла. Ошо йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың – 23, ир-аттың 12 проценты ярлылыҡта көн күрә. 31 – 40 йәштәге ҡатын-ҡыҙҙың тормошо ла маҡтанырлыҡ түгел. Тарҡалған ғаиләләр һаны 23 процентҡа етә. Мәғлүм булыуынса, айырылған ирҙәр икенсе ҡатынға өйләнә, ә балалары менән ҡалған ҡатынға бөтә йөктө үҙ елкәһендә тартырға тура килә. Быны статистика ла раҫлай: тулы булмаған ғаиләләрҙең 83 проценты матди яҡтан ауырлыҡтарға йышыраҡ дусар булыусан.
Әле телгә алынған мәсьәләләр аш өҫтөндәге һөҙлөк кеүек кенә, ә һимеҙ “ҡалъя” төптә ятыусан. Лә­кин башыбыҙға төшкән проб­лемаларҙы хөкүмәт хәл итер әле тип ятыу ахмаҡлыҡҡа тиң булыр ине. Сөнки бәғзеләрҙең вайым­һыҙлығы социаль “упҡын”ды тағы ла хәүефлерәк итә. Бер аҡыл эйәһе әйткәнсә, вайымһыҙҙарҙан ҡурҡырға кәрәк, бөтә енәйәттәр ҙә уларҙың өнһөҙ ризалығынан башҡарыла.
Хөрмәтле дуҫтар, күмәкләгән – яу ҡайтарған тигәндәй, үҙегеҙҙе борсоған социаль мәсьәләләр тура­һында беҙҙең гәзиткә фекер­ҙәрегеҙҙе яҙып ебәрегеҙ. Уларҙы уртаға һалып һөйләшербеҙ, хәл итеү юлдарын эҙләрбеҙ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә