Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ә ҡайҙа беҙҙең еңеүҙәр?
Ә ҡайҙа беҙҙең еңеүҙәр? Мин ҡартатайымды күреп белмәйем. Ул — һуғыштың башынан аҙағынаса яу юлы үтеп, Еңеү таңын фашистың үҙ өңөндә ҡаршылаған һалдат Ғилман Айҙашев.

Хәтеремдә, Бөйөк Еңеүҙең 55 йыллығы уңайынан ҡартатайым тураһында мәҡәлә яҙырға тәүәк­кәлләгәс, каникулда өләсәйемә юл тоттом. Зиһенле, аҡылға зирәк яҡыным, һандыҡ төбөндәге ҡәҙерле төйөнсөктәрен сисеп, һәр ваҡыттағыса, ҡартатайым тураһында ихласлап, күңел биреп һөйләй. Күренеп тора, өләсәйем йәмәғәте хаҡында беренсе тапҡыр һүҙ алып бармай. Яҙыусы, “Совет Башҡортостаны” гәзите­нең үҙ хәбәрсеһе Сулпан Иман­ғолов та ҡартатайым тураһында очерк яҙған, һуғыш ветеранын һәм хеҙмәт алдынғыһын хөрмәт-данға күмеп һүрәтләгән.
Ҡартатайым тураһында район гәзитендә лә бик күп яҙмалар баҫылды. Яҡташы, фронтовик-яҙыусы Әмир Моратовтың мәҡәләләре байтаҡ. Уларҙың барыһын да, моғайын, ҡағыҙ битенә, өләсәйем һөйләгәнсә, матурлап төшөрә алмам: данлы һәм шанлы ғүмер юлын мөкиббән бирелеп тыңлайым, ә ул турала бәйән итеү маһирлыҡ талап итә. Шулай ҙа баҙнат ҡылам.
Ҡартатайым ғаиләлә икенсе бала булып 1921 йылдың көҙөн­дә, ер туңдырғас, донъяға килгән. Ҡәһәрле йот йылында кешеләр ауылдары менән ҡырылған. Аслыҡ йоғошло сирҙәрҙе үрсет­кән. Һәр әҙәм эҙенә әжәл баҫҡан. Бик һирәк ғаиләләр иҫән ҡалған. Ошондай ауыр ваҡытта баланың донъяға килеүе ваҡ мәсьәлә күренгәндер. Ҡартатайым тыуып һанаулы ғына көндәр үтеүгә, 1 йәш тә 9 айлыҡ улдары, ваба менән сирләп, донъя ҡуйған. Уның исем-шәрифе, тыуған йылы яҙылған метрикаһы яңы тыуған сабыйға ҡалған. Теремек, тәтелдәп йөрөгән улдары үлеп киткәс, сибек кенә баланың йәшәүенә өмөт булмағандыр, күрәһең. Юғиһә теркәрҙәр ине.
Фин һуғышы ҡабынғас, ун ете йәше тулған Ғилман Айҙашев резерв армияла тора. “Шинелде яурынға аҫып, эҫеме-һыуыҡмы, көнмө-төнмө, йүгерәбеҙ, күнек­мәләр үтәйбеҙ”, — тип һөйләр булған. Һуғыш баҫылғас та, хәрби тормошо дауам иткән: көн оҙоно арымай-талмай һалдат итегендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ саҡ­рым­дар үткәндәр, сыныҡҡандар. Һирәк тәтегән ял сәғәттәрендә хыял донъяһына сумып, тыуған яҡтарға ашҡынаһың, уйҙарың­дың ысынбарлыҡҡа тура килеүен теләйһең, көтәһең. Тик көтөргә күп булған икән әле.
1941 йылдың ҡәһәрле июнь көнөн Ғилман Айҙашев Украина­ның Житомир ҡалаһында ҡар­шылай.
Ял итәбеҙ. Йәйҙең йәмле осоро. Ҡояш нурҙары беленә башланы, ә дневальный көндәгесә көслө тауышы менән торорға әмер бирмәй. Аптырашып, бер-беребеҙгә ҡарайбыҙ, һикереп торорға әҙер ятабыҙ...
Ҡартатайым хеҙмәт иткән полк Великие Луки ҡалаһына тиклем сигенә. ”Ҡала 11 тапҡыр фашистар, 12 тапҡыр үҙебеҙҙең яҡта ҡалды”, — тип һөйләй торған бул­ған яугир. Ҡала түгел, урыны ғына ҡалған. Көсөргәнешле ҡаты алыштар Великие Лукиҙың географик, стратегик, коммуникация һәм артабанғы хәрби хәрәкәт өсөн бик тә ҡулайлы булыуы тура­һында әле тарихи документ­тарҙан уҡып беләбеҙ.
Был операциянан һуң полк яңырып, тулыландырылып, Жуков етәкселегендәге 1-се Белоруссия фронтына ҡушыла. Ошо легендар фронт составында Ғилман Айҙашев Берлинғаса яу юлы үтә.
Фашист Германияһы тар-мар ителгәс, кемдәр һуғыштың башынан аҙағынаса тән яраһы алмай алғы фронт һыҙығында көрәшкән, уларға бер айлыҡ ял тәғәйенләнгән. Ҡартатайым шул фарман нигеҙендә 1945 йылдың май урталарында, ҡоштай талпынып, тыуған яҡтары — Хәйбулла районының Ырыҫбай ауылына ҡайтып төшә. 23 йәшлек йәш яугирҙең күкрәген өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены һәм бик күп миҙал биҙәй. Улар йәш һал­даттың батырлығы, сослоғо, ҡыйыулығы тураһында һөйләй.
Ошо ҡыҫҡа ғына ял мәлендә ҡартатайым ауылда уҡытыусы булып эшләп йөрөгән өләсәйемә өйләнә. Күп тә үтмәй, йәнә Германияға үҙенең хәрби часына юллана. Теүәл бер йыл хеҙмәт итә сит ерҙәрҙә Ғилман Айҙашев. Ошо хаҡта ул айырыуса мауығып һөйләй торған булған. Сос, йор һүҙле йәш һалдат иптәштәре араһында абруйлы, ышаныслы, үҙ кеше булған, командирҙары уны һәр ваҡыт хәрби һәм сәйәси әҙерлектә өлгө итеп ҡуйғандар. Латин алфавиты менән уҡырға һәм яҙырға өйрәнгән һалдат, ял ваҡыттарында мәрәкә күреп, немец гәзит-журналдарын шатырлатып уҡый икән. Ә тәржемәһе ирекле. Кем файҙаһына нисек кәрәк, шулай тәржемә итә икән. Шулай сит ерҙәрҙә бер-бере­һенең күңелен күргәндәр, һағыш­тарын баҫҡандар.
1946 йылдың яҙында, Тыуған ил алдында һалдат бурысын үтәп, ҡартатайым демобилизациялана. Һәр минутында үлем менән йөҙгә-йөҙ яғалашҡан, яу ҡырҙарында һуғыш мәхшәрен бергә кисергән, бер һауыттан ашап, бер шинель ябынып иң яҡын кешеһенә әйләнгән нисәмә дуҫ-иптәшен юғалтҡан яугир тыныс тормоштоң ҡәҙерен белергә өйрәнә. Ең һыҙғанып эш башлай. Тракторсы һөнәренә эйә булып, сиҙәм күтәреүҙә ҡатнаша, күп йылдар бригадир вазифаһын башҡара. Үҙе етеҙ, тәүәккәл етәксе баш­ҡаларға ла илке-һалҡы эшләргә юл ҡуймай. Үҫмер генә сағынан һалдатҡа алынып, оҙайлы хәрби юл үткән яугир тыныс тормошта ла бик талапсан, етди була. Хеҙмәте Хөкүмәт тарафынан юғары баһалана — уны иле­беҙҙең иң юғары наградаһы Ленин ордены менән бүләкләйҙәр.
Бөйөк Еңеүгә 30 йыл тулыр алдынан “Совет Башҡортостаны” гәзите “Правда”нан иғландар күсереп баҫтыра. Адрестары Башҡортостанда йәшәгән яугир­ҙәргә тәғәйенләнгән. Шул исем­лектең башында Архангельск өлкәһенең Котлас ҡалаһынан Михаил Григорьевич Коровинский Ғилман Айҙашевты эҙләүен белдереп яҙған.
Гәзитте уҡығас, ҡартатайым һүҙһеҙ ҡала. Бер аҙҙан:
– Мишка бит был, Мишка Коровинский! — ти ул, шатланып.
Шунда уҡ балалары менән хат яҙып ебәрәләр. Яуап оҙаҡ көттөрмәй. Тиҙҙән полкташтар Мәскәүҙә осрашырға һүҙ ҡуйыша, барыһы өсөн дә (М. Коровинский тағы бер нисә полкташы менән бәйләнештә була) уңайлы ваҡыт һайлайҙар. Ҡартатайым — сос кеше — күрешергә һәр ваҡыт әҙер икәнен белдереп хат ебәрә.
Ләкин ашҡынып көтөүҙәр бушҡа була, Ғилман Айҙашев шул йылдың көҙөндә юл фажиғәһенә осрай. Рулгә иҫерек килеш ултырған шофер ветерандың ғүмерен ҡыя.
Улар яулаған Еңеүгә былтыр 70 йыл тулды. Ә беҙҙең тарафтан еңеүҙәр булырмы? Атай-ола­тайҙар батырлығына тоғролоҡ һаҡлап, эскелеккә, наркоманияға һәм башҡа заман афәттәренә ҡаршы ысын мәғәнәһендә яу асыу зарур. Һуғыш ветерандары һәм тыл эшсәндәренә ҡарата мәрхәмәтле булайыҡ, тыныс, азат тормоштоң ҡәҙерен беләйек.







Автор: Гөлфирә ХИСАМОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә