Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өфө урамдары “тимер ат”һыҙ ҡалдыра...
Өфө урамдары  “тимер ат”һыҙ ҡалдыра... Урам саттарындағы “Автоэвакуатор эшләй” тамғаһы нимәгә нигеҙләнеп ҡуйыла? Һорауға яуапты хатта Дәүләт Думаһы депутаттары ла белмәй! Был хәлде Рәсәй парламентының Конституцион ҡануниәт һәм дәүләт төҙөлөшө комитеты рәйесе урынбаҫары Вячеслав Лысаков та танырға мәжбүр булды. Улайһа, беҙ фәҡирҙәргә ни ҡала инде...

– Хәҙерге мәлдә тыйыусы юл тамғаларын урынлаштырыу өсөн нигеҙ булырлыҡ аныҡ үлсәмдәр федераль кимәлдә юҡ, был иһә төбәктәрҙә ошондай тамғаларҙы саманан тыш күп ҡулланыуға килтерә, сөнки барыһы ла автомобиль хужаларынан штрафты күберәк түләттереү һәм шуның аша ҡаҙнаға керемде арттырыу менән ҡыҙыҡһына, – тип Лысаков яңыраҡ Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Алексей Абрамовҡа хат та ебәрҙе. Уның үҙе әйтеүенсә, мөрәжәғәттең күсермәһе Рәсәйҙең Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы башлығы Виктор Ниловҡа ла тапшырылған.
Күреүебеҙсә, депутат барыһын да асыҡтан-асыҡ әйтте: автомобиль ҡуйырлыҡ законлы урындар ни тиклем кәмерәк, урындағы власть өсөн дә шул тиклем яҡшыраҡ. Был осраҡта “тимер ат”ын тыйылған урынға ҡуйыусылар һаны ла арта бит, улар быны юрамал түгел, ә мәжбүри эшләй – рөхсәт ителгән урам ситтәрендә автомобиль һыйырлыҡ урын табып ҡара...
Муниципаль органдар был баҙар иҡтисады мәхшәрен: “Ҡайҙа автомо­билдәр ҡуйыу юл хәрәкәтен тотҡарлай, тыйыусы тамғаларҙы ла шунда эләбеҙ”, – тип аҡларға тырыша. Ләкин Өфө кеүек мегаполиста юл хәрәкәте булмаған урамды табып ҡара! Нижегородканың йәки Иҫке Өфөнөң автомобиль түгел, кеше лә бик үтмәгән һәм асфальты ла булмаған тыҡрыҡ­тарында хәрәкәт, әлбиттә, юҡ тиергә була. Ләкин уларҙа бер ойошма йәки предприятие ла юҡ, кем ниндәй йомош менән ул йәһәннәм мөйөшөнә барып йөрөһөн? Хәйер, ундай урамдар ҙа тамғанан бик азат түгел: баш ҡаланың Вәлиди урамынан Аксаков урамына боролғанда уң яҡтан ағас йорттар башлана, бер ниндәй ойошма ла юҡ, ә тыйыусы тамға тора!
Ҡайҙа туҡтарға ярамағанын белеп тороу өсөн Өфөнөң ошондай тамғалар урынлаштырылған урамдарының картаһын да гәзиттә бирергә теләк бар ине. Райондарҙан баш ҡалаға килеү­селәр өсөн ул айырыуса кәрәктер. Тик дәүләт автоинспек­цияһының республика идаралығында:
– Ундай картаның барлығын белмәйбеҙ, бәлки, Өфө ҡала хаки­миәтенең юл хужалығы бүлеге асыҡлыҡ индерер? – тип кенә яуап бирҙеләр.
Ләкин был күрһәтелгән бүлектә карта ғына түгел, юл тамғаларын ҡайһы урамдарҙа ҡуйыуҙы нигеҙләрлек дәлил дә ишетеп булманы.
...Яңыраҡ Өфөнөң Революцион урамында шундай күренештең шаһиты булырға тура килде: ярамаған урында торған автомобиль янына эвакуатор килеп туҡтаны. Ул платформаһын төшөрә генә башлауға, эргәләге кафенан бер ҡатын йүгереп килеп тә сыҡты.
– Минең машина, хәҙер ҡуҙғалам! – тип күҙ асып йомғансы машинаһына инеп тә ҡунаҡланы. Законға күптән түгел индерелгән үҙгәрешкә ярашлы, әгәр ҙә машина хужаһы уның мөлкәтен алып киткәнсә килеп етһә, автомобилгә тейергә хоҡуҡтары юҡ. Автоинспектор менән эвакуатор шоферы ла ныҡышып торманы – тиҙ генә ошо урындан һыпыртты. Был аңлашыла ла: әгәр ҙә ҡатын менән бәхәсләшеп торһалар, бүтән ошондай машиналарҙы эләк­тереп өлгөрмәйәсәктәр. Ҡағиҙәләр үҙгәреп киткәнсе, улар аҡса эшләп ҡалырға ашыға...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә