Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изгелектең юйылмаҫ эҙҙәре
Изгелектең юйылмаҫ эҙҙәре Нимәгә тотонһаң да, мәңге торорлоҡ итеп эшләргә тырышыу хас ерҙең ысын хужаларына, ил ағаларына. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Миһран Солтангәрәевте Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылында нәҡ шундай кеше тип хәтерләйҙәр. Ошо көндәрҙә уға 90 йәш тулған булыр ине.

Төпкөл ауылда тыуып үҫкән күп яҡлы һәләт эйәһе, бәлки, билдәле рәссам, хатта дәүләт эшмәкәре лә булып китер ине. Һәр хәлдә, ул төшөргән һүрәттәр халыҡсанлығы, ябайлығы менән арбай. Заманында ауылдағы һәр өйҙө тиерлек Миһран Ноғман улының пейзаж, натюрморттары биҙә­гән. Бер мәл Репин исемендәге Ленинград художество училищеһына уҡырға саҡырыу килгән был һәләтле егеткә. Ләкин һуғышта балаларын юғалтҡанлыҡтан илап һуҡырайған әсәһен ҡарау өсөн ул ауылдан сыҡмаған.
Атайһыҙ үҫеүенә ҡарамаҫтан, ергә ныҡ баҫып йөрөгән, юҡлыҡ йылдарында тиңдәштәре тураһында ла хәстәрлек күрә белгән Миһрандың ойоштороу һә­ләте, эшкә оҫталығы айырыуса һуғыш башланған осорҙа һиҙелә. 1942 йылда 16 йәшлек егетте колхозға хисапсы ярҙамсыһы итеп саҡыралар, бер нисә айҙан хужалыҡта иҫәп алып барыу, комсомол ойошмаһын етәкләү тотош уға йөкмәтелә.
1943 йылда Миһран һәм уның йылғы тағы бик күп егет фронтҡа оҙатыла. Күкрәк тулы орден-миҙал тағып, 1945 йылда 3-сө төркөм инвалиды булып ҡайта геройыбыҙ яу яланынан. Яралары әрнеп торһа ла, ҡайтыу менән эшкә тотоноп, магазинға урынлаша, клуб мөдире вазифаһында ла һынала. Артабан ауыл Советы секретары итеп һайлана.
1947 йылда иһә, нахаҡҡа хөкөм итеп, Миһран Солтангәрәевте сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә ебәрәләр. Иңенә төшкән был ауырлыҡты лайыҡлы күтә­рә егет. Тәбиғәттән бирелгән сыҙамлы­лығы, киң ҡарашлылығы был юлы ла уны төрлө бәләләрҙән ҡотҡара. Рәссам булыуы хаҡында хәбәр таралғас, төрлө яҡтан заказдар килә башлай. Сталин һүрәтен төшөрһөнмө, совхоз барактарын биҙәһенме... Өҫ-башы туҙғас, үҙенә кәпәс тегеп ала. Шунан күҙәтеүселәр, һалдаттар, командирҙар ҙа баш кейемен Миһрандан тектерә башлай. Бер мәл егет, участка начальнигының өйөндә теген машинаһын күреп ҡалып, шуның менән эш итергә өйрәнә. Костюм, салбарҙар тегә башлай. Күптәр­ҙең рәхмәте тейептер инде, 17 йылға хөкөм ителгән кеше ете йылдан өйөнә әйләнеп ҡайта. Уны йәнә ауыл Советы секретары итеп ҡуялар.
“Нахаҡҡа ғәйепләнеп, хөкөм ителе­үенә, һуғышта ҡатнашыуына ҡара­маҫтан, атайыбыҙҙың ауыҙынан бер ваҡытта ла насар һүҙ ишетмәнек, ул һәр ваҡыт зыялы кеше булды”, – тип хәтерләй һуғыш ветеранының балалары. Ауылдаштары ла ошо ипле, алдынғы ҡарашлы, белемле кешенең ипкенендә йылынырға ашыға. Һуғыш­тан һуңғы йылдарҙың аһ-зары бөтмәҫ-төкәнмәҫ. Миһран Ноғман улы ауылдаштары тураһында хәстәрлек күреп, яуҙан ҡайтмай ҡалғандарҙың документтарын юллап төрлө хаттар яҙа, атайһыҙ, улһыҙ ҡалғандарға пенсия юллай, Бөйөк Ватан һуғышы яугир­ҙәренең исемлеген төҙөй. Һуңыраҡ ветерандар советы рәйесе вазифаһында элекке яугирҙәрҙең тормошон еңеләй­теүгә, һуғышта баш һалғандарҙың исемен мәңгеләштереүгә, балаларға ил­һөйәрлек тәрбиәһе биреүгә ҙур көс һала. Таймаҫта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә арналған ике обелиск бар. Миһран Солтангәрәевтең башланғысы менән 1972 йылда ҡуйылған улар. “Йәйге селләлә, оло изге эш булыр был, балалар, тип, атайыбыҙ беҙҙән ошонда нигеҙ ҡорҙорҙо”, – тип хәтерләй Миһран бабайҙың улы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған юрисы Әмир Солтангәрәев.
“Әҙәм әүлиәһе ул Миһран”, – ти ауылдаштары. Өй һалыр алдынан тәфсирләп эскиз төҙөй, үҙе балта оҫтаһы, мейес һалыусы, умартасы, баҡсасы ла була уҙаман. Кейемде үҙе тегеп ала. Концерт, спектаклдәр ойоштора, уларҙы биҙәй, байрамдарға лозунгтар яҙа. Рәсем дәрестәре бирә. Белемен камиллаштырып, пенсияға сыҡҡансы биш йыл “Таймаҫ” совхозы­ның өлкән юрисы булып эшләй, шул дә­үерҙә тиҫтәләрсә тапҡыр БАССР-ҙың һәм СССР-ҙың арбитраж судтарында, етди дәлилдәр килтереп, хужалыҡ мәнфәғәттәрен уңышлы яҡлай.
Пенсияға сыҡҡас, Миһран Солтан­гәрәевте страховка буйынса агент вазифаһына тәҡдим итәләр. Ун ике йыл башҡара ул был эште. Ҡаҙа­ныштары өсөн 1960 йылда, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Указына ярашлы, БАССР-ҙың Почет грамотаһы менән бүләкләнә. 1985 йылда сәхнәгә сығып шиғыр уҡыу буйынса ил күләмендәге конкурс лауреаты ла була. Мәктәп музейында әле Миһран Ноғман улының Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ауылдаштарына арнап үҙе сығарған хәтер китабы ҡәҙерләп һаҡлана.
Ил күргәнде күреп, башҡалар кисер­гәнде кисереп, замандар үҙгәреүенә иғтибар итмәй, лайыҡлы йәшәргә ынтылған Рафиғә һәм Миһран Сол­тангәрәевтәр биш балаға ғүмер бирә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауыр ҡайғылар ҙа килә уларға: тәүге улдары Азат, гармунсы, техника йәнле егет, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була; һуңынан күп яҡлы талант эйәһе булған ейәндәре Булат йәш кенә көйө яҡты донъя менән хушлаша.
Миһран Солтангәрәев вафатынан бер нисә сәғәт алда үҙе мөнәжәт яҙып ҡалдырған. “Яҡты донъяны күреп туйманым, Күреп туйһам да, мәңге тормамын...” – тип башлана бихисап мих­нәт күреп тә, иманын, әҙәбен юғалт­маған уҙамандың, ысын ер кешеһенең хушлашыу хаты.
Ауылда Солтангәрәевтәрҙең төп йорто бөгөн дә балҡып ултыра. Түрҙә – элекке фотоһүрәттәр, йорт хужа­һының эш ҡоралдары, ялан сумкаһы... Төҫлө ҡәләм менән 1946 йылда тө­шөргән автопортреты, майлы буяу менән яһалған натюрморт та бар. Батыр яугир, ябай ер кешеһе, хәстәрлекле атай, лайыҡлы замандаш хаҡында яҡ­ты хәтирә һаҡлай улар. Солтан­гә­рә­евтәр шәжәрәһе башында 1710 – 1738 йылдарҙағы ихтилал етәкселәренең береһе, Бөрйән ырыуы батыры Ямат Бикәев тороуы иғтибарҙы йәлеп итә. Ошонан аңлайһың да инде рухи юғарылыҡ сифатының был нәҫелгә ҡайҙан килгәнен.





Автор: Тәлғәт ШАҺМАНОВ. Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 2

Республикала көндәр йылыта

Комментарий өҫтәргә