Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сермәндә уҡыһаң, кеше булырһың!
“Сермәндә уҡыһаң, кеше булырһың, тип әйткәйне заманында Фәүзиә инәйем. Ул мәктәп аръяғында ғына йәшәй ине. Бала саҡта атай-әсәйҙән, дуҫтарыңдан айырылып ситкә китеүе лә ҡыйын булғандыр инде... Ә бит Фәүзиә инәйем хаҡ әйткән! Сермән мәктәбендә уҡымаһам, бөгөнгө ҡаҙаныштарыма ирешә алмаҫ инем мин!” – тип хәтирәләргә бирелде Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Риф Ғәбитов.

Сермән мәктәбенең 130 йыл­лыҡ күркәм юбилей тантана­һына килгәндәрҙе ҙур тарихлы белем усағы фойеһында бай йөкмәткеле күргәҙмә ҡаршы алды. Төрлө йылдарҙа ошо мәктәпте тамамлаған шәхестәр, бөгөнгө уҡытыусылар, унда ҡуйылған фотоларҙы ҡарап, бала саҡтарын, уҡыу йылдарын иҫкә алды.
Мәктәптең тарихы ил йылъ­яҙмаһы менән тығыҙ үрелеп барҙы. Был ваҡыт арауығында белем усағы коллективын 22 директор етәкләгән. Уларҙың һәр береһе халыҡ хәтерендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған.
Сермән мәктәбенең йылъ­яҙмаһы 1885 йылдың 6 июлендә башлана. Тап ошо көндә “Үрге Урал өйәҙенең Сермән ауылында урыҫ-башҡорт башланғыс училищеһын асыу тураһында” бойороҡҡа ҡул ҡуйыла. Учили­щеның беренсе етәксеһе итеп мәғрифәтсе-педагог, башҡортса-урыҫса, урыҫса-башҡортса һүҙлектең, “Башҡорттар өсөн әлифба” китабының тәүге авторы Василий Катаринский тәғәйенләнә.
Йәмәғәт йортонда урын­лашҡан училищела ул ваҡытта 19 ғына уҡыусы иҫәпләнә. 1886–1895 йылдарҙа училищела Мөхәмәтғәлим Ҡыуатов етәксе вазифаһын биләй. Әйткәндәй, Өфө ҡалаһындағы республика клиник дауаханаһы әле уның улы Ғүмәр Ҡыуатов исемен йөрөтә.
1895 йылда Сермән учили­щеһы мөдире итеп Ырымбур уҡытыусылыҡ мәктәбендә курс тамамлаған Лотфулла Кәли­мулла улы Әбделғәзизов тәғә­йенләнә. Ул Сермәндә 1902 йылға тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә Лотфулла Әбделғәзизов ҙур мәҙәни-мәғрифәт эше алып бара, уҡыуҙан тыш ауыл халҡы араһында баҡсасылыҡ һәм умартасылыҡ эшен яйға һала. 1900 йылдың 20 октябрендә тынғыһыҙ педагог “Тырышлыҡ өсөн” тип яҙылған Александр таҫмаһы һәм көмөш миҙал менән бүләкләнә. Аҙаҡ ул Троицк ҡалаһына күсә һәм ундағы әүҙем эшмәкәрлеге, фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Троицк ҡалаһының почетлы гражданы” исеменә лайыҡ була.
Сермән заманына күрә ҙур ғына тораҡ пункт та була. 1911 йылда училищела уҡытыусылар курсы асыла. Унда һуңынан республиканың беренсе халыҡ комиссарҙары булған Шаһи­әхмәт Дауытов, Ибраһим Абыҙ­баев, Кинйәбай Ишмөхәмәтов белем ала.
Революциянан һуң 1917 йылда училище башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелә. Был ваҡытта Сер­мән ауылы Тамъян-Ҡатай кантоны үҙәге булып һанала. 1924 йылда V класс асыла, 1926 йылда иһә белем усағы VII класлыҡ милли мәктәпкә әйләнә. 1928 йылда коллективлаштырыу башланғас, уны колхоз йәш­тәре мәктәбе итеп үҙгәртәләр.
30-сы йылдарҙа бында Мин­һажевтар ғаиләһе уҡыта башлай. Белем усағы базаһында колхоз йәштәре мәктәбе менән бер рәттән 1-се баҫҡыс мәктәбе лә була. 1929 йылда уға “Өлгөлө мәктәп” тигән исем бирелә. Ә инде 1934 йылда, ике уҡыу йортон берләштереп, тулы бул­маған урта мәктәпкә әйлән­дерәләр. 1935 – 1941 йылдарҙа Сермәндә педучилище эшләй, ул республиканың көнсығыш райондарын педагогтар менән тәьмин итә. Ошо ваҡыт эсендә бында республикаға 350-гә яҡын уҡытыусы әҙерләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙенең урынына ҡатыны Гөлсөм Мин­һажеваны тәғәйенләп, Һаҙый Минһажев фронтҡа китә.
1947 йылда уҡытыусыларҙың һорауы буйынса урта мәктәп асыла, әммә тәүге сығарылыш, уҡыусылар етмәү сәбәпле, 1953 йылда ғына була.
Һәр уҡыу йортоноң эш һө­ҙөм­тәһе – унда белем алған­дарҙың уңыштары. Сермән мәк­тәбе бик күп билдәле шәхестәр тәрбиәләүе менән дан тота: БАССР-ҙың халыҡ комис­сар­ҙары Ибраһим Абыҙбаев, Ша­һиәхмәт Дауытов, Кинйәбай Ишмөхәмәтов, СССР-ҙың халыҡ артистары Арыҫлан Мөбәрәков һәм Заһир Исмәғилев, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары Ғәли Хәмзин һәм Риф Ғәбитов, шағирҙар Мөхитдин Тажи, Сафуан Әлибаев, яҙыусылар Зөлфәр Хисмәтуллин һәм Тайфур Сәғитов, Ш. Бабич исе­мен­дәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов, композитор Абдулла Хәлфит­динов, арҙаҡлы ғалимдар Эрнст Мулдашев һәм Мөхәмәт Харрасов... Былары әле иҫкә төш­кәндәре генә, ә һанай китһәң, күп томлыҡ китап яҙырлыҡ. Тағы ниндәй мәктәп шундай уңыш­тары менән ғорурлана ала?!
Бөгөн дә Сермән мәктәбе – Иҙел башы төбәгендә иң көс­лөләрҙең береһе. Тиҫтәләрсә йыл буйы ундағы мөғәллимдәр ихлас күңелдән үҙ белемен һәм тәжрибәһен балаларға бирә, эшенә намыҫлы ҡарашы һәм тырышлығы менән юғары үрнәк булып тора.
– Мәктәптә балаларҙың һәр яҡлап үҫеүе өсөн уңайлы шарттар булдырылған, заманса технологиялар индерелгән, инновация майҙансыҡтары һөҙөм­тәле эшләй, – ти мәктәп директоры Ғаян Аҙнабаев. – Уҡытыу сифатының һөҙөмтәһе – төрлө фән буйынса ҡала, зона олимпиадаларында һәм спорт ярыштарында, республика һәм Рәсәй конкурстарында еңеүҙәр. Мәк­тәптә әхлаҡи тәрбиә буйынса эш тә тейешенсә алып барыла. Балалар вокал түңәрәгендә, “Йәшлек” өлгөлө бейеү ансам­б­лендә шөғөлләнә.
Әйткәндәй, уҡыусылар үҙ һәләтен юбилей сараһындағы концерт ваҡытында күрһәтте: йырланы, халыҡ һәм эстрада бейеүҙәрен башҡарҙы, шиғыр­ҙар уҡыны.
Дүрт сәғәткә һуҙылған байрам барышында уҡытыусы-ветерандар, төрлө йылдарҙағы сыға­ры­лыш уҡыусылары сығыш яһаны. Улар, туған мәктәбен байрам менән ҡотлап, бүләген бирҙе, уңыштар теләне.
– Сермән мәктәбенең уҡы­тыу­сылар коллективына юғары һөнәри оҫталыҡ, яратҡан эшкә тоғролоҡ һәм ижади рух хас. Педагогик хеҙмәт ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ! Улар үҙҙәренең фиҙакәрлеге менән бөгөнгө ҡаҙаныштарға нигеҙ һалды, – тине Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урын­баҫары Илгиз Теләүбаев.
130 йыл... Әҙме ул, юҡмы? Тарихи дәүер өсөн һәм, әлбиттә, 300 йыллыҡ Сермән ауылының йылъяҙмаһы өсөн күп түгел! Ә ғәмәлдә бер нисә ғүмергә тиң! Уҡыу йортоноң тарихына алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ яңы биттәр өҫтәлеренә иманым камил.





Автор: Айгөл КИРАМОВА. Район: Белорет ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә