Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юғалтыуҙар – мөлкәткә идара итә белмәүҙән
Юғалтыуҙар – мөлкәткә  идара итә белмәүҙән Башҡортостандың дәүләт ҡаҙнаһының сығымдары ҙур: былтыр ғына ла, яҡынса йомғаҡтар буйынса, республика ихтыяждарына 151 миллиард һум тотонолған. Бюджет аҡсаһы алдан уйланылған мәнфәғәттәрҙә файҙаланыламы, тейешле урынына барып етәме? Республикабыҙҙың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат ХАРАСОВ менән әңгәмәлә һүҙ – ошо хаҡта.

– Салауат Фәттәх улы, үҙегеҙ етәк­селек иткән ойошманың былтырғы эшен нисек баһа­лай­һығыҙ? Палатаның эшмә­кәр­легенә ниндәй күҙлектән ҡа­рарға кәрәк: әгәр ҙә белгес­тә­регеҙҙең кәмселектәрҙе фашлауы һөҙөмтәһендә финанс өлкәһендә тәртип яҡшыра икән, артабанғы хеҙмәт күр­һәткестәрегеҙ ул тиклем үк һоҡланғыс булмаҫ кеүек, ә тәртип һис тә яҡшырмаһа – тимәк, ундай факттарҙы асыҡ­лауҙың йоғонтоһо юҡ...
– Финанс тәртибен боҙоуҙы асыҡлау һәм уның күләмен билдәләү – беҙҙең тикшереү эшмәкәрлегенең бер өлөшө генә. Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы барлыҡ бюджет процесын, йәғни планлаштырыуҙан алып дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереүҙе ҡулланыусыға алып барып еткергәнгә тиклем булған бөтә эште, үҙ эсенә ала.
Алдан контроллек итеүҙе эшмәкәр­лек­тең өҫтөнлөклө йүнәлеше тип иҫәпләйбеҙ. Был ысул хәүеф ихтималын асыҡлау һәм уны иҫкәртеү мөмкинлеге бирә. Эшебеҙҙең йоғонтоһон тап шунда күрәбеҙ.
Был ыңғайы үҙебеҙҙең ғәмәл­дән бер миҫал килтерә алам. Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә ташҡынға ҡаршы дамба төҙөл­гәндә дәүләт аҡсаһының нисек файҙа­ланылыуын асыҡлау маҡ­сатында Палата комиссияһы был объекттың смета хаҡы­ның ысын­ға тура килеү-килмәүен тик­шерҙе. Һөҙөмтәлә килешеүҙәге һан­дарҙың яһалма икәнен белдек һәм ҡаҙнанан алынған 150 миллион һумды юғалтыуға юл ҡуйылманы.
Дәүләт программаларын һәм бюджет тураһындағы закон проекттарына эксперт һығымталары әҙерләгәндә лә беҙҙең иҫкәртеү саралары ярайһы уҡ йоғонтоло булып сыға. Ошо йүнәлештә беҙ республика Хөкүмәте һәм тармаҡ министр­лыҡтары менән берлектә эш итеү йәһә­тенән ҙур ғына тәжрибә тупланыҡ. Эксперт булараҡ белдергән тәҡдим һәм фекер­ҙәребеҙҙең иғтибарһыҙ ҡалғаны юҡ.
Контроль-иҫәп палатаһы хәҙер тикше­реү вәкәләттәре менән генә сикләнеп ҡалмай, ул хоҡуҡ боҙоу­ҙарҙың сәбәптәрен тәрән һәм сис­темалы анализлауға, стратегик аудитҡа күсә. Йыл һайын аналитик эшмәкәрлекте көсәйтә бара­быҙ. Маҡса­тыбыҙ – алдан иҫкәр­теү, финанс-бюджет хоҡу­ғын боҙоу өсөн сәбәптәр бар­лыҡ­ҡа килеүенә юл ҡуймау. Һан­дар менән күрһәтһәк, һуңғы өс йылда ғына ла 7 миллиард һум­дан ашыу күләмдәге иҡтисади кәмселектәр алдан иҫкәртелгән һәм уларға юл ҡуйылмаған.
– Финанс етешһеҙлектәрен ышаныслы итеп иҫбатлау өсөн аудиторҙың оҫталығы юғары булыуы ла мотлаҡ. Һеҙ кадр­ҙарҙы нисек һайлап алаһығыҙ, уларға ниндәй талаптар ҡуйыла?
– Тәүҙә шуны аныҡлағым килә: Баш­ҡорт­остан Контроль-иҫәп палатаһының барлыҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәре лә аудитор түгел, контроль сараларын туранан-тура башҡарыуҙа ҡатнашыу­сылар инспектор вазифаларын биләй. Аудиторҙар – Контроль-иҫәп палатаһының тәғәйен йүнәлеш­тәрен етәкләүселәр.
Белгесте Палатаға эшкә ал­ғанда беҙ барыһынан да элек дәүләт гражданлыҡ хеҙмәте тураһындағы закондарға нигеҙ­ләнәбеҙ. Буласаҡ хеҙмәттәш­тәребеҙгә квалификацияға ярашлы талаптар ҙа ҡуйыла, улар инспектор вазифаһы буйынса буш урынды биләүгә конкурс аша үткәрелә. Баһалау комиссия­һын­да Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең кадрҙар идаралығы һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре лә ҡатнаша, йәғни конкурстың һөҙөмтәһе коллегиаль рәүештә хәл ителә. Аудитор вазифаһына, законға ярашлы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары менән биш йылға тәғә­йенләйҙәр. Был вазифаға кан­дидат­тарҙы республика Баш­лығы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай Рәйесе йәки Дәүләт Йыйылышы депутаттарының кәмен­дә өстән бер өлөшө тәҡдим итә.
– Һеҙҙең белгестәр төрлө ойош­маларҙы тикшергәндә ришүәт төртөргә маташыусылар осраймы? Эш үҙен­сәлек­тәрен иҫәпкә алып, Палата хеҙмәткәрҙәренә ниндәйҙер льготалар ҡаралғанмы?
– Беҙҙең коллективта граждан­лыҡ хеҙмәткәрҙәренең корруп­цияға ҡаршы тороу маҡсатында билдәләнгән йөкләмәләрен иҫ­тәренә төшөрөү, аңлатыу буйынса саралар даими үткәрелеп тора. Шул иҫәптән бүләккә ҡағы­лышлы сикләүҙәрҙең дә күҙәте­леүен талап итәбеҙ. Палата хеҙ­мәткәрҙәре тикшереү мәлендә кемдеңдер ришүәт бирергә маташыуын белеп ҡалһа, был хаҡта кисекмәҫтән етәкселеккә хәбәр итергә тейеш.
Башҡортостан Республикаһы­ның Контроль-иҫәп палатаһы тарихында уның хеҙмәткәрҙәрен “һатып алырға” маташыу буйынса бер генә осраҡ та теркәлмәне. Махсус льготаларға килгәндә, улар закон тарафынан ҡарал­маған.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: һәр төрлө финанс боҙоҡлоҡ­тарында нимә өҫтөнлөк итә – дәүләт байлығын асыҡтан-асыҡ урларға ынтылыумы, әллә идара итә белмәү арҡаһындағы юғалтыуҙармы?
– Тикшереү барышында беҙ асыҡлаған һәр төрлө иҡтисади боҙоҡлоҡтар араһында иң йыш осрағаны – ҡаҙна аҡсаһын йо­ғонтоло файҙалана белмәү һәм мөлкәткә идара итеүҙең һөҙөм­тәле булмауы.
Бөгөн ғәмәлдә булған бюджет системаһы дәүләт милкен урлау йәки үҙләштереү мөмкинлеген ҡалдырмай. Республика ҡаҙна­һының нигеҙенә программала билдәләнгән маҡсаттар һалын­ған. Тимәк, планлаштырыу барышында уҡ бюджеттағы һәр һумдың маҡсаты билдәләнә. Тап шуға ла бөгөн ҡаҙна сығымда­рының ҡулланылышы һәм һөҙөм­тәлелеге иғтибар үҙәгенә ҡуйыла. Халыҡты социаль яҡлау, төҙө­лөш, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ кеүек тормош сифатына ҡағылышлы өлкәләр тураһында һүҙ барғанда был айырыуса мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс боҙоҡлоҡтарына йышыраҡ үҙ хеҙмәт бурыстарыңды еренә еткереп эшләй белмәү йәки вайымһыҙлыҡ сәбәпсе була.
Вәкәләттәребеҙҙе тормошҡа ашырғанда беҙ һәр асыҡланған дәлилде йәки эксперт фекерен республика Башлығына һәм де­путаттарға еткерәбеҙ, башҡарма һәм закон сығарыу органдарына тәҡдимдәр әҙерләп бирәбеҙ. Был кәңәштәр дәүләт милкен йоғон­толораҡ файҙаланырға ярҙам итә. Республика парламентында йыл һайын 50-нән ашыу норматив хоҡуҡи акт ошондай тәҡ­дим­дәрҙе иҫәпкә алып ҡабул ителә.
– Былтыр Палата белгес­тәре Мишкә район дауаха­наһында дәүләт аҡсаһына алынған 105 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалының бер нисә йыл инде урынлаштырылмай ятыуын һәм хатта өлөш­ләтә зарарланыуын асыҡ­ланы. Ҡайһы бер мәғлү­мәттәргә ҡарағанда, бындай хәл башҡа райондарҙа ла күҙәтелә. Кемде ғәйепләргә? Яңы техникала эшләрлек кадрҙар әҙерләргә аҡса юҡ икән, бында баш табипты ай һайын алмаштырһаң да, файҙаһы юҡтыр ул...
– Ысынлап та, уҙған йыл беҙ Мишкә район дауаханаһының хирургия бинаһын ҡараныҡ. Был объект 2001 йылдан алып төҙөлә. 2014 йылда республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ошо һеҙ әйткән суммаға бында яңы медицина ҡорамалы килтерткән. Ләкин ул иҫәпкә индерелмәгән, һаҡлау өсөн шарттар булдырыл­маған.
Беҙ социаль объекттар тө­ҙөүҙең бөгөнгө схемаһы асыҡ булмауын да билдәләнек. Проект-смета документтары, си­фатһыҙ әҙерләнһә лә, дәүләт экспертизаһын үтә һәм ыңғай баһа ала. Төҙөлөш объектының дәүләт заказсыһы итеп был өлкәлә эшләмәгән министр­лыҡ­тар һәм ойошмалар билдәләнә, төҙөлөш барышын тейешенсә тикшереп тороу юҡ. Былар бары­һы ла сметаның ҡиммәтләнеүенә, эштең оҙаҡҡа һуҙылыуына кил­терә.
Тармаҡты финанслауға кил­гән­дә, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫте­реүгә сығым һуңғы дүрт йылда ғына ла ике тапҡырға артты. Аҡса менән тәьмин ителеше ошондай тиҙлектә үҫә барған башҡа бер тармаҡ та юҡ. Былтыр һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә барлыҡ сыға­наҡтарҙан дөйөм алғанда 52 миллиард һум бүленгән, был – республика бюджетына ингән керемдең яртыһы тигән һүҙ!
Ғәйәт ҙур инвестиция үҙен аҡларға, медицина хеҙмәте күр­һәтеүҙең сифатын яҡшыртырға һәм уны халыҡҡа яҡынайтырға тейеш. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мотлаҡ медицина страховкаһы фонды һәм медицина ойошмалары алдына ошондай бурыс ҡуйҙы.
– Матбуғат конференцияларында коррупция осраҡтары тураһында хәбәр иткәндә бер ҡасан да тәғәйен фамилиялар әйтелмәй. Суд ҡарарынан һуң уларҙың исем-шәрифен атарға мөмкиндер бит?
– Контроль-иҫәп палатаһы – тышҡы дәүләт финанс контроле ойошмаһы. Был контроль Баш­ҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итергә тейешле дәүләт ресурс­тарын булдырыу, уларға идара итеү һәм тотоноу буйынса бил­дәләнгән тәртиптең нисек күҙә­телеүен тикшереп тора. Шуға күрә Палата асыҡлаған барлыҡ етешһеҙлектәр һәм уларҙы тө­ҙәтеү юлдары халыҡҡа билдәле булырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта вазифалы кешеләр тарафынан бөтә был кәмселектәргә төрлө сәбәптәр арҡаһында юл ҡуйыла, һәм уларҙың асыҡтан-асыҡ урла­шыуға бәйле булмауы ла ихтимал. Контроль-иҫәп палатаһы етәкселәрҙең эшмәкәрлегенә баһа бирмәй, юл ҡуйылған кәм­селектәрҙә уларҙың ни саҡлы ғәйепле булыуын билдәләмәй.
– Дәүләт һәм муниципаль ойошмаларҙа коррупцияға юл ҡуйылмаһын өсөн һеҙ ниндәй йоғонтоло саралар тәҡдим итәһегеҙ?
– Хәҙерге закондар коррупция күренештәренә ҡаршы тороу өсөн бөтә сараларҙы үҙ эсенә ала. Дәүләт һәм муниципаль ойош­маларҙа коррупция булмаһын өсөн ҡануниәтте тайпылышһыҙ үтәү ҙә етә тип иҫәпләйем.
– Тикшереү саралары менән бергә Контроль-иҫәп палатаһы тағы ниндәй эш башҡара? Рес­публикалағы тышҡы финанс контролен артабан камиллаш­тырыуҙың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?
– Башҡортостанда тышҡы муниципаль финанс контроле айырым йүнәлеш булараҡ тулыһынса формалашты. Муниципаль контроль-иҫәп палаталары алты ҡала округында – Өфөлә, Ағиҙелдә, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Салауатта, Стәрлетамаҡта – эшләй.
2012 йылда республика Баш­лығы һәм Дәүләт Йыйылышы ярҙамы менән барлыҡ тышҡы финанс контроле органдары Советҡа берләште, ул үҙ-ара йоғонтоло хеҙмәттәшлек итеү һәм төбәгебеҙ халҡына хеҙмәт итеү мөмкинлеге бирә. Советҡа етәк­селек итеүҙе миңә йөкмәттеләр. Уның составына Рәсәй Иҫәп палатаһы ҡарамағындағы Системалы анализ ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостандағы филиалы ла инә. Был институ­т­тың тәҡдимдәре контроль-иҫәп органдарына ғилми тикшере­неүҙәр һөҙөмтәләрен ғәмәлдә ҡулланыу форсаты бирә. Ә контроль-иҫәп органдарының эшен методик яҡтан тәьмин итеүҙе камиллаштырыу, белгестәрҙең оҫталығын күтәреү – үҙ-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе.
Палата Рәсәй Иҫәп палатаһы ҡарамағындағы Контроль-иҫәп органдары советына инә. Уның ҡарары менән миңә, Совет Президиумы ағзаһы булараҡ, мәғ­лүмәт-аналитика комиссия­һына етәкселек итеү бурысы ҡуйылды. Комиссия даирәһендәге мәсьә­лә­ләр байтаҡ: төбәктәрҙәге тыш­ҡы финанс контроле буйынса тәжрибәне анализлау һәм дөйөм­ләштереү, эшмәкәрлек йомғаҡ­та­рына иҫәп-хисапты ябайлашты­рыу, алдынғы тәжрибәне таратыу.
Былтыр Рәсәй Иҫәп палата­һының һәм контроль-иҫәп орган­дарының рәсми порталы эшләй башланы. Ул барыһы өсөн дә асыҡ. Беҙҙең комиссия был порталдың мәғлүмәтлелеген байытыу өҫтөндә эшләй. Уны шулай уҡ муниципаль берекмәләрҙең контроль-иҫәп органдары ла файҙалана ала.
Эшебеҙҙең киләсәге тура­һын­да ла әйтеп үтәйем. Социаль-иҡ­тисади хәлгә бәйле, республи­каның контроль-иҫәп органдары төп иғтибарҙы дәүләт ресурстарын йоғонтоло файҙаланыуға аудит яһауға, дәүләт заданиеларын үтәүгә, хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтә. Көр­сөккә ҡаршы сараларҙы тор­мош­ҡа ашырыу шарттарында беҙ Баш­ҡортостан Республи­каһының иҡтисадын үҫтереү һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеү пла­нының айырым саралары нисек үтәлеүен анализлауҙы дауам итәсәкбеҙ.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 127

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 478

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 114

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 923

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 688

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 267

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 588

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 970

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 451

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 526

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 349

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 536