Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бик борон заманда булған был хәл. Элек кешеләр алыҫтан, туҡһан-йөҙ саҡрым барып, кәләш алған. Шулай бер Бөрйән байы, йөҙ саҡрым ерҙән килеп, нуғай байының ҡыҙын әйттергән. Нуғай байы йәйләүгә сыҡҡас, кейәү егет, шул йәйләүгә килеп, кейәүләп йөрөр булған. Ул замандарҙа, арба юҡлыҡтан, ҡатын-ҡыҙ ҙа ир-ат кеүек һыбай йөрөгән.

Кейәү йәйләүгә һәр ваҡыт һыбай юлланған, нисек килгәнен берәү ҙә күр­мәгән. Егет тау башынан үндеге менән эйәрен генә тотоп төшөр булған. Бер ваҡыт еңгәләре үҙ-ара ғына: “Был кейәү тауҙан гел йәйәү төшә, атын күрергә кәрәк ине”, — тип һөйләшкән дә ҡыҙҙан: “Ке­йә­үеңдең аты ниндәй?” — тип һораған. Ҡыҙ: “Юҡ, ул миңә нимәгә кәрәк?” — тигән. Еңгәләре шунда: “Һин һора әле, кейәү атын ҡайҙа ҡалдыра икән?” — тип ныҡышҡан. Ҡыҙ тыңлашмаған. “Ҡуй, миңә әйтмәҫ, һеҙгә әйтмәгәнде, ниңә миңә әйтһен инде”, — тигән. Шунан еңгәләре уға былай тип өйрәткән: “Кейәү килгәс тә, атың ҡайҙа, тип һора, күргем килә, тип үтен. Әйтмәһә: “Шулмы һинең яратыуың, былай әйтмәгәсһең, һин мине яратмайһың, тиген”.
Бер заман кейәү, ғәҙәтенсә, үндеге менән эйәрен генә күтәреп, шул һырт буйынан килеп төшкән. Ҡыҙ еңгәләре өйрәткәнсә эшләгән. Ахыр сиктә кейәү кәләшенә атын күрһәтергә булған. Килеп төшкән тауына алып киткән. Быларға ҡыҙ­ҙың еңгәләре лә эйәргән. Урман­дағы ҡарағайлыҡ араһында, йәшел сатыр эсендә, ҡанатын киреп, толпар торған (кейәү егет толпарын ке­шегә күрһәтмәҫ өсөн сатыр ҡо­роп, шунда ашарға ҡалдырып китә торған булған). Былар эргәһенә ҡапыл барып сыҡҡас, толпар ҡанатын йыйып өлгөрә алмаған.
Шунан башлап ат ауырыған, оҙаҡ та үтмәҫтән үлеп киткән. Егет ныҡ ҡайғырған. Ҡайныһы уға өйөрөнән иң яҡшы атты һайлатып биргән. Егет: “Минең толпарымдың үлеүенә һин генә ғәйепле, хәҙер йөҙ саҡрым ерҙән мин нисек йөрөйөм, башҡаса килеп булмаҫ”, — тигән дә кәләшенән баш тартҡан. Тау итәгендә, толпарына иҫтәлек булһын тип, бейек итеп таш өйгән дә үҙ йортона ҡайтып киткән. Шунан бирле ул урын Кейәү ташы тип йөрөтөлә башлаған.
Легенда Әбйәлил районының Хәмит ауылында йәшәгән Көмөшбикә Хәйрулла ҡыҙы Ниғмәтуллинанан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының элекке студенты Нурзиҙә Яныбаева тарафынан яҙып алынған. Кейәү ташы тигән был урын Хәмит ауылының ҡайһы тарафында икәнлеге асыҡ ҡына билдәләнмәгән. Ҡанатлы ат тураһында мәғлүмәттәр иһә башҡорт халыҡ ижады әҫәрҙәрендә киң таралған.



Район: Рәшит ШӘКҮР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә