Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тарих эҙҙәрен барлап
Тарих эҙҙәрен  барлап Һәр тармаҡ алдынғы ҡарашлы, гелән яңылыҡҡа ынтылған хеҙмәткәре менән бай. Урынды кеше түгел, ә кешене хеҙмәт биҙәй, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Тап шундай уңғандарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, тарих фәндәре докторы Рима Сөләймәнова.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, ул СССР Фәндәр ака­демияһының Башҡортостан филиа­лындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт инс­титутына стажер-тикшеренеүсе итеп алына. Унан Мәскәү аспирантураһын тамамлап, кандидатлыҡ диссерта­цияһын уңышлы яҡлай. Йәш ғалимә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында яңы көс менән эш башлай. Бында бүлек мөдиренән директор урынбаҫа­рына ҡәҙәр хеҙмәт баҫҡыстарын үтә.
Рима Нөғәмән ҡыҙы, Башҡортос­танда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең тарихын өйрәнеп, шул темаға бер нисә монография, бихисап фәнни мәҡәлә баҫтырҙы. Төбәгебеҙҙәге гүзәл зат вәкилдәренең 1950 – 1990 йылдарҙағы социаль хәленә бағышланған хеҙмәте халыҡ тарафынан айырыуса йылы ҡабул ителде. Ғалимә XX быуат башында Ырымбур һәм Өфө губерналарында буржуаз ҡатын-ҡыҙҙар хәрә­кәтенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тураһында үҙенсәлекле мәғлүмәт тә табыуға өлгәште. Әлеге тема ике монографияһында сағылыш тапты.
Рима Сөләймәнова республиканың ижтимағи-сәйәси үҫеше тарихына ла ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, 1991 йылда донъя күргән “Башҡортостан йәмәғәт ойошмалары хәҙерге этапта: эшмә­кәрлектәренең яңы аспекттары” тигән мәҡәләһе шул осорҙа үҙе бер яңылыҡ булды. Яҙмала уҙған быуат аҙағын­дағы йәмәғәт ойошмаларының хеҙмә­тендә сағылыш тапҡан көрсөк билдә­ләре, яңы ойошмаларҙың барлыҡҡа килеү барышы асып бирелде. Был мәҡәлә – шул осорҙа тарих фәнендә башланған методологик үҙгәреүҙәрҙең күрһәткесе.
Рима Нөғәмән ҡыҙының ғилми етәкселегендә Баш­ҡорт­ос­тандың яңы тарихына ба­ғышланған ҙур хеҙмәттәр донъя күрҙе: “Башҡортостан тарихы. 1917 – 1990 йыл­дарҙа” (ике томда), “XX быуатта Башҡортостанда баш­ҡорттар: тарихи очерктар”, “Башҡорт халҡының тарихы”­ның VI томы һәм башҡалар. Ғалимә уларҙы яҙыуға ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, аспирант­тарҙы ла йәлеп итте. Әлбиттә, бындай ҙур проект­тарҙа ҡатнашыу йәштәрҙең үҫеше өсөн ҙур этәргес булды.
Ғалимә тарихи демография мәсьәләләренә лә иғти­бар бүлә. Теманың төрлө ас­пекттары уның етәкселегендә донъя күргән коллектив хеҙ­мәттәрҙә сағылыш таба. Эш­мә­кәрлектәге икенсе йүнә­лешкә – тарихта айырым шәхестең өлөшө – туҡтап үтәйек. Был темаға бәйле “Башҡортостан XX быуатта. Тарихи портреттар” тип аталған ғилми мәҡәләләр йыйынтығы өс баҫ­мала донъя күрҙе. Уларҙа республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо сағылыш тапҡан.
Рима Нөғәмән ҡыҙы һәр ваҡыт яңы, әлегә ҡәҙәр файҙаланылмаған материалдар нигеҙендә, алдынғы методологик алымдар ярҙамында эш итә. Архив мәғлүмәттәрен фәнни ҡулла­нылышҡа индереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Уның етәкселегендә республика тарихының көнүҙәк мәсьәләләренә арналған 12 документтар һәм материалдар йыйынтығы донъя күрҙе. Шуларҙың бер нисәүһен атап китәйек: “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР милли сәйәсәтенең региональ үҙенсәлектәре. Башҡорт АССР-ы”, “Башҡорт халҡының тарихы буйынса документтар һәм материалдар (1941 – 1985)”, “1945 – 1964 йылдарҙа СССР-ҙа халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре мәсьәләһе: Башҡортостан АССР-ы миҫалында” һәм башҡалар.
Һуңғы йылдарға ғына күҙ һалғанда, Рима Нөғәмән ҡыҙының етәкселегендә һәм ҡатнашлығында институттың бүлек хеҙмәткәрҙәре бер нисә коллектив хеҙмәт, 15-ләп монография, 20 документтар һәм фәнни мәҡәләләр йыйынтығы баҫтырған. Шулай уҡ диссертациялар яҡланған, Рәсәй гранттары, программалары ярҙамында ғилми эштәр алып барылған. Ғөмүмән, Рима Нөғәмән ҡыҙы XX быуаттағы Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индерҙе. Әле лә яңы ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырыу, китаптар сығарыу маҡсаты менән янып йәшәй.

Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә