Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡануниәт камиллашмаһа, алға китеш булмаясаҡ”
“Ҡануниәт камиллашмаһа, алға китеш булмаясаҡ” Бөгөнгө тормошобоҙҙо закондарһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмай, сөнки хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ. Әммә ҙур көс һалып ҡабул ителгән ҡанундар ғәмәлдә тәьҫирлеме? Уларҙың үтәлеше күҙәтеүгә алынғанмы? Халыҡты борсоған тағы ҡайһы мәсьәләләр хоҡуҡи яҡтан яҡлау табырға тейеш? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алыу, ҡануниәт өлкәһендәге “ауыртҡан” урындарҙы билдәләү, ғөмүмән, көндәлек проблемалар хаҡында фекер алышыу маҡсатында редакциябыҙға Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Рөстәм ИШМӨХӘМӘТОВты саҡырҙыҡ. Рәхмәт уға – үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы.

– Рөстәм Рифат улы, кем нисектер, әммә күпселек депутат вазифаһын тәү сиратта кешелеклелек, илең, яҡташтарың алдында яуаплылыҡ кеүек төшөнсәләр менән бәйләргә күнеккән. Һәр хәлдә, халыҡ вәкилдәрен ошондай сифаттарҙа ғына күрге килә... Йәшерен-батырын түгел, һуңғы йылдарҙа һайлаусылар ҙа әүҙемләште. Талаптары ла күпкә ҡәтғиерәк яңғырай. Бындай шарттарҙа яуаплылыҡ ҡурҡыт­маймы?
– Эшләһәң, ҡурҡытмай. Ғөмүмән, үҙ өҫтөңә бындай йөкләмә алғанһың икән, артҡа сигенеү һис ярамай. Хәйер, мөмкин дә түгелдер. Һин бит тәү сиратта һайлаусыларыңдың ышанысын аҡларға, уларҙың мәнфәғәттәрен ҡайғыртырға, кешелекте борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын табырға һүҙ биргәнһең. Ә ярты юлда туҡтап ҡалһаң, нисек була инде ул? Был бит – алдашыу, үҙ һүҙеңдә тормау, һайлау­сыларыңа хыянат итеү тигән һүҙ. Шуға күрә депутат йөкләмәһен алған һәр кем тәү сиратта ошо хаҡта уйланһын ине.
– Һеҙ йылдан ашыу инде Дәүләт Думаһында эшләйһегеҙ. Ошо ваҡыт арауығында төбәк парламенты тарафынан күтәрелгән проблемаларҙы Мәскәү кимәлендә ишеттерергә мөмкинлектәр булдымы?
– Ысынлап та, Дәүләт Думаһында эшләй башлауға ла йылдан ашыу ваҡыт үтте. Өйрәнеүе ауыр булды тип әйтә алмайым. Тәү сиратта Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайҙағы тәжрибәмә таяндым. Башҡортостанда эшләгәндә ҡала-райондар буйлап күп йөрөлдө. Бындай сәфәрҙәр сәйәси эшмәкәрлеккә, төрлө башланғыстарға һәм проекттарға этәргес була торғайны. Әйтәйек, ветерандарға ташламалар, пенсионерҙарға, күп балалы ғаиләләргә ярҙам юллау, ауыл хужалығы буйынса кәмселектәрҙе өйрәнеү, фермерҙар менән осрашыу һәм башҡалар. Ғөмүмән, халыҡ менән аралашыу, мониторинг булыуҙан бигерәк, сәйәси зиһенгә ныҡ тәьҫир итә. Үҙенә күрә этәргес кеүек. Хәйер, бындай аралашыуҙарһыҙ эшләп тә булмайҙыр ул.
Рәсәй кимәленә килгәндә иһә, масштаб та, яуаплылыҡ та күпкә юғарыраҡ, әлбиттә. Ил кимәлендә фекерләргә, төрлө субъекттарҙа булырға тура килә. Бөгөн Дәүләт Думаһының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса профилле комитетында эшләйем. Тәүге көндән үк төп бурысымды үтәүҙе Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексынан башланым, сөнки уны яңыртыуға 2001 йылдан бирле бер тапҡыр ҙа комплекслы ҡараш булмаған. Әлеге ваҡытта бер нисә коллегам менән берлектә Кодекстың яңы редакцияһын әҙерләнек. Регламент буйынса ул тиҙҙән ҡарала башлаясаҡ. Ғөмүмән, ун биш йыл дауамында ҡануниәт өлкәһендә ниндәй генә яңылыҡтар булманы: ижтимағи-сәйәси структура алмашынды, иҡтисадта үҙгәрештәр бара, ҡайһы бер тармаҡтарҙағы система формалары иҫке Кодекста бөтөнләй ҡаралмаған. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексын яңыртыу көн, ғөмүмән, тормош талабы ине.
Мәскәү кимәлендә ишеттерер мөмкинлек­тәргә килгәндә, тәбиғәтте һаҡлау буйынса ҡануниәтте генә алып ҡарайыҡ. Әлеге ваҡытта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән берлектә “Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында” Федераль законға төҙәтмәләр индерелде. Законға ярашлы, бынан ары тәбиғәт парктары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренә беркетелгән участкаларҙы үҙаллы ҡарап, тикшерә аласаҡ. Айырым финанслау, биләмәләргә инеүҙе түләүле итеү ҙә күҙ уңында тотола. Әлегәсә ундай вәкәләттәр федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған биләмә хеҙмәткәрҙәренә генә бирелгән ине. “Ер аҫты тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы республика Законын да үҙгәрттек. Элек шулай булды: теге йәки был ойошма федераль трассаларҙы һәм юлдарҙы төҙөгәндә тупраҡ алыр өсөн дә икенсе бер ойошманы йәлеп итеп, айырым тендер, айырым аукцион үткәрергә тейеш ине. Шунһыҙ юл төҙөү рөхсәт ителмәне. Был бурысты ошо уҡ ойошмаға ғына ҡалдырыу дөрөҫ булмаймы ни? Ни өсөн тағы кемделер йәлеп итергә? Бына шундай кәмселектәрҙе бөтөрөү яҡлыбыҙ.
Тағы бер закон проекты хаҡында ла әйтеп үтке килә. Ишеткәнһегеҙҙер, хәҙер төп телевидение һәм радио каналдары бер тулҡынға – мультиплексҡа – тупланды. Бер яҡтан, һәйбәт, әлбиттә, әммә улар араһында төбәк телевидениеһының булмауы күңелде ҡыра. Минеңсә, шул уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән “Вся Уфа” телеканалы ла мөмкинлектән файҙаланырға тейеш. Әлеге ваҡытта ошо йәһәттән закон проекты әҙерләнек, фекер алышабыҙ. Яңы закон проектына ярашлы, әйтәйек, БЮТ мультиплексҡа инмәһә, ул кабелдә генә ҡаласаҡ. Ә беҙҙең ауылдарҙың күбеһенә кабелле телевидение барып етмәгән.
– Рөстәм Рифат улы, эшмәкәрлегегеҙҙе күҙәтеп барыусылар һеҙҙең әүҙемлегегеҙҙе билдәләмәй ҡалмаҫ. Белеүемсә, һеҙ – бик күп закон проекттарының авторы. Ҡайһы берҙәре закон статусы ла алды. Хәтерем яңылышмаһа, эвакуаторҙар проблемаһын да тәүгеләрҙән булып һеҙ күтәреп сыҡтығыҙ.
– Ысынлап та, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында”ғы федераль закон проекты өҫтөндә күптән эшләйем. Башта республика кимәлендә генә өйрәнелгән ҡанун ине ул. Ваҡыт үтеү менән ошо идеяны ил кимәленә алып сыҡтым һәм Федераль законға ла төҙәтмәләр индереүгә өлгәштек. Республи­каныҡы Федераль ҡанунға шаблон кеүек тура килде лә ҡуйҙы. 2016 йылдың 1 ғинуарынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларға һалынған штрафтың яртыһын ғына түләү мөмкинлегенә ҡағылышлы закон проектын да мин индерҙем. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа был тармаҡ ныҡ үҫте. Заманса ҡорамалдар, йыһаздар барлыҡҡа килде. Ә бит уларҙың һәр ҡайһыһы закон менән нығытылырға тейеш. Әле бына видеофиксацияға ҡағылышлы закон проекты әҙерләйбеҙ. Яҡын киләсәктә базалағы барлыҡ мәғлүмәт Федераль үҙәккә күсәсәк һәм Мәскәүҙә берҙәм үҙәк эшләй башлаясаҡ.
Әммә ҡайһы берҙә законды үҙгәртеп тә хәл итеп булмаған осраҡтар бар, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Шул уҡ эскән килеш руль артына ултырырға яратыусыларҙы ғына алып ҡарайыҡ. Ҡануниәтте нисек кенә ҡатылан­дырмайбыҙ: штрафтарҙы арттырҙыҡ, ҡулға алыу осраҡтары ла ҡаралған, әммә динамика түбәнәймәй. Әле был йәһәттән фекер алышыуҙар бара.
– Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ һеҙгә төрлө төбәктәр менән эшләргә, төрлө кимәлдәге парламенттар менән хеҙмәт­тәш­лек итергә тура килә. Ошондай шарт­тарҙа Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың эшен нисегерәк баһаларһығыҙ?
– Иң әүҙем эшләгән төбәк парламент­тарының береһе ул. Әүҙемлек буйынса республикабыҙ депутаттары Санкт-Петербургтыҡыларҙан ҡала икенсе урында килә.
– Күптән түгел ҡыҙыҡ ҡына һандарға тап булдым: 1936 йылдан 1970 йылға тиклем 72 генә закон ҡабул ителгән. Ә бөгөн ҡануниәтебеҙ бер йыл эсендә генә тиҫтәләрсә үҙгәреш кисерә. Был нимәгә бәйле: үҫешкәме, шул тиклем әүҙем тормош алып барабыҙмы, халыҡ талапсанмы һәм бер туҡтауһыҙ законға үҙгәрештәр индереү зарурлығы барлыҡҡа киләме, әллә башҡа сәбәптәре бармы?
– Советтар Союзы менән сағыштырһаҡ, ул осорҙа, беренсенән, идеология көслө булған. Идеологик концепциянан саҡ ҡына тайпылыу ҙа тыйылған. Бөгөн иһә, ысынлап та, үҫеш тә, әүҙемлек тә бар. Рәсәй Федерацияһының иң йәш дәүләттәрҙең береһе булыуын да оноторға ярамай. Ҡайһы бер тармаҡтар буйынса ҡануниәтте үҫтерәһе лә үҫтерәһе әле. Уның ҡарауы, камиллашыуҙың ыңғай яғы ла бар, сөнки дәүләттә генә түгел, хатта планета күләмендә лә ҙур үҙгәрештәр бара. Мәҫәлән, бөгөнгө бюджет шул уҡ долларға, нефткә туранан-тура бәйле. Һөҙөмтәлә законға ла гел үҙгәрештәр индереп торорға тура килә. Ә икенсе яҡтан – мәғариф системаһы, эшҡыуарлыҡ, һаулыҡ һаҡлау тармағы, ауыл хужалығы... Был тармаҡтарҙың һәр ҡайһыһы ҡануниәт тарафынан яҡлауға һәм ниндәйҙер кимәлдә хатта һаҡлауға мохтаж.
Ғөмүмән, хәл итәһе мәсьәләләр бик күп. Шул уҡ урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен генә алып ҡарайыҡ. Структура бар, система ла көйләнгән кеүек, әммә финанс ярҙамы тейешенсә булмағас, бер урында тапаныуҙан ары китә алмайҙар. Аҡсаһыҙлыҡ арҡаһында күпме проект тормошҡа ашы­рылмай ҡала! Ошоларҙы закон яғынан дөрөҫ нығытыу шарт. Был проблема ауыл хакимиәте башлыҡтарына ла ҡағыла. Уларҙың һәр вәкәләте аҡса менән нигеҙләнергә тейеш. Мәҫәлән, ауылдар, райондар буйлап йөрөгәндә халыҡ хәҙер хатта асфальт та һорамай. Батҡаҡ булмаһын өсөн ҡырсын түшәү ҙә етә, тиҙәр. Ә бит ҡом-таш алырға ла аҡса кәрәк. Икенсе яҡтан, һыу мәсьәләһе көн ҡаҙағында ҡала.
Ғөмүмән, инфраструктура тураһында әйтеп тораһы түгел. Бөгөн, әйтәйек, өсөнсө балаһы тыуған ғаиләләргә бушлай ер бирәләр, ә бит ул майҙандарҙың күбеһе инфраструктураһыҙ. Был йәһәттән миңә бик күп мөрәжәғәттәр килә. “Ер участкаһы алдыҡ, дәүләткә рәхмәт, тик уға юл һалынмаған, электр ҙа юҡ. Нисек йәшәргә?” Барыһы ла башлыса ошондайыраҡ йөкмәткеле.
Халыҡтың тормошон яҡшыртыу йәһәтенән хәл итәһе мәсьәләләр бик күп. Илебеҙҙә төрлө исемле йылдар иғлан итеү матур йолаға әүерелде. Экология, Мәҙәниәт, Әҙәбиәт, Кино йылы... Беҙгә яйлап, Рәсәй кимәлендә булмаһа ла, Ауыл йылын билдәләргә кәрәк. Нимә генә тиһәләр ҙә, тормош ауылдарҙан башлана бит...
– Һеҙҙең практикала кире ҡағылған закон проекттары булдымы?
– Берәү булды. Ғәҙәттә, йорттарға капиталь ремонт яһар алдынан тулыһынса тикшереү үткәрәләр. Мин ошондай уҡ экспертиза капиталь ремонт алдынан да, тамамланғандан һуң да булһын тип тәҡдим иткәйнем. Ҡабул итмәнеләр. Сөнки законды тормошҡа ашырыу өсөн әлеге лә баяғы аҡса кәрәк. Бәлки, проект яйлап “йәшәүгә” хоҡуҡ алыр. Уныһын инде ваҡыт күрһәтер. Шулай ҙа, миңә ҡалһа, был документ төҙөлөш ойошмаларына яуаплылыҡ өҫтәр ине. Мәҫәлән, бөгөн теге йәки был подрядсы йортҡа капиталь ремонт эшләп, аҡсаһын алып, документтарын тапшыра ла бер ниндәй йөкләмәһеҙ объектты ҡалдыра ла китә. Ә тәҙрә яңаҡтары менән диуар араһындағы ярыҡтан ел нисек өрөп торған, шулай дауам итә. Ҡыҫҡаһы, проекттың маҡсаты изге, әммә капремонтҡа иғәнәнең артасағын күҙ уңында тотоп, әлегә уны кисектереп торҙолар.
– Рөстәм Рифат улы, Дәүләт Йыйы­лышы – Ҡоролтай депутаттары никахҡа инеү тәртибенә үҙгәреш индерергә йыйына. Закон проекты айырым осраҡтарҙа 14 йәштән ғаилә ҡороу мөмкинлеген таный. Проект тәүге уҡыуҙа үтте лә инде. Был йәһәттән һеҙҙең дә фекерҙе ишетке килә ине.
– Был һорауға яуап биреүе ауыр, әлбиттә. Әммә әлеге закон проекты никах теркәүҙә иреклелекте таныу кеүек күренһә лә, уны һис кенә лә либераль ҡанун тип баһаларға ашыҡмағыҙ. Был осраҡта тормоштағы төрлө хәлдәр иҫәпкә алынырға тейеш. Закон проектында шарттар, һис шикһеҙ, күрһә­теләсәк. Был айырым осраҡта мәсьәләне ҡануниәт нигеҙендә ыңғай хәл итергә мөмкинлек кенә бирә. Миңә ҡалһа, бөтә нәмә ғаиләгә, тәрбиәгә бәйле. Өйләнеү ваҡытын һәр кем үҙе һайлай.
– Һеҙ һөнәрегеҙ буйынса – уҡытыусы. Мәғариф системаһын энәһенән ебенә саҡлы үтеп сыҡҡанһығыҙ. Был тармаҡта бер туҡтауһыҙ барған үҙгәрештәрҙе нисек баһалайһығыҙ? Бөгөн ниндәйҙер кимәлдә элекке коллегаларығыҙҙың – педагог­тарҙың – эшен һеҙгә лә көйләргә тура килә. Тәьҫораттарығыҙ?
– Йәлләп ҡуям мәғариф хеҙмәткәрҙәрен. Беҙҙә мәғариф системаһынан да күберәк һынауҙарға дусар булған бер генә тармаҡ та юҡтыр башҡа. Бер туҡтауһыҙ барған үҙгәртеп ҡороуҙар, яңы талаптар, яңы программалар, яңы закондар... Уҡытыусыларҙың эш тура­һында уйларға ла ваҡыты ҡалмай кеүек. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: ун беренселәр ун йыл эсендә өс тапҡыр тулыһынса дәреслек алмаштыра. Ошонан һуң беҙ нисек уҡытыу­сынан, уҡыусынан нимәлер талап итә алабыҙ? Миңә ҡалһа, үҙгәрештәрҙе ун биш-егерме йылға туҡтатып тороу фарыз. Белгестәр әлеге шарттарҙы өйрәнһен, һығымта яһаһын. Беҙҙә бит хатта анализларға ла өлгөрмәйҙәр.
– Рөстәм Рифат улы, яңылышмаһам, һеҙ “Халыҡ контроле” федераль проектының төбәк координаторы ла бит әле?
– Дөрөҫ. Проект ярайһы уҡ яҡшы эшләп килә. Быйыл, мәҫәлән, төп көстө алкоголле продукцияның законһыҙ әйләнешенә ҡаршы йүнәлтмәксебеҙ. Республиканың һәр райо­нында һәм ҡалаһында проект координаторҙары эшләй, улар менән берлектә рейдтар үткәреү, мониторинг яһау күҙ уңында тотола. Февраль-март айҙарында “ҡыҙыу линия” эшләй башлаясаҡ. Барлыҡ мәғлүмәтте Интернеттағы сайт аша (www.ishmukhametov.ru) күҙәтеп барырға мөмкин.
– Шәхсән һеҙҙең менән осрашырға теләгәндәр күп. Уларҙы ҡабул итеү мөмкинлеге бармы?
– Әлбиттә. Айына бер тапҡыр Өфөлә йә булмаһа республиканың бүтән ҡала-райондарында граждандарҙы ҡабул итеү ойошторабыҙ. Күптәрҙе шул уҡ юл, һыу мәсьәләләре борсой. Эш эҙләп мөрәжәғәт итеүселәр ҙә байтаҡ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, юридик кәңәш биреп ебәрәбеҙ. Ғөмүмән алғанда, бөгөн халыҡ насар йәшәй тип әйтеп булмай. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында аҡса булмағанда, ойошмалар эш хаҡын консерваланған ит, шәкәр менән түләгәндә лә сабыр иттек, бирешмәнек. “Ваҡыт машинаһы”нда шул дәүергә кире ҡайтып, 2016 йылда һеҙгә икенсе бала өсөн ярты миллион һум аҡса, өсөнсөһө өсөн бушлай ер бирәсәктәр, мәктәпкә махсус автобуста йөрөйәсәкһегеҙ, тип һөйләһәк, билләһи, ышанмаҫтар ине. Хәтеремдә, мәктәптә уҡыған саҡта теге йәки был өҫ кейемен алырға булһаҡ, иң осһоҙон эҙләй торғайныҡ. Бөгөн кешенең осһоҙ куртка кейеп ихатаға сыҡҡыһы ла килмәй. Ҡиммәт булһа ла, гел сифатлыһын һайларға тырышабыҙ. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа сифат халыҡтың теләгенә түгел, ә талабына әүерелде. Ҡайҙа ғына барһаҡ та – шул уҡ дауаханамы, мәктәп булһынмы – сифатҡа иғтибар итәләр. Әлбиттә, әлеге ваҡытта бар донъяны шаңҡытҡан иҡтисади көрсөктөң был талаптарға ла үҙ төҙәтмәләрен индереүе мөмкин. Һәр хәлдә, билде һығыбыраҡ быуырға, ниндәйҙер һатып алыуҙарҙы кисектереп торорға тура киләсәк. Иң мөһиме – бындай матди ауырлыҡтар пенсионерҙарҙың, ветерандарҙың йәшәйе­шендә сағылмаһын, бюджет өлкәһендә эшләгәндәр ваҡытында хеҙмәт хаҡы алһын.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт, Рөстәм Рифат улы! Һеҙҙән башҡорт халҡы мәнфәғәттәренә ҡағылышлы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙҙе тәьмин итерҙәй закон проекттары көтөп ҡалабыҙ!

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872