Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һорауҙар иғтибарһыҙ ҡалмай
Һаулыҡ һаҡлау — халыҡты борсоған, иң күп һорау тыуҙырған өлкә. Шуға ла ошо тармаҡҡа йыш ҡына таяҡтың йыуан башы төшөүенә ғәжәпләнергә түгел. Кеше тыуыр-тыумаҫтан алып һуңғы һулышына ҡәҙәр медицина хеҙмәтләндереүе һәм табиптар менән тығыҙ бәйләнештә.
Һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау тәрән үҙгәрештәр кисерә: яңыртыу, камиллаштырыу буйынса күләмле программалар тормошҡа ашырыла, закондар көйләнә. Ҡыҫҡаһы, көн һайын тигәндәй, яңы мәсьәләләр өҫтәлә, элеккеләренең дә байтағы эйәреп килә. “Ижтимағи электрон гәзите” һаулыҡ һаҡлау министры Г. Шебаев менән ойошторған онлайн-конференцияла ла былар асыҡ сағылды.
Йыл башланып та өлгөрмәне, льготаға эйә булыусы граждандар йәнә дарыуҙарға ҡытлыҡ менән осрашты. Министрға бирелгән һорауҙарҙың күбеһе шул проблемаға бәйле ине. Уларҙы Георгий Алексеевичтың яуабы тынысландырыр, моғайын. Республикаға препараттар килтерелә башлаған һәм көн һайын “Башфармация” дәүләт унитар предприятиеһы аша дарыуханаларға таратыла. Ҡайһы берәүҙәрҙе дарыуҙарҙың хәүефһеҙлеге лә ҡыҙыҡһындыра. Министр әйтеүенсә, хәҙер ялған препараттар эшләүселәр ҙә камиллашыу юлында, хатта айырыуы ла ҡатмарлашҡан. Былтыр “Росздравнадзор” бер ни ҡәҙәрен әйләнештән алған. Шулай ҙа артыҡ хәүефләнергә урын юҡ, был мәсьәләне “Лекконтроль” күҙәтә. Бынан тыш, тәьминәтселәр йыл һайын 200 меңдән ашыу партия медицина препаратын үҙҙәре үк тикшереүгә килтерә икән.
Бала табыу йорттары буйынса дәғүәле һорауҙар министрҙы ғәжәпләндерҙе лә кеүек. Нигеҙҙә бала табыуға булышлыҡ итеү хеҙмәте илдә һәйбәт иҫәптә тора, тине ул. Төбәктә артабан да бала табыу йорттары ҡалҡып сығасаҡ. Республика перинаталь үҙәге эргәһендә төҙөләсәгенең әле проекты әҙерләнә. Ошо маҡсатҡа 11 миллион һум аҡса ҡаралған. Әммә эш 2013 йылдан да иртәрәк башланмаясаҡ. Өфөләге бала табыу йорттары киләсәктә бер нисәгә артасаҡ.
“Һаҡаллы” төҙөлөштәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Министрҙың әйтеүенсә, был йүнәлештә “боҙҙо” ҡуҙғатырға тырышалар. Ҡайһы ерең нығыраҡ ауыртһа, шул ереңде тотаһың, тигәндәй, әсәләрҙе яман шештән яфаланған балалар өсөн махсус үҙәк булдырыу ҡыҙыҡһындыра. Г. Шебаев Республика балалар клиник дауаханаһы нигеҙендә 45 урынлыҡ онкология һәм гематология төбәк бүлексәһе эшләп килеүен белдерҙе.
Бер сәғәт эсендә министрға 70-кә яҡын һорау бирелде. Георгий Алексеевич уларҙың 40-ына яуап биреп өлгөрҙө. Байтаҡ тәҡдимдәр ҙә еткерелде. Яуап ишетә алмаусыларҙың һорауҙары ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 0

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамдың иң хозур утрауына тура рейстар башлана 27.10.2026 // Йәмғиәт

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Вьетнамға тура даими рейстар старт алды. VietJet авиакомпанияһы Өфө — ......

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә