Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Ҡара икмәк телеп таратыр инем...”
“Ҡара икмәк телеп  таратыр инем...” Һуғыш осоро балалары. Ҡәһәрле яу йылдары алыҫайғандан-алыҫая барһа ла, күңел төпкөлөндәге аһ-зары, әрнеүҙәре һаман да һыҙландыра уларҙы. Әсе яҙмыштар ауазы йәштәрҙең йөрәгенә лә үтеп инә...

Балалар күңелендә илһөйәрлек, тарихҡа, өлкәндәргә ихтирам-хөрмәт тәрбиәләүҙең төп алымы тап шул – быуындарҙың аралашып йәшәүе. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңендә татыған ололарҙың хәтирәләрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Йәлләү, ғәжәпләнеү, һоҡланыу, ғорурланыу, тетрәнеү – барыһы бергә ҡушыла. Әсе күҙ йәштәре битте өтә...
Ошо тойғоларҙы кисерткән өлкән быуын вәкилдәре – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр һәм тыл ветерандары ғына түгел, шул осорҙо үткән балалар ҙа көндән-көн тиерлек аҙая бара. Тимәк, беҙгә тарих шаһиттары менән осрашыу мөмкинлеген биргән һәр мәлдең ҡәҙерен белеү мөһим. Бөрйән районындағы Әбделмәмбәт урта мәктәбендә тап шулай иткәндәр ҙә: аяныс яҙмышлы инәй-бабайҙарҙың хәтирәләренән былтыр “Ҡара икмәк” тип аталған кино төшөрә баш­лағандар.
– Белем усағында элек-электән өлкән быуын вәкилдәре менән осрашыуға ҙур иғтибар бирелә, – тип бәйән итте башланғыс кластар уҡытыусыһы Миңнур Ҡасимова. – Һуғыш йылдарын үткән олатай-өләсәйҙәрҙең һөйләгәндәренән әллә күпме тарих яҙырлыҡ! Шулай иттем дә: яҙмыштарҙы теркәп барып, туплап, балаларға уйнау өсөн сценарий төҙөнөм. Хәл-ваҡиғаның күп өлөшө үҙебеҙҙең райондағы Байназар балалар йортонда бара. Фильмда әлеге III класс уҡыусылары ҡатнаша. Оператор һәм музыкаль яҡтан биҙәүсе – XI класс уҡыусыһы Алина Боҫ­ҡонова. Сабый сағын һуғыш яралаған етемдәрҙең кисерештәрен уҡыусы­ларҙың шул ҡәҙәр нескә тойоуына, йөрәге аша еткерә алыуына хайран ҡалам. Белеүегеҙсә, беҙҙең мәктәптең үҙ телевидениеһы бар. Директорыбыҙ Инсур Рәмил улы Үтәбаевҡа ҙур рәхмәт: эшкә ныҡлы этәргес бирҙе.
Балалар менән аралашыу теләген белдергәс, алдынғы мәктәп етәксеһе заманса юлды һайланы – скайп аша һөйләшергә тәҡдим итте. Был алымды уҡыусылар ҙа үҙ итә икән. Улар, ихлас сәләмләп, бер-береһен уҙыша-уҙыша фильмда ниндәй ролде башҡарыуы хаҡында һөйләй башланы. Әйтеүҙәренсә, әҙер күренеш­тәрҙе ауылдаштарына, шулай уҡ былтырғы “Урал батыр” конкурсында ҡатнашҡандарға күрһәткәндәр икән.
– Инәй-бабайҙар илап ултырҙы, – тиҙәр. – Уларға ҡушылып, сәхнәлә үҙебеҙ ҙә илай-илай уйнаныҡ. Миңнур апай сығыш һайын арыш икмәге бешереп алып барып, залдағыларға телемләп тарата. Хәҙер инде бер эпизодты ғына төшөрөргә ҡалды: ҡар өҫтөнән ялан аяҡ йүгереп, мәктәпкә барырға тейешбеҙ. Киләһе аҙнала шуны эшләп ҡуйырбыҙ, ти уҡытыусыбыҙ. Шул көн тиҙерәк етһен ине! Аҙаҡ Инсур Рәмил улы үҙе монтаж яһаясаҡ. Март-апрель айҙарына фильм әҙер булыр, моғайын.
Был уҡыусылар араһында төрлө ярыш еңеүселәре, лауреаттар байтаҡ. Робот техникаһы буйынса конкурста Ҡазанды, Мәскәүҙе яулап ҡайтҡан малайҙар ҙа бар. Ижад итергә әүәҫ өсөнсөләр. Скайп аша һөйләшкән арала ҡышҡа бағыш­лан­ған шиғырҙарын да һөйләп өлгөрҙө улар. Өҫтәүенә һәр береһе өс-биш дана милли баҫмаға яҙылған!
“...Ә минең оҙон ғүмер кисергем, күп итеп балалар үҫтергем килә. Ҡайһы саҡта күҙемде йомам да, ашъяулыҡты уратып ултырған балаларыма ҡара икмәк телеп, таратып бирәм икән, тип уйлайым…” “Их, бер тешләм генә ҡара икмәк булғанда... Сәйнәп, имеҙлеккә һалып ҡаптырыр инем...” Ошондай хыялдарҙан хасил “Ҡара икмәк” фильмы. Һуғыш осоро балаларының әсе кисерештәрен үҙ йөрәге аша үткәреп уйнаған Әбделмәмбәт уҡыусылары, һис шикһеҙ, әлеге мул тормоштоң, тыуған еренең, ата-әсәһенең ҡәҙерен белеп үҫер.




Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА. Район: Бөрйән районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә