Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хаҡлы ял – икенсе йәшлек
Хаҡлы ял – икенсе йәшлек Райондағы һәр ауыл биләмәһендә ветерандар берләшмәһе уңышлы эшләй. Өлкән быуын вәкилдәре мәҙәни һәм спорт сараларында ихлас ҡатнаша, үҙҙәре лә төрлө кисә, осрашыу үткәрә. Хаҡлы ялдағылар өсөн һабантуй, Яңы йыл кисәләре, күрше район-ҡалаларға экскурсиялар даими ойошторола. Өлкәндәр “Мин яратам һине, тормош!” республика конкурсында йыл да уңышлы сығыш яһай. Ошо һәм башҡа эштәр, киләсәккә пландар тураһында – райондың ветерандар берләшмәһе рәйесе Ансар ТӨЛКӨБАЕВ.
– Әбйәлил ветерандары шул ҡәҙәр әүҙем. Был үҙенсәлек ҡайҙан килә тип уйлайһығыҙ, Ансар Ғаттар улы?
– Быға ауылдарҙағы ветерандар берләшмәһе вәкилдәренең үҙ бурысына ифрат яуаплы ҡарауы йоғонто яһай тип уйлайым. Әгәр улар эшләмәһә, өлкәндәр күҙгә күренеп бармаҫ, һәүетемсә генә үҙ тормошо менән йәшәр ине. Ә былай хаҡлы ялдағылар төйәгенә йәм, ҡот өҫтәп, йәштәргә өлгө күрһәтеп, бар хәленсә булышлыҡ ҡылып ғүмер итә.
Хаҡлы ял – икенсе йәшлекӘле район ауылдарында, ойошма-пред­приятиеларҙа ветерандарҙың 124 берләшмәһе бар, уларҙа 10 521 пенсионер иҫәптә тора. Өҫтәүенә беҙҙә Ағинәйҙәр ҡоро, инвалидтар, эске ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булғандар ойошмалары, ҡатын-ҡыҙҙар советы әүҙем эш алып бара.
Хаҡлы ялға сыҡтым, тип бошоноп ултырмай өлкән быуын вәкилдәре. Киреһенсә, яңы һулыш алып, “икенсе йәшлеген” кисерә улар. Кемдер электән күңелендә йөрөткән шөғөлөнә тотона.
“Яратам һине, тормош!” конкурсының һайлап алыу турын һәр ауыл биләмә­һен­дә үткәрәбеҙ. Унда балҡыған та­лант­тарҙы күреп, хайран ҡалаһың! Өлкәндәребеҙ шул ҡәҙәр һәләтле. Уларҙы халыҡ араһына күберәк сы­ға­рыу ниәтендә биләмә-ара осра­шыуҙар уҙғарыуҙы, концерт ҡуйыуҙы ла яйға һалғанбыҙ. Тау-урманлы яҡта һәм ялан ерендә ғүмер иткәндәрҙең йәшәү рәүеше, булмышы бер-береһенән ҡырҡа айырыла. Шуға күрә, бер-береһе менән аралашһындар, фекер алышһындар тигән теләктән сығып, уларҙы йыш осраштырабыҙ.
– Һеҙҙә өлкәндәр өсөн йыл да һабантуй, Яңы йыл кисәһе үткәрелә.
– Эйе, үҙебеҙҙең күркәм йолала­ры­быҙ бар. Өлкәндәр өсөн Яңы йыл байрамдары электән үткәрелһә, былтыр тәүге тапҡыр һабантуй үтте. Хәлил мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ярҙа­мында ойошторолған сарала райондың барлыҡ ветерандары тиерлек ҡат­наш­ты. Тәбиғәт ҡосағында ял итеү, уйын-көлкө, йыр-бейеү барыһына ла оҡшаны. Өлкәндәр төрлө ярышта ҡатнашып, бүләктәр алды, ихлас аралашты. Ғүмер көҙөн йәмләп йәшәгән ветерандарыбыҙ һабантуйҙы быйыл да үткәреүҙе һораны. Мотлаҡ ойошторасаҡбыҙ.
Урындарҙағы эште йәнләндереү йәһәтенән эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Мәҫәлән, ике айға бер тапҡыр ауыл биләмәләрендә семинар-кәңәшмә үткәреүҙе ғәмәлгә индерҙек. Был сарала ветерандар, әүҙем йәмәғәтселәр менән осрашып, булған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ, кәңәштәр бирәбеҙ. Урындағылар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡ­лаша. “Йәш пенсио­нер”ҙарҙы сафҡа ҡабул итеү ҙә күркәм йолаға әүерелде. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамдарында абруйлы өлкән кешеләргә “Почетлы граждан” исеме бирелә.
– Мәғлүм булыуынса, район ветерандары республиканың иҫтә­лек­ле урындары буйлап йыш сәйәхәт итә. Улар юл сығымын үҙҙәре тү­ләйме, әллә бағыусылар ярҙам итәме?
– Сәйәхәткә йыл да сығырға тыры­шабыҙ. Учалы, Миәкә райондарының изге урындарына, Бөрйәндәге данлы Шүлгәнташ мәмерйәһенә, Баймаҡтағы Талҡаҫ күленә барып ҡайттыҡ. Былтыр иһә Өфө ҡалаһына ике көнлөк онотолмаҫ сәфәр ҡылдыҡ. БРИКС һәм ШОС саммиттары үткән урындарҙа, “Ләлә” мәсетендә, Еңеү паркында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейындағы осрашыуҙарҙы әле лә һағынып иҫкә алабыҙ.
Быйыл да, пенсионерҙарҙың теләген иҫәпкә алып, туристик маршрут бил­дә­ләнәсәк. Ә инде сығымдарға кил­гәндә, барыһы ла алдан һөйләшелеп, район хакимиәте һәм бағыусылар ярҙамы менән ҡаплана.
– Өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә килгәндә...
– Әлбиттә, араларында һаулыҡ мөм­кинлеге буйынса йөрөй алмай, түшәктә ятҡандар ҙа юҡ түгел. Был йәһәт­тән дә маҡсатлы эш алып барыла: кемгәлер медицина ярҙамы тейешле кимәлдә күрһәтелмәһә, кәрәкле дарыу алыуҙа тотҡарлыҡ, инвалидлыҡ буйынса һо­рауҙар тыуһа, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе район дауаханаһы етәкселеге менән бергә хәл итергә тырышабыҙ.
Сәләмәт йәшәүгә, спортҡа килгәндә, хәҙер өлкән быуын вәкилдәре үҙҙәре йәштәргә өлгө күрһәтә. Тотош ауыл халҡы менән бергә йүгерһендәрме, һәр кис йәйәү йөрөһөндәрме, саңғыға баҫһындармы... Район ветерандары өсөн йылына ике тапҡыр шахмат турниры, саңғы ярышы һәм башҡа спорт бәйгеләре үткәрәбеҙ.

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.


Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә