Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Балаңдың балаһы балдан татлы
Сорғоттан ҡыҙы менән ейән-ейәнсәре килеп төшкәс, Солтан ҡарт йәшәреп, кәйефе күтәрелеп, һыны турайып, йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. “Балаңдың балаһы балдан татлы” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул.

Ә өләсәйҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тәмлекәстәрҙең ниндәйен генә әҙерләмәне ул! Ҡар­тының күптәнге хыялы тормошҡа ашасаҡ бит: Аллаһ бойорһа, ул йәй буйы ейән-ейәнсәре менән урман ҡыҙырасаҡ, балыҡ тоторға йөрө­йәсәк, балаларға туған телен ныҡлап өйрә­тәсәк, халҡыбыҙҙың боронғо көнкү­реше, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары тура­һында һөйләйәсәк…
Иртәгәһен өлкәндәрҙең һыйыр, кәзә һауғанын яҡындан күргән Алмастың ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Оҙаҡ күҙәтеп торғандан һуң: “Ә беҙ һөттө магазиндан алабыҙ. Һеҙгә ҡалай рәхәт икән: шунда уҡ – бер биҙрә”, — тип әйтеп ҡуйҙы. “Ҡыҙым менән кейә­үемдең, әйт­кәнде тыңлап, балалар менән башҡортса ғына арала­шы­уының һөҙөмтәһе бар. Ейәнем ҡай­һылай матур һөйләшә”, — тип эске ҡәнә­ғәтлек кисерҙе Солтан ҡарт һәм: “Һыйлы көнөң һыйырҙа шул, улым”, — тип ҡуйҙы.
Ҡарты менән ейәне балыҡ ҡар­маҡларға киткәс, Рәбиға әбей Айгөлдө йомшаҡ ҡына һөйөп уятып, иртәнге сәй янына саҡырҙы.
— Ҡоймаҡты ҡаймаҡ менән ҡай­натмаға манып аша, балаҡайым, – тип өйрәтте. – Үҫеп, таҙарып киттең, собханалла, күҙ теймәһен.
Урамдан Фәғилә әбей үтеп бара ине. “Әйҙә, сәй эсергә ин”, – тип тәҙ­рә аша ихлас саҡырҙы уны өлә­сәй. Өҫтәлгә тиҙ генә таҙа сынаяҡ ҡуйҙы, ҡоймаҡ өҫтәп һалды. “Эй, бисара, бала күрмәгән, балдан ауыҙ итмәгән яңғыҙаҡ бит ул”, — тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы үҙе. Айгөл иһә өй эштәренә тотондо. “Өйрән­гәнең үҙең өсөн”, – ти бит өләсәһе. “Икмәк тәме – тоҙ, өйҙөң йәме ҡыҙ менән”, — тип тә өҫтәп ҡуя.
Солтан ҡарт иһә тәбиғәт ҡоса­ғында ейәненә бала сағы тураһында бәйән итте:
— Атайым йыш ҡына: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”, — ти торғайны. Күрше урыҫ ауылы беҙҙән өс саҡрым алыҫ­лыҡта. Һинең кеүек сағымда унда көнөнә ике-өс тапҡыр барып ҡайтыр инем. Икмәкхана, магазин – шул ауылда. Ҡыш атайым эшләп биргән сана менән киләм. Уға әйбер тул­тырылған тоҡсайҙы, атайым күр­һәткәнсә, ныҡ итеп бәйләйем.
— Ҡыш өшөгәнһеңдер ҙә инде, олатай?
— Һе, ундай саҡ та булғандыр. Әсәйем битемә ҡаҙ майы һөртөп ебәрә торғайны.
Эшләп үҫтек. Хәҙерге ҡайһы бер йәштәр кеүек ҡул ҡаушырып йөрө­мәнек. Яҙ картуф сәсеүҙән баш­ланһа, йәй еләккә йөрөйбөҙ, фай­ҙалы үләндәр йыйып киптерәбеҙ. Шунан бесән мәле етә. Унан – көҙгө уңышты йыйыу ваҡыты. Картуф эше тамам­ланғас, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүгә тотонаһың. Ағасты арҡыры бысҡы менән бысып, ботап, өй эргәһенә ташыйбыҙ. Атайым ваҡлап яра, мин тигеҙ итеп өйә барам. Ҡыш иһә малға иртә менән сығып бесән һалам, һыу буйына төшөрөп һуғарам. Бына шулай, улым, гел хәрәкәттә булдыҡ. Һөҙөмтәлә, хәҙерге ҡайһы бер балалар кеүек, аҙыҡ һайлап ултыр­маныҡ. Емереп эшләнек тә, ашаныҡ та.
Көнө буйы саф һауала йөрөгәс, ауырыуҙың нимә икәнен дә бел­мә­нек. Ә хәҙер… Һеҙгә ҡунаҡҡа бар­ғанда күрҙем: бәғзеләр бер туҡ­та­лыш араны ла йәйәү йөрөмәй, ҡы­ҫыла-төртөлә автобусҡа ултыра…
Һәр һүҙҙе иғтибар менән тың­лаған Алмас үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙо. Олатаһы бәйән иткәнсә, ана, ата-бабаларыбыҙ ҡайһылай мул тормошта йәшәгән! Көтөү-көтөү мал аҫра­ғандар, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр… “Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул сығыр” тигән мәҡәлде онотма, ти бит олатаһы ла. “Улы барҙың ҡулы бар”, – тип тә йыш ҡабатлай.
…Йәшәүгә көс өҫтәгән йәйге өс ай үтеп тә китте. Ҡояшта янып, һыу инеп, файҙалы ризыҡ менән туҡланып, саф һауа һулап, ҙурайып киткән ҡәҙер­леләрен иламһырап оҙатты өләсәй менән олатай. Сорғотҡа ҡайтҡас, Алмас шунда уҡ олатаһына шылтыратты: “Һөйлә­гәндәрең иҫемдән сыҡмай, олатай. Көн дә иртән зарядка эшләй, эргәләге мәктәп майҙансығында йүгерә башларға ҡарар иттем. Урамда күберәк йәйәү йөрөйә­сәкмен. Мага­зинға аҙыҡ-түлек алыр­ға ла үҙем барырмын. Һөйләшеп ҡуйҙыҡ инде: дүртебеҙгә лә саңғы аласаҡбыҙ. Һеҙҙең кеүек, ауы­рыуҙың ни икәнен дә белмәҫбеҙ. Бына күр ҙә тор, олатай!”

Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА,
ветеран-уҡытыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә