Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап…
Һин, уҡытыусым, шундай наҙлап… Замандың ниндәйендә генә йәшәһәк тә, халҡыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары араһында күркәм тәрбиәлеләр, ғаилә ҡиммәттәрен беренсе урынға ҡуйғандар булыуы һөйөндөрә.
Хеҙмәттәшем Наилә Яхъя ҡыҙы – шундай гүзәл заттарҙың сағыу бер өлгөһө. Бөрйән ра­йонында тыуып үҫеп, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары белем алған ул. Әле Өфө ҡалаһының Калинин районындағы 111-се гимназияла башҡорт теленән уҡыта.
Тормош һынауҙары алдында баҙап ҡалмай, һәр саҡ алға ынтылып йәшәй ханым. Башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас баҫалҡылыҡ, уңғанлыҡ, сыҙамлыҡ, шул уҡ ваҡытта сәм, ҡыйыулыҡ та бар Наилә Яхъя ҡыҙында. Хеҙмәтенә тоғролоғо, һәр нәмәне етеҙ, ихлас башҡарыуына һоҡланып бөтөрлөк түгел. Биш йыл рәттән Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған “Йәйләү” лингвистик лагерында тәрбиәсе булып эшләй. Тырышлығы, уңғанлығы маҡтау грамоталары менән дә баһалана. Хеҙмәттәшем һөнәри оҫталыҡты арттырыуҙы, камиллашыуҙы үҙенең мөҡәддәс бурысы итеп алған.
2010 йылда дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Наилә Яхъя ҡыҙы Өфө ҡалаһы хаки­миәтенең премияһына лайыҡ булды. Шул саҡта биргән бер интервьюһында: “Кеше барса эште бәләкәйгә йә ҙурға бүлмәй, еренә еткереп, төплө башҡарырға тейеш”, – тигәйне. Үҙе иһә ғүмер буйы ошо һүҙҙәренә тоғро ҡала килә. 2011 йылда ҡала кимәлендә үткән “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә финалист, республика буйынса конкурста лауреат булды.
Наилә Яхъя ҡыҙы һәләтле, талапсан уҡытыусы ғына түгел, оҫта класс етәксеһе булараҡ та ата-әсәләрҙең ихтирамын, рәхмәтен яулай. Хеҙмәттәшебеҙ 2012 йылда ойош­торолған “Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы” республика конкурсында еңеүгә өлгәште. “Уҡытыусы-эҙләнеүсе” тигән профессиональ исемгә лә ошо йылда лайыҡ булды ул. Әммә хеҙмәттәшебеҙ яулаған үрҙәре менән генә сикләнмәй, һәр саҡ үҫеш, ғилем, яңырыу юлында. Эшенең күп ваҡыт һәм көс талап итеүенә ҡарамай, икенсе юғары белем алыуҙы ла маҡсат итеп ҡуйған һәм уға өлгәште лә. Тырышлығы менән урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алды. Ә инде 2013 йыл Наилә Яхъя ҡыҙы өсөн уңышҡа һәм ҡыуанысҡа үтә бай килде: Рәсәйҙәге иң яҡшы уҡытыусылар бәйгеһендә ҡатнашып, “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектына ярашлы грант алды ул. Беҙ ошондай уңған, ғилемле хеҙмәттәшебеҙ менән ғорурланабыҙ һәм унан өлгө алабыҙ.
Ғаиләһендә үҙ көсө менән ике балаһын аяҡҡа баҫтырып, әле уларға юғары белем алыуҙа ярҙам, таяныс булып тора. Ҡыҙы Гүзәл медицина өлкәһен үҙләштерһә, улы Алмаз, хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтып, Хоҡуҡ институтында ғилем эстәй. Наилә Яхъя ҡыҙының яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, һәр яңы көнөн йылмайып ҡаршылауы, тирә-яғына нур, шатлыҡ сәсеп йөрөүе – һоҡланғыс үрнәк.


Автор: Лариса ХӘЙРУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә