Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ух, ошо эхинококкоз…
Ух, ошо  эхинококкоз… Эхинококкоз проблемаһы — дөйөм мәсьәлә. Ауыл хужалығы малдарындағы, һунар кейектәрендәге паразиттарҙың кешегә йоғоуы ла бар. Эхинококкоз эт, бесәй, ғөмүмән, йорт хайуандары менән тығыҙ бәйләнештә булған төрлө һөнәр кешеләре араһында теркәлә. Ғәмәлдә кеше был сирҙе мал тиҙәге менән бергә бүленеп сыҡҡан паразит ҡарышлауыҡтар эләккән йәшелсә һәм еләк-емеште ашағанда йоҡтора.

Зарарланыуҙы иҫкәртеү өсөн, әлбиттә, баҡсала эшләгәндә һәм урманда бәшмәк йыйғанда шәхси гигиена сараларын күҙәтергә кәрәк.
Ләкин эхинококкоздың иң төп сығанағы һәм таратыусыһы булып эт, бесәй, шулай уҡ бүре, төлкө кеүек йәнлектәр һанала. Мәҫәлән, эттәр, үҙ сиратында, мал үләкһәһе йә малдарҙың эхинококкоз менән зарарланған эске ағзаларын ашап йоҡтора, һөҙөмтәлә йорт хайуандары һәм кешеләр зыян күрә.
Эхинококкоз — ул үпкә, бауыр, талаҡ һәм бөйөрҙәрҙе зарарлаусы эхинококк ҡыуыҡтары рәүешендәге ауыр сир. Шыйыҡса менән тулы бер камералы был ҡыуыҡ эсендә бик күп ҡорт үрсей. Сир ҡарышлауыҡ стадияһында һыйыр, һарыҡ, кәзә һәм сусҡаларҙа үҫешә. Ә кешелә иһә аҫтыртын һәм хроник рәүештә үтеүе менән хәүефле. Ул ашҡаҙандың эшкәртеү функцияһы боҙолоуы, бауырҙың ауыртыуы, оҙайлы ҡоро йүткереү, тын ҡыҫылыу менән оҙатылып килә лә инде.
Күпселек осраҡта был яман ауырыуҙы оло кеше — йортта эт тотҡанда, ә балалар эт йә бесәй менән уйнағанда йоҡтора. Бынан тыш, йыуылмаған йәшелсә, еләк-емеш ашағанда, асыҡ сығанаҡтағы торған һыуҙы ҡулланғанда ла хәүеф ҙур.
Тағы ла берәҙәк эт, һирәк осраҡта бүре йә төлкө эхинококкоз сығанағы булып тора. Улар тиҙәге менән бергә өлгөргән быуынлыҡтар бүлеп сығара. Эттәр көҙгө айҙарҙа, бигерәк тә мал һуйған саҡта йыш зарарлана. Әгәр ҙә уның үпкә-бауырында, йөрәгендә борсаҡ дәүмәленән алып 10-15 сантиметр ҙурлыҡҡа тиклемге ҡыуыҡ­тар­ҙы өс һәм күберәк урында күрһә­геҙ, ағзаларын 1 метр тәрәнлектә соҡор ҡаҙып күмергә йәки мал зыяратына алып барып ташларға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр ҡыуыҡ булған урынын айырым ҡырҡып ала ла эргә­һендә көтөп ултырған этенә ырғыта. Был осраҡта һеҙ үҙ сәләмәтлегегеҙҙе ҡурҡыныс хәлдә ҡалдыраһығыҙ.
Эхинококкоз менән сирле кеш­ләрҙе күп осраҡта флюорография үткәргәндә йәки ҡанды серологик анализға алғанда асыҡлайҙар. Унан операция юлы менән генә ҡотолоу мөмкин. Әлбиттә, табиптар ағзаның зарарланған өлөшөн ҡырҡырға мәж­бүр була. Был – бик ауыр операция, ул йыш ҡына инвалидлыҡҡа ла килтерә, ә инде бик аҙып киткәндә сирле кешенең үлеүе лә ихтимал.
Һәр райондың ветеринария стан­цияһында эшләп килгән дарыу­ханала кәрәкле препараттар бар. Шулай ҙа етешһеҙлектәр байтаҡ әле. Мәҫәлән, шәхси хужалыҡтар янында мал һуйыу хәүефле. Балалар баҡсалары, мәктәп тирәһендә эт-бесәйҙе йөрөтмәү хә­йерле. Үкенескә ҡаршы, урамдарҙа кеше өсөн хәүеф тыуҙырыусы бе­рәҙәк эт күп. Дүрт аяҡлы дуҫтарын ҡосаҡлап уйнаған балалар ҙа йыш осрай.
Ветеринария хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәте менән генә был хәүефле сирҙе еңеү мөмкин түгел. Эт тотҡан хужаларҙың да яуаплылыҡ тойоуы шарт.







Автор: Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә