Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кескәй генә иғтибар ҙа ғүмерҙе һаҡлап ҡала
Кескәй генә иғтибар ҙа ғүмерҙе һаҡлап ҡала Транспортта берәйһенең түләргә аҡсаһы юҡ икән, мин уға билет алып бирергә тырышам. Әлбиттә, әгәр пассажир лаяҡыл иҫерек булмаһа һәм кондукторға, башҡаларға ҡарата үҙен әҙәпһеҙ, тупаҫ тотмаһа…

Бер ваҡыт шулай оло ғына әбейҙе водитель автобустан сығармай.
— Түләмәһәң, минең менән һуңғы туҡталышҡа хәтлем ба­ра­һың, ә унда ни ҡылырға белербеҙ, — тип екеренә ир.
Әбей илар сиккә етте, хәлен төрлөсә аңлатып та ҡарай.
— Улай хәйерсе булғас, йәйәү йөрө!
Түҙмәнем, водителгә егерме һум һуҙҙым:
— Сығарығыҙ уны, мин түлә­йем!
Минән аҡса алмай маташты тәүҙә урта йәштәрҙәге ир, ахырҙа әбейҙе төшөрөп ҡалдырырға мәжбүр булды. Аҡсаны алды шулай ҙа. Алды ла байтаҡ ҡына мине тиргәп барҙы:
— Табылған берәү! Нимә, һин шул тиклем байһыңмы? Бөтәһе­нән дә байыраҡмы? Ниңә үҙ машинаңда йөрөмәйһең улай булғас?!
…Бынан 38 йыл элек булған ваҡиға хәтергә төштө. Ул саҡта кисергән кәмһенеүҙәрем, ғәрлә­неү хисе һаман онотолмаған, йәнемде үртәп тора.
Бөтәһе лә “күңелле” сәйәхәт­тән башланды. Ярты йәшлек кенә улымды алып, Әбйәлил яҡта­рынан Стәрлетамаҡҡа, мәрхүм ирҙең туғандарына юл тоттоҡ. Сатнама һыуыҡ декабрҙә ни тип йәш бала менән шундай оҙон һәм ауыр (ул замандарҙа транспорт хеҙмәте бик алама ине) юлға йөрьәт иткәнмендер, әле булһа үҙемә йәнем көйә. Мо­ғайын, сираттағы ғауғанан ҡур­ҡыптыр. Хәйер, ир булған кеше ҡанымды аҙ эсмәһә лә, әсәһе, туғандары бик һәйбәт ине, уларға бер үпкәм дә юҡ. Ниһайәт, килеп еттек ҡәйнәмдәргә. Улар ҡала ситендә 8 Март урамындағы шәхси йортта йәшәй ине. Күп итеп ҡунаҡ йыйғандар. Мәжлес беҙҙең илдә тәгәрәп йығылғансы эсеүҙән ғибәрәт бит инде. Өй тулы халыҡ араһында өс кенә кеше (әлбиттә, ошонда уҡ сыр-сыу килеп йөрөгән бала-сағанан тыш) ауыҙға ла алмайбыҙ: ҡәй­нәм һәм беҙ, уның ике килене. Килендәшем Гүзәл дә эсмәй торғайны.
Әллә юлда һалҡын алдыр­ҙымы, әллә ҡаңғырыҡ араһын­дамы, кинәт улымдың тән тем­ператураһы күтәрелде. Дарыу эсереп тә, әүрәтеп тә ҡарайым, юҡ, туҡтауһыҙ илай, сирләгәне көн кеүек асыҡ. Аптырағас, ҡәй­нәм “Ашығыс ярҙам” саҡырҙы. Һүҙ юҡ, машина тиҙ килде, беҙҙе дауаханаға алып та киттеләр. Атай кеше улының ауырып кит­кәнен дә, “Ашығыс ярҙам” кил­гәнен дә белмәй ултырып ҡалды.
Дауаханала дежур табип яҙа-йоҙа тыңлап, төрткөсләп-һуҡҡыс­лап ҡараны ла, исмаһам, берәй төрлө ярҙам да күрһәтмәй:
— Ҡайтып китегеҙ. Балаң һап-һау, өйҙәге эштән ҡасып килдең­ме? — тип йөҙ йыртты.
Ә температура төшмәй. Улым­дың тынғыһыҙланыуынан уҡ сирләгәне күренеп тора. Бик оялсан, йыуаш инем йәш саҡта. Ҡайҙа инде табип һынлы табипҡа ҡаршы өндәшеү!
Төнгө сәғәт ике тирәһе. Элек төнөн ҡалаларҙа ла бер ниндәй транспорт йөрөмәй ине. “Ашығыс ярҙам” машинаһының оҙаҡ ҡына килеүенән самалайым: ара яҡын түгел, етмәһә. Стәрлегә тәү тап­ҡыр тиерлек килеүем, ҡайҙа барырға ла белмәйем. Өҫтә йоҡа ғына пальто, баланы күтәреп, нисек сығып китергә тейеш булған­мындыр.
— Мин ҡайтыр юлды белмә­йем, — тинем баҙнатһыҙ ғына.
Был ҡабул итеү бүлмәһендә яңы шау-шыу тыуҙырҙы. Кеме­һелер хахылданы, кемдер йәнә миңә ябырылды:
— Исемеңде беләһеңме, исмаһам? Ҡайҙа йәшәгәнеңде лә онотҡас…
Ситтән килеүемде аңлатам, ә улар, нимә, хәҙер һиңә машина яллайыҡмы, тип көлә.
— Ярай, ҡабат алып барып ырғытайыҡ, — тине, ахырҙа, беҙҙе алып килгән медик ир.
Ғәжәп, тәүге саҡырыуға тиҙ үк килеп еткән, өйҙән дауаханаға юлды инде бер тапҡыр үткән водитель, шулай уҡ эргәһендәге фельдшер, кире юлды “белмәҫ” булып сыҡты. Эй алып йөрөнөләр ҡала буйлап, мыжып арыған улым да ойоп китте. Мин адресты әйтеп ҡарайым да ул...
— Хәҙер ошонда төшөрөп ҡалдырабыҙ. Теләһәң ҡайҙа кит, — тиҙәр миңә. Мин иһә илап ялбарам, юлды белмәйем, зинһар, ҡалдырмағыҙ, тим. Бөгөн аптырайым, ни хикмәт булғандыр ул көн.
— Һин күберәк эскәнһеңдер, шуға юлды белмәйһең, — тип хихылдап көлөшәләр. Хатта һыра ла ауыҙ итеп ҡарамаған, байрам­дарҙа ла эсеүҙең ни икәнен бел­мәгән минең өсөн быныһы инде үтә ғәрлек тойолдо.
Хәҙер иһә башыма шундай уй килә: моғайын, улар үҙҙәре бигүк айныҡ булмағандыр. Йә наркотик ҡулланғандарҙыр, кем белә. Ул заманда беҙ наркомания тигән һүҙҙе лә белмәй инек бит. Ошолай уйларға мине тағы бер нәмә мәжбүр итә: әлеге хәлдән һуң ике-өс йыл үткәс, ошо уҡ дауаханала медиктарҙың үҙ эшенә һалҡын ҡарауы һәм сирлеләргә ваҡытында ярҙам күрһәтмәүе арҡаһында бер нисә үлем осрағы теркәлде, был хаҡта республика матбуғаты ла яҙып сыҡты, хатта хөкөм эштәре ҡуҙғатылды…
Ҡыҫҡаһы, улым менән мине төнгө ҡала уртаһында төшөрөп ҡалдырманылар-ҡалдырыуға, өйгә лә илтмәнеләр, ҡабат дауа­ханаға алып килделәр. Унда дежур табип яу һалып, тегеләрҙе лә, мине лә әрләй башланы.
— Мин һеҙҙе ҡайҙа ҡуяйым хәҙер?! Был дауахана, ҡунаҡхана түгел! — тип ҡысҡырҙы ул.
— Улым ауырый, уға темпера­туранан укол ҡаҙағыҙ, исмаһам! — тип инәләм.
— Аҡсаңды түлә! — ти табип. Ә кеҫәмдә бер тин дә юҡ. Медицина ул замандарҙа түләүһеҙ ине, үҙем менән ни ҙә булһа алырға башым да етмәгән.
Укол һалдылар шулай ҙа. Ҡот осмалы шыҡһыҙ, һыуыҡ бер ҙур бүлмәгә индереп бикләнеләр. Мөйөштә ҡаҡ эскәмйә һымаҡ нә­мә тора ине, шунда күрһәттеләр: ярай, йоҡлағыҙ ошонда. Бик ҙур изгелек ҡылдылар, йәнәһе. Улымды өшөмәһен өсөн үҙемдең пальтома урап “дер” ҡалтырап ултырам. Ярай әле кәрәсинле шәм кеүек һүрән генә янған утты һүндермәнеләр. Тик бындайын да ҡотһоҙ ниндәй бүлмә икән был? Етмәһә, эт бәйләһәң дә сыҙап тормаҫлыҡ һалҡын…
Стәрлетамаҡ табиптарының мине кәмһетеүҙәренең һуңғы сиге булды был. Балам менән мине… мәйетханаға индергәндәр икән. Ни өсөн бикләнеләр һуң? Хатта уғрылыҡтан башҡа бер көн тора алмаған клептоман өсөн дә унда урлап сығырҙай бер нәмә лә юҡ ине бит!
Ҡаршы яҡ стена буйында тәпә­шерәк оҙон өҫтәлдә теҙелгән бер нисә үле кәүҙәне күргәс, ҡотом осто, ҡысҡырыуҙан көскә тыйылдым: ҡулымдағы сабы­йымдың уянырынан ҡурҡтым. Ул уколдан саҡ тынысланып йоҡлап киткәйне. Өләсәйем өйрәткән бер нисә до­ғаны ҡат-ҡат уҡып, балам хаҡына бер өн дә сығармай, өшөп-ҡатып төн үткәрҙем. Ғәжәп итәм: ни өсөн шулай ҡыланды икән ҡасан­дыр Гиппократ анты биргән, хатта дошмандарына ла тейешле яр­ҙам күрһәтергә бурыслы, бөтә донъяла иң игелеклеһе булырға тейешле һөнәр эйәләре?! Өҫтә­үенә иртәнсәк ишекте килеп ҡаҡ­ҡан ирҙең, ауыҙын салышайтып:
— Как спалось? — тип һорауы минең өсөн сабырлыҡтың һуңғы тамсыһы булды. Илап ебәрҙем.
Әммә ул саҡтағы мажараларым бөтмәгән икән әле. Яҡтырғас, сабыйымды күтәреп ҡайтырға сыҡтым. Көн һыуыҡ, төнө буйы өшөп сыҡҡан кешегә ни, тешем тешкә теймәй. Автобусты һора­шып табып, инеп ултырҙым. Эргәмә кондуктор килде. Ә минең аҡсам юҡ. Аңлатам, хәлемә инер, тип уйлайым. Өлкән йәштәге бисә бөтә салонды яңғыратып, сәрел­дәргә кереште, мине тышҡа ҡыуа. Водителгә туҡтарға ҡушты. Уны­һы ла яҡлашып бер һүҙ әйтһәсе, исмаһам! Автобус тулы халыҡ, бөтәһе лә шып-шым. Шунда эргәгә әсәйем йәшендәрәк апай килде. Кондукторға бишме-алтымы тин аҡса һондо:
— Нимә, йәш балалы әсәне бер-ике туҡталыш бушлай алып барһағыҙ, дәүләт фәҡирләнеп китер, тип уйлайһығыҙмы?
Бөтә ҡыйыулығымды туплап, әлеге апайҙың исемен һораным. Сарра Иосифовна. Моғайын, йәһүд булғандыр, йөҙ-башҡа ла шулайыраҡ ине. Мин рәхмәттәр уҡый-уҡый үҙ туҡталышымда төшөп ҡалдым. Ҡасан да булһа ул ҡатынды эҙләп табырмын һымаҡ ине. Ығы-зығылы тормошта эҙләп тә тапманым, аҡсаһын да ҡайтарманым. Хәйер, ул барыбер алмаҫ ине. Уның кеүек оло йөрәкле кешене кәмһетеү генә булыр ине бер нисә тин өсөн ваҡланыуым. Бер нисә тин… Бәлки, тиндәр минең дә, балам­дың да ғүмерен һаҡлап ҡал­ғандыр. Кешеләргә ҡарата ышанысымды. Ә исемен хәтерләйем. Һеҙ инде донъяла ла юҡһы­ғыҙҙыр, бәлки, Сарра Иосифовна. Йылдар аша, күҙ йәштәрем аша бөгөн дә мең-мең рәхмәт яуҙырам Һеҙгә!
Өйгә ҡайтһам, ҡәйнәм, бахыр­ҡайым, дауаханаға ашарға алып киткән, атай кеше бер ни белмәй баш төҙәтә… Ҡәйнәм, тип беренсе ҡат өндәшеүем. Ул миңә гел “балам” тип һүҙ ҡуша ине, минең өсөн үҙе һәр саҡ “инәй” булды, ә Нуриман яҡтарында тыуып үҫкән кеше өсөн “инәй” һүҙе “әсәй” мәғәнәһенә бәрәбәр. Ту­ған­дары менән матур мөнәсә­бәтебеҙ барыбер беҙҙең этелә-төртөлә барған ғаилә арбабыҙҙы һаҡлай алманы. Ләкин быныһы инде — икенсе тема.
Ул саҡтағы мажараларымды иҫләйем дә Стәрле табип­та­ры­ның, кондукторҙың ҡылығын аң­ларға маташам. Тик аҡларлыҡ сәбәп таба алмайым. Өҫ-башым, шартлап торған ҡышҡы көндә еңел пальтола, йөндән үҙем бәйләп кейгән беретта булыуым ғына сәбәп булмағандыр бит миңә күрһәткән дорфалыҡ­та­рында? Әммә иманым камил: ҡиммәтле тун-бүректә булһам, улай ҡылана алмаҫтар ине. Игелектең дә, аламалыҡтың да ҙуры-бәләкәйе юҡ — быны миңә бигүк еңел, ябай булмаған яҙмышым бик яҡшы төшөндөрҙө. Шуның өсөн дә урамда йығылып ятҡан кеше эргәһенән (хатта ул иҫерек булһа ла), полиция хеҙ­мәткәрҙәре бәйләнгән йәш-ел­кенсәк янынан, транспортта билетҡа аҡсаһы булмаған мосафир, хәйер һорашып ултырған бисаралар тарафынан битараф үтеп китә алмайым. Минең кескәй генә иғтибарым, кеҫәмдән сығар­ған бер нисә һумым, бәлки, икенсе берәүҙең йәшәүгә өмөтөн йә булмаһа ғүмерен һаҡлап ҡалыр — бары шуны хәтерләүҙән…






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал

Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал 30.01.2025 // Йәмғиәт

Салауат Юлаев һәйкәленең 1000 һумлыҡ аҡсала һүрәтләнеүе ихтимал...

Тотош уҡырға 12

Республикала сабыйҙар үлеме 18% кәмегән

Республикала сабыйҙар үлеме 18% кәмегән 30.01.2025 // Йәмғиәт

Республикала сабыйҙар үлеме 18% кәмегән...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә 30.01.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда аномаль йылы һауа торошо көтөлә...

Тотош уҡырға 11

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордты яңыртты

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордты яңыртты 29.01.2025 // Йәмғиәт

Республика торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордты яңыртты...

Тотош уҡырға 18

Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта

Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта 29.01.2025 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә февралдән балаларға пособие арта...

Тотош уҡырға 20

Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре»  тыуған

Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған 29.01.2025 // Йәмғиәт

Урал аръяғында тәүге «батша игеҙәктәре» тыуған...

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда йәнә боҙло ямғыр фаразлана

Башҡортостанда йәнә боҙло ямғыр фаразлана 28.01.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәнә боҙло ямғыр фаразлана...

Тотош уҡырға 29

Ғәзиз Манапов — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары

Ғәзиз Манапов — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары 28.01.2025 // Йәмғиәт

Ғәзиз Манапов — Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары...

Тотош уҡырға 33

Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй

Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй 28.01.2025 // Йәмғиәт

Мәғариф министрлығы: быйыл БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр көтөлмәй...

Тотош уҡырға 33

Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе 28.01.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Башҡортостан прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе...

Тотош уҡырға 29

Радий Хәбиров республика прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе

Радий Хәбиров республика прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе 28.01.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров республика прокуратураһы органдары эшмәкәрлегенә баһа бирҙе...

Тотош уҡырға 26

Асылыкүл буйында глэмпинг төҙөлә

Асылыкүл буйында глэмпинг төҙөлә 28.01.2025 // Йәмғиәт

Асылыкүл буйында глэмпинг төҙөлә...

Тотош уҡырға 26