Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ун дүрт йәшлек килен
Ун дүрт йәшлек килен Борон фәлән-фәләндәр 13, хатта 12 йәшлек ҡыҙға өйләнгән, тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, аптырай торғайныҡ. Әле балалыҡтан сығып өлгөрмәгән, ҡулынан ҡурсағы төшмәгән ҡыҙға нисек намыҫың етеп өйләнәһең инде? Хәйер, ул дәүерҙе ниндәйҙер кимәлдә аҡларға ла була. Аслы-туҡлы йәшәгән ярлы ғаилә артыҡ тамаҡ булып иҫәпләнгән ҡыҙҙарынан тиҙерәк ҡотолоу яғын самалағандыр. Өҫтәүенә ер майҙандары ла ир балаларға ғына бүленгән.

Ә бөгөн беҙ туйып һикерә башланыҡмы икән әллә? Күптән түгел Башҡортостанда айырым осраҡтарҙа 14 йәшлектәр ҙә никахлаша алыуы тураһында закон проекты республика прокуратураһы тарафынан тәҡдим ителде.
Әлбиттә, был мөмкинлекте йәштәр етди сәбәптәр булғанда, әйтәйек, ҡыҙ бала ауырға ҡалған осраҡта ғына файҙалана ала. Быға тиклем республикабыҙҙа 18 йәштән генә ғаилә ҡороу рөхсәт ителә ине. Шулай ҙа, рәсми мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда 16 йәше тулмаған үҫмерҙәр араһында йыл һайын 20-ләп никах теркәлеүе билдәле.
Был закон тураһында ишетеп, күптәр шаҡ ҡатҡандыр, моғайын. Эйе, VIII – IX класта уҡып йөрөгән 14 йәшлек ҡыҙ бала ғаилә ҡороу өсөн рухи яҡтан ғына түгел, физик яҡтан да әҙер түгел әле. Нисек кенә булмаһын, халыҡтың “ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тигән мәҡәлен иҫәпкә алып, бында ла төптән уйлап эш итергә кәрәк. Һәр хәлдә был мәсьәләгә ҡарата ҡараштар “бизмән”е төрлө яҡҡа ауышып киткеләй. Берәүҙәр, ризаһыҙлыҡ белдереп, ҡаш йәмерәйтһә, икенселәр хуплап баш ҡаға.
Дин әһелдәре лә үҙҙәренең фекерен халыҡҡа еткерҙе. Ислам динендә никах бәлиғ булған егет менән ҡыҙ араһында теркәлә, ти улар. Бәлиғ булыу иһә 18 йәштән түгел, ә енси яҡтан өлгөрөү осоронан һанала. Әйтәйек, бала енси яҡтан 12 йәштә өлгөрһә, улар араһында никах теркәргә була. Шуға күрә 14 йәштән никах теркәү дәүләт ҡанундарын шәриғәткә яҡынайта. Динебеҙ быны хуплай, уға бер нисек тә ҡаршы тормай. Мәсьәлә икенселә – ҡайһы бер ата-әсә балаһын дөрөҫ тәрбиәләмәй. Улар йыш ҡына ул-ҡыҙҙарын 18 йәшкә тиклем кескәй бала кеүек күрә һәм балаһының үҫкәнен ул ауырға ҡалғас ҡына аңлай. Баланың аҡылы үҫмәһә лә, кәүҙәһе үҫә бит, тәбиғи ихтыяждары барлыҡҡа килә. Ата-әсә балаларын ғаилә ҡорорлоҡ тәрбиә биреп үҫтерһә, дөрөҫ булыр ине.
Был мәсьәләгә ҡарата психологтар ҙа һүҙен әйтте. Рәсәйҙә шундай сәйер күренеш күҙәтелә, ти күңел инженерҙары: енәйәт өсөн баланы 14 йәштән хөкөм итә башлаһалар ҙа, 14 йәштә бала табыуҙы, ғаилә ҡороуҙы енәйәттән дә кәм хурламайҙар. Айырым осраҡтарҙа был йәштә ғаилә ҡороуҙы законлы рәүештә рөхсәт итеүҙең бер насарлығы ла юҡ. Иртә өйләнешеүҙең үҙ өҫтөнлөктәре лә бар. Хәҙер балалар физик яҡтан тиҙ өлгөрһә лә, аҡыл яғынан артта ҡалыусан. Йәшләй ғаилә ҡорғанда, уларҙа яуаплылыҡ хисе лә артыр, моғайын.
Халыҡ фекерен белергә теләп, Интернет селтәре аша уларға мөрәжәғәт иттек. Бына нимә тип яҙалар: “Йәш быуындың әхлаҡи тәрбиәһенә ҡасан иғтибар бүлә башларҙар тип көтһәк, киреһенсә, уларҙы аҙҙыра торған ҡарар был”, “Кеше закон буйынса йәшәргә теләмәгәс, законды кешегә яраҡлаш­тыралар”, “14 йәшлектәр бала-саға ғына ла инде, минең бер туған ҡустыма 16 йәш тула, минең өсөн ул бәләкәй әле!”, “Тыуғас та ҡолаҡ тешләтеп ҡуйыу нимәне аңлата? Өйлән­дереүҙеме? Улайһа, ни өсөн 14 йәш әле, ә 10 йә 12 түгел? Минеңсә, 16 ла аҙ әле ул, араҡыны 21-ҙән генә һатҡас, ә руль артына 18-ҙән ултырғас...”, “Алла һаҡлаһын, егермене уҙып өйләнешеүселәрҙең дә ҡайһы берҙәре донъя көтөргә яраҡлашып етмәгән була, 14 йәшкә ни әйтәһең. Улыма 15 йәш, уйынан уйын сыҡмаған бала бит әле ул”.
Башҡортостан прокурорының өлкән ярҙамсыһы Руслан Исмәғилев әйтеүенсә, йәмәғәтселек документтың эстәлеген дөрөҫ аңламаған.
– Төбәк Ғаилә кодексында әйтелеүенсә, айырым осраҡтарҙа (ауырға ҡалыу, бала табыу) урындағы үҙидара органдары 16 йәше тулмағандарға өйләнергә рөхсәт бирә ала. Йәштең түбәнге сиге билдәләнмәгән. Ә беҙ иһә уны билдәләүҙе тәҡдим итәбеҙ – 14 йәш, – ти ул. – Ғаилә кодексындағы үҙгәрештәр опека органдарына ошондай хәлгә тарыған һәр ғаиләне тикшереү бурысын ҡуя. Уларҙың һығымталары нигеҙендә ҡарар ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, юридик баһа биреү өсөн бөтә мәғлүмәттәр автоматик рәүештә тәфтиш органдарына тапшырыласаҡ.
– Бәлиғ булмайынса өйләнешеү күренештәре бар икән, ул хоҡуҡи яҡтан көйләнергә тейеш, – ти төбәк парламентының спикеры Константин Толкачев. – Республика законына индерелгән үҙгәрештәр үҫмерлек йәшендәге никахты бер нисек тә хупламай. Киреһенсә, ул аныҡ тәртип урынлаштыра. Шул уҡ ваҡытта власть органдары һәр осраҡты иғтибар менән күҙәтеп барасаҡ.
Һөҙөмтәлә был закон проектын депутаттар тәүге уҡыуҙа уҡ ҡабул итте. Әлбиттә, барыһы ла хупламаны. Ултырышта ҡатнашҡан 105 депутаттың 88-е – “ыңғай”, алтыһы “ҡаршы” тауыш бирҙе, һигеҙе “икеләнде”, өс депутат бөтөнләй тауыш бирмәне.
Депутаттарҙың күпселеге был хәлде законды көсәйтеү тип баһалай. Элек уның “томан”лы булыуы арҡаһында күп кенә енәйәтселәр яуаплылыҡтан ҡасып ҡотолдо. Сөнки Рәсәйҙең Ғаилә кодексында айырым осраҡтарҙа 14 йәштән никахлашыу ҡаралмаған, һәм урындағы үҙидара органдары бындай хәлдәрҙә нимә эшләргә лә белмәне. 16 йәше тулмаған ҡыҙ бала ауырға ҡала икән, уның эше менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнә башланы. Шулай итеп, барлыҡҡа килерлек ғаилә тарҡалды: егетте төрмәгә ултыртып ҡуйҙылар, ә ҡыҙ бала яңғыҙ әсә булып ҡалды.
Шулай ҙа йәмәғәтселек фекере депутат­тарҙыҡынан ҡырҡа айырыла: “Бәлиғ булмаған ҡыҙ баланы енси мөнәсәбәткә ылыҡтырыу – енәйәт. Бының өсөн яза ҡаты булырға тейеш”, – ти улар.
Нисек кенә булмаһын, 14 йәшлек үҫмерҙәр үҙ ҡылыҡтарын тулыһынса аңлап етмәй әле. Ундай закондарҙы ҡабул иткәндә, бәлки, медицина белгестәре, психологтар, хоҡуҡ һаҡсылары, ғөмүмән, халыҡ менән кәңәшләшеп эш итергә кәрәктер.




Автор: Салауат ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә